Йыр-бейеү менән ҡаршы алды беҙҙе Әлшәй ағинәйҙәре "Аҡ кейеҙгә баҫһам..." тип исемләнгән йола байрамында. Әле яңыраҡ ҡына Себенлелә "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамы, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ауылдың 255 йыллығына арналған йыйын үткәрелгәйне, бөгөн иһә Урта Аҡҡолай ауылы кейеҙ байрамына ҡунаҡтар йыйҙы. Сағыу милли кейемдәрендә нур бөркөп торған күрше Миәкә, Бишбүләк, Дәүләкән, Шишмә ағинәйҙәре сараға оло йәм өҫтәне. Ә инде алыҫ юлды яҡын итеп таңғы 4-тә юлға сығып килеп еткән Учалы ағинәйҙәренең көслө рухы, юғары мәҙәни кимәле барыһын да хайран итте.
Ихсан хәҙрәт Иҡсанов тарафынан уҡылған изге доға менән башланды Рамаҙан айында үткәрелгән Кейеҙ байрамы. Байрамға килеүселәрҙе Әлшәй муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Заҡуан Әхмәтов, Казанка биләмәһе хакимиәте башлығы Вил Йомағужин сәләмләне. Әлшәй районының Почетлы гражданины Солтангәрәй Кирәев яҡташтарын тәбрикләп, ейәнсәре, художестволы гимнастика буйынса спорт мастеры, күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионы Ләйсән Үтәшеваның да ихлас сәләмдәрен еткерҙе. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты хеҙмәткәре Марат Ғилманов, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева байрамды сәләмләп, ойоштороусыларға Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың шиғри һүҙе лә байрамға йәм өҫтәне.
Рәсми өлөш тамамланғас, тамашасылар кейеҙ баҫыу йолаһын ҡарарға йыйылды. Биҙәкле көйәнтәләрен иңдәренә һалып, күнәктәрен сайпылтмай ғына атлаған йәш килендәр һыу алып килде. Кемдәрҙер ҡайсыларын уйнатып, һарыҡ йөнөн тунаны. Йөн тетергә ултырған инәйҙәр дәртле йыр һуҙҙы. Йөрәкһеп бейергә төшөп киткәндәр ҙә булды. Тәҫләп һалынған аҡ йөн өҫтөнә ҡара һарыҡ йөнөнән биҙәктәр теҙгән ҡатын-ҡыҙ изге теләктәрен теләне. Бешекләп баҫылған кейеҙ ҡабат баҫҡансы күпмелер ваҡыт ятып торорға тейеш икән. Ул арала икенсе бер кейеҙҙе алып сығып, бала һөйөү йолаһын да күрһәтеп өлгөрҙө әлшәйҙәр.
Артабан ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарарға сират етте. Әлбиттә, күргәҙмәлә иң тәүҙә ошо төбәк башҡорттарға хас шөғөл - аҫалы балаҫтар күҙгә салынды. Беҙ Әлшәй Мәргән вариҫтарының гөрләтеп балаҫ байрамдары үткәргәненә күнеккәнбеҙ инде. Был төбәктең аҫыл балаҫтары Рәсәйҙең ниндәй генә күргәҙмә залдарын биҙәмәй! Затлы фатирҙарын биҙәр өсөн хатта сит илдәрҙән дә килеп һатып алып китәләр икән уларҙы! Балаҫ һуғыу станогы артында ултырған Зәкирә Сиражетдинова апайҙы күҙәтәбеҙ. Уның ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Бер ай эсендә балаҫ һуғып бирә алам, ти оҫта ҡуллы апай. Был һөнәргә уны маһирлығы менән тирә-яҡта дан тотҡан әсәһе Нәсиха инәй өйрәткән, ә Зәкирә апай үҙ сиратында улынан балаҫ һуғыу станоктары эшләтеп алып, был һөнәргә ейәнсәрҙәрен дә йәлеп иткән. Шулай уҡ Фәнүрә Ғәниеваның, Рәмзилә Искәндәрова, Мөнирә Кашарскаяның (Раевка ҡасабаһы), Гөлназ Фәхретдинова (Урта Аҡҡолай ауылы), Мәрйәм Зәйдуллина (Иҫке Аҡҡолай ауылы), Гөлсәсәк Вәлиуллинаның (Сурай ауылынан) ҡул эштәре лә күргәҙмәнең бер биҙәге булды.
- 2015 йылдан ошолайтып бергә ойошоп, ағинәйҙәр хәрәкәтен башлап ебәрҙек, - ти Әлшәй районының Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәйсә Мөфтиева. - 40 йыл мәғариф системаһында эшләп (шуның 13 йылы - мәктәп директоры вазифаһында!) пенсияға сыҡҡас, өйҙә ни эшләп ятмаҡ кәрәк, тип аптырағайным. Иртәсел булғас, сәғәт 11-гә барлыҡ эштәремде тамамлайым да ҡуям: һыйыр һауылған, һөт сепараторҙан айырылған, өй йыйыштырылған. Артабан ни эшләмәк кәрәк! Былай, исмаһам, ҡатын-ҡыҙҙар бергә ойошоп, ошолайтып халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барырға тырышабыҙ. Ни өсөн бөгөн тап кейеҙ баҫыу йолаһын һайланыҡ? Балаҫ һуғырға беҙ былай ҙа оҫта. Ә кейеҙ баҫыу онотолоп бара. Ҡарап йөрөйөм дә, электән ҡалған боронғо кейеҙ менән кемдер машинаһын ҡаплап ҡуйған, кемдер олтораҡ итеп ҡуллана. Әрһеҙләп, әрәм-шәрәм итеп бөткәндәр. Ә бит кейеҙ иҙәнгә йәйһәң дә аяҡҡа йомшаҡ, ябынып ятһаң да йылы, тәнгә шифаһы ла бар...
Ул арала сәхнә тултырып, таҡмаҡ әйтеп бейеп йөрөгән ағинәйҙәрҙең таҡмағына ҡолаҡ һалам:
Ал итеп кенә торам,
Гөл итеп кенә торам.
Үҙем ҡартайған булһам да
Тып итеп кенә торам!
Ағинәйҙәр сығыштарынан һуң Аҡҡолай ауылында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп киткән мәғариф ветераны Әлфиә Ханнанова ҡасандыр Әсмә инәй Фәхретдинованан яҙып алған мөнәжәтен ишеттерҙе. "Бик аҡыллы, иманлы, көслө шәхес ине. Иман юлында йөрөгән ир-уҙамандар булмаған бер осорҙа хатта йыназа намаҙҙарын да уға үтәргә тура килде", - тип оло хөрмәт менән иҫкә алды 105 йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күскән Әсмә инәйҙе аҡҡолайҙар. Артабан ауыл эшҡыуарҙары Әлфиә һәм Урал Фәхретдиновтар, Әҡлимә һәм Азат Абыҙгилдиндар ағинәйҙәрҙе бүләктәре менән һөйөндөрҙө.
Башынан аҙағына тиклем сараның уртаһында ҡайнаған Аҡҡолай ауылы ағинәйе Миләүшә Яхина ҡунаҡтарҙы тирмәгә саҡырҙы. Ҡорбан салдырып, буҙа ҡойоп, мул табын ҡороп һыйланы ҡунаҡсыл әлшәйҙәр ҡунаҡтарҙы. Аш-һыу оҫтаһы Гөлли Әлимғолова әҙерләгән һыйҙар ҙа табынды биҙәне. "Үҙем йыуан булғас, бауырһаҡтарҙы ла йыуан итеп бешерәм дә ҡуям!" - тип мәрәкәләгән Ҡыпсаҡ-Асҡар ағинәйе Мәрфуға Шәйхетдинова менән дә танышырға насип булды. Мәрфуға апай өс тиҫтә йыл "Октябрҙең 50 йыллығы" колхозында ферма мөдире булып эшләгән. Малсылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн "Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы" исеме бирелгән, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Мәрфуға Йәмил ҡыҙы КПСС-тың XXVII съезына делегат итеп тә һайланған. Ә ҡабарып торған бауырһағы, ысынлап та, телеңде йоторлоҡ!
Аҡ кейеҙҙәрен киптерергә элеп, ҡунаҡтарын оҙатҡан Әлшәй ағинәйҙәре өсөн ҡыуанып ҡайттым был сәфәрҙән. Эшендә лә, ғаиләһендә лә өлгөрә улар. Ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, тиһәләр ҙә, ҡул эштәре менән булырға ла, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, үҙҙәре йәшәгән төбәкте йәмләргә, башҡаларҙы ла әүҙемлеккә, айыҡлыҡҡа, иманға саҡырырға ваҡыт табалар. Бына шулай халыҡтың рухын, милли үҙаңын тәрбиәләй аҡ кейеҙгә баҫҡан ағинәйҙәр.
Зөлфиә ХАННАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА