1920 йылдың 27 мартында хәрби комиссариаттың сәйәси-ағартыу идаралығы Башҡортостандың хәрби частары һәм учреждениеларына йома көнөн ял тип иғлан итеүҙе һорап, Башҡорт хөкүмәтенә (Башревкомға) мөрәжәғәт итә: "Прошу рассмотреть вопрос о еженедельном дне отдыха для войсковых частей, находящихся на территории малой Башкирии т. к. большинство гарнизона и башчастей состоит из башкир, прошу Вашего распоряжения об отдаче приказа, что войсковые части и учреждения Б.С.Р. должны праздновать пятницу"14.
1920 йылдың июненә тура килгән сираттағы Ураҙа ғәйетен дә Башҡорт хәрби комиссариаты байрам көнө тип иғлан итә. 12 июндәге фарманы менән комиссариат байрам көндө бөтә ғәскәрҙәргә ашатыуҙы икеләтә аттырырға бойорға: "По случаю праздника "Ураза байрам" предписываю всем частям Войск и учреждениям выдать красноармейцам и военнослужащим в первый день этого праздника паек в двойном, а во второй день в полуторном размере".
Мосолман байрамдарын фронттағы башҡорт ғәскәрҙәре лә үткәрә. Мәҫәлән, Муса Мортазин үҙенең китабында: "24, 25 и 26 августа Башкирская бригада праздновала свой праздник "Курбан Байрам", во время которого было получено пополнение в количестве 100 лошадей и 100 человек из Башкирии", - тип яҙа15.
Әммә Башҡортостан автономияһы һәм башҡорт ғәскәрҙәренең советтар яғындағы хөрриәте оҙаҡҡа бармай. 1920 йылдың яҙына советтар аҡтарҙан өҫтөнлөк алғас, Башҡортостан һәм уның хәрби көстәренең үҙаллылығын сикләргә керешә. РСФСР Хәрби революцион советы 23 апрелендәге фарманы менән Башҡортостандағы башҡорт ғәскәрҙәрен Волга аръяғы округ хәрби комиссариатына буйһондора (Быға тиклем улар тик Башҡорт хәрби комиссариатына буйһонған була). 1920 йылдың апрель аҙағында Польша менән һуғыш башланыу һылтауы менән Ырымбур янында торған Муса Мортазиндың атлы бригадаһы фронтҡа оҙатыла. Совет хөкүмәтенең 19 майындағы декреты менән Башҡортостандың автономия хоҡуҡтары ҡырҡа сикләнә. 1919 йылдың 20 мартындағы килешеү буйынса хәрби округ хоҡуҡтарына эйә булған һәм РСФСР Хәрби революцион советына буйһонған Башҡорт хәрби комиссариаты Волға аръяғы округ хәрби комиссариатына туранан-тура буйһондорола. Был декрет менән риза булмайынса, Башҡорт хөкүмәте эшен ташлап китә.
Башҡорт эшмәкәрҙәре властан киткәс, большевиктар артабан башҡорт ғәскәрҙәрен бөтөрөү эшен дауам итә. 1920 йылдың июнендә Новгород губернаһында торған Башҡорт кавалерия дивизияһы бер полкка ҡалдырылып, Украинаға Мортазин бригадаһына ҡушыла. Шул уҡ йылдың көҙөндә Башҡорт хәрби комиссариатының запас ғәскәрҙәр идаралығы бөтөрөлә. 1921 йылдың яҙында Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһы һәм Мортазиндың атлы бригадаһы ла таратыла. Башҡортостанда торған запас ғәскәрҙәр ҙә бөтөрөлә.
Шулай итеп, Граждандар һуғышы осоронда башҡорт ғәскәрҙәрендә ислам дине ҙур урын биләй. Башҡорт хөкүмәтенең хәрби көстәре милли армия ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә мосолман ғәскәре булараҡ та төҫ ала. Ислам дине башҡорттарҙың хәрби символикаһындағы ғына түгел, милли идеологияһында ла сағылыш таба. Милли мәнфәғәттәр өсөн көрәшкә әйҙәгәндә, Башҡортостан автономияһы етәкселеге һалдаттарҙың дини тойғоларына ла мөрәжәғәт итә. Аҡтар яғында булған саҡта дәһри большевиктар хакимлығы менән көрәш изге һуғыш булараҡ төҫ ала. Фронтта башҡорт ғәскәрҙәрендә әхлаҡты, тәртипте полк муллалары тота, уларға Башҡорт хөкүмәтенең сәйәсәтен, аңлатыу эшен алып барыу бурысы һалынған була.
Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас та башҡорт ғәскәрҙәрендә ислам диненең тотҡан урыны әллә ни үҙгәрмәй, тип әйтергә була. Һуғыш шарттарында большевиктарға, тәү сиратта, яҡшы һуғышҡан ғәскәрҙәр кәрәк була. Улар башҡорт ғәскәрҙәренең эске торошона ҡыҫылмай. Шуға күрә лә ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, элекке полк муллалары хәрби комиссарҙар итеп тәғәйенләнә. Башҡорт хәрби комиссариатының фарманы менән Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре башҡорт ғәскәрҙәрендә байрам ителә. Башҡорт хәрби символикаһы ла аҡтар яғындағынан бигүк айырылмай. Символиканың төп элементы булып ярым ай менән йондоҙ тора.
Большевиктар аҡтарҙы еңеп алғансы, башҡорт ғәскәрҙәренең үҙаллылығына түҙергә мәжбүр була, шулай уҡ ғәскәрҙәге дин торошона ла күҙ йомоп ҡарай. Аҡтарҙан өҫтөнлөк алғас, тәүҙә башҡорт ғәскәренең иреклеген сикләй, артабан берәмләп тарата.
14ЦИА РБ. Ф.1107. Оп.1. Д.10. Л.26.
15Муртазин М.Л. Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну. М., 2007. 157-се бит.
Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Аҙағы. Башы 33-34-се һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|