«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ПАРОВОЗ" КИЛЕН
+  - 

тыл ветераны Раҡия Ғинәт ҡыҙы Арыҫланова. -Ҡәйнәм, нишләп һине "паровоз килен" тип әйткәндәр ул? - тип һорайым инде һикһәндең етеһен тултырып килгән ҡәйнәмдән. Был хаҡта әллә нисә тапҡыр ишеткәнем булыуына ҡарамаҫтан, уның ифрат та матур итеп һөйләгән хәтирәләрен тыңларға яратам.
- Ә-й-й, кейәү, баравузын да күрҙем инде, хатта үҙем дә "баравуз" булып киттем заманында. Ундай машинаны ғүмеремдә тәүге мәртәбә күргәндә мең дә туғыҙ йөҙ ҡырҡ дүртенсе йыл, миңә ни бары ун дүрт йәш ине, - тип башлап алып китә ҡәйнәм тормошошоноң күпмелер өлөшөн сағылдырған тарихын. Уның һөйләгәндәрен мөмкин тиклем нығыраҡ хәтерләргә тырышып, иғтибар менән тыңлайым, кинофильм ҡараған шикелле, хатта ана шул ваҡиғаларҙа үҙем ҡатнашҡан һымаҡ итеп күҙ алдына килтерергә тырышам.
... - Ҡыҙҙар, подъем! Вагон бушатырға команда булды... Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк, мои милые, әйҙәгеҙ, тороғоҙ инде, мои дорогие, доченьки... - алтмыштан уҙған старшина Тихонов нарҙарға түшәлгән, йоҡарып, тетелеп бөткән һалам матрастарҙа кейемле көйөнсә йоҡлап ятҡан ҡыҙҙарҙың әле береһен, әле икенсеһен һаҡ ҡына уятырға тотондо. - Таңға тиклем вагон буш булырға тейеш...
- Әйҙәгеҙ инде, ҡыҙҙар, - тине бригадир Һәҙиә һәм үҙе иң тәүҙә тороп, әхирәттәрен уятыша башланы, - дед Павелды ыҙалатмайыҡ...
- У-у-уф, ҡыҙҙар, - тип кирелде өҫтөнә иҫке оҙон пальто, көпө салбар кейгән Зөлҡәғизә, - шул ике арала тағы йыйыла һалғандар...
- Туңып өлгөргән булһалар ярар ине, - тине ҡыҙҙар араһынан тағы берәү.
- Бынау утыҙ градуслы һыуыҡта фриц түгел, әллә кемең туңыр, - тине Һәҙиә һәм инде уянып ҡалҡына башлаған йәш ҡыҙҙарҙы оҙон барактың иҙән уртаһына "төнгө построение"ға теҙә башланы.
- Раҡия, - тине Һәҙиә үткән өс ай эсендә үҙенең ҡыҙы һымаҡ күреп яратып өлгөргән, арала иң йәше булған Раҡияға әсәләрсә йомшаҡ итеп, - әйҙә, ҡыҙым, тор инде. Кәрәк, аңлайһыңмы, кәрәк...
Буйға ла үҫеп етмәгән Раҡия, хеҙмәт әрмеһенә алынғанда, ысынлап та, сабыйлыҡтан да сығып етмәгән тиерлек ине. "Бала ғына кешене ер аяғы-ер башы ерҙән нишләп кенә алып килгәндәр икән был тайга төпкөлөнә..." тип йәлләне утыҙ йәштәрҙәге Һәҙиә уны тәү күреүҙән үк. Башҡортостандың һәр төрлө райондарынан ошо Молотов (хәҙерге Перьм) өлкәһендәге хеҙмәт әрмеһенә килгән ҡыҙҙар араһында тап ана шул йәтеш кенә кәүҙәле, ҡара ҡашлы, муйыл күҙле Раҡия иң йәше ине... Эшкә ифрат та тырыш, сос, ныҡыш, ҡапылда һис бер нәмәгә зарланып бармаған был башҡорт ҡыҙы башҡалар араһында тиҙ арала ихтирам яулап өлгөрҙө. 1944 йылдың октябрь айында, аяҡтарына сабата, өҫтәренә кем ни етте, шуны кейгән төрлө йәштәге 40 ҡатын-ҡыҙҙы Баймаҡ районынан Магнитогорск ҡала вокзалына тиклем йәйәүләтеп алып килгәйнеләр. Улар араһында Татлыбай ауылынан Һәҙиә, Икенсе Этҡол ауылынан Зөлҡәғизә лә бар ине.
Ә бөгөнгө төндә бушатыласаҡ вагонда ниндәйҙер "затлы әйберҙәр" түгел, ә көн дә тиерлек йыйыла торған... әсир немецтарҙың мәйеттәре ине. Баштараҡ үтә лә шомло булып тойолған был эш һуңға табаныраҡ ҡыҙҙар өсөн ифрат та ғәҙәти кәсепкә әйләнде... Тик уларҙы ни өсөндөр көндөҙ ерләтмәйҙәр. Бөгөнгө һымаҡ, ҡыҙҙарға йоҡларға бирмәй, төнө менән ерләтәләр...
Ғинуар һыуығында немец мәйеттәре, ысынлап та, ҡоро утын һымаҡ, туңып ҡатҡандар, һәм шуға ла уларҙы икешәр кеше тотоп ергә, унан бульдозер ҡаҙыған соҡорға ташлауы бер аҙ еңелгә тура килде... Ағас табанлы "американский" ботинкаларға сылғау урап кейгән аяҡтар "шаҡылдап" тиерлек туңа башлағанда, эштәрен тамамлап, "буржуйка" мейесе менән йылытылған барактарына ҡайтып инделәр. Ярайһы ғына асығып өлгөргөн булыуҙарына ҡарамаҫтан, яңынан нарҙарына сумған ҡыҙҙар бер нәмә белмәй йоҡлап китте. Расписание буйынса була торған подъемға тиклем тағы ике сәғәт бар ине әле...
Хеҙмәт әрмеһенең төп эше, әлбиттә, мәйет ташыу түгел, ә таңғы етенән киске етеләргә тиклем, бәғзе ир-аттарҙың да көскә ҡулынан килә торған ифрат ауыр эш - бейек, ҡолас етмәҫлек йыуан ҡарағайҙарҙы бысып йығыу, ботау, вагондарға тейәү ине. Ә бөгөн төндәге эш - көндөҙ бүрәнәләр тейәләсәк вагонды бушатып, әҙерләп ҡуйыу маҡсатында ҡуйылған сираттағы мәсьәләне үтәү генә булды... Ошоноң һымаҡ "вагон бушатыу"ҙар йыш ҡына булып торҙо, сөнки көндөҙгө төп эшкә тотҡарлыҡ булмаһын тиепмелер, төндәрен ташкүмер ҙә бушаттыралар ине. Ана шул осор, ап-аҡ төтөнмө, пармы сығарған, әсе итеп ҡысҡырған ғәйәт ҙур "паровоз" тип аталған машинаны тәү мәртәбә күреүе ине кескәй Раҡияның. Күреү генә лә түгел, ул һөйрәткән әллә тиҫтәләгән вагондарға һәр төрлө йөк тейәп, йә иһә уларҙы бушатып йөрөргә лә яҙғайны.
Көнбайыштан эшсе көсө килә торҙо. Әсир немецтәрҙән тыш, фашист пленынан ҡотолоп сығып та, НКВД тарафынан хыянатсылыҡта ғәйепләнеп, ҡабаттан әсиргә әйләндерелгән үҙебеҙҙең һалдаттар ҙа күпләп килә ине. Уларҙың да хәле немецтарҙыҡынан еңелерәк түгел... Улар ҙа конвой аҫтына эшләйҙәр. Урман ҡырҡылып, таҙартылып бөткән урында, ҡом түшәп, уның өҫтөнә немец әсирҙәре "булыжниктар"ҙан ифрат та тигеҙ итеп юл төҙөйҙәр ине… Еңеү көнөн хеҙмәт әрмеһендә ҡаршыланылар. Июнь айы еткәс, әҙәм көсө етмәҫлек ауыр эштән йонсоған ҡыҙҙарҙы Магнитогорск вокзалына поезд менән алып килеп оҙатты дед Павел. Фашистарҙы еңеү шатлығынан, арыуҙарын да бер аҙ онотҡандай, Ирәндек урманында әле генә бешә башлаған ҡайын еләктәрен ашай-ашай, тау аша төшөп, ҡалған араны тағы ла йәйәүләп ҡайттылар...
- Бына шул инде, кейәү, минең баравуз менән бәйле хикәйәтем. Һеҙ генә, йәғни, ир-аттар ғына әрмелә булаһығыҙ, тип уйламағыҙ. Трудауай - ул түже әрмейә. Эшкә барғанда ла, ҡайтышлай ҙа ыструйға теҙелеп, һайт-дваға баҫып йөрөгән, әрмейский бутҡаны ашап ҡайтҡан кеше ул һинең ҡәйнәң! - ти әбей етди төҫ алып, хатта бер аҙ турая биреберәк.
- Паровоз күреү генә түгел, уның менән берлектә ауыр эштәрҙе лә атҡарғаның хаҡында һөйләнең, ҡәйнәм, рәхмәт. Тик иң башта биргән һорауыма яуап бирмәнең дә баһа... Үҙең нисек "паровоз" булып киттең һуң, ҡәйнәм? - Әй, кейәү, уныһы ней, үҙе бер мәҙәк инде ул, хәҙер һөйләргә генә ҡалды, - тип дауам итә ҡәйнәм. Уның был хаҡтағы "истурия"һын да яҡшы белеүемә ҡарамаҫтан, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән артабан тыңлайым, һуғыштан һуңғы ауыл тормошо күҙ алдына килә.
"Трудауай әрмейәне" үтеп, "буйтым ир етеп", бәлиғ булған йәш, һылыу, зифа буйлы, оҙон толомло Раҡияға күрше Ҡуяндар ауылынан өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры, һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡан егерме бер йәшлек Усман исемле егеттең күҙе төшә. Немец танкыһы снаряды ярсығынан ауыр контузиялы, иңенән әле һалдат гимнастеркаһын да һалмаған, һәр саҡ нәҙек билен һары ҡайыш менән һыҡтырып быуып йөрөгән егет ҡыҙға бергә тормош ҡорорға тәҡдим яһай. 1947 йылдың апрель башында - "ни арба, ни сана, тигәндәй, самай ала ҡар мәлендә" була был бәхетле осор. Ныҡ тотлоғоп, көскә һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, үҙенең уй-хистәрен ҡыҙға әйтеп биреүгә өлгәшә Усман. Тотлоҡһа ла, ҡәйнәм үҙе әйтмешләй, "галауный - аяҡ ҡулы бар, ә иң мөһиме - һыу һөлөгөндәй матур һынлы, һылыу" был егеткә тормошҡа сығырға шунда уҡ ризалығын белдерә. Мәҡәләнең исеме булырҙай ваҡиға тап ана шул ваҡыт менән бәйле лә инде. Никах уҡытҡандан һуң, санаға ат егеп, Ҡуяндар ауылына ҡайтып китәләр. Ҡайтып барышлай, буласаҡ сос хужабикә Түбә баҙарынан яндырылмаған эзбиз һатып алып, сана төбөнә һалып ала. Тик ауыл янындағы Саҡмағош тип аталған кескәй йылғаны кисеп сыҡҡанда сана төбөндәге әлеге эзбиз таштарына һыу тейеп, борҡоп ҡайнап китмәһенме! Ауыл халҡын ғәжәпләндереп, нәҡ тә паровоз һымаҡ ап-аҡ пар борҡотоп, йәштәр ауылға килеп инә. Килеп төшкән көндән алып "паровоз килен", тигән ҡушамат һеңә лә ҡала инде ҡәйнәмә. Ауыл хужалығында арыу-талыу белмәй, ең һыҙғанып эшләйҙәр. Туғыҙ бала үҫтерәләр. Егерме бер ейән-ейәнсәр һәм утыҙ алты бүлә-бүләсәрҙәре бар. Хәләл ефете Усман Дәлхә улы хәҙерге ваҡытта гүр эйәһе. Баймаҡ районының Байым ауылындағы иң һуңғы был һуғыш ветеранының вафатына ла өс йыл тулып үтте. Алтмыш алты йыл бергә ғүмер иткән, һуңғы йылдарҙа ҡаты сирләгән хәләл ефетен йәш балалай ҡәҙерләп, яҡшы итеп ҡараны ҡәйнәм. Тап бына шундай киң күңелле, изгелекле ошо ҡатын-ҡыҙ иң оло хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ, тип һанайым.
"...Иң беренсе нәүбәттә кейәүҙе яҡшы ҡара, ихтирам ит..." тигән генә өгөт-нәсихәттәр әйтә ул ҡыҙҙарына. Бер ҡасан да үҙенең кейәүҙәренә, килендәренә һүҙ тейҙермәгән, уларға үҙ балалары һымаҡ ҡараған бындай ҡәйнәне "ҡәйнәләр өлгөһө" тип атағы килә. Хатта һәр ғаиләлә лә булғылай торған аңлашылмаусанлыҡ мәлдәрендә лә, һис бер ваҡытта үҙ балаһын яҡлап, кеше балаһына ҡаршы тора торған ғәҙәте юҡ уның. Киреһенсә, кейәүҙәрен ҡурсалап, яҡлашырға әҙер генә торған ҡәйнә ул. Иң ҡәҙерле кешем - әсәйемдең донъя ҡуйғанына инде туғыҙ йыл булып килә. Ул үлгәне бирле миңә бер кемдең дә "балам", тип өндәшкәне юҡ ине. Һуңғы осорҙа, әллә йәлләп, әллә яҡын күреп, ҡәйнәмдең миңә "балам", тип өндәшкеләй башлауы күңелгә шундай рәхәт, үҙем дә алтмышҡа етеп барған кеше булыуыма ҡарамаҫтан...
Ауыр йылдар үтеп, бер ваҡытта ла тормошҡа, кешеләргә ҡарата мөхәббәтен юғалтмаған, һикһәндең етеһен ҡыуып барған, Байым ауылындағы иң оло кеше, һуңғы тыл ветераны хөрмәтле Арыҫланова Раҡия Ғиниәт ҡыҙына Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, бәхетле ғүмер насип итһен ине.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 969

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru