Ҡартатайым Мөхәмәт Ғәли улы Байдәүләтовтан Әхмәтзәки Вәлидиҙең беҙҙең яҡтарҙа - Хәйбулла районында булып китеүе тураһында ишеткәнем бар ине. Эҙләнеүҙәрем һөҙөмтәһендә "Ирмәк" йырының тарихына барып юлыҡтым.
Хәйбуллала Әхмәтзәки Вәлиди тураһында иҫтәлектәр һаҡлаған кешеләр күп. Мәҫәлән, күптәр мәғариф ветераны, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманова тураһында ишетеп беләлер. Уның атаһы - Торомтаев Мәүләмбирҙе Ғәбделәхәт улы районда танылған йырсы була. Ул һәр саҡ бер йыр йырлар булған. Уны ҡыҙы Әсмә лә отоп ала. Тик атаһы уға был йырҙы йырлауҙы тыя.
Бер ваҡыт Йомабай Иҫәнбаев көндәре үткәндә халыҡ Мәүләнбирҙенән "Урал"ды йырлауын үтенә. "Бығаса ишетелмәгән йыр йырларға теләйем", тип, ул "Ирмәк" йырын йырлап ебәрә.
Ирмәк кенә тауҙың, ай, башында,
Ана, ултыра яңғыҙ бер ҡайын.
Сит илдәргә китеп, мәхрүм итеп,
Ҡалдыраһыңмы, ғәзиз йәнкәйем?
Ирмәк кенә тауҙың, ай, башында,
Бары ла ере уның еләкле.
Башҡорттарҙа ғына тыуа икән,
Һинең кеүек батыр йөрәкле!
Аҙаҡ "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге ойошторолған осорҙа, "Аҡ тирмә" йыйынында Мәүләмбирҙе Торомтаев та ҡатнаша. Шунда ул Ғәзим Шафиҡовтың Әхмәтзәки Вәлидиҙең фотоһын күрһәтеп: "Вәлиди исеме аҡланды, хәҙер уның тормошон өйрәнергә кәрәк, ул башҡорттоң ысын улы", - тигәнен ишетеп ҡайта. Ҡайтҡас, Вәлидиҙең исеме аҡланыуын ауылдаштарына еткерә. Был хәл 1989 йылдың декабрендә була. Шунда ғына Мәүләмбирҙе Торомтаев "Ирмәк" йырының тарихын һөйләй. 1919 йылдың февралендә атаһы Ғәбделәхәт Торомтаевҡа Һабыр ауылынан олоҫ старшинаһы Йомағужа Түләшевтан сапҡынсы килә һәм Әхмәтзәки Вәлиди килеүен хәбәр итә. Йомағужа Түләшев - Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Һабыр олоҫоноң аҙаҡҡы старшинаһы, Әхмәтзәкиҙең тоғро дуҫы, ярҙамсыһы була. Ғәскәргә, Әхмәтзәки Вәлидигә илдән сығып китергә ул аҡса йыйыуҙы ойоштора. "Ҡыя юл"дан бер ат - алдан, арттан егеүле аттар, 12-15 һыбайлы һаҡсы килгән. Сыбаталап егелгән көймәле санала хужа, ил ҡунағы Әхмәтзәки Вәлиди ултырған. Осрашып күрешкәс, Ғәбделәхәт Торомтаевтың йортонда мәжлес башланған: ҡурайсы, йырсы башҡорт яугирҙары үҙ оҫталығын күрһәткән. "Ҡурайсы булғас, йырсы ла барҙыр", - тигән йорт хужаһы. Шул саҡ егеттәр Әхмәтзәкиҙең яратҡан йырын башҡарған. Бына шул дәүерҙән башлап башҡорт хәтеренә инеп, был йыр тарих көйләй. Әбйәлилдә ҡалған Нәфисәнең зары ла, иптәштәренең башлыҡтары менән хушлашыуы ла, данлау һүҙҙәре лә сағыла йырҙа. Әммә был хушлашыу йыры оҙаҡ тыйылып килә.
Әхмәтзәки менән иптәштәре төндә Утарбайҙан сығып китә, Бикбауҙа ауылдың имамы Кинйәғәли муллала ҡуна. Бикбау ауылында өс көн була улар, йыйылған аҡсаның килеп еткәнен көтә. Халыҡтың башҡорт ғәскәренә тип йыйған аҡсаһы Ҡаҙырша ауылы мәсетендә һаҡланған була. Шул аҡсаны алырға барғанда "Ирмәк" йырына тағы бер куплет өҫтәлә, күрәһең:
Ике генә егет юлға сыҡҡан,
Бер тин аҡса тапһаҡ та, файҙа, тип.
Бара торғас, ултырып илаштылар,
Яҙған яҙмышыбыҙ ҡайҙа, тип.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең Башҡортостандан киткән һуңғы юлы - тарихи юл. Хәйбулла районындағы ауылдар - Утарбай, Бикбау, Кәрһе, Йәнтеш, Аҡһыйыр, Аҡназар, Сик уны бөгөн дә хәтерләй кеүек. Ошо юлдан - Ырымбурға, артабан Ҡаҙағстанға, унан инде Төркөстанға йүнәлеп, мәңгелеккә үҙ иленән сығып китергә мәжбүр була олуғ шәхесебеҙ. Йырҙы Розалиә Солтангәрәева 1988 йылда яҙып ала. Вәлидиҙең улы Субидәй, ҡыҙы Иҫәнбикә уны 1990 йылда яҙҙырып ала һәм Төркиәлә, аҙаҡтан Америкала ишеттерә.
Гөлназ ҠОЛСОНБАЕВА,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА