«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЫЛ ИСЕМЛЕК ЮЛБАШСЫҒА ҺӘЙКӘЛДӘН БАШЛАНҺЫН
+  - 

"Йөҙ йыллыҡҡа - йөҙ объект" акцияһы, әлбиттә, ҡолаҡ теләп ҡабул итерлек яңылыҡ. Бигерәк тә нисек ишетә, шулай мейеһенә һеңдереп, йөрәк төбөнә һалып өйрәнгән хәйләһеҙ беҙҙең халыҡ өсөн.

Рәсәй Президенты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын танып, уны ил кимәлендәге әһәмиәткә эйә байрам итеп уҙғарыу тураһында Указ сығарған икән, быға шатланырға, был документты республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы таныу билдәһе итеп ҡабул итергә кәрәк. Ике йылдан артыҡҡа һуңлап булһа ла Башҡортостан автономияһының Рәсәй Хөкүмәте тарафынан танылыуы барыбер мөһим, тип уйлайым.
Башҡортостан буш ерҙә барлыҡҡа килмәгән. Кемдер уны бармаҡ менән күккә төртөп күрһәтеп тә тыуҙырмаған. Башҡортостандың дәүләтселеген булдырыуҙың башында аныҡ кешеләр, шәхестәр торған. Улар төҙөп ҡалдырған дәүләттең юлбашсыһы ла булған. Йөҙ йыллыҡ уңайынан улар тураһында ла иҫкә алынырға тейеш. Донъялағы иң бөйөк илдәрҙең береһе Рәсәй яҙмышында мөһим роль уйнаусы кешеләрҙең береһе, уны федерализм (демократик дәүләт) юлына сығарыусы шәхес - Зәки Вәлидигә Өфөлә (Стәрлетамаҡта ла) һәйкәл ҡуйыу - был акцияла беренсе һанлы объект булырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Мин тыуған илемдең, республикамдың патриоты булыу өҫтөнә, тыуып үҫкән төйәген һөйөүсе лә. Шуға күрә, Белорет тураһында ниндәй һүҙ булһа ла, минең ҡолаҡты урап үтмәй. Бер нисә йыл элек кенә ҡалабыҙҙың ике йөҙ илле йыллыҡ юбилейын байрам иткәйнек. Ашығып, шул сараға ҡарата яңы мәҙәниәт һарайы төҙөп бирергә вәғәҙә иттеләр. Төҙөлмәне. Мин уның сәбәптәренә туҡталып тормайым. Уйламай әйтелгән һүҙ - керешенән ысҡынған уҡ кеүек, тип әйтергә теләйем. Уны тотоп та, туҡтатып та булмай. Әле лә шулай булып ҡуймаһын, тип борсолам. Белорет ҡалаһында вәғәҙә ителеп тә, әлегәсә халыҡ күреп ҡыуанмаған аманат та йөҙ объекттың береһе булыр, тип ышанам. Белорет халҡы тыуған иленә бер ҡасан да рәхмәтһеҙ булмаған. Изгелеккә улар хеҙмәт менән яуап бирә белә.

Мансур ҺИҘИӘТОВ,
пенсионер.
Белорет ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.16 | Ҡаралған: 1397

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru