Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов менән әңгәмәләш булыусылар уның бер сифатына иғтибар итмәй ҡалмайҙыр: барыһына ла ярарға тырышмай, дежур һүҙ һөйләй белмәй ул. Һәр әңгәмәһендә йә булмаһа халыҡ алдында яһаған сығышында ниндәйҙер парадоксаль фекер әйтеп ысҡындыра, көтөлмәгән дәлиле менән тыңлаусыларҙы һиҫкәндереп, ғәжәпләндереп тә ҡуя. Ҡайһы ваҡыт уның әйткәндәре менән килешмәйенсә, үҙенә дәғүә белдереүселәр ҙә табылмай тормайҙыр, нисек кенә булмаһын, ситуацияға яраҡлашырға, номенклатураға оҡшарға тырышмай һәм холҡоноң шул яғы менән бүтәндәрҙе ылыҡтыра ла ул. Ә бына улдары - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Айрат, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бейеүсеһе Ринат менән ҡорған әңгәмәһендә инде Әхтәм Әхәт улының беҙ белмәгән тағы ла бик ҡыҙыҡлы яҡтары асыла. Әңгәмәлә, билдәле, яҙылмаған ҡанундар буйынса атай кеше күберәк һөйләне, улдары теге йәки был өлкә буйынса күтәрелгән мәсьәләгә ҡарата үҙҙәренең мөнәсәбәтен белдерҙе.
Һөйләшеүҙе бер япон риүәйәте менән башлағы килә. Аталарына күпмелер йәш тулғас, ике улы уны арҡаларына йөкмәп, тауға алып китә. Йола буйынса, улар аталарын шунда үлергә тип ҡалдырып китергә тейеш була. Бына улар юлға сыға. Уғландар ҡәҙерле кешеһенә һуңғы хөрмәт күрһәтеп, уны алмаш-тилмәш күтәрә. Урман-ҡаялар аша байтаҡ ҡына юл үтәләр. Аталары иһә улдарына һиҙҙермәй генә осраған ағастарҙың ботаҡтарын һындырып, юлға ташлап бара. Тауға менеп еткәс, улар аталары менән илаша-илаша хушлашып, үҙҙәре менән алған ризыҡты, һыуҙы уға ҡалдырып, ҡайтыр юлға сыға. Уғландар урау-урау юлды үҙһенмәй, шырлыҡ аша тураға тартып ҡайтырға ниәтләй. Әммә шырлыҡҡа инеүҙәре була, аҙашалар. Өс тәүлек буйына асығып-сарсап, шырлыҡ ҡыҙырып ҡаңғырып йөрөп, аталары янына кире килеп сығалар. Уныһы үҙен нисек ҡалдырып киткән булһалар, ризыҡты һәм һыуҙы семтем дә ҡабул итмәйенсә, олуғ донъяға һоҡланып ултыра икән. Уғландар ашап-эсеп алғас:
- Атай, беҙгә ҡайтыр юлды өйрәт, - тип үтенә.
- Бына ошо йүнәлеш буйлап бараһығыҙ, йөҙ аҙым һайын ерҙә ботаҡ ятыр, шул һеҙҙең ҡайтыр юлығыҙ булыр, - ти аталары.
Был һүҙҙе ишеткәс, уғландары ҡысҡырып илап ебәрә. Беренсенән, ҡайтыр юл табылыу шатлығынан, икенсенән, үҙҙәре үк үлергә алып барған аталарының улдары хаҡында хәстәрләүен аңлап, ғәрләнеүҙән, намыҫланыуҙан үкһей улар. Артабан уғландар аталарын тағы ла алмаш-тилмәш елкәләренә атландырып, ергә ташланған ағас ботаҡтарын һанай-һанай, ҡайтыр яҡҡа юллана...
Был хәл беҙҙең халыҡтың әхлағына, йолаһына бөтөнләй тап килмәй, әлбиттә. Ҡот осҡос йола булған ул заманда япондарҙа. Әммә риүәйәттә шундай фекер ҙә әйтелә: аҙашҡан ваҡытта ҡайтырға юл кәрәк булған һымаҡ, кешегә һәр ваҡыт атай кәрәк. Шулай түгелме?
Әхтәм Әхәт улы: Эйе, кеше ғүмере буйына атайға мохтаж. Мин үҙем һәр ваҡыт атайымды һағынам. Ул өйөбөҙҙөң мөйөшөндә генә ултырып, аҡыл өйрәтмәйенсә, мине генә тыңлап ултырһа ла бәхетле булыр, уға ғына һөйләй ала торған һүҙҙәремде еткерер инем. Атайым миңә хатта ярҙам да итә алмауы мөмкин. Шулай ҙа күңелемде тулыһынса бушатырлыҡ кеше - ул атайым ине. Ул 69 йәшендә үлеп китте, оҙаҡламай миңә лә 69 йәш тула. Уның менән туйғансы һөйләшеп ултырып булманы. Әгәр ҙә был мөмкин булһа, уның менән һөйләшер өсөн үҙен әллә ҡайҙарҙан йөкмәп алып ҡайтыр инем.
Ҡайһы берәүҙәр ҡырҡ йәшенә тиклем атаһына: "Һин бер нәмәне лә белмәйһең, бына мин барыһын да беләм", - тип әйтеүсән. Ҡырҡтан һуң: "Атай, һин дә әҙерәк беләһең икән", - тип әйтә башлайҙар ҙа, илленән һуң атаһын ғына тыңлай башлайҙар. Был һәр ваҡыт шулай булған, шулай буласаҡ. Әлбиттә, беҙ, хәҙерге заман атайҙары, күп йәһәттән үҙ улдарыбыҙҙан артта ҡалғанбыҙ, әммә тормош тәжрибәһе, тормош фәлсәфәһе буйынса уларҙан күберәкте беләбеҙ.
Беҙ атайҙар-улдар мөнәсәбәтенең классик формаһын дөрөҫ итеп күҙ алдына килтерәбеҙ, йәғни атайҙар улдарын тәрбиәләй, уларға йоғонто яһай. Әммә бындай мөнәсәбәттең нәҡ киреһен сағылдырған хәлдәр ҙә бар. Мәҫәлән, бер ул кеше атаһының һүҙҙәрен, кәңәштәрен тотмайынса, йәғни уның тәрбиәһен алмайынса, боҙоҡ юлдан китеп, төрмәгә барып эләккән. Ул егет төрмәлә дингә килгән, намаҙ уҡый башлаған. Иреккә сыҡҡас, атаһына йоғонто яһап, уны ла намаҙға баҫтырған. Бынан нимә килеп сыға: уғландың атаһын тыңламауы, тәрбиәһеҙлеге уны төрмәгә алып килгән, ә төрмәнән ул атаһы өсөн динде алып сыҡҡан. Бик парадоксаль был күренешкә ниндәй комментарий бирер инегеҙ?
Әхтәм Әхәт улы: Төрмәгә эләгеп, унан тәртипкә ултырып, намаҙға баҫып сығыусылар хаҡында мин дә ишеткәнем бар. Әгәр ҙә улар өсөн был файҙаға булған икән, быны хупларға ғына кәрәк. Ә атай кешенең үҙ улына бирмәгән тәрбиәһе, йәғни улының тәрбиәһеҙлеге һуңғы сиратта уның үҙен тәрбиәләй тигән фекергә килгәндә, бында шундай ҙа һығымта яһарға мөмкин бит: көн дә бер үк нәмәне балаға тылҡыу, уны нимәгәлер көсләп өйрәтергә тырышыу кире һөҙөмтә лә биреүе бар бит. Бәлки, бында ла шул уҡ күренештер, кем белә? Үҫмер, егет саҡта балалар күп осраҡта ата-әсә әйткәндең, өйрәткәндең тап киреһен эшләй. Ә бит өйрәтеүҙең башҡа ысулдары ла бар. Минеңсә, башта үҙеңде тәрбиәләргә кәрәк, балалар бит һиңә оҡшарға тырыша. "Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә, балаң барыбер үҙеңә оҡшаясаҡ", тип әйтелә бит инглиз мәҡәлендә.
Ысын тәрбиәсе тәрбиәләнеү объектынан үҙе тәрбиә ала, тиҙәр. Һеҙ үҙегеҙ улдарығыҙҙан ниндәй тәрбиә алаһығыҙ?
Әхтәм Әхәт улы: Ижади яҡтан тәрбиә бирә улар. Мин хәҙер балет хаҡында ла күп кенә нәмә беләм. Элек миңә ул бик алыҫ торған сәнғәт төрө ине. Айраттың спектаклдәрен ҡарайым да, ҡыуанып ҡуям. Ул хәҙерге заман психологияһын бик яҡшы белә. Мин бөтөнләй иғтибар итмәгән нәмәләрҙе тотоп ала белә. Уларҙың эш алымдары беҙ үҫкән заманға бөтөнләй тура килмәй. Бөгөн бөтөнләй икенсе алымдар менән эш итергә кәрәк икән, тигән уй килә лә, ижад мәсьәләһендә бөтөнләй икенсе төрлө уйлай башлайым.
Айрат, Ринат, атайығыҙ Әхтәм Әхәт улы республикабыҙҙа ныҡ танылған халыҡ артисы. Ул хәҡиҡәтте, ысынбарлыҡты нисек бар, шулай итеп, туранан-тура әйтә торған кеше. Уның ауыҙынан бик ҡыйыу фекерҙәр ҙә ишетергә тура килә. Уға үпкәләп йөрөүселәр ҙә байтаҡ ҡына. Сөнки тураһын әйткән хатта туғанына ла ярамаған, тиҙәр. Ундай кешенән ҡурҡалар ҙа, хөрмәт тә итәләр, яратып та бөтмәйҙәр. Әхтәм ағай ниндәй атай ул?
Ринат: Ысынлап та, атайыбыҙ тураһын ярып һөйләргә ярата. Ҡайһы саҡта беҙҙе тәрбиәләү йә беҙҙе оялтыу маҡсатынан ниндәйҙер тарихты үҙе уйлап сығара, ул бит ижад кешеһе, китаптар ҙа яҙа. Нисек кенә булмаһын, атайыбыҙҙың беҙҙе оялтырға, башҡаларға һабаҡ бирергә ынтылышы һәр ваҡыт уңышлы килеп сыға былай.
Айрат: Дөрөҫлөктө, тәнҡитте ҡабул итеүе һәр ваҡыт ҡыйын инде ул. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кемдер, бигерәк тә атай кеше улдарына хәҡиҡәтте әйтергә тейеш ул. Мин, режиссер булараҡ, үҙем ҡуйған спектаклдәр тураһында ҡаты тәнҡит мәҡәләләрен дә уҡығаным булды. Мин сыныҡҡанмын, уларҙы тыныс ҡабул итә алам хәҙер. Әгәр ҙә тәнҡит аҫтында өмөт булһа, ул иң кәрәкле тәнҡит тип иҫәпләйем.
Ә тормошта атайымдың тура һүҙле булыуына бәйле абруйы миңә үрнәк һымаҡ. Мәҫәлән, миңә лә үҙ эшемдә күп кенә кешеләр: "Бына Айрат әйтһә, әйтә лә ҡуя ул", - тигәне бар. Күрәһең, атайымдың шундай сифаттары миңә лә күсәлер. Башҡорт театрҙарында эшләүсе күп кенә актерҙарҙың ата-әсәләре ауылда йәшәй. Уларҙың күбеһе ауылдарҙан килеп, сәнғәт юлына баҫҡан. Улар миңә: "Атайың әртис булғас, һиңә барыһы ла еңел..." - тип әйтә торғайны. Ысынында иһә, бөтөнләй улай түгел. Киреһенсә, миңә һәр ваҡыт башҡаларға үҙемдең үҙем булыуымды, йәки Әхтәм Абушахмановтың күсермәһе түгеллегемде иҫбат итергә тура килә. Мәҫәлән, мин ауылдан килеп нимәлер эшләһәм, был эш миңә ҙур плюс булыр ине. Ә былай: "Һин тағы ла яҡшыраҡ, күберәк эшләй алаһың, шул-шул кешенең улы була тороп..." - тип ҡарайҙар. Миңә үҙемдең карма буйынса ла талаптарға яуап бирергә, атайым өсөн дә эшләргә тура килә. Икенсе бурыс күпкә ауырыраҡ.
Ә бит "халыҡтар атаһы" Сталин "Улдар атайҙары өсөн яуап бирмәй", тип әйткән...
Әхтәм Әхәт улы: Идеалда ул шулай, әммә тормошта хәлдәр башҡасараҡ. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр һәр ваҡыт нимәнелер күберәк эләктереп ҡалырға тырыша. Был осраҡта вазифа биләүсе атай кеше күберәк алырға тырышҡандың өлөшөн киҫә. Ә инде өлөштәре киҫелеп ҡалыусылар вазифа биләгән атайға йоғона алмағас, уның үсен балаларынан ала башлай. Был йәһәттән минең принципиаль булыуымдың һөҙөмтәһен улдарым ныҡ татыны. Улар был осраҡта үҙҙәренең эше менән генә үҙ-үҙҙәрен иҫбат итеп, еңеп сыға ала. Ижад, ғөмүмән, эгоизмға ҡоролған, ижад кешеһе эгоист булмаһа, яҡшы әҫәрҙәр, спектаклдәр, ролдәр тыуҙыра алмай.
Һуңғы ваҡытта тик ирҙәр генә бирә ала торған тәрбиәне лә ҡатын-ҡыҙҙар башҡара. Был иң беренсе нәүбәттә мәктәп системаһына ҡағыла. Шулай түгелме?
Ринат: Беҙҙең хореография училищеһында ир-егет бейеүселәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар уҡытып сығара. Шуның һөҙөмтәһендә тамашасы беҙҙән: "Нишләп һеҙҙең сәхнәлә ирҙәр юҡ?" - тигән һорау бирә.
Айрат: Беҙҙең илдә, бәлки, донъяла ла Атайҙар институты юҡҡа сығыу өҫтөндә. Атайҙар культы, айырым ғаиләләрҙе генә иҫәпкә алмағанда, бөтөнләй юҡ тиерлек. Минеңсә, был хәл ир менән ҡатын араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтан килеп сығалыр: ир кеше ҡатынының үҙен ихтирам итмәүенә зарлана, ҡатыны иһә уны юлыҡһыҙ тип иҫәпләй. Ошо пьеса балаларҙың күҙ алдында бара. Йыш ҡына ҡатын балаларының атаһын һәм үҙенең ирен кеше алдында кәмләп һөйләй. Әсә кеше был осраҡта иң ҙур зыяндың балаларына килере хаҡында уйлап та бирмәй. Был йәһәттән мин бәхетле: минең ике ҡыҙым һәм уларҙың ике әсәһе бар. Ҡыҙҙарымдың миңә ихтирам менән ҡарауы әсәләренең йоғонтоһонан, тип уйлайым.
Айрат, Ринат, беҙ бер ваҡытта ла атайҙарыбыҙ һымаҡ булдыра алмайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта атайҙар һәр ваҡыт беҙҙең үҙҙәренән яҡшыраҡ булыуыбыҙҙы, күберәккә өлгәшеүебеҙҙе теләй. Был дөрөҫмө?
Айрат: Кешеләр төрлө булған һымаҡ, уларҙың юлдары ла төрлө-төрлө инде. Яңыраҡ ҡайҙалыр бер психолохтың яҙмаларын уҡығайным. Уның яҙыуынса, атайҙарҙа балаларына ҡарата мөхәббәт түгел, ә күберәк инстинкт була. Баҡтиһәң, кеше балаларҙы үҙенә алмаш өсөн генә тыуҙыра. Әгәр ҙә кеше үлмәйенсә, мәңге йәшәһә, уға балалар тыуҙырыу ҙа кәрәк булмаҫ ине. Бала кешегә мәңгелек ғүмер иллюзияһын тулыландырыу өсөн генә кәрәк. Беҙ балаларыбыҙҙы тәрбиәләгәндә үҙебеҙҙә бойомға ашыра алмағанға өлгәшергә теләйбеҙ. Беҙ балаларыбыҙҙа баланы түгел, үҙебеҙҙе яратабыҙ. Шуға күрә, беҙгә тормошта нимә етмәй ҡалһа, шуның мотлаҡ рәүештә балаларыбыҙ тарафынан тормошҡа ашырылыуына ынтылабыҙ. Ҡайһы бер ата-әсәләр ошо ынтылышта ҡатып ҡалһалар, балаларының үҙаллылығын сикләйҙәр. Улар балаларын үҙҙәренсә йәшәтергә тырышалар, һөҙөмтәлә бала үҙ тормошон йәшәмәй, ә атай-әсәйҙең тормошҡа ашмаған хыялдарын бойомға ашырырға тырышып йәшәй. Был бик ҡатмарлы фән.
Польшала Люпа тигән бер режиссер биш йыл буйы режиссерҙар әҙерләй. Уҡыуҙы тамамлар алдынан тегеләр диплом спектакле ҡуйырға тейеш бит инде. Шунда уҡытыусы студенттарына шундай шарт ҡуя: спектакль башланыр алдынан улар мотлаҡ рәүештә сәхнәгә табут сығарырға тейеш була. Табутта "Люпа" тип яҙылған. Бында шундай мәғәнә һалынған: һин биш йыл үткәс, уҡып сыҡҡас, уҡытыусыңды ерләргә тейешһең. Шулай итмәһәң, һин ғүмерең буйына уҡытыусыңдың хыялдарын тормошҡа ашырырға тейеш булаһың. Ул сағында үҙ юлың булмаясаҡ...
Фәйләсүф Ошо ла үҙенең яҙмаларында ата-әсәләрҙең балалары, балаларҙың ата-әсәләре алдында бер ниндәй ҙә бурысы булмауы хаҡында яҙа.
Айрат: Ошо тағы ла: "Балаларығыҙҙы яратығыҙ һәм ихтирам итегеҙ", - тип яҙһа, беҙ, киреһенсә, балаларыбыҙҙан үҙебеҙҙе ихтирам итеүҙе талап итәбеҙ. Шунан һуң ул тағы ла: "Нишләп ялған, уҫал ҡарттарҙы яратырға тейешһегеҙ әле?"- тигән һығымтаға килә.
Ринат: Тормошоңдоң ҡайһылыр мәлендә атай-әсәйҙән китергә кәрәктер, минеңсә. Атай-әсәйҙе ҡайҙандыр алыҫтаныраҡ яратып йәшәргә кәрәк. Тик шул осраҡта ғына бала үҙ юлы менән китә алалыр. Әгәр ҙә инде уларҙың янында ҡалһаң, ғүмерҙәрен дә дауам итәһең инде. Бындай осраҡта үҙ тормошоң, үҫешең булмауы бар. Күпмелер ваҡыт үткәс инде ата-әсәһе янында йәшәгән баланың психологияһы боҙолған булыуы мөмкин. Был осраҡта шәхес тигән төшөнсә лә булмаясаҡ. Ә шәхес булмаһа, кеше лә юҡ тигән һүҙ. Иң ҡыҙығы шунда: ул ата-әсәһенең күсермәһе лә булмауы мөмкин. Мин ундай кешеләрҙе күргәнем бар. Улар ата-әсәһенең күсермәһе лә, үҙҙәре лә була алмайынса, эскелеккә бирелеп китәләр. Сөнки уларҙың, ысынында, үҙҙәре юҡ.
Айрат: Бала өсөн иң ҡурҡыныс уйын - уны күрмәмешкә һалышып, "Һин ҡайҙа?" тип эҙләп ҡыланыу. Ул саҡта бала: "Бына бит мин", - тип үҙенең барлығын иҫбатларға тырыша. Бала кескәй сағынан алып ата-әсәһенең баһаһы аша үҙенең барлығын иҫбатларға тейеш, беҙ иһә уны күрмәмеш булып, психикаһын ғына боҙабыҙ. Бала үҙенең ҡулдарын күрә һәм уны ата-әсәһе күрмәһә, үҙен дә юҡмын, тип иҫәпләй. Ата-әсәләр ҡунаҡтар килгән саҡта балаһына иғтибар итмәй башлаһа, бала үҙе килеп иғтибар талап итә башлай. Шул саҡта балаға иғтибар итмәһәң, уның күңеленә ҡурҡыу тойғоһо инеп ултыра, ул хатта үҙен юҡҡа сыҡҡан итеп тоя башлай. Нулгә әйләнеү балаға үлем менән бәрәбәр икән, баҡтиһәң. Шул саҡ бала яңылыштан ғына сынаяҡ төшөрөп вата һәм ата-әсә уны әрләһә, быны бала ыңғай ҡабул итә. Бала сағында ата-әсәһе балаһын күберәк иғтибарһыҙ ҡалдырһа, был хәл уның аң төбөндә ҡала һәм ул үҫеп еткәс, ҡатыны, башҡа ғаилә ағзаларынан да шундай уҡ иғтибарһыҙлыҡ тойһа, эскегә бирелә һәм ошо юл менән булһа ла үҙенә иғтибар иттергеһе килә.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов, Айрат, һин килтергән дәлилде тағы ла бер етди проблема менән бәйләп, шулай тине: "...Ғаиләлә төплө тәрбиә нигеҙе һалынмағандар ана шундай секталарға инеп китә. Тағы ла мин бер нәмәгә иғтибар иттем: өйөндә кем атаһы менән конфликтта йәшәгән һәм йәшәй, кем атаһы менән уртаҡ тел тапмай, шулар секталарға китә. Ундайҙар үҫеп еткәс, власты, дәүләтте атаһы итеп күрә. Шуға күрә улар атаһына протест белдерер өсөн һаҡал ебәрә, үсеккән үгеҙ, күркә кеүек ҡылана..." ("Илеңде, телеңде, ереңде һаҡлау Аллаһы Тәғәләнең аманаты", 39-сы һан, 24-30 сентябрь).
Ринат: Япондар шундай тәжрибә үткәргән. Өс сынаяҡҡа дөгө һалып, өҫтөнә һыу ҡойғандар. Бер сынаяҡҡа гел яҡшы, яғымлы һүҙҙәр әйтеп торғандар, икенсеһенә, киреһенсә, әр һүҙҙәре, негатив тойғо белдергәндәр, өсөнсө сынаяҡты бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырғандар. Бер айҙан һуң тәүге сынаяҡтағы дөгөнөң шыта башлағанын күргәндәр. Икенсе сынаяҡтағы дөгө ҡарайып сыҡҡан, әммә уны ҡараһынан таҙартһалар, тере икәнлеге асыҡланған, уны киренән шыттыра башларға мөмкин булған. Ә бына өсөнсө сынаяҡтағы дөгөнөң сереүенә шаһит булғандар. Ошондай уҡ мөнәсәбәтте бала тәрбиәләүгә лә тиңләп ҡарағанда, әпәүләп-бәпләп, әрләп-тәнҡитләп тәрбиәләгән баланан шәхес килеп сығыуы, ә бына бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырылған баланың юҡҡа сығыуы асыҡланған.
Бала саҡтарында улдарығыҙҙың кем булырын теләгәйнегеҙ, Әхтәм ағай? Сабый саҡтарынан кемеһе нимәгә һәләтле булды?
Әхтәм Әхәт улы: Айраттың бер ҙә театр донъяһына килеүен теләмәгәйнем. Тарихты яҡшы белгәс, тарихсы булыр йә медик булып китер хыялланғайным. Атайҙар үҙҙәре бойомға ашыра алмағанға улдары өлгәшеүен теләй, тигән баяғы формула буйынса мин үҙем дә тарихсы булырға хыялланғайным. Әммә Айрат беҙҙән ҡасып барып, сәнғәт юлы буйынса уҡыу йортона инеп китте. Айрат шул тиклем нескә тойғоло, ул мал һуйған ерҙән ҡаса, уларҙы йәлләй. Шуға күрә ул бер нисек тә табип була алмаҫ, укол да ҡаҙай, операция ла яһай алмаҫ ине. Ринатты балет буйынса уҡырға биреү идеяһы әсәһендә тыуҙы. Биксуринға алып барып күрһәткәйнек, малайығыҙ балет буйынса китә ала, инеп ҡарағыҙ, тине. Мин барыбер уны балет мәктәбенә бирергә йәлләнем. Ауыр һөнәр икәнен белә инем. Улар эшләй башлағас, 15 йылдан пенсияға сығалар. Әммә уларҙың күбеһе 15 йыл бейей алмай. Ҡайһыһы зәғифләнә. Аллаға шөкөр, бына Ринат пенсияға сыҡты инде. Уҡып йөрөгәнендә арып-талып килеп инә лә, һөйәлеп тора. Шунан унан: "Арыныңмы, улым?"- тип һораһам, илап ебәрә торғайны.
Атайҙар улдарын тәрбиәләгәндә һәр ваҡыт уларҙың кеше булырына өмөт итә. Был - тәбиғи. Әммә улдар һәр ваҡыт барыһын да үҙенсә эшләй. Был да - тәбиғи. Атайым да әле быныһы, әле тегенеһе менән һөйләшеп: "Өйрәт инде минең малайҙы пилорамға", - тип минән урмансы яһарға тырышты. Бер мәл мине ул бухгалтерға уҡытып маташты. Вәхитов тигән судья дуҫы бар ине. Шул дуҫы бер саҡ һөйләшеп ултырғандарында атайыма: "Әхәт ағай, радио һатып ал әле. Мынау малайҙарың радио тыңлап үҫһендәр әле", - тип әйткәне иҫемдә. Әммә атайым радио ала алманы, иҫке әйбер тапшырып, радионы үҙем һатып алдым. Атайым мине партияға инергә, тегендә-бында уҡырға инергә өндәне, әммә яҙмыш мине бөтөнләй икенсе юлдан алды ла китте. Әммә ул ысынбарлыҡта мин ниндәй уңыштарға өлгәшкәнде күреп өлгөрмәне.
Ринат миңә балетты аңларға ярҙам итте, тинегеҙ...
Әхтәм Әхәт улы: Бер саҡ премьеранан һуң Ринатты ҡотларға тип инеп ҡосаҡлап алғайным, лыҡа һыу был. "Костюмың лыҡа һыу бит", тиһәм, ул: "Э-э-й, атай, дүртенсе костюм лыҡа һыу бит инде", - тип яуап бирҙе. Ошо хәлгә генә ҡарап та балеттың ни тиклем ауыр сәнғәт төрө икәнен төҫмөрләйһең. Балет бит ул шундай сәнғәт төрө - унда кеше тәне менән йырлай. Ринат мин балетты бөтөнләй аңламай тип уйлаған башта. Әммә бер мәл әсәһе менән "Байыҡ" тапшырыуын ҡарап ултырғанда: "Дә, атай оҙаҡламай беҙҙең балетты ла тикшерә башлар инде", - тигән. Ул саҡта мин "Байыҡ"та жюриҙа ултыра инем. Бер мәл уның премьераһы булғас, мин байтаҡ ҡына үҙ фекеремде белдермәй йөрөнөм. Ринат йөрөп-йөрөнө лә: "Атай, нишләп премьера буйынса үҙ фекереңде әйтмәйһең ул?"- тине. Мин уға юрый, сәмләндерер өсөн: "Мәскәүҙәге балетты ҡарағанда музыка тауышы балет башҡарыусыларҙың тәненән, хәрәкәттәренән яңғырап ишетелә кеүек ине, ниңәлер һеҙҙең спектаклдә музыка динамиктан ишетелә", - тигәйнем, ул ныҡ аптыранды ла: "Беҙҙең менталитет ул кимәлгә тиклем үҫеп етмәгән әле", - тигән булды. Нисек кенә булмаһын, мин уға, һин шулай итеп бейе, балетты бына былай итеп ҡуй, тип өйрәтә алмайым.
Һәр хәлдә, Айратҡа өйрәтә алаһығыҙ бит, ул һеҙ йәшәгән сәнғәт донъяһында йәшәгәс...
Әхтәм Әхәт улы: Хатта уға ла өйрәтә алмайым. Ҡайһы ваҡыт шикләнгән фекерҙәремде генә әйтеп, нимәнелер аныҡлай ғына алам.
Мәҫәлән, Айрат Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә"һен бөтөнләй икенсе төрлө итеп ҡуйҙы, акцентты икенсе урынға ҡуйып, тамашасыны таң ҡалдырҙы...
Әхтәм Әхәт улы: Эйе, был әҫәрҙе бик күп режиссерҙар ҡуйғайны. Айраттыҡын ҡарағас, мин дә аптыраным. Ул спектакль башланғанға тиклем булған ваҡиғаны ҡылынған гонаһ, хыянат итеп алды һәм артабан ваҡиғаларҙың үҫешен шул йүнәлешкә ҡорҙо. Һөҙөмтәлә бөтөнләй икенсе спектакль килеп сыҡты. Мостай Кәрим үҙе иҫән булһа, шулай уҡ аптырар һәм... моғайын, ҡыуаныр ҙа ине.
Балет тигәндән, беҙ 1972 йылда тәүге тапҡыр телевизор һатып алдыҡ. Бер саҡ шулай өләсәйем менән балет ҡарайбыҙ. Революцияға тиклем мәҙрәсәлә белем алған, ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән, намаҙ уҡыған өләсәйемдең балетҡа биргән баһаһы шулай булды: "Ҡоромағырҙар, оялмайынса боттарын күтәреп тороп күрһәтәләр бит әле. Ҡуй, балам. Һүндер ул шайтан йәшниген..." Ринаттың балет бейеүсеһе булып китеүенә өләсәләре нисек ҡараны?
Әхтәм Әхәт улы: Ринат балетҡа йөрөй башлағас, бер мәл ҡәйнәм унан ҡайҙа, нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында һораша. Улым бер нисек тә аңлата алмағас, телевизорҙы асып, унда барған балетты күрһәтте. Ҡәйнәм уға: "Кит, кит... Юҡ һөнәр һайлағанһың. Бисәләрҙең бот-сатын айыртып, күтәреп йөрөү ҙә булғанмы һөнәр?" - тине. Мин ситтән генә йығылып ятып көлдөм...
Ринат, әгәр ҙә атайың менән әсәйең һине ошо юлға әйҙәмәгән булһа, кем булыр инең? Ниндәй һөнәрҙе һайлар инем тип уйлайһың?
Ринат: Хатта икенсе бер һөнәр һайлаған булһам да, барыбер шул сәнғәт тирәһендә булыр инем тип уйлайым. Ағайымды ла кем генә итергә теләһәләр ҙә, барыбер сәнғәт юлынан киткән бит. Тағы ла япондарҙың бер тәжрибәһе хаҡында әйтеп үткем килә. Улар сабый баланың алдына төрлө-төрлө уйынсыҡтар, әйберҙәр сығарып һала ла, уның нимәне ҡулына беренсе булып алыуына иғтибар итәләр. Шуға ҡарап, балаға һөнәр һайлайҙар. Ҡәләм йә ручка алһа - яҙыуға, һүрәт төшөрөүгә бәйле һөнәргә, хеҙмәт ҡоралы алһа - техник һөнәргә туҡталғандар. Мин 10 йәшемдән алып бөгөнгә тиклем балет һөнәрендә йөрөйөм, әммә мин иртәгә нисек булырын әйтә алмайым. Әгәр ҙә балет ҡуйыусы булараҡ хеҙмәтем кәрәк булмай башлаһа, тотормон да икенсе бер һөнәргә китермен. Миңә башҡа өлкәләр ҙә бик ҡыҙыҡлы.
Әхтәм Әхәт улы:. Ринат төрлө яҡтан оҫта, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул автомобилдәр донъяһын, уларҙың төҙөлөшөн бик яҡшы белә. Элек өйҙә сүкеш, балта, бысҡы тотоуға, электр утына, сантехникаға, мебель йыйыуға бәйле барлыҡ ирҙәр эшен үҙем башҡара торғайным. Хәҙер әсәләре миңә был йәһәттән ышанмай, Ринатты саҡырып эшләтә.
Балетты Әхтәм ағай "тән менән йырлау сәнғәте" тип баһаланы. Ә ни өсөн шундай нескәлекте тыуҙырыр өсөн 4 костюм лыҡа һыу булырлыҡ көсөргәнеш һалырға кәрәк һуң?
Ринат: Минеңсә, был мәсьәлә барлыҡ сәнғәттә лә шулай ҡуйылған. Драма театрында ла һәйбәт спектакль килеп сыҡһын өсөн күпме тир түгергә кәрәк.
Әхтәм Әхәт улы: Балетта эске тойғоно тышҡа сығарып күрһәтеү өсөн ҡот осҡос көс талап ителеүе бәхәсһеҙ. Драма театрында тойғоңдо тамашасыға еткерер өсөн дә күпме көсөргәнеш кәрәк. Мәҫәлән, мин Мостай Кәримдең Салауатын уйнаған саҡта берәр биҙрә тир аға ине. Әгәр ҙә хистәрең тамашасыға барып етмәһә, театрҙа һинең кәрәгең дә юҡ.
Айрат, әгәр ҙә һин сәнғәт юлынан китмәгән булһаң, үҙеңде бөгөн кем итеп күрәһең?
Айрат: Атайым теләгәнсә, тарих факультетына барһам, бөгөн кәмендә берәр ғалим булып йөрөр инем. Һәр хәлдә, ҡайҙа йөрөһәм дә, ярлы булмаҫ инем.
Ринат: Хәҙерге ваҡытта техник белем өс йылда иҫкерә. Бөгөн техник белем алып, диплом алһаң, өс йылдан дипломың иҫкергән була. Сөнки техника үҫеше шул тиклем ҙур тиҙлектә алға бара. Ә бына гуманитар белем хаҡындағы дипломың ҡулыңа алмаҫ элек үк иҫкереп өлгөрә. Йәғни, ул үҙеңдән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй.
Әхтәм Әхәт улы: Ана шул кисәгенең бөгөн иҫкереүе беҙҙең прогресҡа шул тиклем тотҡарлыҡ яһай ҙа инде. Беҙ иҫке ҡарашҡа яңылыҡты көсләп тығырға тырышабыҙ. Донъя кимәленән сығып ҡараһаң, беҙ был йәһәттән ныҡ артта ҡалғанбыҙ.
Ринат, балетҡа һин ниндәй аңлатма бирер инең? Ул беҙҙең халыҡ өсөн ят күренешме, әллә юҡмы?
Ринат: Бейеү һәр ваҡыт булған, ул ораторлыҡ сәнғәтенә ҡарағанда ла алдараҡ тыуған. Бейеү башта тән хәрәкәте менән ниндәйҙер мәғлүмәт еткереү сараһы булған. "Хореография" тән менән яҙыу, рәсем төшөрөү тип тәржемә ителә. Балет - ул матур хәрәкәттәр генә түгел, унда психология ла бар. Яңыраҡ "Малые Нуриевские" тигән фестиваль үтте. Унда Рәсәйҙәге бөтә балет мәктәптәре вәкилдәре килде, "Балет" журналының баш мөхәррире Уральская ла ҡатнашты. Беҙ фестиваль сиктәрендә "Һыуһылыу" спектаклен күрһәткәйнек, шул хаҡта баш мөхәррир: "Беҙ классиканы ҡуйырға яратабыҙ. Әммә төбәктәге театрҙарҙың үҙ йөҙө булһын өсөн барыбер ҙә милли спектаклдәр кәрәк. Фәҡәт милли менән классиканың синтезы булғанда ғына төбәк театрының милли йөҙө барлыҡҡа киләсәк. Оригиналь сәнғәт төбәктә үҫеш алып, беҙгә, Санкт-Петербургҡа килә", - тине.
Ә бына беҙҙең ерлектән үҫеп сығып, донъя кимәлендә танылыу яулаған Рудольф Нуриев сәнғәтендә башҡорт тамыры нисек сағылыш таба?
Ринат: Беҙҙең халыҡ тураһында ҡайһы ваҡыт "ҡыҙыу ҡанлылыҡ" тигән эпитет ҡулланыла. Минеңсә, ул беҙҙәге шул сифатын ҡанында Европаға алып сығып, "һалҡын ҡанлы" донъяла ут тоҡандырып ебәргән. Шуға күрә, уның тураһында һөйләгәндә һәм яҙғанда иң күп ҡулланылған эпитет "ажар темперамент" һүҙе. Уның ҡеүәте, ҙур көсөргәнеш менән ижад итеүе беҙҙән сыҡҡандыр инде ул. Ул саҡта Европала, беҙҙә бик күп көслө балет бейеүселәре була. Нуриев шундай аҙымға бара: ул барлыҡ бейеүҙәрҙең темпын үҙгәртә. Ә техника, темперамент ҡайҙан килә? Әлбиттә, ҡандан килә.
Әхтәм Әхәт улы: Академтеатр менән сит илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөгәндә беҙҙең театр хаҡында, психологияға, фекергә бик иғтибар итмәйенсә, "ниндәй эмоциональ театр" тигән баһа бирәләр ине. Сит ил тамашасыһына беҙҙең спектаклдәрҙә хистәрҙең ҡайнап тороуы оҡшай торғайны.
Ринат: Миңә лә ситтәр: "Ҡалай һеҙҙә эмоциялар көслө ул. Башҡорттарҙа талантлы кешеләр шуға күрә лә күптер инде", - тип әйткәндәре бар.
"Һыуһылыу" спектаклендә "Аҡ ҡалфаҡ" йырының мотивтары яңғырап китә. Ут күршеләребеҙ дәғүә белдермәнеме?
Ринат: Белдерҙеләр. Йырҙың тарихын өйрәнә башлаһам, ул көйҙө беренсе тапҡыр башҡорттарҙан Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған, ул "Күсмә халыҡтар көйө" тип атала.
Айрат, һиңә лә шундай уҡ профессиональ һорау: башҡорт театрында ниндәй генә сит ил, икенсе милли драматургия әҫәре ҡуйылмаһын, унда барыбер ҙә башҡорт милли характеры ла сағылырға тейешме? Әгәр ҙә шулай икән, уның сағылышын нисек итеп аңлатырға була? Әйтәйек, Арыҫлан Мөбәрәковтың Отелло монологы ҡолаҡҡа салыныу менән "башҡорт Отеллоһы" образы барлыҡҡа килә.
Айрат: Милли характер иң беренсе телдә сағылыш таба. Театрҙа мәҙәниәтте телдә генә һаҡлап була. Хәҙер башҡорт театры актерҙары ла тормошта урыҫса һөйләшә. Ролдәрен улар ятлап уйнайҙар. Оло артистар менән йәш артистарҙың сәхнәлә һөйләшеүе ныҡ айырыла. Йәштәр урыҫса фекерләп, башҡортса һөйләгәс, һүҙҙәге баҫымды дөрөҫ ҡуймайҙар. Артист сәхнәлә һөйләгәндә тауыш яралғылары вибрация бирергә тейеш. Уны мелодика тиҙәр. Спектаклдә артистар нисек кенә оҫта уйнамаһын, пластика күрһәтмәһен, декорация нисек кенә бай булмаһын, улар күҙ өсөн генә. Спектакль тамамланып, тамашасы өйөнә ҡайтҡас, ул картина онотола. Яҡшы спектакль спектакль бөткәс башлана, ул тамашасының күңелендә оҙаҡ ваҡыт уйналып йөрөй. Бында тауыш иң төп ролде уйнай. Шуға күрә, элекке артистар һүҙ менән ярты сәғәт буйына сәхнәне тотоп тора алалар ине. Әгәр ҙә артист һүҙҙәрен ятлап ҡына һөйләһә, әйткән һүҙе елгә оса.
Әхтәм Әхәт улы: Килешәм, әгәр ҙә тауышҡа фекер һалынмаһа, уның шаңдауы булмай.
Ринат: Һин ниндәй телдә фекерләйһең, шул һинең туған телең. Һин хатта башҡортса һөйләшә белергә лә мөмкинһең, әммә башыңдағы фекерҙәрең урыҫса йөрөһә, туған телең - урыҫ теле.
Әхтәм Әхәт улы: Шекспирҙы башҡорт театры инглиздар һымаҡ уйнай алмай. Уларҙың уйнағаны барыбер башҡортса килеп сыға.
Шулай итеп...
Аталы-уллы Абушахмановтар менән тағы ла бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар менән ниндәй генә тема тураһында һөйләшһәң дә, һәр ваҡыт яңы фекер, кинәйә, миҫал, сағыштырыу һәм быға тиклем бер тапҡыр ҙа башыңа ла инеп сыҡмаған дәлил ишетәһең. Мине Әхтәм ағайҙың улдары Айрат менән Ринаттың үҙ-ара һәм аталарына ҡарата булған мөнәсәбәте һоҡландырҙы. Ә һеҙҙә ниндәй тойғолар ҡалды?
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА