Йылдар үтеп, тарих менән ҡыҙыҡһына башлағас, икешәр, өсәр зыяратлы ауылдарҙың күп булыуын белдем. Мәҫәлән, беҙҙең Ишембай районы Уразбай (Һәләүекбаш) ауылының өс зыяраты булған. Халҡыбыҙҙың ярымкүсмә тормош менән йәшәгән осорондағы яҙлау, йәйләү, көҙләү юлдарының араһы йөҙәр саҡрымдан да артып киткән. Шул сәбәпле йәйләү юлдарында ла зыяраттарҙың барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Быуаттар буйына халыҡ хәтерендә һаҡланып, әлеге көндә лә ҡәберҙәренә зыярат ҡылынған әүлиә ҡәберлектәре бик күп. Улар тураһында 2012 йылда сыҡҡан "Башҡортостан - әүлиәләр иле" тигән китаптан белеп була. Әүлиәләрҙән ҡала халыҡ үҙенең уҡымышлы, белемле кешеләренең ҡәберҙәрен хәтерендә һаҡлаған, тәрбиәләп килгән. Ошоғаса мин бер төбәк халҡы уҡымышлыларының айырым зыяраты булғанын белмәнем. Баҡтиһәң, ул бар икән. Маҡар халҡына билдәле Ҡарауыл тауын тракторҙар менән билләтеп һөрөп, 1984 йылда ҡарағай үҫентеләре ултырттылар. Тау битләүендә бик матур итеп урман үҫте. 1990 йылда йәш ҡарағайҙарҙың бер өлөшө янып юҡҡа сыға. Ҡалған үҫентеләр ҙә 1993 һәм 1996 йылдарҙағы янғындарҙа янып һәләк була. Янған ҡарағайҙарҙы йығып, эшкә яраҡлы ағастарын ташыу Маҡар урман хужалығына йөкмәтелә. Ошо эште башҡарыуҙа ҡатнашҡан Ибрай ауылы егете Айҙар Мөхәммәтов бына нәмәләр һөйләне:
- Янған ҡарағайҙарҙы тау битендәге тигеҙерәк яланға һөйрәттек. Машиналарға тейәп бөткәндә аяҡ аҫтында яртылаш ергә күмелгән шаҡмаҡ ташҡа иғтибар иттем. Уны күмәкләп күтәреп, әйләндереп һалғас, ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған һүҙҙәрҙе күрҙек. Иғтибарлап ҡараһаҡ, эргә-тирәлә лә шундай таштар ята. Сәстәр үрә торҙо. Боронғо зыярат ҡәберҙәрен тракторҙар менән тапатып йөрөгәнбеҙ. Был урындан күпкә арыраҡ үҙебеҙҙең Ибрай ауылының зыяраты ята. Ул да боронғо зыярат. Бөгөнгө көндә лә мәрхүмдәрҙе шунда күмәбеҙ. Ләкин был урында ҡәберлектәр барлығын беҙ белмәй инек. Өйгә ҡайтҡас, күргәндәремде әсәйемә һөйләнем. Ул үҙенең олатай-өләсәйҙәре һөйләүенән был урынға бик боронғо замандарҙан Егән төбәге ауылдарының уҡымышлыларын, дин әһелдәрен килтереп ерләүҙәрен әйтте.
Билдәле булыуынса, Егән йылғаһына Һикәҙе, Рәүҙәк, Әрмет һәм Шиҙе йылғалары ҡушыла. Был Маҡар менән Әрмет ауылдары араһында ғына. 1700 йылдарҙан алып был төбәктә төпләнгән ауылдарҙы һанайыҡ: Бүжә (Ғүмәр), Мүскә (Әрметрәхим), Маҡар, Ҡуҡырауыҡ, Ибрай, Кәбәс, Иҫәкәй, Һарғай, Айытҡол, Дауыт, Әтекәй, Ишбулат, Рахманғол, Һабай, Ситйылға, Һаҙ, Бағраш, Юлдашбай, Сәфәртуй... Урман эстәрендә утарҙар ҙа байтаҡ булған. Айҙарҙың әсәһе Фәниә инәй әйтеүенсә, был зыяратҡа күберәк Бүжә, Мүскә ауылдары муллаларын килтереп ерләгән булғандар.
Яҙғандарҙы дәлилләү өсөн оло йәштәге олатай-өләсәйҙәр менән әңгәмәләштем. Ғүмәр ауылынан 91 йәшлек Маһиҡәмәр инәй Ҡарауыл тауында уҡымышлылар ерләнгәнен белмәһә лә, зыяраттың боронғолоғон иҫбатлаған һүҙҙәр әйтә алды.
- Элек-электән уҡымышлыларҙы юғарыраҡ тау биттәрендә ерләгәндәр. Сөнки ундайҙар аяҡ аҫтында ятырға тейеш түгел.
Боронғо зыяраттарҙағы ҡәбер таштарының һырты соҡорланып ҡуйылған. Шул соҡор эсенә йыйылған ысыҡ һыуын иртә таңда ҡоштар эсһен өсөн шулай ителгән, тигәнде ишеткәнем бар. Ысынлап та, зыярат Ҡарауыл тауының бейек һыртында урынлашҡан. Зыяратҡа менеп ҡарап йөрөгәндә ҡәбер таштарының һырттары соҡорло икәненә иғтибар иттем. Эсенә уның яҡынса ярты стакандай һыу һыялыр.
Айҙар Мөхәммәтов атаһы менән булған бер ғәжәп ваҡиға тураһында ла һөйләне.
- Колхоздар булған заманда атайым ДТ тракторында көндөҙ Ҡарауыл тауының көнбайышында ятҡан яландарҙы һөрөп йөрөгән була. Бер саҡ трактор тауышын еңеп, ҡолағына бәләкәй балалар тауышы ишетелә икән. "Ай, Минияр, ай, Минияр, Минияр, Минияр..." Әйләнеп ҡараһа, һабанының өҫтөнә бәләкәй генә кешеләр ултырышып алып, ҡулдарын болғай-болғай ҡысҡырышалар, ти. Икенсе ҡарағанда улар юҡҡа сыға. Башҡа механизаторҙар ҙа ул яланда төндә ер һөрөп булмауын билдәләй. Йә тракторҙары тартмай, йә боҙола...
Ибрай ауылында йәшәп, бөгөнгө көндә 88 йәшен тултырған Маһирә инәй ҙә Ҡарауыл тауындағы зыяраттың бик боронғолоғон, унда дин әһелдәрен, уҡымышлыларҙы ерләгәндәре хаҡында һөйләне:
- Эйе, ул зыярат бик боронғо. Халыҡ араһында танылған һәм ҙурланған дин әһелдәре ерләнгән өсөн уны беҙҙең инәй, бабайҙар "Оло зыярат" тип тә атаны. Беҙгә күрше йәшәгән Мырҙабай мулланың ир-егеттәрҙе үҙенә саҡыртып әйткән һүҙҙәренә лә шаһитмын. Мулла бабай уларға: "Мине оло зыяратҡа ҡуймағыҙ. Минең ундағылар янында ятырлыҡ лөғәтем юҡ!"- тине (тимәк, етерлек дәрәжәлә дини белеме булмаған. - Авт.) Ул саҡта миңә 10 йәш тә тулмаған булһа ла, һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған...
Төп Маҡар кешеһе 1935 йылғы Азат ағай Ишҡолов "Оло зыярат" тураһында белһә лә, унда уҡымышлыларҙың ерләнеүен аныҡ ҡына әйтә алманы. Әммә үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләне:
- Маҡарҙа йәшәп донъя ҡуйған бер бабайҙы Оло зыяратҡа алып барып ерләйҙәр. Ул ҡарт: "Нәҫел-нәсәбем шунда ерләнгән, мине лә шунда ҡуйығыҙ",- тип үтенә. Уны ерләгәндә фронтовик Солтанов Шәрифулла исемле ағай ҙа була. Шул осорҙа тауҙың һыртына тигәндәй менеп ер һөргән тракторҙың һабаны әйләндереп килтереп сығарған шаҡмаҡ таш ялан ситендә ятҡан. Шәрифулла ағай ташта ғәрәпсә яҙылған юлдар күреп ҡала. Ә ул ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән була. Һәм ташта яҙылғандарҙы башҡаларға ла уҡып ишеттерә. Азат ағай әрүәхтең исем-шәрифен онотһа ла, үлгән 1520 йылы хәтерендә ныҡ уйылып ҡала.
Ревиз документтарында Маҡар ауылы Һикәҙе йылғаһы буйында 1735 йылда теркәлә. Тимәк, Оло зыярат Маҡарҙан 200 йылға олораҡ булып сыға. Азат ағайҙың һөйләүҙәренән сығып, Оло зыяратҡа ерләү йолалары һуғышҡа тиклем һәм унан һуң да боҙолоп, теүәл үтәлмәгән була. Быны иһә Егән төбәгендә дини йолаларҙың онотола барыуы менән аңлатып булалыр. Айҙарҙың әсәһе 1933 йылғы Фәниә апай менән һөйләшеп ултырғанда ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
- Миңә ул Оло зыярат тураһында күберәген әсәйем Хөсниямал Сәлих ҡыҙы һөйләне. Ә уға дини яҡтан белемле булған ҡәйнәһе Әминә һөйләп ҡалдырған, - тип кенә әйтә алды. - Ниңә ололарҙың һөйләгәндәренә иғтибарлыраҡ булмағанбыҙ икән, аяҡ аҫтында ятҡан тарихыбыҙҙы юҡҡа сығарып бөткәнбеҙ, - тип үкенесен дә әйтеп ҡуйҙы. Уның һөйләүе буйынса, Ҡарауыл тауы итәгенә Егән төбәге уҡымышлыларын ғына түгел, хатта икенсе тарафтарҙан да килтереп ерләгәндәр икән.
Эйе, халҡыбыҙ үҙенең уҡымышлы, хөрмәтле кешеләрен ҙурлаған һәм уларҙың зыярат урындарын киләсәк быуындарға ла билдәле итеп ҡалдырырға тырышҡан. Тарихи мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, башҡорт илендә үткән 1730-1755 йылдарҙағы ихтилалдарҙа ҡатнашҡандарҙың өстән ике өлөшө белемле, йәғни уҡый-яҙа белгән. Шул уҡ ваҡытта урыҫ һалдаттарының (карателдәрҙең) өстән бер өлөшө тирәһе генә уҡый-яҙа белгән. Тимәк, беҙҙең халыҡ аңлы-белемле кимәлдә ихтилалдарға күтәрелгән.
Әлеге эҙләнеүҙәрҙән шуны әйтер инем, иң тәүҙә бөтөн ҡалған ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы уҡып, зыяраттың ололоғон иҫбатлау кәрәктер, аҙаҡ иһә зыяратты кәртәләп алып, таштарын урындарына ҡайтарып, тәртипкә килтереү беҙҙең бурыстыр.
Рәдис ДУСАЛИН,
һәүәҫкәр тарихсы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
Ишембай районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА