Оло быуын ғына түгел, хатта йәштәр ҙә "Офицерҙар" киноһын яратып ҡарайҙыр, моғайын. Ундағы легендаға әйләнгән бер фразаны бөгөн дә йыш ишетергә мөмкин: "Шундай һөнәр бар - Тыуған илде һаҡлау". Сираттағы әңгәмәселәребеҙ тыуған илен һаҡлап ҡалыу менән генә сикләнмәйенсә, әле лә халыҡ именлеге һағында тороусы офицерҙар - Өфө ҡала округы хакимиәтенең Граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе Рәсим АБДУЛЛИН менән "Ҡотҡарыу хеҙмәте 112" ойошмаһы директоры Хәким НИҒӘМӘТЙӘНОВ. Мәғлүм булыуынса, был ойошма эшмәкәрлеге 4-се йыл рәттән Волга буйы федераль округындағы халҡы миллиондан ашыу булған ҡалалар араһында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса беренсе урында килһә, Рәсәй буйынса икенсе урында тора. Бөгөн редакция ҡунаҡтарының эше тураһында мәғлүмәт алдыҡ, ҡайһы бер башҡа темаларға ла фекер алыштыҡ.
Баштан уҡ шуны асыҡлап үтеү кәрәктер, моғайын: баш ҡала хакимиәтенең Граждандарҙы һаҡлау идаралығы нимә менән шөғөлләнә?
Р. Абдуллин: Ойошманың бурысы - граждандар оборонаһы, халыҡты һәм территорияларҙы ғәҙәттән тыш хәл-тороштан һаҡлау, һыу ятҡылыҡтарындағы именлек тураһында хәстәрлек күреү, халыҡты, граждандар оборонаһы объекттарын хәүеф тураһында иҫкәртеү системаларын әҙерлектә тотоу, ҡала округы территорияһында матди-техник, аҙыҡ-түлек, медицина һәм башҡа средстволар запасын булдырыу. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ҡасан һыу баҫҡанды, ҡасан баш ҡаланың урмандары яна башлағанды көтөп ултырмай, ә күберәк көстө уларҙы булдырмауға һала, һаҡлыҡ саралары, йәғни профилактика эштәре алып бара. Был йәһәттән, беҙ ҡала хужалығы предприятиелары, Өфө эргәһендәге 23 ауыл халҡы, баҡсасылар менән берлектә эшләйбеҙ. МЧС тигәндә, ниндәйҙер глобаль ҙур ойошманы күҙ алдына килтерһәк, граждандарҙы яҡлау - ул халыҡҡа яҡын, халыҡтың үҙе ҡатнашлығындағы саралар һәм профилактика эштәре, тиергә мөмкин. Урман янғындары булып тора, кемдеңдер газ селтәренә рөхсәтһеҙ тоташып, газ сығыуы һөҙөмтәһендә күпме кеше хәүеф аҫтында ҡала. Шулай уҡ ҡалала күпме нефть химияһы заводтары бар. Ғәҙәттән тыш ваҡиғалар була ҡалғанда үҙеңде нисек тотоу, ниндәй ғәмәлдәр башҡарыу, юғалып ҡалмау өсөн халыҡты һаҡлыҡ сараларына өйрәтергә тейешбеҙ.
Элегерәк халыҡ телевизорҙан сит илдәге "Ҡотҡарыу хеҙмәте 911" тураһында тапшырыуҙар ҡарап, "Их, беҙҙә лә шундай хеҙмәт булһа икән", тип уфтана ине. Бөгөн 112 номерлы Берҙәм диспетчер хеҙмәте уңышлы эшләй...
Х. Ниғәмәтйәнов: Ул беҙҙең төп хеҙмәттәрҙең береһе булып тора һәм тәүлегенә халыҡтан 4-4,5 мең мөрәжәғәт ҡабул итәбеҙ. Байрам ваҡыттарында шылтыратыуҙар һаны 6-7 меңгә етә. Бер үк ваҡытта 30 каналлы 10 телефон эшләй, сират булһа, 11-се телефон-автомат сиратҡа ҡуя. Мөрәжәғәттәр төрлө-төрлө: көнкүреш мәсьәләләренән алып, тимер юл вокзалына ниндәй автобус менән барырға була, тип тә һорайҙар. Көҙөн йылылыҡ биреү мәсьәләһе буйынса шылтыратыуҙар күп. Диспетчерҙар, йәғни оператив дежурныйҙар шылтыратыуҙарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларына тапшыра һәм мәсьәләне контролдә тота. Элек, мәҫәлән, көҙөн йылылыҡ бирелмәһә, партия комитетына шылтыратып, ялыу аша хәл итәләр ине, хәҙер был мәсьәләне лә беҙҙең аша хәл итәләр. Ғөмүмән, Граждандарҙы яҡлау идаралығы әлеге ваҡытта барлыҡ тармаҡтарҙы бәйләп тороусы оператив орган булып тора.
Р. Абдуллин: Ысынлап та, бынан бер нисә йыл ғына элек халыҡ төрлө хеҙмәттәргә 01, 02, 03 һандарын йыйып шылтыратһа, хәҙер бер - 112 номерын ғына йыйырға кәрәк. Бының өсөн кеҫә телефонында батарея булһа, симкаһыҙ, аҡсаһыҙ ваҡытта ла шылтыратырға мөмкин. Берҙәм диспетчер хеҙмәте ойошторолғас, халыҡ ябай ғына мәсьәлә буйынса ла, артыҡ уйланып тормай, хоҡуҡ боҙоумы, төтөн сығамы, газ еҫе бармы, берәйһенә тиҙ ярҙам кәрәкме, ҡышын иһә асарбаҡтар буйынса - тота ла 112 номерына шылтырата. Ә оператив дежурныйҙар һәр хәбәрҙе ҡабул итеп, уның үтәлешен контролдә тота. Мәсьәлә, хәл ителгәс, йәғни тәғәйен урынға тапшырылып, уларҙан яуап булғас ҡына контролдән алына.
Шаяртып, алдап шылтыратыуҙар тураһында ла бик йыш хәбәрҙарбыҙ. Бындай хәл әле лә дауам итәме?
Х. Ниғәмәтйәнов: Хәҙер ундай шылтыратыуҙар кәмене. Быға заманса техника ҡулланылыуы ла, уның алдынғы булыуы ла ҙур роль уйнай, сөнки элек номерҙы асыҡлау тигән нәмә юҡ ине. Хәҙер иһә һаҡлау системаһы тулыһынса бар: ҡайҙан шылтыраталар, ниндәй телефондан, хатта телефондың завод номерын да асыҡларға мөмкин.
Шаяртыуҙар булмаһа ла, әйтеп киткәнемсә, шылтыратыуҙар төрлө мәсьәләләргә ҡағыла: көнөнә бер нисә тапҡыр "Тиҙ ярҙам" хеҙмәтенә кешеләрҙе өйөнән машинаға алып сығырға ярҙам итәбеҙ. Оптималләштереү һөҙөмтәһеме икән, "Тиҙ ярҙам" хеҙмәтендә күп осраҡта табип үҙе генә йөрөй, ә сирлене носилкаға һалып күтәреп сығарыу өсөн ярҙам кәрәк. Ҡайһы бер осраҡта күрше-күлән дә өйҙә булмай. Шундай осраҡтарҙа күберәген беҙгә мөрәжәғәт итәләр һәм ҡотҡарыусылар барып ярҙамлаша.
112 хеҙмәтенән башҡа, идаралыҡтың тағы ниндәй подразделениелары бар?
Х. Ниғәмәтйәнов: "Ҡотҡарыу хеҙмәте 112" үҙе икегә бүленә: беренсеһе - Берҙәм диспетчер, икенсеһе Эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәте. Диспетчерҙар хәбәр алғас, мәғлүмәтте ҡотҡарыусыларға тапшыра һәм төп көс уларға төшә. Ҡотҡарыусылар көнөнә 20 саҡырыу ала. Уларҙы ҡотҡарыусы ғына тип әйтмәҫ инем, сөнки бер нисә профессияға эйәләр: водитель дә, тәүге ярҙам күрһәтеүсе лә, водолаз да, альпинист та. Һәм шуның менән башҡа хеҙмәттәрҙән айырылып торалар ҙа инде. Шул уҡ ваҡытта уларҙы фатир ишектәрен асырға ла саҡырталар.
Р. Абдуллин: Нимә тип кенә шылтыратмайҙар инде ул: ағас башына менеп төшә алмаған бесәй балаһы булһынмы, вентиляцион люкка ингән ҡошмо, бесәйме - һәр осраҡта ла ярҙам күрһәтәбеҙ. Әле яңы ғына урамда йөрөгән арыҫлан балаһын вольерға алып барып тапшырҙыҡ. Уға теләһә кем яҡын килә алмай бит инде, ни тиһәң дә, йыртҡыс хайуан. Бер яҡтан ҡараһаң, юҡ ҡына нәмә кеүек, ә ышаныс, имидж ошо ваҡ кеүек күренгән ғәмәлдәр аша килә. Бигерәк тә шул ҡотҡарылған йән эйәләрен балаларҙың ҡулына тотторһаң, уларҙың ҡыуанысын күреү ҙә бәхет бит ул.
Х. Ниғәмәтйәнов: Ҡала муниципаль янғынға ҡаршы хеҙмәт бар, уның отрядтары Өфөнән алыҫ булмаған 8 Март, Нуғай, Чесноковка, Цветы Башкирии, Максимовка ауылдарында урынлашҡан. Мәҫәлән, янғын осрағында Һупайлынан Чесноковкаға барып еткәнсе күпме ваҡыт кәрәк, ә ундағы отряд 3 минутта урында була. Барлыҡ эҙләү-ҡотҡарыу, янғын һүндереү отрядтары беренсе ярҙам күрһәтә ала. Бигерәк тә юл-транспорт фажиғәһе ваҡытында секунд-минуттар ҙур роль уйнай, шуға был хеҙмәттәр барыһы ла тәүге ярҙам күрһәтә белергә тейеш.
Р. Абдуллин: Шулай уҡ уҡытыу-методик үҙәк бар. Унда халыҡтың барлыҡ ҡатламдарын да уҡытабыҙ, граждандар оборонаһы өлкәһе белгестәренең белемен камиллаштырабыҙ. Балалар, мәктәп уҡыусылары араһында ҙур аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Мәктәптәрҙә кадет кластары асабыҙ, һөнәр һайлау буйынса йүнәлеш бирәбеҙ.
Х. Ниғәмәтйәнов: Ҡотҡарыу хеҙмәтенең филиалы булып торған Ғәҙәттән тыш торлаҡ фондыбыҙ янғындан, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдән һуң фатирһыҙ, йорт-ҡыйыҡһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам итә. Уларға ярты йылға ваҡытлыса ошо йорттан торлаҡ бирелә. Бүлмәме ул, койка-урынмы, иң мөһиме - кеше урамда ҡалмай. Ваҡыты ярты йыл тип билдәләнһә лә, торлаҡ комиссияһы йыйылып, кешенең мөмкинлегенә ҡарап, ваҡытты оҙайтыуы ла ихтимал. Ошо йәшәгән ваҡытта кеше бер тин дә түләмәй, бөтөн сығымдарҙы ҡала хакимиәте күтәрә. Кеше шундай ауыр ҡайғы, юғалтыу кисергәндә йәшәү урыны биреү ҙә ҙур ярҙам. Шок торошонан сыҡҡас, улар яйлап үҙ хәленә ҡайта, проблеманан сығыу юлын эҙләй. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр методик, юридик (ниндәй программалар бар, ҡайҙа сиратҡа торорға мөмкин), медицина, психологик ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, төрлө байрамдар ойошторабыҙ, балаларға тәғәйенләнгән саралар үткәреп торабыҙ, күңелдәрен күтәрергә тырышабыҙ. Нигеҙҙә, янғын оло йәштәгеләр йәшәгән фатирҙарҙа сыға, шунлыҡтан, фондта оло йәштәгеләр ҙә байтаҡ. Бер кемде лә ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, был күренештең ваҡытлыса ғына икәнен аңлатырға тырышабыҙ. Халыҡ та бәләгә тарыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡ менән ярҙам итә.
Ошо көндәрҙә Псков өлкәһендәге фажиғә буйынса бер фекер мейегә уйылып ҡалды: үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусы 15 йәшлек үҫмерҙәр социаль селтәрҙә онлайн кәңәш һорай, әммә бер генә кеше лә уларҙы тынысландырыусы яуап бирмәй, уларҙы ҡотҡарырға килгән полиция хеҙмәткәрҙәре араһында психолог булмауы ла фажиғәгә бер этәргес булғандыр, моғайын, сөнки үҫмерҙәр менән проблеманы асыҡлап, берәү ҙә диалог алып бармай. Ә һеҙҙә психологтар бармы?
Х. Ниғәмәтйәнов: 112 хеҙмәтендә һәр сменала дежурҙа бер психолог эшләй. Сөнки шундай ваҡыттар ҙа була, кемдер үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә еткән һәм һуңғы аҙымға барыр алдынан, йәки муйынын элмәккә тыҡҡас, 112 һандарын йыя. Психолог шунда уҡ уның торошон самалап, һөйләшеүҙәр алып бара. Кешене элмәктән, юғары ҡаттан ташланыуҙан һаҡлап ҡалған осраҡтар бик күп булды. Кәрәк икән, психолог ҡотҡарыусылар менән бергә ваҡиға урынына бара. Йылы һүҙ - йән аҙығы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр инде. Кешегә, бәлки, һөйләшергә, күңелендә йыйылғанды кемгәлер һөйләргә генә кәрәктер. Әгәр таныштары, туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре, ваҡыт юҡ, һуңынан, тип телефон трубкаһын һүндереп ҡуйһа, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр бер ваҡытта ла трубканы ташламай, әгәр шылтыратҡандар икән, тимәк, башҡаса шылтыратыр кешеһе булмаған, тимәк, ярҙам кәрәк. Шуға беҙ хеҙмәткәрҙәргә аңлатырға тырышабыҙ: тупаҫлыҡ, тауыш күтәреү ярамай, яуаптар ҡәтғи этикет талаптары буйынса бирелергә тейеш. Кешене һуңғы аҙым яһауҙан ҡотҡарып ҡалыуҙа, әлбиттә, психологтарыбыҙҙың профессионализмы ҙур роль уйнай.
Кризис шарттарында мөрәжәғәттәр артамы, әллә, киреһенсә, иҡтисади хәлебеҙ көндәлек проблемаларҙы ла көрсөккә терәйме?
Р. Абдуллин: Статистика буйынса, артыҡ үҙгәрештәр юҡ, бер кимәл һаҡлана. Ғәҙәттән тыш ваҡиғалар ҙа йыл һайын ҡабатланмай бит, йылына-йыл тура килмәй. 10 йыл элек, мәҫәлән, йәйгеһен һыуҙа 200-250 кеше батып үлә ине, быйылғы эҫе йәйҙә 15 кеше менән ошо фажиғә булды. Был - рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүселәр буйынса статистика. Рөхсәт ителгән пляждарҙа фажиғәле хәлдәр күҙәтелмәне, сөнки уларҙа ҡотҡарыусылар, йәмәғәт ҡотҡарыусылары эшләне. Йәйгелеккә Өфө авиация техник һәм Өфө нефть техник университеттары студенттарын эшкә алабыҙ. Улар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә, ҡайһы берҙәре йыл һайын килә. Уҡытыу үҙәгендә уҡып, йәмәғәт ҡотҡарыусыһы булып эшләйҙәр.
Янғындарҙа ла 10-15 йыл элек 120-150 кеше һәләк була ине, был һан да йылдан-йыл кәмей, 60-50-гә ҡала, былтыр иһә 33 кеше һәләк булды. Шулай уҡ эш урынында бәхетһеҙлек осраҡтары булғылай. Уларҙың күбеһе төҙөлөш майҙандарында күҙәтелә. Улар араһында үлем осраҡтары булғанда, нигеҙҙә, быға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанламау сәбәп булып тора. Хәҙер йорттар 4-5 ҡатлы ғына түгел, бейек итеп һалына. Тәүҙә кеше бөтөн ҡағиҙәләрҙе үтәргә, инструктаж буйынса эшләргә тырыша. Бер ни тиклем ваҡыттан был ғәмәлдәрҙе күҙ йомоп та башҡара алғанын тоя, йәғни автоматик рәүештә эшләй башлай. Әммә бәхетһеҙлек бит бер генә була, мең тапҡыр траптан бер ни булмайынса үтеп йөрөп тә, мең дә беренсеһендә аяғың тайып китеүе мөмкин. Шуға, төп сәбәп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау һәм үтәмәү. Ер эштәрендә лә шундай уҡ күренеш, ҡарап торһаң, ябай ғына ғәмәлдәр кеүек: торба тишелә, һыу аға, уны алмаштырыр өсөн ерҙе ҡаҙалар, торбаның тишелгән урынын иретеп йәбештереү өсөн хеҙмәткәр соҡорға төшә - шул арала ер ҙә емерелә. Бындай миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә мөмкин. Һәр кем үҙ ғүмере өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулына алһын һәм инструктаж ҡағиҙәләрен аныҡ үтәһен ине лә бит ул...
Кадрҙарҙы һайлағанда ниндәй талаптарҙан сығып эш итәһегеҙ?
Х. Ниғәмәтйәнов: Иң мөһиме, әрме хеҙмәтен үткән һәм сәләмәт булһындар. Артабан йыл һайын медкомиссия үткәрелә. Бынан тыш, йылына ике тапҡыр физик әҙерлек буйынса зачет һәм имтихан тапшырыу мотлаҡ.
Р. Абдуллин: Кешене өс ай һынау ваҡыты менән эшкә алабыҙ. Кандидаттарҙы ентекле тикшерәбеҙ. Шулай уҡ хеҙмәткәр стресҡа ҡаршы тора алырлыҡ булырға ла тейеш. Мәйет күреп, үҙе иҫтән яҙып тәгәрәһә, ул ниндәй ҡотҡарыусы инде? Шундай мәлдәрҙе лә иҫәпкә алабыҙ һәм моргҡа алып барып, күнекмәләр, дәрестәр үткәрәбеҙ. Былай егеттәр эштең ауырлығын белеп киләләр. Бында "ҡотҡарыусы" тигән һүҙҙең ғорур яңғырауы ғына түгел, ә ысынлап та, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу беренсе урында тора. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең ошо бурысын яҡшы аңлай. Юғары профессионализм, класс өсөн өҫтәмә түләүҙәр бар, башҡа дәртләндереү сараларын ҡулланабыҙ.
Дзержинскийҙың "Чекистың ҡулдары - таҙа, аҡылы - айыҡ, йөрәге ҡайнар булырға тейеш", тигән һүҙҙәре бар. Үҙегеҙҙең хеҙмәт тураһында нимә тип әйтер инегеҙ?
Р. Абдуллин: Ҡотҡарыусы өсөн дә һалҡын ҡанлылыҡ һәм ҡайнар йөрәк кәрәктер. Сөнки беҙ кемгәлер ярҙам күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, кешенең бәләһен үҙебеҙҙеке кеүек ҡабул итәбеҙ. Ә туң йөрәктәр кешегә ярҙам итә һалып бармай. Шул уҡ ваҡытта һалҡын ҡанлылыҡ һәм айыҡ аҡыл да кәрәк, сөнки бөтөн күргән-кисергәндәреңде бер йөрәккә генә һыйҙырыу мөмкин түгел, беҙ ҙә кеше бит. Артабан эшмәкәрлекте дауам итергә, артабан йәшәргә кәрәк. Ҡотҡарыусыларҙың да ғаиләһе, ҡатындары, балалары бар. Эштән улар зыян күрергә тейеш түгел. Ҡайһы бер осраҡта ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе кеше вафат була, был бик аяныслы. Әгәр тере булһа, беҙ мотлаҡ уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалабыҙ. Быйыл көҙгөһөн Благовещенскиҙағы поста тороусы дневальный (улар бит көн, ваҡыт үткәреп кенә ултырмай, һыу акваторияһын ҡарап, тикшереп, күҙәтеп тора) һыуҙан нимәлер ағып килгәнен күреп, бер ҡыҙҙы ҡотҡарҙы. Ул Дуҫлыҡ монументы причалынан нисектер һыуға төшөп киткән дә, аҡҡан, ярай әле кейгән курткаһы балонья булған, шундағы һауа уны батырмай һаҡлап ҡалған. Ҡайһы берҙә күперҙән һикерәләр. Пост шуның өсөн дә күперҙәр эргәһендә тора. Уларҙы ла ҡотҡарып ҡалған саҡтар була.
Зыян күреүселәргә һәр төрлө ярҙам күрһәтелә, ә бына шундай ҡатмарлы, ауыр, әммә изге эш башҡарыусы ҡотҡарыусылар үҙҙәре психологик ярҙам аламы? Улар ҙа бит шундай уҡ кеше, уларҙың да йөрәге таш, организмы тимер түгел, улар ҙа һыныуы мөмкин... Төрлө фажиғәләр психикаһын, сәләмәтлеген яйлап ашайҙыр, моғайын...
Х. Ниғәмәтйәнов: Хеҙмәткәрҙәр даими рәүештә МВД-ның республика реабилитация үҙәгендә сәләмәтлеген нығытып тора. Үҙебеҙ ҙә ҡарап, күреп, күҙәтеп йөрөйбөҙ бит, саҡ ҡына үҙгәрештәр күрһәк, шунда уҡ реабилитация үҙәгенә ебәрәбеҙ. Шулай уҡ уларҙың отпускылары ла стажына ҡарап оҙайлыраҡ - 45 көнгә етә. Шулай уҡ отрядта, дүрт сменаның һәр береһендә табип бар. Психологтарыбыҙ ҙа бик тәжрибәле. Сменаға килгәндә үк хеҙмәткәрҙәр ентекле тикшереү үтә. Әгәр табип рөхсәт итмәһә, эшкә индерелмәй һәм уның урынына икенсе сменалағы хеҙмәткәр саҡырыла.
Р. Абдуллин: Эшләү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар: матур, яҡшы бина, яҡшы йыһаз һәм ҡорамалдар, релаксация зоналары, уңайлы йоҡо бүлмәләре, кухня бар. Хеҙмәткәрҙәрҙең ниндәй торошта икәнен белеү өсөн даими күнекмәләр үткәрелә, унда физик әҙерлек кенә тикшерелмәй, ә комплекслы тикшереү бара.
Рәсәйҙең тағы ниндәй төбәктәрендә шундай хеҙмәттәр бар?
Р. Абдуллин: Беҙҙәге кеүек комплекслы хеҙмәт башҡа бер ҡалала ла юҡ, тип әйтә алам. "Ҡотҡарыу хеҙмәте 112", янғынға ҡаршы муниципаль һаҡ, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге - бары тик беҙҙә генә. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ эшен башҡара, шул уҡ ваҡытта ҡала округы хакимиәте башлығы ҡарамағында дөйөм "Хәүефһеҙ ҡала" проектын барлыҡҡа килтерә, шундай көслө, ҡеүәтле, мобиль, оператив төркөмдәр бары тик Өфөлә генә һәм улар ҡала бюджеты иҫәбенә булдырылған, ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ишмөхәмәт улы Ялаловтың ҙур көсө.
Ҡаҙанда ла ошондай хеҙмәт булдырырға тырышып ҡаранылар, ләкин килеп сыҡманы. Курскиҙа өлкә хеҙмәте бар, әммә айырма шунда: ул - өлкә хеҙмәте, беҙ - муниципаль.
Хәҙер ни генә булһа ла халыҡ тота ла 112 номерын йыя. Был хеҙмәт халыҡтың яуаплылығын кәметмәнеме?
Х. Ниғәмәтйәнов: Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ысынлап та, халыҡ ҡулланыусы психологияһы менән йәшәй. Ҡайһы берҙә ябай ғына мәсьәлә буйынса ла беҙгә шылтыраталар. Мәҫәлән, "Вокзалға нисек барырға?", "Һыуыҡ, мин өшөйөм", "Урманда аҙаштым, ҡайҙа барырға белмәйем". Тайгала булһа, бер хәл, йылға аша ғына, тирә-яҡта машиналар тауышы ишетелеп тора, ә шунда кеше "аҙаштым", тип ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата. Тауыш булған яҡҡа сығығыҙ, тиһең, юҡ, уларҙы барып, алып сығырға кәрәк. Өс ҡайын араһында юғалалар. Кешелә яуаплылыҡ кәмене, тиер инем. Йә иһә иртә яҙ йәки дача сезоны бөткәс, кеше яллап, йылға аша дачаларына сығалар ҙа, унда һуңға ҡалалар, һуңынан беҙгә шылтыраталар. Ҡағиҙә булараҡ, төнгө 11-ҙән һуң йылғаға катер менән төшөргә ярамай. Тик нишләйһең, балалары илаша, йә һыуыҡ, йә тағы нимә - алып сығырға тура килә. Халыҡ кемдер уға нимәлер тейеш йәки бурыслы тип ҡарамаһын, саҡ ҡына үҙенең хәүефһеҙлеген, именлеген үҙе хәстәрләргә, уйларға өйрәнһен ине.
Ошо эшмәкәрлек осоронда бер тапҡыр булһа ла "Нимәгә ошо юлды һайланым икән?" тигән үкенеү булманымы?
Х. Ниғәмәтйәнов: 17 йәштән хәрби училищеға инеп, барлыҡ аңлы ғүмеремде Оборона министрлығы сафтарында хеҙмәт итеүгә бағышлағас, үкенеү юҡтыр, тием. Әгәр ниндәйҙер шик йәки үкенеү булһа, йәш саҡта булыр ине. Ә хәҙер беҙ ошо хеҙмәт менән бер йән, бер тәнгә әүерелгәнбеҙ.
Р. Абдуллин: 33 йыл янғынға ҡаршы хеҙмәт системаһында эшләнем. Хәҙер инде, система тиһәк, мин күҙ алдына баҫам, мин тигәндә - тотош система күҙ алдына килә, тиергә мөмкин. Бер организм булып үҫешкәнбеҙ, хатта тәүлек әйләнәһенә телефондан һөйләшергә лә, байрамдарһыҙ, ялһыҙ эшләргә лә, табын артынан, спектакль-концерттарҙан тревога буйынса тороп сығып китергә лә өйрәндек. Беҙ генә түгел, хатта ғаилә ағзалары ла ошо йәшәү рәүешен ҡабул итте, күнде.
Шулай итеп...
"Яҡла. Һаҡла. Ҡотҡар". Был ябай ғына һүҙҙәр түгел. Иң ауыр саҡтарында кеше, үҙе лә һиҙмәҫтән, Юғары көскә мөрәжәғәт итеп, ошо һүҙҙәрҙе бер туҡтауһыҙ ҡабатлайҙыр, моғайын. Бәлки, уларҙың һүҙҙәрен ишетеп, эргәләренә ҡотҡарыусылар ашығалыр. Юҡҡа ғына Өфө ҡалаһының Граждандарҙы һаҡлау идаралығы ҡарамағындағы хеҙмәттәр өсөн ошо ябай һүҙҙәр тормош рәүешенә әйләнмәгәндер: "Яҡла. Һаҡла. Ҡотҡар".
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА