Күптәр йүгереүҙең файҙалы икәнен белә, әммә әүҙем йәшәү рәүешенә ылығырға ынтылмай. Йүгергән мәлдә тәндең бөтөн төп мускулдары эшләй, ҡан әйләнеше системаһы нығый, хатта ҡандың кислород һәм биохимик составы ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Йүгереү кәйефте лә күтәрә.
Беҙ ғаиләбеҙ менән йүгерәбеҙ. Йәш саҡта Башҡортостан чемпионы ла булғайным. Вилүр ағайығыҙ менән дә ошо шөғөл таныштырҙы. Күп йылдар ситтә йәшәнек, эшләнек. Балалар мәктәпте тамамлай торҙо, Башҡортостан вуздарына уҡырға инә торҙо, шуға ла беҙ ҙә ҡайттыҡ. Ирем спорт күнекмәләрен кире тергеҙеп, төрлө ерҙәрҙә үткәрелгән марафондарҙа ҡатнаша башланы. Мин дә уға эйәреп, бер йыл инде әүҙем шөғөлләнәм. Йәй яландар, баҫыуҙар буйлап йүгерәбеҙ, ҡышын инде бер юл - көн һайын биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылға йүгереп барып киләбеҙ, бөтәһе ун саҡрым була. Ямғыр яуамы, ҡармы, эҫеме, һыуыҡмы - былар һине туҡтатырға тейеш түгел. Шул тиклем тәртипкә өйрәтә бит ул спорт. Ихтыяр көсө тәрбиәләй. Йә һыуыҡ, йә ҡараңғы, йә кеше көлә, тип ултырырға кәрәкмәй. Яйлап, үҙең өсөн генә йүгерһәң, файҙаһын тояһын. Миңә хәҙер 61 йәш, беҙҙең йәштә үҙеңде ныҡ арытырға ла ярамай.
Әле генә ғинуар аҙағында Санкт-Петербургта үткән 48-се "Йәшәү юлы" Халыҡ-ара ҡышҡы марафонда ҡатнашып ҡайттыҡ. Был ярыш Ленинградты блокаданан азат итеүҙең 73 йыллығына арналды. Унда 2500-гә яҡын кеше ҡатнашты, улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән килгәйне. Беҙ ҙә илебеҙ тарихындағы был бөйөк ваҡиғаға үҙебеҙҙең ихтирамыбыҙҙы күрһәттек. Финишҡа 1935 кеше генә килеп етә алды, улар араһында беҙ ҙә бар инек. Мин - 21 саҡрым 097 метрға, ирем 42 саҡрым 195 метрға йүгерҙек. Башҡортостандан 4 кеше барҙыҡ, Салауат ҡалаһынан класташым Фирҙәүес Байрамғолова, Дүртөйлөнән 65 йәшлек Рауил Шәйхетдинов һәм беҙ. Үткән йылды ноябрь айында уҡ билет алып ҡуйҙыҡ, туҡтар урын хәстәрләнек. Марафон мәлендә көйәрмәндәр күп булды, йүгереп үтеп барғанда ҡул сабалар. Бер кеше - ялан аяҡ, берәү һалдат булып кейенеп, ҡулына мылтыҡ тотоп йүгерҙе. Митинг булды, бер майор үҙенең шиғырҙарын һөйләне. Был сара Рәсәйҙең иң эре 5 марафоны исемлегенә инә, төп дистанция - 42 саҡрым 195 метр. Бына шулай, яратҡан шөғөлөбөҙ ярҙамында ер-һыу күреп тә өлгөрәбеҙ. Йүгереү - беҙҙе йәшәртә, күтәренке кәйефтә йәшәтә, тип тә өҫтәр инем. Шуға, әйҙәгеҙ, беҙгә ҡушылығыҙ, сәләмәт булырһығыҙ.
Вәсилә КАМАЛЕТДИНОВА.
Архангел районы Көмәрле ауылы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|