Бөгөн Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған байрам саралары республиканың һәр төбәгендә үтә. Өфөнөң Орджоникидзе районында ғына, мәҫәлән, 7 октярбрҙән 13-нә тиклем 11 байрам сараһы планлаштырылған. Ә район үҙәктәрендә, ауылдарҙа, айырыуса бәләкәй, төпкөл ауылдарҙа халыҡ Республика көнөн нисек, ниндәй мәҙәни һәм спорт саралары менән ҡаршылай? Һуңғы һорауға яуап табыу маҡсаты менән беҙ Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, билдәле фото-рәссам Зиннур Боҫҡоновҡа шылтыраттыҡ. Ул: "Тап өҫтөнә баҫтығыҙ - байрамға арнап ҙур сара уҙғарырға ниәтләнеп йөрөй инек", - тип, ҙур теләк менән бөтөн уҡыусылар, уҡытыусылар йәлеп ителгән байрам тураһында, шулай уҡ үҙен борсоған ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында ла бәйән итте.
Суверенитетҡа арнап...
Республика көнөнә арнап, беҙ балалар һаулығын нығытыу һәм күмәк спортты киң йәйелдереү маҡсатында 4 октябрҙә "Һаулыҡ көнө" үткәрҙек. "Һаулыҡ көнө"нә 1-11-се синыфтың бөтөн уҡыусылары, шулай уҡ мәктәптең бар уҡытыусылары йәлеп ителде. Төрлө эстафеталар, спорт уйындары ойошторҙоҡ. Мәҫәлән, егеттәр футбол, стритбол уйнаһа, ҡыҙҙар - волейбол, пионербол буйынса көс һынашты. Стритбол тураһында ентекләбе-рәк аңлатып үтәйем. Стритбол, халыҡсан тел менән әйткәндә, урам баскетболы. 1950 йылдарҙа АҠШ-тың ярлы кварталдарында уйлап сығарылған. Ҡәҙимге баскетбол майҙанының яртыһы дәүмәлендәге майҙанда уйналған был уйында уйынсылар һаны ла баскетболдағынан әҙерәк - 6 ғына кеше. Беҙ үҙебеҙҙең стритбол майҙансығын тимер селтәр менән уратып алдыҡ, асфальт түшәнек. Бик һаҡ ҡына итеп уйнарға тура килә. Был спорт төрө балаларҙа, үҫмерҙәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты: йәй буйы кеше өҙөлмәне. Туптарыбыҙ ҙа күп, туҙып тора, урынына яңыһын биреп торабыҙ. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителгән: һәр майҙансыҡта камералар тора. Улар төндә майҙансыҡтың бөтөнлө-гөн насар уйлы кешеләрҙән һаҡлауға булышлыҡ итә.
"Салауат Юлаев" клубы менән хеҙмәттәшлек
Беҙҙең ауылдың үҙенең хоккей клубы бар - өлкәндәр ҙә, кеселәр ҙә уйнай. 4-5 команда йыйыла. Ҡыш буйы шул майҙансыҡтан сыҡмайбыҙ. Майҙансыҡ төндә ут менән яҡтыртыла. Был да үҙебеҙҙең көс менән эшләнде. Бер ниндәй партия ла ярҙам итмәне ("Берҙәм Рәсәй" партияһы ярҙамы тураһында аҙағыраҡ һүҙ булыр) - 4-5 көн эсендә тауҙың битләүендә майҙан һөрөп, ерҙе тигеҙләп, хоккей ҡумтаһы эшләп тә ҡуйҙыҡ. Ауыл егеттәре, эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итте. Аллаға шөкөр, эшҡыуарҙарыбыҙ күп. Стритбол майҙансығын да ошо егеттәр менән эшләп ҡуйғайныҡ. Был эшкә беҙҙең мәктәп директоры Инсур Рәмил улы Үтәбаев та ыңғай ҡарашта. Үҙе лә хоккей ярата. Беҙҙең барлыҡ башланғыстарҙы күтәрмәләп тора. Әйт-кәндәй, ул беҙҙең мәктәп балаларын роботтар төҙөргә өйрәтә. Беҙҙең мәктәптең йәш уйлап табыусылары роботтар төҙөү буйынса Рәсәй, республика кимәлендәге ярыштарҙа, олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай...
Мәктәп эргәһендәге хоккей майҙансығы яҙғы, йәйге, көҙгө айҙарҙа ла буш тормай - балалар рәхәтләнеп футбол уйнай.
Ауылдың үҙ стадионы ла бар хатта - ул йылға буйында матур урында урынлашҡан. Байрамдарҙы ошо стадионда үткәрәбеҙ. Матди-техник базанан тыш, рухи тәрбиә мотлаҡ икәне, шунһыҙ алға ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырып булмауы барыбыҙға лә мәғлүм. Шунлыҡтан, спортта яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү сараларын да уйлап сығарып ҡына торабыҙ. Мәҫәлән, балаларҙы яратҡан командабыҙҙың - Өфөнөң "Салауат Юлаев" хоккей клубының уйындарына алып барып, хоккей матчтарын бушлай күрһәтәбеҙ, Өфөнөң иҫтәлекле урындарына экскурсиялар ҙа ойошторабыҙ. Яңыраҡ баш ҡалаға республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаған бәләкәй балаларҙы алып барҙыҡ. Республика көнө байрамынан һуң юғарыраҡ кластарҙа уҡыусы балаларҙы ла Өфөгә - милли батырыбыҙ исемен йөрөткән хоккей командаһының уйынына алып барырға ниәтебеҙ бар. Бындай эштәр биш минут эсендә генә ойошторолмай - команда етәкселеге, вәкилдәре менән эшлекле бәйләнештәр, килешеүҙәр булдырыу өсөн үҙебеҙгә тырышырға тура килә. Ауыл биләмәһе башлығы ла спортҡа битараф булмаған йәш егет. Ул үҙе греппинг секцияһын алып бара. Хоккей матчтарына барып ҡайтыуыбыҙҙы ла ул ойоштороша. "Халыҡ эскегә генә бирелә күрмәһен", - тигән маҡсат менән эшләй ул был эштәрҙе.
Дәрес бөткәс - эш бөттө, түгел
Беҙҙең спорт залыбыҙ бер ваҡытта ла буш тормай. Ауылды үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә, йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә - һәр ваҡыт бында ынтыла. Хеҙмәт кешеләре ауыр эш көнөнән һуң бында килеп, әүҙем ял итә. Ҡышын да, көҙөн дә кеше өҙөлмәй. Ауылдың спартакиадалары үтеп тора. Ауылдар араһында ярыштар...
Дәрес бөткәс - эш тә бөттө, тип, ҡул ҡаушырып, өйҙә ултырыу беҙҙең өсөн ят күренеш. Дәрес бөткәс, төп эшебеҙ башлана ғына: көнөнә 4-әр, 5-әр күнекмәләр ойошторола. Балаларға күнекмәләр үткәрергә кәрәк. Шунһыҙ, маҡсатҡа өлгәшермен тимә. 2013-2014 уҡыу йылында беҙ спортты һәм олимпия хәрәкәтен ойоштороу буйынса республикала иң яҡшы мәктәп булараҡ танылдыҡ. Икенсе йылына, 2014-2015 йылғы уҡыу йылында, ошо уҡ конкурстың Рәсәй беренселегендә үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ. Уныһында ла еңдек тә ҡуйҙыҡ. Һөҙөмтәлә, "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе спортзалыбыҙҙы төҙөкләндереүгә аҡса бүлде.
Балаларҙы ҡыҙыҡһындырыуға ла күп иғтибар бүләбеҙ. Яңы шөғөлләнә башлаған уҡыусыға алдан уҡ иҫкәртеп ҡуям: "Һин ошо төр менән шөғөлләнә башланың, тырышып күнекмә үт, мин һине республика ярыштарына алып барасаҡмын. Унда еңеп сығаһың икән - Рәсәй кимәлендәге ярышҡа эләгәһең. Шуның өсөн тырышаһың", - тим, район ярыштары тураһында әйтеп тә тормайым. Был һүҙҙәр бик ныҡ тәьҫир итә балаға. Алға ынтыла торған маҡсат ҡуйыла бит.
Йылғабыҙ һай булһа ла...
Йөҙөүен дә ҡалдырмайбыҙ. Автобусҡа ултырабыҙ ҙа, беҙҙән 50 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә барып етеп, бассейнда шөғөлләнеп, кире ҡайтабыҙ. Үҙебеҙҙә йылға һай булғанға күрә, һыу инерлек мөмкинлек юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, йөҙөү буйынса районда ла беренсе урындабыҙ. Былтыр республика беренселегендә 4-се урын яуланыҡ. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы етәкселеге менән алдан һөйләшеп ҡуйғанмын:"Барыбер район данын яҡлайбыҙ, балаларҙы республика ярышына әҙер-ләйем, егеттәргә, ҡыҙҙарға бушлай шөғөлләнеүҙе ойошторайыҡ", - тинем. Тәүҙә бассейнда шөғөлләнеүҙе ярты хаҡына төшөртә алһаҡ, хәҙер иһә - бушлай йөҙәбеҙ. Мәктәп автобусына юллыҡ сығымды иһә балаларҙың ата-әсәләре үҙҙәре күтәрҙе - мәктәптән аҡса алманыҡ. Теләгән ваҡытта район үҙәгенә барып ҡайта алабыҙ. Ата-әсәләр ҙә риза булып ҡына тора.
Шулай итеп...
"Балалар урамда тик йөрөмәһен өсөн тырышып йөрөгән баш", - тип, һүҙен йомғаҡланы Зиннур Боҫҡонов. Ысын уҡытыусы һүҙе бит был. Хәйер, мәғариф өлкәһе ошондай кешеләр тырышлығы менән йәшәп килә лә инде. Ошондай кешеләр арҡаһында Ер ҙә күсәренән сығып осмайҙыр әле. Юғиһә...
Иҙел РӘХИМОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА