«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨҘ ЙЫЛ ЙӘШӘҺЕН ИНЕ "АЛТЫН АЙ"
+  - 

Бөгөнгө геройыбыҙ тураһында БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин: "Ул тырышһа, бөйөк бейеүсе була торған кеше", - тигәйне. Был һүҙҙәр РФ Милли гвардия ғәскәрҙәренең академик йыр һәм бейеү ансамбле артисы, Мәскәүҙәге "Алтын ай" башҡорт бейеү ансамбле етәксеһе, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында тыуып үҫкән Нәзир Нияз улы БАЙЕГЕТОВҡа адресланған. Күптән түгел "Алтын ай"ҙың ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле "Байыҡ" республика телевизион бейеү конкурсында уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Ошо сара ваҡытында осрашып әңгәмәләштек тә инде "Алтын ай"ҙың алтындай етәксеһе менән.

Нәзир, был әңгәмәгә әҙерләнгән саҡта мин һеҙҙең бейеүселәр ғаиләһендә тыуып үҫеүегеҙ тураһында белдем. Мине иң аптыратҡаны шул булды: һеҙҙең атайығыҙ үҙенең өс улын да бейеүсе итеүгә өлгәшкән. Әйткәндәй, уны, бейеүсе, хореограф Нияз Байегетовты, республикала ла, башҡа төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр... "Алтын ай"ҙағы эшегеҙ тураһында һөйләүгә күсер алдынан, тәүҙә атайығыҙ менән әсәйегеҙ тәрбиәһе тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
- Атайым Нияз Муллахмәт улы - Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан, әсәйем Фәрзәнә Миңлеғәзим ҡыҙы - Йомаштан. Атайым Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендәге студияла белем алған. Уҡыуын тамамлағас, бейеү сәнғәтен үҫтереү ниәте менән районға ҡайтҡан. Ул оҙаҡ йылдар "Йылайыр" совхоз-техникумында бейеү дәрестәре алып барҙы. Студияла уҡыған сағында ул берәй мәл үҙенең өс уллы булырын, уларҙың өсөһө лә уның юлын һайлап, бейеүсе һөнәрен үҙләштеререн, береһе хатта Ҡытайҙа эшләрен, икенсеһенең үҙенә ҡанат ҡуйған дәүләт ансамблендә хеҙмәт итерен, үҙе етәкләгән коллектив ауылдарҙа концерт ҡуйған саҡта ғаиләһе ағзаларының сәхнә күрке булып бейеп йөрөрөн күҙ алдына килтерҙеме икән? Юҡтыр. Әйткәндәй, 1997 йылда "Ғаилә йылы" уңайынан уҙғарылған "Иң музыкаль ғаилә" район конкурсында ҡатнашып, еңеүсе исеме алып, республика һабантуйында призлы урынға лайыҡ булдыҡ. Ҡытайҙа эшләүсе Эдуард ҡустыбыҙ Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын тамамланы. Рияз ағайыбыҙ Сургут ҡалаһында үҙенең бейеү коллективын етәкләй. Мин дә Мәскәүҙә "Алтын ай" исемле бейеү коллективы ойошторҙом.
Үҙемдең ғаилә хәлемә килгәндә, 30 йәшкә еткәнсе буйҙаҡ йөрөнөм. Кәләшем менән Мәскәүҙә 2015 йылдың 11 октябрендә Республика көнөндә таныштыҡ. Былтыр йәй өйләнештек, яңыраҡ Айлин исемле ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Эшем күп ваҡыт һәм көс талап иткәнгә күрә, ғаиләмә етерлек иғтибарымды бүлә лә алмайым. Форсатты файҙаланып, мине аңлауы, миңә терәк булыуы өсөн кәләшемә оло рәхмәтемде еткергем килә...

Белеүемсә, атайығыҙ Нияз Байегетов та, һеҙ ҙә Ф. Ғәскәров "академияһы"н үткәнһегеҙ. Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле мәктәбендә алған һабаҡтарығыҙ тураһында ни әйтерһегеҙ?

- Был мәктәп Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә өлгөлөләр рәтендә. Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ҡатын-ҡыҙҙар репетиторы Гүзәл Рәшит ҡыҙы Әсәҙуллинаны ғына алайыҡ. Уға еткән остазды бер ҡайҙа ла осратҡаным юҡ. Ул өйрәткән хәрәкәттәр нескәлеге, ым-ишаралар тәрәнлеге күптәрҙе, шул иҫәптән мине лә хайран итә. Мин үҙем был ансамблгә нисек барып эләктемме? Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһында уҡыған сағымда, тәүге курс аҙағында, беҙҙе Өфөнән килгән ике белгес алдында бейеттеләр. Алдараҡ телгә алған Гүзәл Рәшит ҡыҙы менән Рим Сәлимйән улы Әбделмәнов республика ҡалалары һәм райондары буйлап йөрөп, йәш бейеүселәр һайлай икән. Улар беҙҙең сығышты оҡшатҡан, күрәһең - 2-се курсты тамамлағас, 7 парҙы ансамблгә эшкә саҡыртып алдылар. Училищены ситтән тороп тамамларға тура килде. Легендар хореограф Фәйзи Ғәскәров нигеҙ һалған ансамблдә бейеү мине ныҡ үҫтерҙе. Ансамблдең үҙенә генә хас милли һыҙаттары бар. Фәйзи Әҙеһәм улы һалған бейеүҙәрҙең бөтәһе лә үҙенсәлекле, барыһы ла матур. Улар тамашасыға ла, башҡарыусыға ла әйтеп бөтөргөһөҙ кинәнес бирә торған сәнғәт әҫәрҙәре. Миңә "Гөлнәзирә", "Зарифа" бейеүҙәре айырыуса оҡшай. Ансамблдең йөҙөн билдәләрҙәй башҡа бейеүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, Риф Ғәбитовтың "Еҙ үксәһе" шундайҙар рәтенән. Ансамблдә эшләгән сағымда миңә 17 йәш кенә булғанға күрә, "Еҙ үксә" бейеүен Өфө сәхнәһендә башҡарып өлгөрмәнем, был үкенес әле лә күңелде өйкәп тора. Әгәр ансамблдә ҡалған булһам, "Еҙ үксә"не барыбер бейер инем...

Ансамблдән һуңғы тормошоғоҙ тураһында һүҙ алып барғанда һеҙҙән хәрби өлкәне һайлауығыҙҙың төп сәбәптәре тураһында ла ишетке килә... Ниңә хоҡуҡ органдар хеҙмәткәре булырға ҡарар иттегеҙ?

- Ансамблдең юбилей йылында күрше өлкәләрҙә гастролдәрҙә булдыҡ та, Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайыш төбәгенә юлландыҡ. Карелияның Кандопога исемле ҡалаһында 18 йәшемде ҡаршыланым. Санкт-Петербургта дуҫым, коллегам, һәләтле бейеүсе (ансамблгә беҙ уның менән бер ваҡытта килгән инек) Илнур Әйүпов менән тоттоҡ та Ленинград хәрби округы йыр һәм бейеү ансамбленә ғариза бирҙек. Комиссия һынауын үтә алған хәлдә, Ватан алдындағы бурысыбыҙҙы ошо коллектив эсендә үтәү мөмкинлеге барлығын белә инек. Бәхеткә күрә, беҙҙе ансамблгә ҡабул иттеләр һәм беҙ ике йыл ошонда хеҙмәт иттек. Тик тәүҙә ике айға мотоуҡсылар часына КМБ үтергә ебәрелдек. Уны үткәс, уҡытыу процесы һәм көн режимы тулыһынса хәрби Устав талаптары буйынса ойошторолған ансамблдә хеҙмәт итә башланыҡ. Сюжетлы бейеүҙәрҙе үҙ иткәс, әйткәндәй, үҙем һалған бейеүҙәрҙе лә сюжетлы итеп ҡорорға тырышам, Ленинград хәрби округы йыр һәм бейеү ансамблендәге хореография миңә айырыуса оҡшаны. Ул ғына ла түгел, айҙар буйы сит илдәрҙә гастролдәрҙә булыу ҙа, атап әйткәндә, Европаны арҡырыға-буйға йөрөп сығыу ҙа ылыҡтырҙы. Шулай ҙа хәрби хеҙмәтемдең аҙағы етә башлағас, Фәйзи Ғәскәров ансамбленә кире ҡайтыу тураһында уйлай башланым. Унда мине көтәләр ине (әйткәндәй, мине унда хәҙер ҙә көтәләр, тип, ғорурлыҡ менән әйтәм). Әммә үҙемде артабан һынап ҡарау теләге тыуған коллективыма ҡайтыу ихтыяжымдан көслөрәк булып сыҡты һәм мин 2008 йылда Мәскәүҙәге РФ Эске Эштәр министрлығының Академик йыр һәм бейеү ансамбленә - хәҙер ул Милли гвардия ғәскәрҙәренең академик йыр һәм бейеү ансамбле тип атала - киттем. Был ансамблдең талаптары Санкт-Петербург ансамбленән күпкә юғарыраҡ булыуын әйтеп тороуҙың кәрәге юҡтыр.

Матур ғына итеп яңы урында эш башлағас, Мәскәү һынлы Мәсәүҙә башҡорт бейеү коллективын булдырыу тураһында ҡайғыртыуығыҙ беҙҙе сикһеҙ һоҡландыра. Һеҙҙәге тәүәккәллек күптәргә, бәлки, хас та түгелдер. Ҡыҫҡаһы, "Алтын ай"ҙың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.

- РФ Эске эштәр министрлығының Академик йыр һәм бейеү ансамбленә урынлашып, программаны үҙләштереп, концерттарҙа ҡатнаша башлағас, шуға иғтибар иттем: ил кимәлендәге концерттарҙа, ни сәбәптәндер, төрлө милләт вәкилдәре сығыш яһай, әммә башҡорт мәҙәниәтен күрһәтеүсе кеше юҡ тиерлек. Был хәл мине тамам аптырашта ҡалдырҙы. 2010 йылда Мәскәүҙәге башҡорт балаларын бейетер өсөн ағай-апайҙарҙан зал һораштыра башланым. Әммә һөҙөмтә булманы. Көндәрҙән бер көндө, 2011 йылдың сентябре ине, бер ял итеү үҙәгенә тренер булып эшкә урынлаштым. Урынлашҡан саҡта етәкселеккә бер генә шартым барлығы тураһында белдерҙем: "Ҡәҙимге көндәрҙә мин Үҙәккә килеүселәр менән, ә ял көнөмдә - үҙемдең уҡыусыларым менән шөғөлләнһәм буламы?" Үҙәктә минең теләгемә ҡаршы килмәнеләр һәм мин Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорт балаларын бейеү түңәрәгенә йыйыуым тураһында интернетҡа иғлан ҡуйҙым. Әйткәндәй, тәүге айҙа минең йәкшәмбе түңәрәгемә ағалы-һеңлеле ике баланан башҡа килеүсе булманы. Өмөт ителгән состав йыйылмағас: "Әллә Мәскәүҙә башҡорт бейеүе бер кемгә лә кәрәкмәйме икән? Юҡ менән булып йөрөйөм түгелме?" - тигән икеле, хафалы уйҙар ҙа барлыҡҡа килмәне түгел. Шулай ҙа ул уйҙарҙы ситкә ҡыуып: "Ярай, быға тиклем ялымды нисек үткәрергә белмәй аҙаплана инем, хәҙер ошо ике бала менән шөғөлләнәм бит әле - уларға үҙ мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтәм", - тип, үҙ-үҙемде йыуаттым. Рекламаның яҙылмаған ҡануны буйынса, бер ай үтеүгә, ата-әсәләрем "уянды" - мәктәп йәшендәге балалар төркөмө тупланды. Февралдә Мәскәүҙәге төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы башҡорт студенттарынан тағы бер төркөм йыйҙым. Ошо төркөмдән хасил булды ла инде әлеге "Алтын ай".
Эшең күренһә, һиңә ылығыусылар ҙа күбәйә шул. Былтыр сентябрҙә, ата-әсәләр һорауы буйынса, 4 йәшлек балалар төркөмө астым. Йыл ярым элек: "Нәзир, беҙҙе лә өйрәт", - тип, өлкәндәр ҙә тупланды. Әлбиттә, бейергә теләгән кешеләр, балаларын бейергә өйрәтергә теләгән ата-әсәләр мәсьәләнең бар тәрәнлеген аңлап етмәҫкә лә мөмкиндәр. Шөғөлләнеү өсөн, беренсенән, буш зал кәрәк. Икенсенән, фонограмма эшләтеү ҙә, бейеү һалыу ҙа ваҡыт, көс, сығымдар талап итә. Мин эштән һуң "Алтын ай" коллективы менән генә "йәшәйем". Береһенә, икенсеһенә, өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә бейеү һалам, концерт программаһы төҙөйөм. Бар буш ваҡытым ансамблгә китә.

Эшегеҙҙә тағы ниндәй ҡыйынлыҡтар бар, уларҙы һеҙ ниндәй юлдар менән йырып сығаһығыҙ?

- Ҡыйынлыҡтар һәр саҡта ла бар инде ул. Эшеңә йөрәгеңде, күңелеңде биреп тотонмаһаң, булмай. Эшемдең файҙаһын, кешеләргә кәрәклегемде күреүҙән үҙемә көс алам. Был өлкәлә юҡҡа эшләмәйем икән, тигән аңлауға киләм. Эшем миңә матди файҙа килтереүгә ҡарағанда, мин үҙем уға аҡса һалам. Өлкәндәр менән балаларҙың түңәрәктәре түләүле, әммә ул хаҡтар Мәскәү өсөн бик шартлы. Ә студенттар бушлай шөғөлләнә. Студенттарға костюмдарҙы үҙем тектерәм. Ике йыл элек концерт менән Өфөгә килдек. Юл сығымдарын үҙемә ҡапларға тура килде.
Ҡыйынлыҡтарҙы "йотаһың" да, артабан атлайһың инде. Кешенән ярҙам һорайһың. Ҡайһы берәүҙәр, ярҙам итәм, ти ҙә, итмәй, йә итә алмай. Ул ғына ла түгел, баҡсаңа "таш ырғытыусылар" ҙа осрай. Ундай күренештәргә күҙ йомаһың да, башты юғары тотоп, артабан атлайһың. Дөрөҫөн әйткәндә, бик ҡыйын эш ул - үҙ коллективыңды етәкләү...

Ә хәҙер икенсерәк юҫыҡтағы һорау: нимә ул һеҙҙең өсөн бейеү?

- Бейеүгә ылығыуым атайымдың бейеүҙәрен ҡарауҙан барлыҡҡа килде. Уның әсәһе - ҡартәсәйем дә бейеүсе булған. Тимәк, бейеү минең өсөн беҙҙең ғаилә йолаһы, шөғөлө. Бейеү ярҙамында үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен сит кешеләргә еңел генә еткереп булғанлыҡтан, ул минең өсөн аралашыу сараһы ла. Кеше бейеүҙе тиҙерәк аңлай һәм баһалай. Һинең башҡортса йырыңды бик аҙ ғына халыҡ аңлап ҡабул итергә мөмкин. Өсөнсөнән, бейеү - сағыу тамаша. Уны тәү күреүҙән аңлайһың. Мәҙәниәтте лә, костюмдарын да, характерҙы ла, рухты ла... Шуға, үҙеңдең халҡың менән таныштырыуҙың иң уңайлы ысулы ул - бейеү.

Студенттарҙы бушлай шөғөлләндереүегеҙ ыңғай күренеш тә бит, әммә ул һеҙгә еңел бирелмәйҙер. Был аҙымығыҙҙың сәбәбе нимәлә?

- Сөнки улар - студенттар. Һин дә, мин дә студент булғанбыҙ. Мин Учалы училищеһында 400 һум стипендияға йәшәнем. Әлбиттә, Мәскәүҙә стипендия ҙурыраҡ. Тәүҙәрәк мин түләүҙе студенттарҙан да ала инем. Ләкин, "ала инем" тейеүем дә шартлы икәненең йәшерен-батырыны юҡ: берәү - түләй, икенсеһе түләй алмай... Шунан, түләү мөмкинлектәре самалы таланттарымдың хәленә кереп, дәрестәрҙе бушлай иттем. Бәлки, берәй бағыусы табылыр, тигән өмөт тә бар. Өлкәндәр менән - сәғәт ярым, балалар менән сәғәт ярым шөғөлләнәм. Ә студенттар менән кәмендә 2-3 сәғәт шөғөлләнәм. Ҡайһы берҙә уларҙы төн уртаһына тиклем "илатып" бейетергә тура килә. Концерт етеп килә икән - талап арта. Студенттарыма үҙемдең көсөмдө лә күберәк бирәмдер, бәлки, шул уҡ ваҡытта уларҙан да күберәкте талап итәм. Шулай бер-беребеҙгә бәйләнгәнбеҙ: мине үҙ коллективымдың "ҡоло" тиһәгеҙ ҙә була.

Тимәк, һеҙ бейеүсе лә, хореограф та, менеджер ҙа... Бөтөн эштәрҙе лә үҙегеҙ алып бараһығыҙ. Киләсәктә "Алтын ай"ҙы тағы ҡайһы йүнәлештә үҫтереү тураһында уйлайһығыҙ?

- Һөнәри оҫталыҡ яғынан үҫәбеҙ, тип әйтеп булмай әлегә. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа сәхнәгә менеп ҡарамаған балалар осрай. Уларға сәхнәлә үҙеңде дөрөҫ тотоуҙан башлап, дөрөҫ итеп тыпырҙауға тиклем барыһын да яңынан өйрәтергә тура килә. Ана шулай итеп көс-хәл менән бейеүсе тәрбиәләп алдым ғына тиһәң, бейеүсе ҡыҙ йәки егет уҡыуын тамамлап та ҡуя. Улар урынына яңылары килә. Баяғы бейеү "әлебен" өйрәтеү яңынан башлана. Ҡайһылай ғына тиһәң дә, беҙ был ысынбарлыҡҡа ғәйеп ташлай алмайбыҙ. Сөнки был - тормош ҡануны. Ололар - китә, йәштәр килә тора. Иң мөһиме, коллектив йәшәһен, тим.
Ансамбль формаһында булырмы, әллә бөтөнләй икенсе форматтамы - Мәскәүҙәге башҡорт балаларын берләштерер мәҙәни үҙәк эшләргә дәрт иткәнмен. Йәш бара, ваҡыт үҙенекен итә. Беҙ ҙә гел йәш булмаҫбыҙ. Бер мәл үҙебеҙ дер һелкеткән сәхнәләрҙе йәштәргә ҡалдырырбыҙ. Нимәһе генә хафаға һала - беҙҙең кәр китеңкерәгән саҡта, беҙ ҡартайғас, беҙҙең эште дауам итеүселәр булһын ине. Ансамбль 100 йыл йәшәһен ине. Бының өсөн уның нигеҙе ныҡлы булырға тейеш. Мин бөгөн студенттарҙы "тәрбиәләй-тәрбиәләй", ошо нигеҙҙе "төйөү" менән дә шөғөлләнәмдер, бәлки. Бәлки, етерлек итеп төйөрлөк мөмкинлегем дә юҡтыр. Һәр хәлдә, беҙ Мәскәүҙә үҙ хәлебеҙҙән килгәнсә халҡыбыҙҙың лайыҡлы вәкилдәре булырға тырышабыҙ. Төп маҡсат - баш ҡалалағы милләттәштәрҙе бер-береһе менән таныштырыу, аралаштырыу. Ҡалала башҡорт мөхите бик-бик тар булыуы бер кемгә лә сер түгел. Мәктәптә рус телендә уҡыталар икәнлеге лә ғәҙәти. Шулай ҙа нимәһе ҡыуандыра: шундай ҙур "иләүҙә" ҡайһы бер милләттәштәр балаларын милли тамырҙарыбыҙ - телебеҙ, моңобоҙ, еребеҙ, тарихыбыҙ солғанышында тәрбиәләргә тырыша. Беҙгә тулҡын-тулҡын булып балалар килә икән, был да Мәскәү башҡорттарының әүҙемлеге, ғәме, сәме барлығы тураһында һөйләп, беҙҙең һүҙҙе дәлилләп тора. Мәскәүҙә тыуып үҫкән башҡорт балаларының барыһы ла туған телде һыу һымаҡ эсмәй. Башҡортса һөйләшергә оялған балалар ҙа осрап ҡуя. Ундайҙарға мин бейегән саҡта әйтелә торған таҡмаҡ ятлатам. Һәм улар күмәк сығыш ваҡытында матур итеп башҡортса таҡмаҡтар әйтә. Репетициялар мәлендә лә мин уларға башҡортса һорауҙар бирәм.

Мәскәү - төрлө милләт кешеләренең бергә йәшәгән урыны. Ошо оркестрҙа башҡорт халҡының үҙ көйө, үҙ моңо бар. Ошо моңдоң бер өлөшө - "Алтын ай". Мәскәүҙәге башҡорт мөхитенең киләсәге өмөтлөмө? Әллә ул һеҙҙең һымаҡ энтузиастарға ғына бәйлеме?

- Һорау ауыр. Мин белмәйем. Әле йәштәргә эйәреп, өлкәндәр ҙә әүҙемләште. Эш беҙҙең энтузиазм менән генә бөтмәҫ, тип өмөт итәбеҙ инде. Беҙҙән һуң шундай уҡ кешеләр ҡалыр, тибеҙ. Ундай энтузиастар Башҡортостандан килергә тейеш. Сөнки рухлы кешеләр Мәскәүҙә, йә башҡа эре ҡалала тәрбиәләнмәй. Телен, республикаһын яратҡан, милли мөхит һағында тороусылар бары тик ауылда тәрбиәләнә, минеңсә.
Бер тапшырыуҙа Рәсәйҙәге иң төп бейеү ансамблен төҙөгән Игорь Моисеевҡа: "Ни өсөн һеҙ үҙегеҙгә алмаш әҙерләмәнегеҙ?" - тигән һорау бирҙеләр. Ул: "Мин үҙемә алмаш әҙерләй аламмы ни? Был бит минән тормай. Пушкин үҙенән һуң икенсе Пушкинды ҡалдырғанмы? Йәки, Достоевский - икенсе Достоевскийҙы ҡалдырғанмы?" - тине. Был һорауға яуапты Игорь Моисеевса бирер инем. Кешене үҫтереү мөмкин түгел. Ул үҙе йәшәй-йәшәй ниндәйҙер аңлауға килергә, үҙен был ерҙә табырға, маҡсаттарына ирешергә тейеш. "Һин миңә оҡшайһың. Әйҙә, һин минән һуң эшемде дауам итерһең", - тип хәл итергә ярамай. Ундай кеше ҡалыр ҙа, ҡыйынлыҡтар килгәс, ташлаясаҡ бит. Эшкә кеше үҙе аңлап килергә тейеш.

Беҙҙең рубриканың исеме - "Заман башҡорто". Бөгөнгө заман башҡорто ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ?

- Беҙҙең өлкә буйынса ҡараһаң, иң тәүҙә һин үҙеңдең халҡыңды яратырға тейешһең. Һин башҡорт булып тыуғанһың, тимәк, тамырҙарыңды, ата-бабалар тарихын белергә тейешһең. Башҡорттарҙың тарихы данлы ла, шанлы ла. Ата-бабаларыбыҙ тыуған ерен, азатлығын һаҡлап, үҙҙәрен ҡорбан иткән. Бөгөн үҙеңде ҡорбан итергә кәрәкмәйҙер - ваҡытыңды файҙалы эшкә бүлә алһаң, шул да етә. Мәҫәлән, бейеүсеһең икән - башҡортто бейеү менән таныт, рәссамһың икән - башҡорттар тураһында, республика тураһында рәсемдәр эшлә. Мәскәүҙә башҡорттар тураһында БРИКС һәм ШОС үткәс кенә нығыраҡ белеп ҡалдылар. Минән: "Нәзир, Өфөлә кем атта ултыра ул? Ул кемдең һәйкәле?" - тип һорайҙар. Мин аңлатып бирәм: Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы, шағир.

Шулай итеп...
Нәзир Нияз улы Байегетов менән әңгәмәнән үҙемә бихисап файҙалы кәңәш алдым. Ә иң иҫтә ҡалғаны шул булды: геройыбыҙ "Был эш менән бер кем дә шөғөлләнмәй - башҡорт мәҙәниәтен Мәскәүҙә бер кем дә күрһәтмәй бит", - тип туҡталып ҡалмаған, ә үҙенә: "Ни өсөн шулай? Мин был хәлде нисек ыңғай яҡҡа үҙгәртә алам?" - тигән һорау ҡуйған. Үҙебеҙгә үҙебеҙ урынлы һорауҙар ҡуяйыҡ. Һоранып йәшәмәйек - һорауҙар бирә-бирә йәшәйек! Әйткәндәй, 29 апрелдә Өфөлә Йәштәр һарайында "Алтын ай"ҙың шәп концерты үтәсәк. Башлана 17:00 сәғәттә. Инеү бушлай.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.05.17 | Ҡаралған: 1078

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru