«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘЫУСЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ ТӘНҠИТСЕ ЛӘ МАТУРЛЫҠТЫ АҢЛАЙ БЕЛЕРГӘ ӨЙРӘТӘ
+  - 

Художестолы әҙәбиәт тәү сиратта шағирҙар, прозаиктар, драматургтар ижады менән бәйле булһа ла, уның йәшәү рәүеше әҙәбиәт ғилеме белгестәре хеҙмәтенән тыш тулы ҡанлы була алмаҫ ине. Әйҙәгеҙ, бындай ҡараштың дөрөҫлөгөн бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙҙың диалогы - филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Фәнил КҮЗБӘКОВтың һорау ҡуйыуы һәм бөгөнгө әҙәби процеста әҙәби тәнҡитсе ролендә әүҙем ҡатнашҡан филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки ӘЛИБАЕВтың яуаплауы аша күҙаллап ҡарайыҡ.

Фәнил КҮЗБӘКОВ Ф. Күзбәков: Һинең өсөн әҙәби тәнҡит нимә ул? Һөйләшеүҙе ошо һорауҙы асыҡлауҙан башлайыҡ, булмаһа.
З. Әлибаев: Уҡыусы менән ижадсы араһындағы күпер. Әҙип кенә түгел, тәнҡитсе лә матурлыҡты аңлай белергә өйрәтә. XXI быуат - теүәл заман осоро, машина теле менән аралашҡан дәүер. Бигерәк тә ошондай солғанышта матурлыҡты күрә, тейешенсә баһалай белеү бик мөһим. Сәнғәтте тыуҙырыу ғына түгел, уны аңлау өсөн дә әҙерлек кәрәк бит. Ә яҙыусыға әҫәренең профессиональ тәнҡитсе тарафынан тикшерелеүе ни тиклем әһәмиәтле булыуын әйтеп тороу ҙа урынһыҙ. Әлбиттә, башҡорт әҙәбиәте бер үк әҙиптең әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә, башҡа жанрҙа ла уңышлы һәм емешле эшләгән осраҡтарҙы бик яҡшы белә. Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Вафа Әхмәҙиев, Әнүр Вахитовтар, мәҫәлән… Ф. Күзбәков: Ысынлап та, шағирҙы аңлау өсөн күпмелер дәрәжәлә үҙеңә лә шағир булыу кәрәктер… Был осраҡта шиғриәтте эске һиҙемләү менән аңлау ҡеүәһе тураһында һүҙ бара. Шул нигеҙҙә тәнҡитсе күңел ҡылдарын сиртерлек әҫәрҙәр һайлай икән, эш һөҙөмтәле килеп сығасаҡ. Мәҡәләләр бит, күбеһенсә, ҡәләмдәштән дә бигерәк уҡыусыға йүнәлтелә. Әммә күп кенә тәнҡитселәр йә кандидатлыҡ, йә докторлыҡ диссертацияһы тип яфалана, йә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ бурысын үтәп ыҙалана… Ә һин үҙеңде принципиаль тәнҡитсе тип иҫәпләйһеңме?
Зәки ӘЛИБАЕВ З. Әлибаев: Ауыр һорау… Йәшермәйем, хилафлыҡтар ҙа барҙыр. Баҫылған әйберҙәремде ҡайтанан барлағанда, бигерәк тә әүәлгеләрен күҙҙән кисергәндә, үҙемдең етешһеҙлектәремде асыҡтан-асыҡ күрәм. Әҙиптең генә түгел, тәнҡитсенең дә үҫеү, өлгөрөү этаптары була, күрәһең. Тәжрибә туплана килә, үҙаллылыҡ көсәйә.
Ф. Күзбәков: Бөгөнгө әҙәби тәнҡит буйынса башҡорт әҙәбиәтен тәғәйен күҙаллап буламы? Йәмғиәт үҫешенә булышлыҡ итерлек кимәлдәме ул? Әллә шәхси зауыҡтарҙы ғына ҡәнәғәтләндереүсе ролендә сығыш яһаймы? Йәмғиәт, әҙиптәр, уҡыусылар уға мохтажлыҡ кисерәме? Әгәр ҙә, бөгөнгө тәнҡит юғары талаптарға яуап бирә, тибеҙ икән - әйҙә, асыҡлайыҡ: ниндәй тәнҡит ниндәй талаптарға яуап бирә? Ошо юҫыҡта уйланып, Мостай Кәрим көндәлектәрендә шундай һығымта яһаған: "Талантһыҙлыҡ талантһыҙлыҡты юғарыға сөйә, ул бының менән үҙен дә сөйә, үҙен раҫлай". Теге йәки был әҙип ижадын, йә ниндәйҙер әҫәрҙе тикшерергә ниәтләү нимәгә бәйле була?
З. Әлибаев: Күбеһенсә хәҙерге әҙәби процесс менән шөғөлләнгәс, бөгөнгө әҙәбиәт буйынса дәрестәр алып барғас, сағыштырмаса яңыраҡ донъя күргән әҫәрҙәр, әле ижад итеүсе әҙиптәр ижадына иғтибар туплайым. Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина романдары, Аҡмулла, Бабич, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим шиғриәте өлгөһөндә тәрбиәләнгән быуын вәкиле булараҡ, улар кимәленән, улар юғарылығынан сығып баһаларға ынтылам. Милли характерҙы асҡан әҫәрҙәр нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Редакцияларҙан килеүсе заказдарҙы иҫәпкә алмайынса ла булмай…
Ф. Күзбәков: Төп критерий, әлбиттә, әҫәрҙең художество кимәле инде ул. Ижад емешенең өлгөрөп еткән, йә, киреһенсә, сейле-бешле булыуы әҙип үҙ алдына ҡуйған маҡсатҡа өлгәшә алыу-алмау проблемаһын килтереп сығара бит. Ә маҡсаттар ниндәй булған һуң? Шулай итеп, художестволылыҡ, образлылыҡ, ижади оҫталыҡ мәсьәләләре үҙенән-үҙе әҫәрҙең йөкмәткеһе, ваҡиғалар сылбыры, геройҙар тураһында һөйләшеүгә илтә. Әҫәрҙе тикшергәндә һинең өсөн нимә мөһимерәк: теманың актуаллегеме, әллә художестволылыҡмы?
З. Әлибаев: Икеһенең берлеге. Бөгөнгө көн ҡаҙағына һуҡһын…
Ф. Күзбәков: Ә бөгөн актуаль булған күренеш, иртәгә икенселгә әйләнеүе лә бар бит әле… Ысын мәғәнәһендәге талант идеологияға хеҙмәт итмәһә, арзан дан, йәиһә ни ҙә булһа маҡтаулы исем, премиялар тип ҡырсынмаһа, тема актуаль булған өсөн генә художестволылыҡты артҡы планға күсермәҫ, публицистик характерҙағы әҫәрен роман тип тәҡдим итмәҫ… Тап ошондай сетерекле хәлдәрҙе күҙ уңында тотҡанда, әҙәби тәнҡитсегә айырыуса принципиаллек күрһәтергә кәрәктер бит. Икенсе яғы ла бар: әҙәби тәнҡитсенең һүҙе үтемлеме һуң, әйткәндәренә ҡолаҡ һалалармы? Уның абруйын күтәреү буйынса идаралыҡ нимә эшләй? Шул уҡ маҡтаулы исемдәр биреү буйынса эшләгән комиссияларҙа профессиональ тәнҡитсе булып танылған кем бар? Ошондай сәбәптәр арҡаһында маҡтаулы исемдәрҙең бәҫен ебәрҙек түгелме?
З. Әлибаев: Был осраҡта тупаҫыраҡ яңғыраһа ла халыҡтағы шундай әйтем иҫкә төшә: эт саба тип, бет саба. Ул алған бит, ә ни эшләп мин алмаҫҡа тейеш, тип уйлай күптәр. Ваҡландыҡ, һүҙ сәнғәтен ваҡланыҡ. Бөгөнгө прозала үҫеш һиҙелмәй…
Ф. Күзбәков: Дөйөм алғанда, бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә Әмир Әминев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатовалар ижады ла бар бит әле. Эҙләнәләр, ҡыҙыҡлы табыштарға юлығалар… Прозала ла, шиғриәттә лә Мәүлит Ямалетдин уңышлы эшләй. Былтырғы "Яңы офоҡтарға" конкурсы ла әҙәби процесҡа бер йәнлелек индереп ебәрҙе. Ғәлим Хисамовтың романдары айырым һөйләшеү талап итә. Күптән түгел премияға тәҡдим ителеп, ҙур-ҙур мәҡәләләр баҫылған романдар хаҡында ла уҡыусы профессиональ тәнҡитсе һүҙен бик тә ишетергә теләр ине. Бөгөнгө әҙәби процесты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәби тәнҡит аша күҙаллауы ҡыйыныраҡ түгелме?
З. Әлибаев: Бөгөнгө әҙәбиәт донъяһында ваҡиға булырҙай әҫәрҙәребеҙ бар ул, тик беҙ уларҙы күрә-күрһәтә белмәйбеҙ. Көндәлек ығы-зығыла эреһе-вағы бергә бутала. Әле телгә алынған Фәрзәнә Аҡбулатова ижады ентекле иғтибарға лайыҡ. Уның формаға бәйле эҙләнеүҙәре уңышлы килеп сыға. Нияз Алсынбаев та был йәһәттән ҡыҙыҡлы булмаҡсы… Тик күп нәмә теләк булыуҙан үтә алмай. Беҙ хатта төрлө яҡлап Рәми Ғарипов ижадын тулайым баһаламағанбыҙ. Беҙгә бөгөнгө әҙәбиәтте яҡшы белгән профессионалдар кәрәк. Ваҡыт еткереүе ҡыйын. Бигерәк тә прозаға…
Ф. Күзбәков: Уныһы шулай. Роман үҙе лә бер көн эсендә яҙылмай. Яҙылғас, баҫылып сығыуын көтөргә кәрәк. Баҫылғанды тәнҡитсе иғтибарға алырға, уҡып сығырға, фекер тупларға… Ә бөгөнгө заман - компьютер заманы, ракета тиҙлеге. Романдарға ваҡыт бүлә аламы бөгөнгө башҡорт уҡыусыһы?
З. Әлибаев: Әҙәби тәнҡитсе тап бына ошо проблемаларҙы күҙ уңында тотоп эшләргә тейеш тә. Ул, башта әйткәнемсә, әҙип күңеленән уҡыусы йөрәгенә күпер һалырға тейеш. Уҡырлыҡ әҫәрҙең уңышлы яҡтарын асып күрһәтергә, кәмселектәренә күҙ йоммаҫҡа, сәнғәти матурлыҡҡа иғтибар иттерергә… Әҙәби тәнҡит тә - заман емеше, йәғни йәмғиәт менән бергә атлай, бергә үҙгәрә. Иң мөһиме - профессиональ кимәлдә булырға тейеш ул. Ижадсының шәхесенә, таныш-тоношлоҡҡа ҡарамай, ижад елкәндәренең йүнәлешен билдәләп, хәрәкәтте барлыҡҡа килтереүсе фекерҙе ваҡытында, урынында әйтеп барырға бурыслылыр, тип уйлайым. Бөгөн беҙҙә "парад" йәки "биҙәкле" тәнҡит өҫтөнлөк итә һәм беҙ, шуның менән мауығып, төп эшебеҙҙе онотабыҙ, буғай. Әҙәби тәнҡит бөгөн "ҡартайҙы". Бер тирәлә уралабыҙ. Яңы, үткер, ҡыйыу фекер юҡ. Хатта уның кәрәге лә юҡ һымаҡ. Сөнки әҙәбиәт донъяһында әҙәби тәнҡиткә үгәйһетелгән ҡараш йәшәп килә. Был тармаҡта хеҙмәт итеүселәр тик "парад", юбилейҙар ваҡытында ғына иҫкә төшә. Уларҙы "пафослы маҡтау" менән ҡоралландыралар ҙа ҡуйған маҡсаттарына өлгәшәләр. Объективлыҡ етешмәй. Яҙыусыға бит артабан үҫешеү өсөн ғәҙел фекер ишетеү бик мөһим. Асылда нисек килеп сыға? Премияға тәҡдим ителгән әҙип ижады хаҡындағы мәҡәләләрҙе йыш ҡына уҡырлыҡ булмай. Юбилейҙарға бәйлеләре тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй - барыһы ла бер ҡалыптан. Быныһы бер хәл. Ҡыҙғанысы шунда: саралар үтә - әҙип онотола. Ә, бәлки, тап ошоноһо иң ғәҙел баһалыр? Әҙәби тәнҡиттә лә төрлөлөк кәрәк.
Әҙәбиәттең айырым-айырым йүнәлештәре буйынса байтаҡ хеҙмәттәр бар, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҡлана, тик әҙәбиәт өлкәһендә үҙенең фәнни мәктәбен булдырған ғалимдарыбыҙ бармы? Заманында академик Ғайса Хөсәйенов мәктәбе бар ине. Ә хәҙер ундай бер мәктәп тә юҡ. Бәлки, шул сәбәпле тулайым әҙәби процесс тейешенсә баһалана алмайҙыр. Был йәһәттән һеҙ "Ағиҙел" биттәрендә ойоштоған әңгәмәләр ошо бушлыҡты тултырғандай иткәйне: тәрән-тәрән фекерҙәр яңғыраны, өлгөрөп еткән мәсьәләләр ҡуҙғатылды, хәл ителергә тейешле проблемалар бар ҡырҡыулығында ҡуйылды. Тик ул осорҙағы әҙәбиәт цехы етәкселеге был башланғысты күтәреп алырға теләмәне…
Ф. Күзбәков: Парадокс шунда: күптәребеҙ бөгөнгө әҙәби процесҡа тәғәйен баһа ишетергә теләй, әммә шәхсән үҙе хаҡында маҡтау ғына яңғыраһын… Телгә алынған фәнни мәктәпте туранан-тура ғына ла аңларға ярамайҙыр, моғайын. Ғайса ағай Хөсәйеновҡа бәйле әйтмәксемен. Ул бер үҙе генә лә тотош институт башҡара алырҙай эштәр атҡарҙы. Тиҫтәләгән фән кандидаттары, фән докторҙары әҙерләне. Уларҙың күпселеге әҙәбиәт тарихы менән шөғөлләнә, бөтәһе лә, беҙ Ғайса Хөсәйенов мәктәбен үткәнбеҙ, тип әйтә ала. Шулай ҙа был, миңә ҡалһа - күбеһенсә, тышҡы, формаль күрһәткес кенә. Фәнни мәктәп тип аталған күренеш - остаз ирешкәнде яңы осорҙа яңыса үҫтереп алып китеү ҙә ул. Икенсенән, фән донъяһында кемдеңдер башланғыстарын дауам итеү - мотлаҡ уның етәкселегендә генә диссертация яҡлауға һис кенә лә бәйләнмәгән. Үкенеслеһе шул: хатта академик Ғайса Хөсәйеновтың әҙәбиәт ғилеменең һәммә тармағында ла уның һымаҡ уҡ ҡолас ташлап иркен йөҙгән энциклопедик ҡарашлы уҡыусыһы күренмәй…
Ә шулай ҙа… Булғанының ҡәҙерен белеп, әҙәбиәт донъяһында ең һыҙғанып эшләргә дәрте-теләге ташып торғандарҙы мәлендә күтәрмәләргә, уй-фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып торорға кәрәк беҙгә. Әҙәбиәтебеҙ, телебеҙ, рухиәтебеҙ тип, ихлас янып йәшәһәк, үрҙә әйтелгәнсә, халҡыбыҙға торошло булырбыҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.17 | Ҡаралған: 1301

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru