«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОСРАШЫУ АСЫШТАРҺЫҘ БУЛМАНЫ
+  - 

Тормош ҡуласаһы бер генә мәлгә лә туҡталыу белмәй. Дәүерҙәрҙе дәүер алмаштырып, бер ҡоролош урынына икенсеһе барлыҡҡа килеп, йә һиллектә, йә йөрәктәрҙе өшөтөр ыҙғыш-сыуалыштарҙа сағылып, донъя йомғағы һүтелә-һүтелә үҙ юлынан тәгәрәй. Меңәр-меңәр йыл шулай булған һәм шулай буласаҡтыр, күрәһең. Әммә ошондай мәлдәрҙә лә йәшәүҙән йәм-тәм табып, кешелек асылын юғалтмай, рухын байытып, илдең үткәне менән ғорурланып, киләсәген уйлап йәшәй халҡыбыҙ. Халыҡты йәшәтеүсе көс - ул милли үҙаң, әҙәп, иман, йәндәй күргән ғәзиз тыуған ер, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ биҙәкле туған тел, йырлы-моңло өн-һүҙҙәребеҙ.

"Яхъя бәйән иткән яҡшы хәбәр" исемле китапта шундай юлдар бар: "Иң башта Һүҙ булған. Һүҙ иң башта уҡ Аллаһы менән булған. Бөтә нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған һәр нәмә Унан башҡа яратылмаған. Унда (Һүҙҙә) тормош булған, һәм шул тормош кешелеккә яҡтылыҡ биргән..."
Шағирыбыҙ Ҡәҙим Аралбайҙың:
Һүҙ-ташҡын да:
йыуып ташлай йылдар туҙанын,
Һүҙ-осҡон да:
тоҡандыра ыҙғыш усағын,
Һүҙ-ҡаяу ҙа:
ыуы менән һибә михнәтен,
Һүҙ-дауа ла:
йәнгә бөркә йәшәү сихәтен... -
тигән һүҙҙәрендә лә оло хәҡиҡәт яталыр. Ысынлап та, Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйтһәк: "Һүҙ бит аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул гүзәллекте аңлатыр кеше рухының үлсәме, күрһәткесе".
Ошо көндәрҙә үҙенең ижади емештәрен бына ошо үлсәмдәргә - шиғриәт бизмәненә һалып ҡарарға теләүсе Белорет районының" Иҙел башы" әҙәби ойошмаһы ағзалары һәм мәктәп уҡыусылары, Учалы, Әбйәлил райондарының төрлө йәштәге ҡәләм тибрәтеүселәре, һауа торошоноң көйһөҙлөктәренә лә ҡарамай, әҙәби кәңәшмәгә йыйылды. Унда Өфө ҡунаҡтары - үткер һүҙле, аныҡ, тос фекерле Дамир Шәрәфетдинов, аҫыл шиғриәтебеҙҙең матур бер биҙәге Тамара Искәндәриә һәм ғалимә Ғәҙилә Бүләкова ла ҡатнашты.
Ундан ашыу кеше үҙ эштәрен тәҡдим итте шиғриәт бүлеге оҫталарына. Уҡып та, фекер төйнәп тә, тәҡдимдәрен әйтеп тә өлгөрөргә кәрәк ине килгән әҙиптәребеҙгә. Ауырға төштө, шулай ҙа, ваҡыттарын йәлләмәй, бер аҙналыҡ эште бер көндә атҡарып сыҡты улар. Ҡайһы бер йәштәребеҙгә Дамир Шәрәфетдиновтың һүҙҙәре ҡатыраҡ булып та бәрелгәндер (тураһынан һалдыра шул ул). Тәнҡит һүҙҙәрен көймәй-асыуланмай үткәргәндәр - үҙ баһаһын күтәргәндәр, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Хирург та, ауырыу һауыҡһын өсөн, башта ныҡ итеп ауырттыра, унан һауыҡтыра икәне һәммәбеҙгә лә мәғлүм. Ә Тамара Искәндәриәнең хисле, изгелекле, доға-фатихалы һүҙҙәре, бар шик-шөбһәләрҙе юйып, ҡәләм тибрәтеүселәр күңеленә өмөт нуры һипте. Төплө кәңәштәрен биреп, нескә күңел ҡылдарына һаҡ ҡына сиртеп, дөрөҫ йүнәлешкә юл асты әҙиптәр. Һүҙ бәҫен, һүҙ баһаһын, фекер ҡеүәһен аңлай-тоя белгәндәргә яҡшы һүҙҙәрен дә йәлләмәнеләр. Әҙ һөйләп, күпте аңлата алыуҙарына, күҙгә-күҙ ҡарап, сурытмай, һүҙҙәрен үлсәп, уйлап ҡына әйтеүҙәренә һоҡланмау мөмкин түгел уларҙың.
Осрашыуҙар бер ҡасан да осраҡлы булмай. Һәр осрашыуҙан яңылыҡ, күңелдәрҙе бәйләр йылылыҡ ҡала. Беҙ ҙә был осрашыуҙан иҫ китмәле фәһемле мәғлүмәттәр алдыҡ. Танылған әҙиптәребеҙ менән ҡара-ҡаршы ултырып, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй һөйләшеү, йәнле аралашыу, уй-хистәребеҙ менән уртаҡлашыу барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Өс тиҫтәгә яҡын ҡәләм тирбәтеүсенең ижади ҡомары тураһында һүҙ барҙы осрашыуҙа. Әлбиттә, был яҙмаларҙың бөтәһе лә әле шиғыр, ә үҙҙәре - шағир түгел, сөнки шиғриәттең буй етмәҫлек ҡанундарына тулыһынса яуап биреү - бик һирәктәргә тейгән өлөш. Яҙышҡан бөтә кеше лә яҙыусы, шағир булып китә алмай, әммә ошо әҙәбиәт даръяһының бер тамсыһына әйләнә, уға хеҙмәт итә. Йөрәк аша үткән уй-хистәрҙән фәһем алырлыҡ кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һайлап алып, туплап, үҙ ҡараш-фекере призмаһы аша үткәреп, ташҡа баҫтырыу - оло хеҙмәт. Ташҡа баҫылғандар юғалмай - быны беләбеҙ. Ошо бәләкәй генә яҙмаларҙың ҡасандыр бик кәрәкле булыуы ихтимал. Хатта оло йәштәрҙә лә кисеүҙәрҙе кисә-кисә, иңеңә төшкәнде ауырһынмай ғына күтәреп, өмөт менән алға барыу төрлө уйҙарға һала. Ошондай саҡтарҙа, күңел хистәре тулышып, ҡулыңа ҡәләм алаһың. Кем белә, әле камил да булмаған ошо бәләкәй генә яҙмаларҙан йәштәрҙең яҙмыш юлы башланалыр ҙа. Тик әҙәбиәт тигән оло донъяға аяҡ баҫҡас, уға илке-һалҡы ғына, ваҡыты-ваҡыты менән генә мөрәжәғәт итеү яҙыҡтыр. Яҙышырға йөрьәт иттеңме, тырыш, өйрән, ташлама, сөнки уңыш уңғандарға ғына эйәрә. Шуныһы мөһим: бер-беребеҙгә тоғро була белгән кеүек, шиғриәткә лә тоғролоҡ һаҡлау кәрәклеген бер ҡасан да оноторға ярамай.
Башҡалар күңелендәге үҙеңә ауаздаш матурлыҡты ла күрә белеү - оло рухи хазина, һәм уны һәр саҡ үҫтереү зарур икәнлеген аңлау ҙа үҙе ҙур табыш ине күптәребеҙ өсөн. Шағирҙарҙы көн дә күреү, уларҙың һынсыл ҡараштарын тойоу, аралашыу һирәк эләкһә лә, бик берәгәйле, асыҡтан-асыҡ, онотолмаҫ һөйләшеү булды был осрашыуҙа. Һәр осрашыуҙың ниндәйҙер асышы булған кеүек, бында ла өмөт бағларҙай исемдәр танылды. Был исемлеккә һис шикһеҙ Рәсимә һәм Зөлфиә Сәлиховаларҙы индерергә була. Инйәрҙән килгән Әлиә Саматованың хикәйәһен тыңлап, баһалаусылар алдан һөйләшеп ҡуйған кеүек, өсөһө бер юлы баш бармаҡ сөйөп күрһәтте. "Иҙел башы"ның ишеген тәүләп шаҡыуына бер йыл ғына булһа ла, ойошмала һәләтле, киләсәге өмөтлө булған прозаик тыуып килеүен таныу булды был. Эш барышында әҙиптәребеҙ ябай, аңлайышлы ғына итеп етешһеҙлектәрҙе лә асып һалып, төҙәтеү юлдарын күрһәттеләр, аҡыллы кәңәштәрен бирҙеләр, уңыштар теләнеләр. Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә шул! Ижадсы донъяһы - үҙе бер сер, үкенескә ҡаршы, бер осрашыуҙа ғына уны асып һалыу мөмкин түгел. Шуға ла ихлас теләктәребеҙҙе еткерергә ниәтебеҙ: бер-беребеҙҙе байытҡан, күңел ҡылдарын сирткән ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине!

Мәүлиә САФИУЛЛИНА. Әбйәлил районы Байым ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 1131

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru