«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОШОНДАЙ ХЕҘМӘТ ӨЛГӨЛӘРЕ ҮТКӘНДӘ ГЕНӘ ҠАЛДЫМЫ?
+  - 

Һәр бер илдең, ҡаланың, ауылдың ҡабатланмаҫ тарихы бар. Тарихты халыҡ үҙе яҙа. Яугирҙары - иҫ киткес батырлыҡтары, дошманды еңеүҙәре, эшлеклеһе - тырыш хеҙмәте, бейеүсеһе - осҡон сәсрәтеп күңелдәрҙе елкетер таланты, йырсы-ҡурайсылары тетрәндергес моңо менән яҙа был тарихты. Сәсәндәре, йыраусылары ошо шәхестәрҙе данлай, маҡтай, телдән-телгә, илдән-илгә халыҡ данын тарата. Әммә ошо данлы ла, шанлы ла тарихыбыҙ аҡ ҡағыҙға төшмәһә, тора-бара онотола, халыҡ хәтеренән юйыла бара. Бөгөнгө һүҙем тыуған еремдең хеҙмәт батырҙары, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илебеҙҙе үҫтереү, яңы тормош төҙөү өсөн көндө төнгә ялғап ҡара тирен түккән ауылдаштарым тураһында булыр.

1947 йыл. Көҙҙән йыйылыштар үткәреп, пландар ҡороп, яңыса эш алымдары булдырыу өҫтөндә ныҡлап уйланған Карл Маркс исемендәге колхоз колхозсылары звенолар төҙөп, эште йәнләндерергә ҡарар итә. 1946 йылда ғына тыуған ауылына колхоз рәйесе итеп ҡайтарылған тынғыһыҙ етәксе Ибраһим Ҡәһәрмән улы Уйылданов был эште башлап йөрөүсе була. Звенолар ойошторолғас, уларға йәш, алдынғы ҡарашлы етәкселәр һайлап ҡуйыла. Бер звеноның етәксеһе итеп комсомолец Насиров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы, икенсе звеноға шулай уҡ йәш кенә булһа ла эштә бешкән, тырыш, егәрле һылыу Үҙәнбаева Нурия Ситдыҡ ҡыҙы һайлана. Нурия Ситдыҡ ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тракторсылар бригадаһы бригадиры булып эшләп, иген үҫтереүҙә байтаҡ тәжрибә туплаған колхозсы. Ғиниәт Насиров та ауыр һуғыш йылдарында бәләкәй генә малай сағынан ир-егеттәр урынына эшләп, таһылланған, оҫтарған, белемен арттырыуға ла ынтылып торған ныҡышмал егет була. Йәштәр ихласлап эшкә тотона, алдынғы эш алымдары менән танышыу өсөн ауыл китапханаһына килгән гәзит-журналдарҙы аҡтара, иген сәсеү, уны тәрбиәләп үҫтереү өсөн фән талаптарын өйрәнә. Шулай итеп, ҡыш буйына колхозсылар 40 центнер көл, 3 центнер ҡош тиҙәге йыя. Иртә яҙҙан Аҡкүл буйындағы ужым баҫыуҙарын ашлай, тырмата. Ә инде 25 апрелдән ер һөрөргә төшкән игенселәр 2 майға тиклем сәсеүлектәрҙе һөрөп дискылай, ике ҡат итеп арҡыры-буйға тырмата һәм теҙмә сәскес менән һәр гектарға 1,30 центнер иҫәбенән бойҙай сәсә. Әйтергә кәрәк, һуғыштан һуңғы техника, ир-ат ҡулы, ат көсө етешмәгән был ауыр ваҡыттарҙа ерҙе ошолай эшкәртеп сығыу өсөн бик күп ҡул көсө талап ителә. Колхозсылар таң һарыһынан эңер төшкәнсә, йәндәре алҡымға килгәнсе эшләп, хеҙмәт батырлығы күрһәтә. Был ваҡытта тракторҙарҙы пускач менан түгел, рукоятканы ҡул менан өйөрөлдөрөп, ут алдыралар. Был эш көс талап итә, шуға ла егет ҡорона етеп килгән малайҙар ярҙам итәләр. Тракторсылар ваҡыт менән иҫәпләшмәй, смена нормаларын арттырып үтәйҙәр. Йәш үҫмерҙәр утын менән эшләгән гусеницалы тракторҙа ут (шурик тип атала) яғыусы булып эшләй, лобогрейкала өлкәндәр менән бергә йөрөй. Йәш ҡатындар сәңгелдәктә ятҡан балаларын яҙғы сәсеү ваҡытында - һыуыҡ станда, бесән, ураҡ мәлендә ҡыуышта ҡалдырып, көндәр буйы эшләй. Аслыҡ-яланғаслыҡтан яфа сигеүҙәрен һөйләп тә килештерерлек түгел. Әммә күпте күргән ауыл халҡы тешен ҡыҫып түҙә.
Күмәкләгән - яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Күмәкләп дәртләнеп эшләүсе колхозсылар 1947 йылдың йәйендә бығаса күрелмәгән юғары уңыш ала. Тәжрибә баҫыуындағы 11 гектар арыштың һәр гектарынан 184-әр бот, дөйөм майҙандағы 16 гектар арыштың һәр гектарынан 144-әр бот уңыш алына. Бойҙайҙың уңышы 30-ар центнер тәшкил итә. Тап ошо йылда колхозсылар һуғыштан һуң тәүге тапҡыр туйғансы икмәк ашай. Был тиклем игенде күреп өйрәнмәгән халыҡ хеҙмәт хаҡына бирелгән игенде һалырға урын таба алмай аптырана. Һәр кемдең ишек алдына килтереп йөкләп иген ауҙарып китәләр, халыҡта яҡты көнгә өмөт, ышаныс уяна. Карл Маркс исемендәге колхоздың Ярат бригадаһында көҙгөһөн үткәрелгән бригада йыйылышында (бригадиры - Әзмәтов М.Х) звеньевой Ғиниәт Насиров бойҙайҙың һәр гектарынан - 30, арыштан - 31, һолонан 13 центнер уңыш алырға йөкләмә ала. Тағы ла ҙурыраҡ уңыш өсөн көрәш ҡыҙа.
Һаҡмар йылғаһының уңдырышлы туғайҙарында үҫтерелгән мул уңыш өсөн тырыш хеҙмәт көсө түккән колхозсыларға СССР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән төрлө кимәлдәге наградалар тапшырыла. Звено етәксеһе Насиров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены тапшырыла; звено етәксеһе Үҙәнбаева Нурия Ситдыҡ ҡыҙы, колхозсылар Үҙәнбаев Фәтхислам Әхмәтғәле улы, Исчурин Ғүмәр Әбделғәзе улы Ленин орденына лайыҡ була. Колхоз рәйесе Уйылданов Ибраһим Ҡаһарман улы, бригадир Әхмәтов Мөхәмәтхәбиб Хәлфитдин улы, колхозсылар Исчурина Нурия Ғүмәр ҡыҙы, Әхмәтов Әбделхәй Фазулла улы, Мырҙабулатов Сөнғәт Абдрахман улы, Утарбаев Фәтхулла Сабир улы, Мусин Нәбиулла Ғатаулла улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Тырыш колхозсы-фронтовиктар Баймөхәмәтов Ғибат Әйүп улы, Ҡарамырҙин Мөхәмәтҡол Рамаҙан улы һәм колхозсы Төхвәтуллина Йәүһәр Ризуан ҡыҙы "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ алдынғы колхозсылар Азаматова Фатима Мостафа ҡыҙы, Әхмәтова Мәликә Хәлфетдин ҡыҙы, Рысбаева Роза Исхаҡ ҡыҙы, Хушмөхәмәтова Хәбибъямал Таһир ҡыҙы, Юлдашбаев Һөйөндөк Ситдыҡ улы "Хеҙмәт отличиеһы өсөн" миҙалдарына лайыҡ тип табыла.
Бөгөнгө көндә ошо хеҙмәт алдынғыларынан тик берәүһе генә иҫән. Утарбаев Фәтхулла Сабир улы әлеге көндә Иҫке Сибай ауылында йәшәй. Фәтхулла олатайҙың беҙҙең саҡырыуҙы ихлас күңелдән ҡабул итеп, Яратҡа килеп, балалар менән әңгәмәләшеүе үҙе бер тарих, хеҙмәт тәрбиәһе өлгөһө булды. Үҙе иген үҫтергән баҫыуҙарҙан уйҙарында булһа ла урап сығыу, лобогрейкала йөрөүҙәре, көлтә ташыуҙары, бесән сабыу, кәбән һалыуҙары тураһында һөйләгән хөрмәтле ветерандың иҫ киткес хәтеренә, теремеклегенә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бер ҙә зарланманы ул ауыр тормошҡа, ә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс тарих бәйән итте балаларға. Унан Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғиниәт Насировты күреү генә түгел, уның менән бергә эшләүе тураһында ишетеү уҡыусылар өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы булды.
Эйе, ауыр йылдар артта ҡалды. Аллаға шөкөр, хәҙерге ваҡытта мул, тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Ошо бәхетле тормош өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән һуғыш һәм тыл ветерандарын, һуғыштан һуң тыныс тормош ҡороуға йәшлеген, һаулығын сарыф иткән олатай-атайҙарыбыҙҙы, өләсәй-әсәйҙәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ошо ҡаһармандар тураһында һөйләп ҡалдырырға тейешбеҙ. Мәҡәләлә исемдәре телгә алынған хеҙмәт батырҙарын улдары-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, ауылдаштары, таныш-белештәре ғорурланып иҫкә алһын, артабанғы быуындарға ла еткерһен, ошо хеҙмәт алдынғыларына тиңләшергә тырышһын ине тип яҙҙым был мәҡәләне.

Миләүшә ЮЛДАШБАЕВА,
Баймаҡ районы Ярат урта мәктәбе директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.05.17 | Ҡаралған: 1085

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru