Башҡорт милли театры - ул романтик театр, шуға ла бөгөн дә тамашасыларға сәхнәлә матур мөхәббәт тарихтары, хис-тойғолар ҡойоно, йыр-бейеү яҡыныраҡ кеүек. Шулай ҙа бөгөнгө башҡорт театры ниндәй юлдан китергә, ниндәй юҫыҡта үҫешергә тейеш? Ошолар тураһында Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры режиссеры Айҙар Марат улы ЗАРИПОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
Һеҙ режиссураға актерлыҡ һөнәре аша килгән кеше. Һөнәр алыштырыу һөҙөмтәһендә театр сәнғәтенә ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?
- Актер булып, мин ниндәйҙер ҙур ролдәр эшләнем, тип әйтә алмайым. Әммә режиссер актер һөнәренең нескәлектәрен белһә, яҡшыраҡ. Зиннур Фәрит улы Сөләймәнов менән Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжында студенттарҙы уҡыта башлағас, унда спектаклдәр ҡуйырға ла тура килде һәм мин яйлап ошо юлды һайланым. Әлеге мәлдә Борис Щукин исемендәге Театр институтында белем алам, бер юлы театрҙа режиссер булараҡ та эшләп йөрөйөм. Әлбиттә, һөнәрҙең сөмгөлдәренә нығыраҡ сумған һайын, үҙең өсөн күп нәмә асаһың. Яйлап, элекке ҡараштар ҙа үҙгәрә. Төрлө әҫәрҙәр, Мәскәү театрҙары спектаклдәрен күреү һөҙөмтәһе был. Һәр хәлдә, мин тормошомдо театр менән бәйләүемә шатмын. Театр мине үҙгәртте, ул миңә иреклек тойғоһо бирҙе. Мин беҙ күп нәмәгә һәләтле икәнебеҙҙе аңланым.
Режиссер булараҡ, тәүге эштәрегеҙ ниндәй?
- Бөгөн башҡорт театрҙары өлкәндәр өсөн генә эшләмәй, беҙ балалар өсөн дә күп әҫәрҙәр сәхнәләштерәбеҙ. Мин дә әкиәттәрҙән башланым. Яңы йыл байрамына ике әкиәт яҙып, ҡуйыусы-режиссер булараҡ сығыш яһаным. Социаль спектакль, В. Сигарев буйынса - "Чума XXI века@zhizni.net", Илшат Йомағоловтоң "Мөхәббәт ҡоштары" пьесаһы буйынса "Һөйәрҙәргә ҡапҡан", В. Аккермандың "Хыялдар тормошҡа ашыр ер" комедиялары, Салауат дәүләт башҡорт драма театрында Дамир Йосоповтың әҫәре буйынса "Ҡырмыҫҡа иләүе" әкиәтен сәхнәләштерҙем. Әле генә сәхнәгә Мөнир Ҡунафиндың "Люксембургҡа барып ҡайтҡансы" фантасмагорияһы сыҡты. Тамашасы нисек ҡабул итер икән, тип борсолғайным, былай яҡшы тәьҫорттар менән таралыштылар шикелле. Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге башҡорт авторҙарын үҫтереү йәһәтенән күп эш башҡара. Драматургтарҙы йыйып, пьесалар яҙҙырып, уларҙы тәнҡитселәр менән тикшереп, ике йыйынтыҡ сығарҙылар. Мөнир Ҡунафин менән беҙ шулай таныштыҡ. Театрҙарға бөгөн актуаль проблемалар кәрәк. Мөнир Ҡунафин әҫәрҙәрендә бер генә темаға мөрәжәғәт итмәй, был фантасмагорияла ла иман темаһы ла, ысын ир-егеттәр юҡ тигән ҡараштарға яуап та, диндең әлеге ваҡытта ниндәй формала булыуы ла, экология ла, тағы ла әллә күпме күренештәр яҡтыртыла.
Режиссер булараҡ, нимә яҡыныраҡ - милли театрҙың традицияларымы, әллә эксперименттармы?
- Бөтөн нәмә материалдан тора, һин барыбер унан этәреш алаһың. Эксперименттар шуныһы менән яҡшы, улар һиндә "икенсе һулыш" аса, актерҙарҙа ла улар үҙҙәре лә белмәгән-һиҙмәгән үҙенсәлектәре табыла. Үҙеңде төрлө жанрҙа һынап ҡарарға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта милли театр традицияларына ла яҡшы мөнәсәбәттәмен. Шулай ҙа башҡорт театры күберәк үҙ ҡаҙанында ҡайнай кеүек тойола миңә. Донъя театрҙары жанр йәһәтенән дә эксперименттар үткәрә, вербатим, документаль театрҙар барлыҡҡа килә. Элек театр халыҡҡа оҡшарға тырыша ине, хәҙерге заман театры үҙенең алдына ундай маҡсат ҡуймай. Ул ниндәй ҙә булһа тема күтәрә, оҡшаймы был спектакль тамашасыға, юҡмы, был турала ул борсолмай. Театр төрлө булырға тейеш, шул иҫәптән, милли театр ҙа.
Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА