«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-ЕГЕТ ДӘРӘЖӘҺЕ ОҪТАЛЫҒЫНДА
+  - 

Бөгөнгө етмеш һөнәрле ир-егет - Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Сибай ҡалаһында йәшәүсе, интернат-гимназияла уҡыусыларға физкультура серҙәрен төшөндөрөүсе уҡытыусы, тренер, көрәшсе Хөрмәт Зөбәйер улы Таһиров булыр. Гәзитебеҙҙең 46-сы һанында Күсәрбай Аҡсулпанов кубогына үткәрелгән республика мәргәндәре турниры тураһында яҙылған "Мәргән уҡсылар тағы майҙан тотто" исемле мәҡәләбеҙҙә алдағы һандарҙа Хөрмәт Зөбәйер улы менән әңгәмә вәғәҙәләгәйнек. Вәғәҙә - иман.

- Уҡты бала саҡтан атабыҙ уны, - тип, тәмләп, алыҫтан башланы һүҙен Хөрмәт Таһиров. - Һаҡмар буйынан ҡайтышмай торғайным: йә яр буйлап барам-барам да, осоп үткән ҡыр өйрәктәренә тап булһам, уларға атып ятып ҡалам. Тейһә - тейә, теймәһә - юҡ. Йә, ҡамышлыҡ араһында барҡылдап йөрөгән өйрәктәргә ипләп кенә яҡынлайһың, йә бер урында тик кенә ултырып, уларҙы аңдыйһың - уңайы сығыу менән атып ебәрәһең. Минән күреп, ҡайһы бер иптәш малайҙар ҙа уҡ атыу менән ҡыҙыҡһына торғайны. Ләкин минең һымаҡ ныҡлап ылығыусылар булманы.
Был эштә ныҡышмаллыҡ та кәрәк - һынған, иҫкергән ян урынына яңынан эшләү хәстәрен күрмәһәң, булмай. Һөҙөмтәле атыу өсөн яныңдың бөгөлөүсән дә, ныҡлы ла булыуы шарт. Ағас кипһә, һына башлай. Бала саҡтан ошо уҡ-ян юна-юна, ағас эшенә лә ҡыҙыҡһыныуым барлыҡҡа килгәндер. Хәҙер ҙә уҡ-ян эшләйем мин. Уҡ башаҡтарын - тимерҙән, янды - ҡайындан да, муйылдан да, имәндән дә, хатта ҡоростан да эшләгәнем булды. Һаҡмар буйында ҡыр өйрәктәренә йөрөүем эҙһеҙ үтмәгәндер, хәҙер арҡама ҡалъянымды артмаҡлап, ат менеп, урман-тауҙар ҡыҙырырға, һаҙағыма алыуға уңайлы ғына итеп һалынған уҡтарҙы берәм-берәм алып, атырға яратам. Хәтәр күренеш ул. Шул саҡта боронғо ата-бабаларыбыҙҙың ниндәйерәк хистәр кисереүен аңлағандай булаһың. Бер сығып китһәм, алыҫ араларҙы бер итеп, йөрөп әйләнәм. Атҡа ла - хәрәкәт, миңә лә - хөрриәт.
Әйткәндәй, уҡ бик көслө ҡорал ул. Барып сыҡһаң, ҡыуа-ҡыуа арытып, төлкөһөн дә, бүреһен дә алырға була. Әлеге януарҙарҙы минең дә алғаным булды. Һунарҙа һиҙҙермәй һөжүм итеү уңыш килтерә. Бының өсөн мин бейек, төҙ ағасҡа менеп, русса "лабаз самолаз" тип аталған һәндрә формаһындағы махсус ҡоролмаға аяҡты һәлендереп ултырып алам да, ҡош-ҡорт аулайым. Баяғы "ултырғыс"ты интернеттан өйрәнеп, тимерҙе иретеп-йәбештереү юлы менән үҙем эшләп алғайным. Магазиндан алғансы, ундай кәрәк-яраҡты үҙем эшләү яғындамын. Хаҡы ла кеҫәгә һуҡмай, ныҡлы ла килеп сыға - сифаты өсөн дә борсолмайһың.
Минең мылтыҡ менән түгел, ә уҡ менән генә һунарға йөрөүемә ҡайһы берәүҙәр ышана һалып та бармай. Һүҙҙәремдең дөрөҫлөгөн бер генә факт менән дәлилләй алам: быйыл сентябрҙә Ғафури районында үткән "Мәргән уҡсы" традицион уҡ атыусылар фестивалендә икенсе урын яулауымды һеҙ ҙә яҙып сыҡҡайнығыҙ. Омскиҙан килгән егетте лә еңер инем - аҙ ғына ҡабаланыңҡыраным шул. Унан ҡалышыуымды бик ауыр кисерҙем... Ошондай уйындар, бөгөнгө шәп яндар берәй мәл беҙгә лә килеп етер, тигән ышанысым бөгөн аҡланып тора. Бик һәйбәт башланғысҡа теләп ҡушылдым. Гимназияла уҡ атыу түңәрәге ойоштороп ебәрҙек. Балаларға күнекмә үткәрәм. Бығаса көрәш түңәрәген алып барған булһам, уҡ атыу түңәрәген башлап ебәргәс, көрәшселәремдең күбеһе уҡ атыу менән ҡыҙыҡһынып китте. Өфөгә әлеге ярышҡа алып килгән Шәйнур Баймырҙин, мәҫәлән, көрәш буйынса Рәсәй чемпионы. Быйыл мартта Ҡаҙанда үткән Рәсәй беренселегендә чемпион титулын яулап ҡайтты. Рубрикағыҙҙың үҙенсәлеген иҫәпкә алып, үҙемдән йәнә өҫтәйем әле: көрәш менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһындым мин. Ике тапҡыр "Бөрйән батыры" республика ярышында еңеп сығырға тура килде. Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһында үткән Урал чемпионатында республика данын яҡлап, чемпион булдым. 2-3 йыл рәттән республика йыйылма командаһы составында булдым, бер тапҡыр - Рәсәй чемпионы, 3 тапҡыр Рәсәй призеры булдым. Республика чемпионаттарында гел тәүге урындар яулау бәхетенә ирештем. Көрәшселәрем менән бәйле бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләп үтәйем. Беҙҙең менән ярыштарҙа йөрөгән бер көрәшсе ағай йыш ҡына миңә шылтыратып: "Хөрмәт, эргәләге егеттәргә минең һине берҙе еңеүем тураһында әйт әле, атыу егеттәр ышанмай", - тип, минән дәлил һорап, бер була. Эш шунда: мин унан берҙе генә лә еңелгәнем юҡ. Шунлыҡтан гел: "Еңелмәгәс, ҡайһылай тип әйтәйем инде", - тип ҡотола киләм. Ағай үпкәләп китә. Хәйер, ағайҙың үҙенә бер үпкәм дә юҡ. Был һүҙе менән ул минең дәрәжәне күтәрә бит.
Дәрәжә тигәндәй, ир-егеттең дәрәжәһе уның майҙан батыры булыуында бер һыналһа, ҡулының оҫталығында - мең һынала. Эш тигәндә, ҡурҡып торған эшем юҡ, Аллаға шөкөр. Нимәгә тотонһам да, килтереп сығарырға тырышам: мейесен дә сығарам, ҡыйығын да ябам, тигәндәй...

Шулай итеп...
Бөгөнгө ҡыҫҡа ғына әңгәмәлә Хөрмәт Зөбәйер улының бөтөн һөнәрҙәрен һанап бөтөү мөмкин булмауы һәр кемгә мәғлүмдер. Беҙҙең маҡсат - геройыбыҙҙың һөнәрҙәренең етмешен дә түгел, ә етеһен һүрәтләп, башҡорт ир-азаматының милли һыҙаттарын асыу ине. Хөрмәт Таһиров йөҙөндә ысын башҡорт ир-уҙаманы сағылыш табыуына гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа инанғандыр.

Илгизәр БУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.16 | Ҡаралған: 1161

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru