«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БӨЙӨК ИЖАДҠА ҺУҠМАҠ...
+  - 

Бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпиндың музыкаль карьераһы Өфөлә башлана. Ул йәшәгән Гоголь урамындағы 1-се йорт бөгөнгө көндә лә һаҡланған.

Шаляпин 1873 йылда Ҡаҙанда земство идаралығы писаре ғаиләһендә тыуған. Әммә дүрт класс белеме булған, итексе өйрәнсеге булып йән аҫырарлыҡ аҡса эшләгән һәм сиркәү хорында йырлап йөрөгән Шаляпин өсөн сәнғәткә юл тап Өфөлә асыла. 1890 йылда Өфөгә барыу өсөн тупланған Семенов-Самарский труппаһы йәш Федорға тормошон үҙгәртеү мөмкинлеге аса. Был ваҡытта уға 17 йәш була. Бер эштән дә ҡурҡып тормай, лампа ла таҙарта, сәхнә лә һеперә, декорациялар ҙа ҡора. Федор бер кер йыуыусының подвалда урынлашҡан бүлмәһендә йәшәй. "Театрҙы бер күңел асыу сараһы итеп кенә күрһәм дә, сәнғәткә хеҙмәт итә алыуым менән сикһеҙ ғорурлана инем", - тип яҙа ул аҙаҡтан.
Йырсы булараҡ тәүге дебюты 1890 йылдың 26 ноябрендә, А. Замараның "Певец из Палермо" тип аталған операһында була. Шаляпин унда хорҙа йырлай. Өфөлә уның тәүге афишаһы ла сыға, бер данала булған был афиша ла хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған. "Беренсе тапҡыр бындағы сәхнәлә. "Галька" рус комик операһы һәм опереттаһы, 1890 йыл, 18 декабрь" тип яҙылған була унда һәм Шаляпиндың исеме актерҙар араһында күрһәтелә. Был осраҡлы рәүештә килеп сыға, актерҙарҙың береһе сығыш яһауҙан баш тарта һәм Федор уны алыштырып тора. Бынан һуң уға күберәк эш хаҡы түләй һәм башҡа ролдәргә саҡыра башлайҙар. Миҙгел аҙағында тамашасы уны баш ҡалала ҡалырға өндәй, әммә ул Өфөнән китә.
Бер нисә йылдан һуң Шаляпинды С. Мамонтов Мәскәү шәхси операһына саҡыра, ул унда халыҡ һөйөүен яулай. 1899 йылдан Ҙур һәм Мария театрҙары солисы булараҡ, Федор Шаляпин сит илдәргә гастролдәргә сыға башлай. 1922 йылдағы сираттағы гастролдәре башта байтаҡҡа һуҙыла һәм эмиграцияға әйләнә, Рәсәйҙә уға башҡа сығыш яһарға тура килмәй.
Шаляпин Өфөлә бер йылға яҡын йәшәй, әммә был ҡала уның ижади тормошонда ҙур урын биләй. "Страницы моей жизни", "Маска и душа" тип аталған автобиографик китаптарында ул был осорҙо бик йылы итеп хәтергә ала.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.17 | Ҡаралған: 1394

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru