«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ БЕЛГӘН ЯУГИРҘАР
+  - 

Етмеш икенсе тапҡыр Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ. Ер йәшәреп, тәбиғәттең уяныу мәленә тап килеүе лә хатта Бөйөк Еңеүебеҙҙең тормошто раҫлаусы көсө, бөтөн тереклекте ҡурсыусы тыныслыҡ символы булыуына бер ишара. Ваҡыт арауығы беҙҙе тарихыбыҙҙа ҡалған 1945 йылдың 9 майынан алыҫайтҡан һайын, күңелебеҙгә, аңыбыҙға тағы ла тәрәнерәк һеңеп, рухыбыҙға яҡыная ғына бара ул көн.

Еңеү яулап, түштәре тулы орден-миҙалдар менән ҡайтҡан ветерандарыбыҙ сафы һирәгәйә барған һайын, икенсе Бөтә донъя һуғышында еңеүсе, донъяны фашизм ҡоллоғонан азат итеүсе совет һалдатына тере һәйкәл - "Үлемһеҙ полк" тантанаһына ҡушылыусылар арта бара. Был ысын мәғәнәһендә халыҡ ихтыярының, Ер йөҙөндә именлек хаҡына уның берҙәмлегенең тетрәндергес миҫалы. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, былтыр беҙҙең илдә генә ошо тыныслыҡ һәм еңеү тантанаһы һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙары, яҡындарының фотопортреттары менән маршҡа сығыусы миллионлаған кешеләрҙе бер сафҡа, бер маҡсатҡа берләштерҙе. Рәсәйҙе генә түгел, сит илдәрҙе лә яҙғы ташҡын кеүек солғап алды ул: "Үлемһеҙ полк" акцияһы донъяның 40-тан ашыу илендә булып үтте. Әйткәндәй, халыҡ юғарынан бойороҡ буйынса түгел, ә үҙ башланғысында ойоштора һәм үҙ теләге менән сыға тыныслыҡ маршына. Был хаҡта үҙенең фронтовик атаһы портретын тотоп, "Үлемһеҙ полк" маршының алғы сафында халыҡ менән бергә атлаусы Владимир Путин да ошолай тип белдергәйне: "Был башланғыстың ҡиммәте шунда: ул кабинеттарҙа, административ структураларҙа түгел, ә халыҡ йөрәгендә тыуҙы". Ә йөрәктәген йолҡоп алып ташларлыҡ бер көс тә юҡ. Хәтер - мәңгелек, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай, тигәнде кәүҙәләндерә бөгөн Еңеү көнө тантаналары. Шуның өсөн дә Икенсе Донъя һуғышында тар-мар ителгән фашистик ойошмаларҙың идеологияһын тергеҙергә маташыусы ҡара көс - неофашизм нисек кенә баш күтәрергә тырышмаһын, уларға планета буйлап атлаусы тыныслыҡ яҡлыларҙың ҡеүәтен күрһәтте, халыҡ хәтеренең һис ҡасан еңелмәҫ, ҡаҡшамаҫ көс икәнен иҫбатланы "Үлемһеҙ полк". "Мәрхүмдәр ҡәберҙәренән ҡубарылып, тереләр менән бер сафҡа баҫҡас, Рәсәй бөйөк державаға әүерелер," - әйтерһең дә, аҡыл эйәһе, күрәҙәсе Ванганың ошо әйткәне бойомға аша бөгөн, бирһен Хоҙай! ...Үкенескәме, бәхеткә күрәме - яҡындарым араһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләр юҡ, тип әйтерлек. Яҡындан белмәһәм дә, ундайҙар ни бары икәү шулай ҙа: береһе - атайымдың фронттан Еңеү яулашып иҫән ҡайтҡан ике туған ағаһы Ғәлимйән Зариф улы Иҙелбаев (ул да мәрхүм инде); икенсеһе - әсәйемдең йәшләй генә Курск дуғаһы ғәрәсәтендә ятып ҡалған бер туған ағаһы Хәйретдин Низам улы Биктимеров. Олатайҙарҙың тәүгеһен һирәкләп кенә күргәнем булһа ла (эше бу-йынса ул ғаиләһе менән төрлө ергә күсенеп йөрөнө), яҡындан аралашырға тура килмәне, ә икенсеһе яуға киткәндә,мин донъяла булмағанмын әле. Уның ҡарауы, аҙаҡ өйөбөҙҙөң түрендә гимнастерка кейгән пилоткалы йәш кенә был олатайҙы көн дә күрә инем: әсәйем ағаһының ҙурайтылған фотоһүрәтен рамлап, уға сигеүле һөлгө ябып, йыш ҡына туҙанын һөртөп, ҡәҙерләп һаҡлар булды. Хәйретдин олатайҙың ут эсенән яҙған хаттары һаҡланмаған, ҡайҙа ерләнеүе хаҡында ла бер ниндәй мәғлүмәт юҡ. Шунлыҡтан, оятҡа күрә булһа ла, был олатайҙар хаҡында башҡа бер ни ҙә әйтә алмайым...
Ә бына "Башҡортостан" гәзите редакцияһында оҙаҡ йылдар бергә эшләү бәхете тейгән һуғыш ветерандары хаҡында күп нәмәләр һөйләргә булыр ине. Байтаҡ ине улар беҙҙең коллективта: Абдрахман Баязитов, Дәүләтгәрәй Мәһәҙиев, Аҡмал Саптаров, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Фәтих Абдуллин, Фәтхулла Комиссаров, Мөхтәр Тимербулатов, Анатолий Виноградов һәм башҡалар. Еңеү яулап ҡайтҡан абруйлы ветерандар ғына түгел, талантлы журналистар ҙа, талапсан, ләкин шул уҡ ваҡытта ғәҙел һәм кеселекле остаздар ҙа ине улар беҙҙең өсөн. Ветерандар, тип әйтеү менән ошо ағайҙар араһынан үҙенең өлгөрлөгө (ә был сифат журналистикала иң кәрәге), эшсәнлеге, айырым бер итәғәтлелеге менән абруй ҡаҙанған фотохәбәрсебеҙ Анатолий Михайлович Виноградов күҙ алдына баҫа. Яугир ағайыбыҙ тыныс хеҙмәттә лә хәрбиҙәрсә теүәллек һәм тәртип өлгөһө күрһәтә ине беҙгә. Мөхәррир, фәлән-фәлән хужалыҡтан яҙғы сәсеү барышынан фоторепортаж иртәнге туғыҙға өҫтәлемдә ятһын, ти икән, бындай заданиеның үтәлмәй йә һуңлап ҡалған сағы булманы. Командировканан һуң өйөнә лә ҡайтмай, төндә эшләһә эшләгәндер- уныһын бер кем белмәне - әммә теләһә ҡайһы райондан да материалды өлгөртөр ине Виноградов ағайыбыҙ. Шәхес булараҡ та иҫ киткес итәғәтлелеге, кеселеклелеге, эшкә яңы ғына килгән йәш хеҙмәттәштәренә лә ихтирам менән "һеҙ" тип өндәшеүе иҫтә ҡалған. Башҡа тонды белмәне, гәрсә үҙенә ҡарата бәғзе бер дорфараҡ мөхәррирҙәрҙең тупаҫлығын башынан кисерергә тура килгәндә лә. Ҡайһы берәүҙәр кеүек, кешелеклелеген, кеселеклелеген кәйеф самаһына ҡарап өләшмәне. Аяуһыҙ һуғыш юлдарын үткән, күпте күреп, күпте кисергән капитан 1960 - 1980-се йылдарҙағы шаулы хеҙмәт фронтының ябай бер һалдаты булып ҡала алды. Яйлап, иркенләп, йәйелеп ултырыуҙы белмәне. Еңел кәүҙәһен хәрбиҙәрсә төҙ тотоп, шәп-шәп атлап йөрөр ине һәр саҡ. Күп эшләне. Үҙе иҫән саҡта бер нисә тапҡыр шәхси фотокүргәҙмәһен ойошторҙо. Уның бай архивы Башҡортостаныбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы бөтөн тарихын сағылдыра ине. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, уны ижадында данлап, оҙон ғүмер юлы үтте ветеран Анатолий Михайлович. Ә иң мөһиме - үҙ өлгөһөндә, аҡыл һатмай ғына баш баҫып эшләп, йәштәрҙе хеҙмәткә, күңел биреп эшләргә өйрәтте. Асылда, уның бындай тормош өлгөһө барлыҡ башҡа ветерандарыбыҙға ла хас ине. Улар, үҙ яҙмыштарына төшкән оло һынауҙы ана шулай фиҙаҡәрлек менән еңеп сығып, дәрәжәләрен белеп, выждандары ҡушҡанса намыҫлы йәшәп һәм эшләп, үҙҙәре хаҡында яҡты хәтирәләр генә ҡалдырып китте... Беҙ белгән яугирҙар ана шундай ябай, ләкин ҡаһарман шәхестәр ине.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 920

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru