1961 йылда күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, етем балаларға ярҙам итеү ниәтенән асылған һигеҙ йыллыҡ 4-се мәктәп-интернат 1965 йылда БАССР Министрҙар Советы ҡарары менән Республика урта һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты итеп үҙгәртелә. Был уҡыу йортонда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған һәләтле 420 уҡыусы белем алған. Ошо уҡыу йорто нигеҙендә 1994 йылда Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты булдырыла һәм Ҡасим Асҡар улы Дәүләткилдиев исеме бирелә.
Әлеге көндә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты төп һәм өҫтәмә белем биреүҙе берләштергән уҡыу йорто. Бында уҡытыу барышында һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек аша балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен арттырыу, белем даирәһен киңәйтеү, төрлө яҡлап үҫтереү бурыстары бойомға ашырыла. Һынлы сәнғәт нигеҙҙәрен дәрестәрҙә тәрәнәйтеп өйрәтеүҙән тыш, өҫтәмә рәүештә һүрәт, рәсем сәнғәте, композиция, скульптура, материалдарҙы художестволы эшкәртеү, художество-производстволы графика (һыҙым), һынлы сәнғәт тарихы, компьютер графикаһы буйынса белем бирелә. Гимназия-интернатта республиканың төрлө райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән йыйылған 315 бала уҡый. Уларға һынлы сәнғәт серҙәренә төшөнөү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған: дәрестәр заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа үтә, скульптура, биҙәү-ғәмәли сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн оҫтаханалар, информатика һәм компьютер графикаһы кабинеттары бар.
2005 йылдан алып ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре рәтенә индек. "Һәләтле балалар - Рәсәй киләсәге" тип аталған энциклопедияла беҙҙең гимназия уҡыусылары тураһында һәм "Ватан кадрҙарының алтын фонды" Бөтә Рәсәй энциклопедияһына белем усағыбыҙ тураһында яҙып сығыуҙары эшебеҙ юғары баһаланыуына ишара булды. Иң мөһиме, беҙ уҡыусыларҙы бары тик техник оҫталыҡҡа ғына өйрәтеп ҡалмайбыҙ, уларға һынлы сәнғәт аша рухи тәрбиә биреүҙе лә маҡсат итеп алғанбыҙ. Шуға күрә, уҡыусылар ниндәй темаға ижад итһә лә, һәр нәмәне төптән өйрәнеп, күңеле аша үткәреп эшләй. Мәҫәлән, балалар йыл да "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосындағы сюжеттарҙы һынландыралар, Өфө ҡалаһының боронғо йорттар һаҡланған урамдарын рәсемгә төшөрәләр, йәйге каникулдарҙа тыуған яғының тәбиғәтен, башҡа төрлө әҙәби әҫәрҙәрҙе лә сағылдырған эштәр була. Бер үк нәмәне һәр кем төрлөсә башҡара, үҙенең һүрәте аша ниҙер әйтергә теләй, фекерҙәрен белдерә. Был эштәрҙә башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәре, мәҙәниәте, тарихы, холоҡ-фиғеле, йолалары - барыһы ла урын ала. Өлгөлө картиналарҙы "Ҡояшҡай" тип аталған күргәҙмә залына эләбеҙ, уҡыусылар бер-береһенең һүрәттәрен ҡарай, анализлай, өйрәнә. Был уҡыусыларға уҡытыу программаһы буйынса алған белемдәрен ятлап, иҫтә ҡалдырыуҙан тыш, үҙаллы фекерләргә, анализларға, үҙ ҡарашын белдерергә булышлыҡ итә. Улар һәр предметтың айышына төшөнөп, һүҙ нимә тураһында барыуын яҡшы аңлап тора.
Һынлы сәнғәткә ҡағылышлы дәрестәр, түңәрәктәрҙән тыш, балаларға бейеү, йыр, спорт буйынса түңәрәктәрҙә лә шөғөлләнеү мөмкинлеге асыҡ. "Йәйғор" тип аталған гимназия гәзитен сығарыусы ижади балалар уҡыу йортондағы бөтә яңылыҡтарҙы, тиҫтерҙәренең уңыштарын яҡтыртып бара. Бына шулай белем усағын тамамлаусы уҡыусылар артабан Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡаҙан, Магнитогорск, Екатеринбург һәм башҡа ҡалаларҙағы архитектура, дизайн, художестволы графика йүнәлештәре буйынса уҡыуҙарын дауам итергә әҙерләнә. Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты кескәйҙән һынлы сәнғәткә ғашиҡ балаларға ошо йүнәлештә нигеҙле белем алырға ярҙам иткән тәүге баҫҡыс.
Гөлйемеш САДИҠОВА,
Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһы директоры.
КИРЕ СЫҒЫРҒА