"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
59. Динис Бүләковтың "Эҫе ҡар" повесы. "Яҙыусының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мауыҡтырғыс, фәһемле башҡа әҫәрҙәре лә күп. Ләкин "Эҫе ҡар" повесында бер башҡорт ауылы кешеләре яҙмышында бөтә ил тормошо сағылдырыла. Автор Ирмәк исемле малайҙың кескәй йөрәгендә ауыр эҙ ҡалдырған хәтирәләре тураһында ҡыҙына һөйләй. Повесть аҙағында әҙип "Бик белгең килһә - ул малай мин инем", - тип яҙа. Был китап үҫмерҙәрҙе кешелекле булырға, ысын дуҫ ҡәҙерен белергә, хаҡты нахаҡтан айырырға өйрәтә. Хайуандарға ғына түгел, кешеләргә ҡарата ла изге мөнәсәбәттә булырға кәрәк икәненә төшөндөрә Динис Бүләков", - тип яҙа Өфө ҡалаһынан Зәлиә Сабирова.
60. Ҡәҙим Аралбайҙың "Рух яҙыуы" һәм "Таналыҡ тауышы" китаптары. "Был йыйынтыҡтарҙа шағир рух төшөнсәһе, илһөйәрлек, тормошта үҙ юлыңды эҙләү, туған тел яҙмышы һәм башҡа бер ҡасан да актуаллеген юғалтмаясаҡ темаларҙы күтәрә. Поэма һәм шиғыр формаһынан тыш, халыҡ ижадының бәйет, ҡобайыр, робағи жанрҙарына ла мөрәжәғәт итә.
"Ҡайҙа барабыҙҙыр? -
Ут-замандың
Дауылдары ҡаға елкәгә,
Уйламайбыҙ:
Тормош каруаныбыҙ
Ҡайҙа морон төртөр иртәгә?" - тип яҙһа ла, Ҡәҙим Аралбайҙың ошо йыйынтыҡтарында башҡорт халҡының киләсәгенә, ил яҙмышына ҡағылышлы һорауҙарға яуап табырға мөмкин", - тип яҙа Хәйбулла районынан Әлфиә Мәмбәтова.
61. Әнүәр Бикчәнтәевтың "Ҡарасәй юлы", "Ожмах вәғәҙә итмәйем" романдары. "Әнүәр Бикчәнтәевтың "Әҫәрҙәр" йыйынтығы беренсе томына индерелгән был ике романы һәм "Яр буйы малайҙары" повесын "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә индерергә тәҡдим итәм. Дөйөм әйткәндә, был әҫәрҙәр Совет заманында башҡорт ауылдарының торошо, производство, хөкүмәт сәйәсәте, халыҡтың көнкүреше, кешеләрҙең хыялдары, тормошо һәм эштәре тураһында. Ил өсөн кәрәкле бөйөк эштәр эшләргә ашҡынып йәшәгән "бәләкәй" кешеләрҙең, тотош ауылдарҙың яҙмышы тасуирлана. "Ҡарасәй юлы" романында шундай юлдар бар: "Борон замандан минең халҡым үҙенең яҙмышын юлдарға бәйләгән: башҡорт нәҫел-ырыуҙарының ҡайҙа тороуына ҡарап, Себер юлы башҡорттары, Ҡаҙан юлы, Нуғай юлы башҡорттары тип йөрөткәндәр. Ә хәҙер башҡорттар ниндәй юл менән баралар һуң?" - шулай тип уйланып килә күпте күргән, күпте кисергән Шайморат бабай. Был һорау бөгөн дә көнүҙәк, бөгөн халҡыбыҙ ниндәй юлдан, ҡайҙа табан китеп бара? Әҫәрҙә Әнүәр Бикчәнтәев заманына күрә үҙенсә яуап бирә, ә беҙгә уйланырға ғына ҡала. Романдарҙы олораҡ быуын кешеләре уҡыһа, "Яр буйы малайҙары" повесын балаларға уҡып ишеттереү ҡыҙыҡлы буласаҡ", - тип яҙа Рәлиә Сәхипгәрәева.
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|