Актер өсөн театрҙа йәки кинола бөйөк шәхестәрҙе уйнай алыу мөмкинлеге - уңышлы билет тартып сығарыу менән берҙер, моғайын. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған һәм ошо көндәрҙә тамашасы иғтибарына тәҡдим ителәсәк "Бабич" фильмында ялҡынлы шағир, билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Шәйехзада Бабич ролен башҡарған актерҙың был ролгә илткән юлы ла, үҙенең шәхесе лә күптәргә ҡыҙыҡтыр. Шуға ла М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз ТАҺИРОВ менән әңгәмәбеҙҙә уның үҙенең күңел донъяһын асырға тырышырбыҙ.
Һынауҙар нығыта ғына
Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Нуркин ауылында тыуып-үҫтем. Үҙебеҙҙең ауылда - башланғыс, күрше Бәжекәйҙә 9-сы класты тамамлағас, ауылдаш егеттәр СПТУ-ға уҡырға киттеләр. Атайым, ҡартайым механизаторҙар булһа ла, минең быға һәләтем юҡ ине. Гитара ҡыҙыҡһындыра ине мине, бейергә ярата инем. Мәктәптә уҡығанда заманса бейеүҙәр түңәрәгенә бер тапҡыр ғына барҙым да, ҡыҙҙар араһында бейеп йөрөй, тип егеттәр көлгәс, башҡаса барманым. Бер үҙемдең генә күрше ауылға йөрөп уҡығым килмәне. Шунан әсәйем менән атайым мине Өфөгә, 2-се педагогия колледжына уҡырға ебәрергә булды. Дөрөҫөн әйткәндә, өйҙә минең бер теләгемә лә ҡаршы килмәнеләр, бигерәк тә әсәйем бөтөн башланғыстарҙы ла хуплай ине. Гитарала уйнай башланым, ә инструментым юҡ ине. Әсәйемдең район үҙәгенән килгән автобустан гитара тотоп килеп төшөүен әле һаман тулҡынланыу менән хәтерләйем. Ошолар өсөн уларға ныҡ рәхмәтлемен.
Беҙҙең төбәктә, Башҡортостанда уҡыйым, тип әйтеү генә лә ҙур ғорурлыҡ. Шулай мин яҙмышымды Өфө менән бәйләнем. Колледжда мин халыҡ бейеүҙәре менән ныҡлап шөғөлләндем. Хатта етәксебеҙ Земфира Ғабдулхаҡова хореография йүнәлешенә күсергә лә тәҡдим иткәйне. Тик әсәйем, тәүҙә бер һөнәр ал, аҙаҡтан ҡарарһың, тигәс, тыңланым. Ошо "Йәшлек" бейеү ансамбле мине насар йоғонтоларға бирелеүҙән дә һаҡлаған, сөнки әсәйҙәр йыраҡ, ә ҡаланың үҫмерҙе ылыҡтырырлыҡ нәмәләре күп. Ул замандар ярайһы ғына ҡатмарлы ине, ҡала егеттәре ауылдан килгәндәрҙең ябайлығынан файҙаланып, аҡса ла һыға ине. Етмәһә, буйға бәләкәймен һәм кемдең ялҡауы килмәй, барыһы ла миңә бәйләнә торғайны. 2-се курста ғына үҫеп киттем. Бөгөн уйлайым да, тормоштоң ошондай яҡтарын да үтергә тейеш кеше, беҙ бит унда һынманыҡ, лайыҡлы үтә алдыҡ, тип ҡуям. Актер булараҡ, бөгөн ошо мәлдә үҙем күргән, үҙем кисергән ваҡиғаларҙы образдар өҫтөндә эшләгәндә ҡулланам. Тормош тәжрибәһе актер өсөн бик мөһим. Бабич та әйтә бит: һынауҙар аша үтмәйенсә, рәхәтлек күрмәйһең. Үрҙәр еңел бирелмәй ул, ҡаршылыҡтарҙы үтә белергә кәрәк.
Бәләкәс тамашасыларҙы яратам
Колледжды уҡып бөткәс, ике юл ине алда: йә әрмегә барырға, йә Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҡыуҙы дауам итергә. Күреү һәләтем насарыраҡ булғанлыҡтан, әрмегә алманылар. Педагог булырға артыҡ ынтылыш булмағандыр инде, директорыбыҙ Артур Шәйхетдин улы Суриндың, сәнғәт институтына барып ҡара, тигән кәңәшен тотоп, Өфө дәүләт сәнғәт институтына киттем. Таңсулпан Бабичева курсында уҡыным, беҙҙе Милли йәштәр театрына әҙерләнеләр. Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы буйынса ҡуйылған "Донъяның ярҙары икәү" спектакле менән тамамланыҡ институтты. Театрҙа ла уны уйнап йөрөнөк әле.
Был ябай ғына спектакль түгел ине, ул беҙгә - буласаҡ актерҙарға - оло мәктәп булды. Мин унда Мостай Кәрим ролен уйнаным һәм был ролдең минең күңелемдә бөгөн дә үҙенең урыны бар. Һәр образ өҫтөндә эшләгәндә үҙеңдең уға оҡшаш яҡтарыңды эҙләйһең. Шағирлыҡ уҡ булмаһа ла, шиғри һүҙҙең көсөнә ышаныс уянды минең күңелемдә. Бәлки, шуға ла шиғырҙар уҡырға яратамдыр. Театрҙағы тәүге ролем - Йәләлетдин атай, шулай уҡ Мостай Кәрим әҫәре буйынса. Тәрән, философик әйбер, репертуарҙа әле лә бар. Улым Алмас та уйнай унда, башта минең геройымдың улы булып уйнай ине, хәҙер Ҡуянов ролендә. Театрҙа Яңы йыл байрамдары мәлендә Ҡыш бабай булырға яратам, ғөмүмән, балалар менән эшләүе ауыр ҙа, рәхәт тә. Улар иң ихлас тамашасы, уларҙы ышандырыу өсөн үҙеңә лә бала булып ҡала белергә кәрәк. Ғөмүмән, ир-егеттәр бер ҡасан да өлкәнәймәйҙер ул. Күңел гел йәш булһа, йәшәүе лә еңелерәк, күңеллерәк бит.
Балаңды түгел, үҙеңде тәрбиәлә
Кәләшем Әлфиә - Хәйбулла ҡыҙы, уның менән менән колледжда таныштыҡ. Ул да ансамблдә бейене. Осрашыуға саҡырам, ризалашмай ҙа ҡуя ине. Был мине сәмләндерҙе, артынан бик оҙаҡ йөрөнөм. Өс йыл дуҫлаштыҡ, унан өйләнештек. Бик матур тәрбиә алған ул, ҡайным менән ҡәйнәм бөтөн боронғо йола-ғәҙәттәрҙе теүәл үтәгән кешеләр. Тәүге тапҡыр ауылына барғанда, мине ауылдаштарына, был - беҙҙең ҡоҙабыҙ, тип әйттеләр. Сөнки егет кешенең ҡыҙға ҡунаҡҡа килеп йөрөүе ғәҙәти булмаған хәл уларҙа. Мин бесәнгә лә йөрөнөм, башҡа эштәрҙе лә эшләштем. Ғәҙәт буйынса ҡулды кеҫәгә тығып торһам, ҡулыңды кеҫәңдән ал, тип шыбырлап китә ине кәләш.
Мөхәббәт булһа, ғаилә тормошо кинәнес, шатлыҡ ҡына ул. Тәүге тапҡыр 21 йәштә атай булдым. Өлкән улыбыҙ Алмас Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында 5-се класта уҡый, кесеһе Азаматҡа 6 йәш. Мин уларға һәйбәт атай булырға тырышам. "Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә, сөнки ул барыбер һиңә оҡшаясаҡ", тигән аҡылға таянам. Алмас шиғыр һөйләп, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша ине. Уны видеонан күреп, күп кенә таныштар, ҡулдарын һелтәп тороп һөйләүе лә һиңә оҡшаған, тип әйтә башланылар. Ҡараһам, ысынлап та шулай, атлап китеүҙәренә тиклем ҡабатлай. Башҡа ғаиләләрҙе күҙәтә башланым. Хатта атай менән әсәйҙең мөнәсәбәттәре бала ҡурсаҡ менән уйнағанда ла күренә. Үрнәк булырға ынтылмайым, әммә үрнәк булғанымды һиҙәм, шуға ла дөрөҫ өлгө күрһәтергә тырышам. Бәләкәй саҡта бергә уйнаған малайҙарҙың аталарына ҡаршы йүгереп барып, уларҙы ҡосаҡлап алыуҙарына аптырай торғайным. Мин ояла инем. Улдарым рәхәтләнеп ҡосаҡлай беҙҙе, үҙемә бала саҡта етмәгәнде уларға бирәм. Уйынсыҡтарға килгәндә лә, аҡса йәлләмәҫкә тырышам. Үҙем дә улар менән берәй уйынсыҡ тураһында хыялланып йөрөй башлайым һәм уны мотлаҡ һатып алабыҙ.
Ғаиләлә атай ҡатыраҡ булырға, ә әсәй балаларға наҙ, һөйөү бирергә тейеш, тип иҫәпләйем. Балалар атай менән әсәйҙе яратһалар, улар башҡа кешеләргә лә яҡшы мөнәсәбәттә була аласаҡтар. Һөйләшәбеҙ улар менән, теләктәрен иҫәпкә алабыҙ. Балаларым минең йә әсәләренең амбицияларын тормошҡа ашырырға бурыслы түгел. Алмас бейей ҙә, театрға ла ихлас йөрөй, футболды нығыраҡ ярата. Ә бәләкәйе сәхнәгә ынтылмай, мэр булам, ти.
Беҙ улар кеүек йәшәргә тейеш
Быға тиклем төрлө клиптарҙа, "Тамыр" каналы фильмында төшкәнем булһа ла, "Бабич" кеүек етди проектта беренсе тапҡыр эшләнем. Таңсулпан Бабичеваның бер шәп сифаты бар: ул үҙе белем биргән студенттарының ижадын аҙаҡтан да күҙ уңынан ысҡындырмай, күҙәтеп бара. Бәлки, кастингта ҡатнашып ҡарарһың, тип ул тәҡдим итте. Шулай ҙа күңелдә шик яралды, Бабич - 24 йәшлек егет, мин инде 30-ҙы үткәнмен. Башта ауыр булды. Театр актеры булараҡ, үҙемде иркен тотоп өйрәнгәнмен. Бында саҡ ҡына ситкә баҫтыңмы, кадрҙан сыҡтың, тип иҫкәрмә яһайҙар. Беренсе көндө беренсе кадрҙа мин ишектән йүгереп инәм. Шуны төшөрөү өсөн 14-ләп дубль эшләгәнбеҙҙер ул. Актерҙар хисле кешеләр, саҡ ҡына берәй нәмә килеп сыҡмаһа, һәләтем юҡ, тигән уйҙар килә башлай башҡа. Етмәһә, оҙаҡ ижад итмәй, эҙләнеүҙән туҡтап торһаң, был хәл-торошоң һине ниндәйҙер күңел төшөнкөлөгөнә килтерә. Ә был киноны төшөргән мәлдә мин Мәҙәниәт министрлығынан эштән китеп кенә тора инем. Фильм миңә актерлыҡ һәләтемә, һөнәремә яңынан ышаныс тыуҙырҙы.
Гардемариндар, мушкетерҙар тураһындағы фильмдар ҡарап үҫкән кеше булараҡ, мин шул заманда тыуырға тейеш булғанмындыр ул, тип гел әйтә торғайным. Сөнки унда романтик рух, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә, хатта мөхәббәт тә башҡараҡ, ул шиғри, поэтик. Бабич та шиғри күңелле кеше. Бер мәлгә генә Бабич булып, уның дәүерендә йәшәп алыу минең өсөн оло мәктәп булды. "Бабич" фильмы үҙ эсенә алған тарихи осор - милләт өсөн мөһим мәл. Беҙ бөгөнгө милли профессиональ театр, музыка сәнғәте, матбуғат, нәшер эше һ.б. башланғысында торған өсөн ошо кешеләргә бурыслыбыҙ. Улар йәш, белемле булған, күп телдәр белгән, иң мөһиме, халҡының киләсәген яҡшыртыу өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылырға ла ҡурҡмаған. Тағы ла шуныһы бар: улар бер команда була белгән, бер идеяға хеҙмәт итеүҙәре һөҙөмтәһендә күпкә өлгәшә алған. Әхмәтзәки Вәлиди йәки Бабич яңғыҙы ғына бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине. Хәҙерге йәштәр күрһен, улар ҙа беҙҙең кеүек ике ҡуллы, ике аяҡлы кешеләр булған бит. Эйе, йәштәргә еңел түгел бөгөн, улар кем артынан эйәрергә, милләтсе тигән ярлыҡтар тағыуҙан хәүефләнмәйенсә нисек илеңде яратырға белмәй аптырана. Минең быуыным Юрий Гагаринды герой тип атай ине, бөгөн ниндәйҙер кеше-үрмәкселәр герой һәм балалар уға оҡшайым тип йорт башына менеп һикерергә лә әҙерҙәр. Бөгөнгө заман геройҙары буласаҡ йәштәребеҙ үҙебеҙҙең бөйөк шәхестәребеҙ миҫалында тәрбиәләнһен, һәр хәлдә, уларҙы белеп үҫһен ине.
Шулай итеп...
Бабич ижадындағы яратҡан шиғырың ниндәй, тигәнгә: "Әлмисаҡтан һин шағирһың, тип, Хоҙайҙың әмере бар",- тип яуаплағайны Илгиз. Иң ҡыҙығы, тап Илгиз Таһировтар быуыны актерҙары яҙмышына башҡорт халҡының бөйөк шәхестәрен сәхнәлә уйнау өлөшө тейҙе. Улар күптән ошо шәхестәребеҙ яҙмышын үҙенекенә ҡушып үреп, уларҙың һыҙланыуҙарын да, ҡыуаныстарын да, өмөттәрен дә үҙенеке кеүек ҡабул иткән. Ошо көндәрҙә прокатҡа сығасаҡ "Бабич" фильмында беҙ уларҙың барыһын да күрәсәкбеҙ.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА