Рәсәй - ҙур майҙанлы ил. Айырым кеше өсөн уңайлы яҡтары ла бихисап. Мәҫәлән, хәҙерге эшһеҙлек заманында һәр кем Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенә барып, ғаиләһен кешесә йәшәтер өсөн аҡса һуғып ҡайта ала. Унар мең километр алыҫлыҡтағы эш урынына барып тир түккәндә лә һәр кемебеҙ үҙ иленә - Рәсәйгә хеҙмәт итә.
Ә был тойғо нисек барлыҡҡа килә? Әлбиттә, рус телендә һәйбәт аралаша алыуҙан хасил була. Рус телен "һыу шикелле эсеү" - халҡыбыҙға Рәсәйҙең теләһә ҡайһы мөйөшөнә барып эш табып, йәшәп китергә мөмкинлек биргән иң төп шарттарҙың береһе ул. Шуға ла 91 процент халыҡтың рус телен камил белеүе ғәжәп тү-гел.
Әммә Рәсәй - федератив дәүләт. Унда республикалар, субъекттар бар, тимәк, хөкү-мәт тә уларҙың йәшәүен бер тиң күреп хәстәрләргә, тәьмин итергә бурыслы. Республикаға исем биргән халыҡтың мәнфәғәте өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булырға тейешлеге лә күҙ уңынан ысҡындырылмаҫҡа тейеш, тип уйлайым. Башҡортостанда ла башҡорт теле республика теле, йәғни дәүләт теле итеп Конституция буйынса ла, хоҡуҡ нормалары буйынса ҡабул ителгән икән, был тел, тимәк, айырым уңайлы шарттарҙа өйрәнелергә, ҡулланыу даирәһе киңәйергә, һәр башҡортостанлының аңында ошо ҡараш тәрбиәләнергә тейеш. Бының өсөн һәр республика етәкселәренең аҡыллы, намыҫлы, республика мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, үҙ төбәге халҡының берҙәмлеген тәьмин итеүсе сәйәсәте генә кәрәк.
Был йәһәттән Башҡортостанда хәл-торош нисек һуң? Насар түгел. Беҙҙәге халыҡтар дуҫлығын һәр ваҡыт башҡаларға өлгө итеү ҡуйыуҙары ла урынлы. Әммә мине борсоған бер нәмә тураһында әйтеп үтәйем әле. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: "республикабыҙҙың күп милләтле халҡы" тигән ҡалыплашҡан һүҙбәйләнеш көн эсендә генә лә иң кәмендә 100 тапҡыр яңғырай радио-телевидениела. Ошо һүҙбәйләнеш ниндәйҙер тарҡатыу көсөнә эйә тип иҫәпләмәйһегеҙме? Дөйөм Рәсәй өсөн "Россия - многонациональная страна" тигән һүҙбәйләнештең емергес көсө юҡ. Сөнки рус теленең дәүләт теле булыуы, уның юғары баҫҡыста тороуы һәр рәсәйленең төпкө аңына һалынған. Был - бәхәсһеҙ. Ә Башҡортостанда был һүҙҙең кәрәге бармы? Был урынһыҙ ғорурлыҡ түгелме? Йәнәһе, бер Башҡортостан ғына күп милләтле. Күрше республикаларҙа бер генә милләтме ни? Киреһенсә, уларҙа күберәк тә әле. Тик улар бер ҙә күкрәк һуҡмай. "Күп милләтлебеҙ" тип туҡтауһыҙ ҡабатлап, халыҡты бер-беренә ҡаршы ҡуймай. "Беҙ - бер республика халҡы. Республикабыҙ тыныс булһын, бай булһын! Уны төрлө яҡҡа тартҡыламайыҡ! Шуға барыбыҙ ҙа рус телен, ил теле - дәүләт теле булараҡ, башҡорт телен - республикабыҙ теле булараҡ өйрәнергә тейешбеҙ", тигән мөхит кенә берҙәмлеккә килтерәсәк. Татарстанда ана шундай сәйәсәт алып барыла. Улар республика Конституцияһын һанға һуға, республика законын боҙоуға юл ҡуймай. Ундағы миллионлап башҡорт һис зарланмай ғына үҙ республикаһы закондарын һанлап йәшәй: татар телендә уҡый, аралаша. Сөнки унда татар телен рус теленән дә юғарыраҡ баҫҡысҡа ҡуйыу хәстәрлеге күрелә.
Тағы ла бер кәлимә. "Киске Өфө"лә (быйылғы 12-се һанда) "Халыҡ фекере" рубрикаһында өфөләрҙән һорау алыу мәғлүмәттәре баҫылғайны. Шуны уҡығандан һуң бер танышым: "Өфөлә башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа үҙ телен яратмай ҙа, белмәй ҙә икән. Ул телдәрҙең бер кәрәге лә юҡтыр, күрәһең. Ана бит, гәзиттә яҙылған: "100 кешенең 20-һе генә башҡорт, татар телен белә", - тиеп. Минеңсә, ул 20 проценты ла оло кешеләрҙер йәки белемһеҙерәк йәштәрҙер инде", - тигән һығымтаға килгән.
Бындай ҡараш тәрбиәләрлек мәғлүмәттең дә кәрәге юҡ. Сөнки ундай мәғлүмәт халыҡтың, бигерәк тә башҡорттарҙың аңын ағыулай: беренсенән, өмөтһөҙлөк, сараһыҙлыҡ тойғоһо уята. Икенсенән, "башҡорт теленең киләсәге юҡ", тип уйларға мәжбүр итә. Шулай булғас, халыҡҡа бирелгән һорау дөрөҫ ҡуйылырға тейеш. "Был минең Тыуған илем...", "Ошо минең тыуған ерем...", "Башҡортостан барыбыҙға ла берҙәй үк ҡәҙерле", "Ата-олатайҙарымдың эҙе ҡалған, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем ошонда йәшәйәсәк! Башҡортостаным имен, тыныс, бай ил булып йәшәһен генә инде..." тигән яуаптар алырлыҡ һорауҙар ҡуйылһа, рух уяныр ине. Берҙәмлек тойғоһо тәрбиәләнер ине. Шуның өсөн, һүҙебеҙҙе мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫлыҡ, тормошобоҙға хилаф килмәҫлек итеп уйлап һөйләйек.
Рәүеф БИКТАШЕВ.
Сибай ҡалаһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА