«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТТЕ - ШӘХЕСТӘР, Ә ШӘХЕСТЕ ИЛҺӨЙӘРЛЕГЕ КҮТӘРӘ
+  - 

Быйыл Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы өсөн юбилей йылы. Ошо көндәрҙә был йәмәғәт ойошмаһы үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Свердловск өлкәһе үҙәге Екатеринбург ҡалаһында үткән тантанала Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төп белгесе Алһыу Сирғәлина, "Шәжәрә" Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге хеҙмәткәре, ғалим Илгиз Солтанморатов, Свердловск өлкәһе губернаторы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Дубичев, Свердловск өлкәһе мәҙәниәт министры урынбаҫары Галина Головина, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары Карина Плясунова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Свердловск өлкәһе - боронғо башҡорт ерҙәре. Был турала төбәктәге йылға, күл, тау исемдәре лә дәлилләй. Башҡорт халҡының 40-ҡа яҡын ырыуы Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң юридик йәһәттән беркетелгән үҙ ерендә үҙ-аллы улыс барлыҡҡа килтерә. Улар араһында бөгөнгө Свердловск өлкәһендә йәшәгән ҡошсо, һыҙғы, өпәй ырыуҙары Оло Ҡошсо, Һыҙғы һәм Өпәй улыстарына атама бирә лә инде. Уларҙан тыш, был төбәктә Шигер, Терһәк, Һалйот улыстары биләмәләре була, шулай уҡ Кама буйынан ғәйнә ырыуы башҡорттары күсеп килә.
Бөгөн был төбәктә яҡынса 40 мең башҡорт йәшәй, уларҙың 12 меңе - Екатеринбург ҡалаһында көн күрә. Шуныһы ҡыуаныслы, башҡа милләт вәкилдәре менән һөйләшкәндә, Уралдың төп халҡы - ҡунаҡсыл һәм изге күңелле башҡорттар икәнен беләбеҙ, ти уларҙың барыһы ла. Был - Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм уның етәксеһе Нәфисә Фәсхетдин ҡыҙы Тюменцева алып барған эштең һөҙөмтәһе һәм баһаһы. Элекке аҫабалыҡ хоҡуғына эйә халыҡ булараҡ, ошо ерҙәрҙе файҙаланырға һәм унда үҙҙәренең мәҙәниәтен үҫтерергә хоҡуҡлы икәндәрен егерме йыллыҡ эшмәкәрлеге менән раҫлаған улар.
-Һәр йәмәғәт ойошмаһы эшенең уңышы уның етәксеһенә бәйле. Ул бурыстарҙы дөрөҫ билдәләһә генә ойошма маҡсатына ирешәсәк. Кеше үҙенең халҡын яратһын, уның иң аҫыл шәхестәре менән ғорурланһын, уларға ҡарап, мин дә башҡорт, тип әйтһен өсөн милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү генә аҙ. Был бик ҙур яуаплылыҡ һәм төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыуҙы талап итә. Өлкәнәйгәс кенә үҙ мәҙәниәтенә сумған кеше булараҡ, белеп әйтәм быларҙы. Мин үҙем дә башҡорт, атайымдарҙың ғаиләһе сәйәси торғонлоҡ йылдарында Башҡортостандан ҡыуыла. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы милли байрамдар ҙа үткәрә, мәғариф, спорт, йәштәр сәйәсәте өлкәһе менән дә хеҙмәттәшлек итә. Өлкәнең 16 муниципаль берләшмәһендәге башҡорт ҡоролтайҙарын берләштереү ҙә күп көс талап итә. Шулай уҡ Башҡортостан, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, башҡа ойошмалар менән дә бәйләнештә улар. Свердловск өлкәһенең төп халҡын барыһы белә һәм бындағы башҡорттар үҙҙәрен яҡшы тоя, - ти Свердловск өлкәһе мәҙәниәт министры урынбаҫары Галина Головина.
Ғөмүмән, был көндө Нәфисә Тюменцева тураһында абруйлы кешеләрҙән күп маҡтау һүҙҙәре ишетелде. Власть менән дә, халыҡ менән эшләй белгән эшлекле замандашыбыҙҙы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләне.
Ысынлап та, Силәбе башҡорттары ҡоролтайынан тыш бер сара ла үтмәй бында. "Егерме йыл эсендә ойошма үҫте, көслөләнде, матди базаһы ла нығынды. Башта милли костюмдарға ҡытлыҡ ине, хәҙер был йәһәттән проблемалар юҡ. Үҙебеҙ ҙә ҡамсат бүректәр тегергә лә, хатта ҡурай яһарға ла өйрәндек. Күмәкләгән - яу ҡайтарған ти бит халыҡ та, күмәкләһәк, бер нисә сәғәткә һуҙылған концерттар ҙа эшләй алабыҙ", - ти Полевской ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәмил Әфтахов та. Башҡортостандың сит өлкәләрҙәге башҡорттар яҙмышына битараф булмауын да тоябыҙ, ти улар. Рәсәй төбәктәре буйынса уҙған "Ҡурай байрамы"н һаман телдән төшөрмәй һөйләйҙәр, Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективына, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәтлеләр. Әйткәндәй, өлкәлә мәҙәниәтте һәм сәнғәтте башлыса Башҡортостандан сыҡҡан шәхестәр күтәрә. Ҡоролтай етәкселәренең күбеһе шулай уҡ сығышы менән Башҡортостандан. "Йырлап-бейеү, төрлө концерттар, спектаклдәр ҡуйыу ҙа күңел талабы, үҙ телебеҙҙә аралашыу мөмкинлеге лә", - ти Түбәнге Тагил ҡалаһында йәшәүсе Заря Шакирйәнова. Түбәнге Тагил башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лилиә Хәлитова ла башҡорт телендә аралашыу даирәһенең тар булыуына әсенеүен белдерҙе: "Беҙ ситтә түгел, үҙ еребеҙҙә йәшәйбеҙ, телебеҙҙе лә онотманыҡ, әммә йәш быуын үҙ телендә һөйләшмәй хәҙер. Шуға ла телгә күберәк иғтибар кәрәк, ни тиһәң дә, халыҡты бит тел һаҡлай". Ошо ерҙә тыуып-үҫеп, ошо ерҙә йәшәгән башҡорттарҙың был йәһәттән хәле тағы ла аяныслыраҡ. Ҡасандыр ҡыҫырыҡлауҙарға һәм үҙ ерҙәренән мәхрүм ителеүҙәргә дусар булған халыҡ бөгөн үҙенең башҡорт милләтенән икәнен онотоп, туғандаш милләттәр иҫәбен тулыландырып йөрөй. Шуға ла милләттең тарихи аңын уятыу - көнүҙәк мәсьәлә бөгөн. Үҙҙәрен башҡорт тип атамаһалар ҙа, урындағы халыҡ менән аралашҡанда ихласлыҡтары, ябайлыҡтары, хатта һөйләштәре лә уларҙың башҡорт икәнен танытып тора. Был сәфәрҙә Красноуфимский районы Һыҙғы ауылында йәшәгән 68 йәшлек Ғәйшә апай Айсина менән осрашырға насип булды. Уның ата-әсәһе ҡасандыр Башҡортостандан был төбәккә эшкә килгән. Ошонда ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ошо ерҙә тамырланған Ғәйшә Имам ҡыҙы үҙ районында ғына түгел, тотош өлкәлә аңлатыу эштәре алып бара, шәжәрә төҙөй, төбәктең тарихын яҙа. Мәктәптә асҡан музейы ла ваҡытлыса уның өйөнә күскән әлеге көндә, сөнки мәктәп менән балалар баҡсаһын ҡушыу һөҙөмтәһендә музейға урын юҡ. Төньяҡ-көнсығыш костюмына хас күлдәктәр, алъяпҡыстар, киндер шаршау, сигеүле япмаларҙан алып бишек, карауаттарына тиклем бар. "Ауылыбыҙ бик боронғо, 467 йыл була, 700-ҙән ашыу кеше йәшәй, урыҫ ғаиләләре һирәк. Бөтәбеҙҙе лә башҡортҡа әйләндереп бөттөң, тип асыуланғандар ҙа бар араларында. Бер архивты ла ҡалдырмайым, китап өҫтөндә эшләйем. Һәр милләт үҙенең үткәнен белергә тейеш", - ти Ғәйшә Имам ҡыҙы. "Башҡорт ырыуҙары тарихы" проекты сиктәрендә Свердловск өлкәһендә йәшәгән башҡорт ырыуҙарына арналған 17-се, өлөшләтә 19-сы томды яҙыуҙа ла, халыҡ араһында таратыуҙа ла ярҙамы ҙур уның. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының юбилей тантанаһында ла ҡеүәтле ғилми-методик нигеҙ булырҙай был китаптар менән танышты халыҡ.

Шулай итеп...
"Екатеринбург ҡалаһы, йәки өлкә кимәлендә берәй сара әҙерләй башлаһаҡ, унда башҡорт тирмәһе буласаҡмы, тип һорай бөтәһе лә. "Була, башҡорттар ҙа, башҡорт йырҙары ла, башҡорт бейеүҙәре лә, башҡорт телендә аралашыу ҙа була", - тип яуаплайым. Беҙ үҙебеҙ ҙә хәҙер ҡайһы бер башҡорт һүҙҙәрен аңлайбыҙ, башҡортса бейей беләбеҙ. Тарихҡа әйләнеп ҡараһаҡ, башҡорттар һәр ваҡыт Рәсәй менән бергә булған, телдәрен дә, мәҙәниәттәрен дә һаҡлап ҡалған. Беҙ бөгөн дә бергә. Май башында Мәскәүҙә I Евразия халыҡтары съезы буласаҡ, унда ла һорайҙар: "Ә башҡорт ҡоролтайы буласаҡмы?" "Әлбиттә, буласаҡ!" - тип яуаплайым мин, - тигәйне Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары Карина Плясунова. Урал төбәгенең йөрәгендә, Рәсәйҙең стратегик йәһәттән әһәмиәтле үҙәгендә башҡорттар тураһында ошондай фекерҙәләр һәм бындай абруйҙы улар үҙҙәренең эше менән яулаған.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.17 | Ҡаралған: 1200

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru