«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАШТАРЫМА ҠАСАН ДА БУЛҺА ЯРҘАМ ИТӘСӘКМЕН
+  - 

Башҡортостан "Юлдаш" радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Вадим ЛАВРЕНТЬЕВтың исеме лә, тауышы ла күптәргә таныш. Ул радиола "Яңылыҡтар", "Даирә", "Инглизәр" сығарылыштарын алып бара. Әйткәндәй, "Инглизәр" тапшырыуы инглиз телен башҡорт теле ярҙамында өйрәнергә теләүселәргә тәғәйенләнә. Вадим һөнәре буйынса инглиз теле белгесе. Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуып үҫкән, башҡорт, рус, инглиз телдәрен "һыу кеүек эскән" журналистың кәңәштәре телмәрен үҫтерергә теләгән, шәхес булараҡ үҫеүгә йөҙ борған йәштәргә айырыуса ҡыҙыҡлы, файҙалы булыр, тип ышанабыҙ.

Вадим, һин йәй башында ҡайҙандыр бик алыҫ сәфәрҙән ҡайтып төштөң. Сәфәр тураһында һөйләп үт әле.

- Эйе, беҙ, "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре, Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы айҡанлы ойошторолған "Бер кем дә онотолмаған" акцияһы менән Бөйөк Ватан һуғышында Орёл өлкәһендә башын һалған яҡташтарыбыҙҙың ҡәберлектәрен барып күрҙек, материалдар эшләнек. Һәм, Аллаға шөкөр, улар барыһы ла телевидениела ла, радиола ла әүҙем яҡтыртылды. Үҙ алдыбыҙға ҡуйған маҡсатҡа өлгәштек - яугирҙарыбыҙ тураһында үҙебеҙ таба алған мәғлүмәттәрҙе яҙҙырып алдыҡ һәм киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим иттек.

Вадим, һин радиола хәҙер яңы кеше түгелһең, эш стажың да ярайһы ғына шикелле - эш башлауыңа быйыл 6 йыл булды. Радио хәбәрсеһе булыу йәш кешегә шәхси үҫеш йәһәтенән ниндәй файҙа бирә, тип уйлайһың?

- Үҙең беләһең бит инде, журналистың эше танышыуҙарҙан тора. Был эш һине теләһә ҡайһы кешегә барып, интервью алыуҙан тартынмаҫҡа, аңыңда барлыҡҡа килгән психологик кәртәләрҙе йырып сығырға өйрәтә. Шул яғы менән журналист эше файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла, минеңсә. Ахыр сиктә, бәлки, быныһын иң мөһиме тип әйтергә лә булалыр, журналист "һурпаһы" кеше менән аралашырға өйрәтә. Әңгәмәселәрең араһында сәйәсмәндәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа, ябай хеҙмәт кешеләре лә осрай. Радио-телевидение, матбуғат хә-бәрсеһе сүрәтендә һин һәр кем менән уртаҡ тел табырға өйрәнәһең. Был да үҙенә күрә файҙалы тормош мәктәбе. Тора-бара үҙең дә әңгәмәселәреңдән алған мәғлүмәттәрҙән "бол" йыйып, олпатланғас, тиҫтә йылдар эшләй-эшләй, төрлө өлкәлә ярайһы уҡ хәбәрҙар кешегә әүереләһең. Тағы, һәр һөнәр эйәһенә хас булғанса, төрлө-төрлө китаптар уҡыу шәхес булараҡ үҫеүгә булышлыҡ итә.

Һин бик тынғыһыҙ эштә эшләйһең, шунлыҡтан, һабаҡтарҙы "эфир яланында" ла, интервьюларҙа ла алаһыңдыр... Ә китап уҡырға ваҡыт ҡаламы һуң?

- Баштараҡ, ысынлап та, үҙ өҫтөңдә эшләүгә, китап уҡыуға ваҡыт еткереүе ауыр ине. Ләкин, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, бынан бер нисә йыл элек бер китапта көн тәртибен планлаштырыу тураһында бик файҙалы мәғлүмәткә юлыҡтым. Уны өйрәнә-өйрәнә, һынай-һынай, әгәр ҙә һин көнөңдө планлаштыра башлаһаң, ваҡытың да етә, тигән һығымтаға килдем. Ваҡытты һәр ваҡыт планлаштырырға кәрәк. Юғиһә, көндәлек мәшәҡәттәр, эргә-тирәләге кешеләр, үҙеңдең ғәҙәттәрең һине үҙ "ҡурайына" бейетергә тотона. Әйтәйек, һин 7-лә уянаһың, ашайһың, 9-ҙан 6-ға тиклем эшләйһең икән, ти. Ошо ваҡыт эсендә һин файҙалы китаптар уҡый алаһыңмы? "Юҡ, эш ваҡытында ниндәй китап уҡыу ти ул..." тиер кемдер. Ә, минеңсә, был бары тик аҡланыу өсөн генә уйлап сығарылған яуап. Ваҡытты планлаштырыуға тейешле иғтибар бүлһәң, ваҡыт таба алмау бәләһенән ҡотолаһың, тигән һүҙ. Эш мәлендә бер кем дә эшләп кенә тик ултырмай. Кемдер урамға сығып әйләнә, кемдер коллегалары менән гәпләшә, кемдер интернет киңлектәрен гиҙә. Үҙеңде күндереп, тәртипкә ултыртып, аңлы рәүештә эшләһәң, аҙаҡ ул тәртип һинең ғәҙәтеңә әүерелә, шулай итеп, бар тормошоң яйға һалына.

Диктор булырға теләгән, йәиһә, телмәрҙәрен, ораторлыҡ һәләттәрен үҫтерергә хыялланған йәштәргә ниндәй тәҡдимдәр, кәңәштәр әйтерһең?

- Беҙгә, "Юлдаш" радиоһына эшкә урынлашҡан йәштәргә, был йәһәттән уңыш йылмайҙы - беҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың һабаҡтарын алыу бәхетенә ирешәбеҙ. Әхәт Мортазин һәр йәш кеше менән айырым шөғөлләнә. Ә кемдең Әхәт Мортазин ише уҡытыусыһы әлегә юҡ, ул үҙаллы шөғөлләнеп тә, телмәр камиллығына табан хәрәкәтен башлай ала. Әйтәйек, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған телдә тиҙәйткестәр әйтеү, ҡысҡырып китап уҡыу, айырым өндәргә баҫым яһап, "м-м-м...", "н-н-н...", "р-р-р", тип, өндәрҙе һуҙыу файҙа бирә. Башҡорт теленең өндәре үҙенсәлекле. Башҡортса матур итеп һөйләшәм тиһәң, ҡысҡырып, көнөнә кәмендә 1-2 бит әҙәби китап уҡыу талап ителә. Тағы, интернетҡа һалынған һабаҡтарҙы алырға ла була. Ундай һабаҡтар бик күп, йәнең теләгәнен ҡуллана алаһың.

Ауыл ерендә тыуып үҫкән кеше булараҡ, бөгөнгө ауыл тураһында нимә әйтерһең?

- Әлбиттә, ауылда йәшәүе ауыр, үҙең аңлап тораһың. Ҡалала йәшәй башлаһаң, ауылға күсеп ҡайтырға атлығып та тормайһың. Ҡала менән ауыл тормошо араһындағы айырманың иң тәрән сағылышы шул: ауылда дәүләт тарафынан булдырылған эш урындары юҡ. Шул уҡ ваҡытта, ауылда йәшәйем, тиһәң, тырышып эшләргә (мал көтөргә, ерҙә эшләргә) кәрәк. Әлеге ваҡытта тырыштар ауылда ла юғалып ҡалмай. Йәштәргә өндәшкем килә: үҙ алдығыҙға маҡсат ҡуяһығыҙ икән, шуға ынтылығыҙ. Ауылға ғына йәбешеп ятырға кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Ауылда мөмкинлектәр юҡ икән, ҙур ҡалаға сығып, бәхетте шунда эҙләп ҡарарға кәрәк. Барыбер эҙләнергә, нимәлер эшләргә кәрәк. Ҡалала үҙеңде табыу өсөн мөмкинлектәр күберәк бит. Әлегә хыялым - ҡасан да булһа тыуған ауылыма ҡайтып, нимәлер эшләү, ауылымды үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индереү. Мөмкин булһа, кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында ниндәйҙер шәхси эшемде лә асырмын, тигән хыялым бар. Бөгөн кооперативтар тураһында күп һөйләйҙәр. Һәр хәлдә, тренингтар формаһында булһынмы, башҡа төрлө итепме, үҙеңдең белемеңде халҡыңа еткерергә кәрәктер, тип уйлайым.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.17 | Ҡаралған: 1179

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru