Ғәҙәттә, йырҙар ижад итеүсе композиторҙың исем-аты тыңлаусыларға бик билдәле лә булмай, йырҙың данын күберәк йырсы күтәрә. Был бигерәк тә һәүәҫкәр композиторҙарҙың ижадына хас күренеш. Әммә бөгөнгө ҡунағыбыҙҙың йырҙары ғына түгел, үҙе лә башҡорт эстрадаһында лайыҡлы урын алып тора. Һүҙебеҙ һәүәҫкәр композитор, автор-башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә ҮҘӘНБАЕВА тураһында. Уның йырҙарын Хәниә Фәрхи, Фирүзә Париж, Артур Ҡунаҡбаев, Римма Амангилдина, Венера Юлгилдина, Рәил Өмөтбаев, Радик Юлъяҡшин һәм башҡа популяр йырсылар башҡара.
Флүрә апай, Һеҙ хәҙер Өфөлә ижад итәһегеҙ икән, баш ҡаланың ижади мөхитендә үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?
- Өфө мине гел үҙенә тартып торҙо. Ғүмерем буйы Мәләүез ҡалаһында йәшәнем, Мәҙәниәт йортонда эшләнем. Унда ла ижад итергә мөмкинлек булды, шөкөр. Балалар үҫтергәндә һағышланып ултырырға ваҡыт та булманы. Шулай ҙа Өфө үҙенә тартып тик тора торғайны, ундай мәлдәрҙә йә йыр яҙҙырам, тип, йә концертта ҡатнашам, тип, төрлө сәбәптәр табып, килеп етә инем. Хәҙер рәхәтләнеп эшләйем, күңелдә шундай бөтөнлөк, һиллек. Мин үҙемде бәхетле яҙмышлы композитор тип иҫәпләйем. Бөгөнгө көнгә 100-ҙән ашыу йырым бар. Ҡустым, професиональ композитор Юлай Үҙәнбаев та, яҙ, апай, тип дәртләндереп тора.
Республика буйлап концерттар менән сығырға тырышам. Йырҙарымды башҡарыусылар күп булғас, береһе бара алмаһа, икенсеһе бара, шулай тиҙ генә концерт бригадаһы төҙөп алабыҙ.
Башҡорт халҡы һүҙҙең бәҫен, баһаһын белгән халыҡ, быны халыҡ йырҙары ла раҫлап тора. Композитор булараҡ, йырҙың тексына иғтибар итәһегеҙме? Бөгөн башҡорт эстрадаһында мәғәнәһе бөтөнләй булмаған йырҙар ҙа бар бит?
- Ниндәйҙер эске мәғәнәһе булғанда ғына шиғыр һинең күңел ҡылдарыңды сиртә ала. Һүҙҙәренә, мәғәнәһенә мотлаҡ иғтибар итәм. Мәләүездә эшләгән саҡта халыҡ йырҙарын күп башҡарырға, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа күп ҡатнашырға тура килде. Шуға ла мин халҡыбыҙҙың зауығын яҡшы беләм. Быйыл "Юлдаш йыры - 2017" бәйгеһендә ҡатнашып йөрөйөм. Уның өсөн "Баяс" йырын яҙҙырҙым да, тағы бер тапҡыр, бына ҡайҙа ул тәрәнлек, матурлыҡ, тип уйлап алдым.
Хәҙер интернет заманы, шиғырҙы китапханаларҙан эҙләп алмайбыҙ, шиғыр яҙыусылар үҙҙәре тәҡдим итә. Миңә башлыса социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итәләр. Минең бер ҡағиҙәм бар - һәр йыр хит булырға тейеш. Әгәр ҙә шиғыр беренсе уҡығанда уҡ күңелгә ята икән, уға йыр яҙыуы ла еңел була, ул башҡарыусыға ла, тыңлаусыға ла оҡшаясаҡ. Йырҙарымдың авторҙары республиканың төрлө төбәктәрендә, сит өлкәләрҙә, хатта сит илдәрҙә йәшәй. Йырҙы яҙғас та эш тамамланмай әле, уға аранжировка яҙыусыны ла, музыканттарҙы ла үҙем табам. Уйлап, стилдәр төрлө булһын, ҡабатланмаһын өсөн оҙаҡ итеп эшләйем. Эстраданы еңел өлкә тип ҡарарға ярамай, унда ла йырҙар сифатлы булырға тейеш. Һуңғы мәлдә минең "Ике балам", "Бала илай", "Яралар" йырҙарым бик билдәле булып китте. Уларҙы оҙаҡ ҡына йырлап йөрөрҙәр әле, тип ышанам. Ҙур юбилей концерты ойошторорға тигән хыялым бар ине, әлеге мәлдә шуға әҙерләнәм. Ул "Бар әле йәшәйһе" тип атала һәм 30 мартта РТИ Мәҙәниәт йортонда буласаҡ.
Йәште йылдар түгел, күңел торошо билдәләй, тиҙәр. Яңы бейеклекте ниндәй кисерештәр менән ҡаршы алдығыҙ?
- Ҡатын-ҡыҙ өсөн, иң мөһиме, күңел бөтөнлөгө. Өлкәнәйгән һайын үҙеңде, тормош мәғәнәһен яҡшыраҡ аңлай башлайһың. Шөкөр, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, туғандар ҡыуандырып ҡына тора, был йәһәттән донъям теүәл. Ижадҡа килгәндә, йәш үткән һайын, эшләнәһе эштәр, яҙаһы йырҙар һис кәмемәй, киреһенсә, күпкә өлгөрөп ҡалырға тырышаһың. 50 йәшемә тиклем мин барыһы ла алда әле тип уйлап йәшәп тик ятҡанмын. Шуға ла 50 йәшемде ауыр ҡабул иттем. Ғүмеремдең иң бейек нөктәһенә еттем, хәҙер бит тауҙан аҫҡа төшә башларға тура киләсәк икәнен аңлап, аптырап киттем. Был миңә этәргес көс булды, күп йырҙар яҙҙым. Шул мәлгә лә ун йыл ваҡыт үтеп киткән. Шуға ла быйыл ҙур концерт эшләп, Өфөлә ижадташ дуҫтарымды йыйырға булдым. Барыһы ла саҡ башлана ғына әле, һәр йәшебеҙҙе ошондай юғары кәйеф менән ҡаршы алайыҡ.
Шулай итеп...
Үҙәнбаевтар - башҡорт сәнғәте өсөн үҙ кешеләр. Уларҙың һәр береһенең үҙ юлы, үҙ тауышы. Һәм уларҙың һәр береһе үҙенә, үҙ ижадына бик талапсан икән, тигән фекергә киләһең Флүрә апай менән әңгәмәләшкәндән һуң. Йыр борондан халҡыбыҙҙың юлдашы булған, бөгөн дә йыр ижад итеүселәр, йыр башҡарыусылар күп арабыҙҙа. Иң мөһиме, был йырҙар беҙҙең күңел талабына ғына түгел, халҡыбыҙҙың асылына тура килһен. Шул саҡта ғына Флүрә Үҙәнбаеваның йырҙары кеүек "халыҡсан" тигән баһа алыр улар.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА