«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

51. Йыһат Солтанов "Ҡояшлы ҡая" китабы.
"Социализм төҙөү осоронда яҙылған әҫәрҙәр булһа ла, унда бәйән ителгән ваҡиғалар, күренештәр бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. Был китап 1978 йылда донъя күргән. Китап уҡыусыға бигерәк тә "Алыҫ-алыҫҡа" һәм "Һыйыр тураһында йыр" хикәйәләрен мотлаҡ уҡырға кәңәш итәм. Был әҫәрҙәрҙе уҡыған һәр кеше тыуған еренә, тыуған йортона, ата-әсәһенә, өләсәй-олатаһына, туғандарына, етмеш йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә һаман да шаңдауы ишетелеп торған ҡәһәрле һуғышҡа икенсе күҙлектән ҡарар. Хатта үҙ тормошон башҡасараҡ ҡорорға теләге тыуыр, үкенестәрҙән генә тормаһын өсөн бөтә көсөн һалырға тырышыр, уйланыр", - тип яҙа хатында Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан М. Г. Байбулатов.

52. "Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары" китабы. "Был Фәнүзә Нәҙершина мөхәррирлегендә баҫылған йыйынтыҡ. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары өс телдә - башҡортса, русса һәм инглизсә бирелгән. Ейәндәрем башҡорт телен бик яҡшы белмәһә лә китапты бик яратып уҡынылар. Үҙем дә һәр ваҡыт уны ҡул осонда ғына тотам. Легенда һәм риүәйәттәр бөтә Башҡортостан буйлап гәүһәр кеүек йыйылған, һәр уҡыған кешегә файҙалы, фәһемле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерелә. Ер-һыу атамалары ҡайҙан килеп сығыуы тураһында ла күп яҙылған. Үҙем үҫмер саҡта "Заятүләк менән Һыуһылыу"ҙы уҡып, улар күрешкән урынды бер барып күрергә хыяллана инем. Шул төбәккә кейәүгә сығып, хәҙер тормош көтәм. Был "Башҡорт халҡының риүәйәттәре һәм легендалары" китабы ла балаларҙы башҡорт халҡының рухи байлығына, йолаларына, тарихына, көнкүрешенә ылыҡтырыр, хыялланырға өйрәтерлек", - тип яҙа Дәүләкән районы Сапай ауылынан Илдуса Лотфрахманова.

53. Мәүлит Ямалетдинов "Һаумы, зәңгәр һауа!" шиғырҙар йыйынтығы. "Был китап өҫтәлдә генә тора, сөнки шиғырҙар уҡырға бик яратам. Мәүлит Ямалетдиновтың ошо китабын асып, бер-ике бит уҡыным да, аҙаҡҡы битен асып ҡарап иҫем китте: автор Ҡөрьән сүрәләрен шул тиклем матур итеп шиғыр юлдарына һалған. Улар үҙенән-үҙе аңлашылып тора, унда бер ниндәй ҙә өҫтәү ҙә, кәметеү ҙә юҡ, шыма һәм оҫта ғына итеп яҙған да ҡуйған. Һәр кемдең күңеленә хуш килерлек шиғырҙар тип, бөтәһенә лә ошо китапты уҡырға тәҡдим итәм", - тип тә өҫтәгән хат юлдарында Илдуса Лотфрахманова.

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.17 | Ҡаралған: 1266

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru