«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОЛҒОНАЛАР ҠЫУАНЫСЫ, ЙӘКИ ӨС БАЙРАМДЫҢ БЕРГӘ ТУРА КИЛГӘНЕ
+  - 

Маҡар ауылынан Ҡолғонаға тиклем беҙҙе Ишембай районы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Мәрйәм Солтанова оҙата барҙы һәм юл буйына: "Эх, юлдары ла юлдары! Ҡасандыр хыялда ла булмаған юлдар былар!"- тип, тел сартлатып һоҡланып, тәбиғәт күренештәре менән кинәнеп барҙы. Һәм Мәрйәм апайҙың әйтеүенсә, ауылдаштарын юллы итеү өсөн тап әлеге сәйәхәтебеҙҙең сәбәпсеһе - оло яҙыусыбыҙ Ноғман ағай Мусин ҙур тырышлыҡ һалған да инде.

Ауылдың үҙәгенә, мөһабәт мәҙәниәт бинаһы янына килеп төштөк. Был бина яңы ғына төҙөлөп бөтөп, тап әҙиптең юбилейы көнөндә асыуға планлаштырылған икән. Тимәк, Ҡолғоналарҙа был юлы бер түгел, өс сәбәптән байрам: яҙыусының 85 йәшлек юбилейы, Маҡар менән Ҡолғона араһында төҙөлгән юл һәм яңы мәҙәниәт үҙәге!
Беҙҙе мәҙәниәт йорто эргәһендәге өйгә саҡыралар. Заманында ижад йорто итеп төҙөлгән был торлаҡ йортто Ноғман Сөләймән улы ауыл биләмәһе хакимиәтенә тапшырған һәм ауылдаштары унан музей яһап ҡуйған икән. Ноғман ағай ҡунаҡтарын музей буйлап йөрөтөп, ундағы экспонаттар менән таныштыра: "Бына был сабаталарҙы һуғыш йылдарында минең кеүек итеп үргән кеше булманы ауылда, галуш һымаҡ итеп, күтәрмәле итеп тороп үреп ҡуя торғайным", - ти кескәй сабата өлгөләренә төртөп күрһәтә. Унан балта менән башҡарған ҡорамалдарын, ҡортсолоҡ кәрәк-ярағын беҙгә күрһәтеүҙән бигерәк, үҙе ентекләп ҡарап, үткән заман иҫтәлектәренә төшөп китә. Ә шулай ҙа музейҙың төп экспонаттары - китаптар. Бында уларҙың иҫкеләре лә, яңылары ла, ҡулдан-ҡулға йөрөтөлөп шымарып, теткеләнеп бөткәндәре лә, әле типография буяуы еҫе китмәгәндәре лә кәштә-кәштә булып тора...
Китапханаһы ла, почта бүлексәһе лә, участка полицияһы ла, башҡа төрлө йәмәғәт ойошмалары ла урынлашҡан яңы мәҙәниәт бинаһын ҡотларға, оло яҙыусы Ноғман Мусинды тәбрикләргә байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Тантаналы кисәне тәбрикләп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов шулай тине:
- Кеше бына ошондай данлы хеҙмәте, күркәм тормошо менән биҙәргә тейеш үҙ исемен. Кемдәрҙер, бына, китаптар яҙа, кемдәрҙер - юлдар, икенселәр бына ошондай матур биналар төҙөй. Улар барыһы ла башҡалар өсөн, халыҡ өсөн янып хеҙмәт итә. Ә инде Ноғман Сөләймән улының ижады, хеҙмәте ябай һүҙгә, ябай хуплауға ғына һыймай, ул үҙенең "мәңгелек урманын" үҫтергән шәхес. Был "мәңгелек урман" - ул беҙ, уның уҡыусылары, беҙҙең киләсәгебеҙ, беҙҙең өмөттәр ул. Мин шуға ла Ноғман ағайҙың әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡыйым, әле генә "Шунда ята батырҙар һөйәге" тигән китабы ҡулымдан төшмәне. Ноғман ағай кеүек, уның әҫәрҙәрендәге геройҙар кеүек халыҡҡа хеҙмәт итә белеү өлгөһө бик кәрәк бөгөн йәш быуынға...
Артабан Ишембай муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, уның урынбаҫары Гүзәл Шаһиева, шулай уҡ райондың ун өс ауыл биләмәһе етәкселәре яҡташтарын ололап һүҙ алды. Район етәксеһе әлеге байрам сәбәпсеһе булған юл һәм бина төҙөлөүгә ярҙам итеүселәргә -республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, республика Хөкүмәтенә һәм "Капиталстрой" яуаплылығы сикләнгән ойошмаға (етәксеһе А.С. Лесин) рәхмәтен белдерҙе. Артабан әҙиптең ҡәләмдәштәре, төрлө гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре - Наил Ғәйетбаев, Сабир Шәрипов, Мөнир Ҡунафин, Рәлиф Кинйәбаев, Гөлфиә Янбаева, Гөлназ Ҡотоева, Фәрит Фәтҡуллин, Илһам Йәндәүләтов, ғалимә Зәйтүнә Шәрипова, "Юрматы" ырыуы ҡор башы Риф Иҫәнов сәхнәгә күтәрелде. Әйткәндәй, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте директоры сәхнәгә Н. Мусиндың өр-яңы "Һайланма әҫәрҙәр"енең XII икенсе томлығын тотоп сыҡты. Уның: "Нәшриәт тарихындағы тәүге XII томлыҡ был", - тигән һүҙҙәрен зал көслө алҡыштарға күмде.
Тамашала яҙыусының дуҫтары ла, туғандары ла, һабаҡташтары ла, ауылдаштары ла бик күп булды. Бала-сағаға урын етмәне, улар баҫып та торҙо, иҙәнгә теҙелешеп тә ултырышты. Тик берәү ҙә сараны ташлап сыҡманы, һәр береһе йылы итеп алҡышлап, арҙаҡлы яҡташына үҙенең хөрмәтен, кемдәрелер йылы һүҙен еткереп ҡалырға тырышты. Күҙҙәргә йәш тығылдырыр, ирекһеҙҙән ҡулъяулыҡтарҙы дымлар мәлдәр ҙә, рәхәтләнеп көлдөрөр хәлдәр ҙә булды. Байрам ахырында ла әле халыҡ таралыша һалмай, байрам сәбәпсеһен уртаға төшөрөп, үҙҙәре лә ҡушылып, яңы клубтарын бер итеп бейешеп алды.

Шулай итеп...
Тормоштар ауыр, уныһы-быныһы насар, тиһәләр ҙә, ыңғай һәм матур күренештәр күберәк шулай ҙа. Бына бит, төпкөл ауылға ниндәй юл һалынған, ҡайһылай күркәм мәҙәниәт усағы төҙөп ултыртылған! Һәм башҡорт әҙәбиәтенең көнөн һынағандарға яуап итеп, шуны ла әйтке килә: милләтенә ошондай абруйлы, мәртәбәле ижад бүләк иткән яҙыусыларыбыҙ һәм уның залдар тултырып килгән уҡыусылары бар әле! Бына ошоларҙы иҫбатланы беҙгә ишембайҙар.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1242

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru