Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
РӘСӘЙҘЕҢ ИҢ ЯҠШЫ УМАРТАСЫҺЫ ИШЕМБАЙҘА ЙӘШӘЙ!
|
Ишембай районынан Илгиз Шәңгәрәев үҙен Рәсәйҙең иң яҡшы умартасыһы тип танытты. Был аҙнала РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге менән берлектә "Аҡбуҙат" ипподромында "Үҙ һөнәре буйынса иң яҡшыһы" Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының "Иң яҡшы умартасы" номинацияһы буйынса көс һынашыу ойошторҙо. Конкурс сараларын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Германиянан "Апимондия" Халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филипп МакКейб, Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов, Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова ла күҙәтте.
Ойоштороусылар Бөтә Рәсәй конкурсын республика кимәлендәге конкурстар менән дә байытып, Рәсәйҙең 20 төбәгенән килгән ҡатнашыусыларға, саҡырылған сит ил ҡунаҡтарына матур тамаша күрһәтеүгә өлгәште. Мәҫәлән, балалар араһында "Башҡортостандың иң яҡшы йәш умартасыһы" конкурсы быйыл 11-се тапҡыр үткәрелде һәм баһалап бөткөһөҙ тәрбиәүи сара икәнен раҫланы. "Башҡортостандың иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ умартасыһы" конкурсы яңыраҡ ҡына ойошторола башланы һәм ул да бик үҙенсәлекле, сағыу сара булып хәтерҙә ҡалды. Ә "Башҡортостандың иң яҡшы умартасылар нәҫеле", "Башҡортостандың иң яҡшы солоҡсоһо" конкурстары иһә халҡыбыҙҙың йәшәйешен, көнитмешен, рухын сағылдырған милли бәйгеләр булып танылды. Был конкурстарҙан тыш, баһалама комиссияһы ағзалары Башҡортостанда етештерелгән иң тәмле балды ла билдәләне. Был юлы әлеге награданы Нуриман ҡортсолары алды. Ул көндө шулай уҡ ипподром эргәһендә иртәнән кискә тиклем ҡала халҡы өсөн бал йәрминкәһе эшләне.
Конкурсты асыу тантанаһында бөтөн ҡунаҡтар ҙа башҡорт балының үҙенсәлекле тәмен билдәләне, уның донъяға сығарырлыҡ бренд булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Апимондия" Халыҡ-ара умарталыҡ ассоциацияһы делегацияһы составында килгән Төркиә, Танзания, Ҡырғыҙстан белгестәре, шулай уҡ Ҡытай, Германия һәм Италия граждандары бәйгеселәрҙе мөкиббән китеп тамаша ҡылды, солоҡсолар менән бик оҙаҡ фекер алышты. Итальян кешеһе башҡорт балының донъяла билдәлелек яулауын һәм уны йыл һайын 20 тонна күләмендә Италияға һатып алырға әҙер булыуын белдерҙе.
Ғөмүмән, килгән ҡунаҡтарҙы ғәжәпләндергән мәлдәр байтаҡ булған был сара мәлендә. Бөтә Рәсәй конкурсы барған майҙансыҡ өсөн яуаплы Башҡортостан Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең сауҙа бүлеге начальнигы Илгиз Сәғәҙиев, мәҫәлән, ҡунаҡтарҙың Башҡортостандың ауыл хужалығында ҡортсолоҡ тармағы барлығына, был тармаҡҡа субсидиялар бирелеүенә иҫе китеп аптырауы тураһында телгә алды. Новгород өлкәһенән килгән Лариса Агафонова исемле бәйгесе менән һөйләшкәндә уның сараны ойоштороу кимәлен иң юғары балл менән баһалауы күңелгә һары май булып яғылды: "Конкурсанттарҙың эшен баһалау тәртибе лә, һорауҙар ҙа яҡшы уйланған. Ризаһыҙлыҡ тыуҙырған бер мәл дә булманы. Ә бына Өфө тураһында әлегә аныҡ ҡына фекер туплап өлгөрмәгәнмен. Ул беҙҙең Бөйөк Новгородтан да, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан да нимәһе менәндер айырыла икәне күренеп тора", - тине ул.
Бүләкләү тантанаһы барыһын да ҡыуандырҙы, сөнки ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Конкурстың төп бүләгенә, 300 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған егетебеҙҙе атаныҡ инде, ул Ишембай егете Илгиз Шәңгәрәев булды. Уға 300 мең һум күләмендә аҡса бирелде. Икенсе урынды һәм 200 мең һумлыҡ аҡсалата призды Дағстандан Ғәбдесамат Магомедов, өсөнсө урынды һәм 100 мең һумлыҡ аҡсалата призды Адыгей Республикаһынан Олег Кубиков яуланы.
Әбйәлил районы Асҡар ауылынан теш табибы Шамил Йәрмөхәмәтов иң яҡшы умартасылар нәҫеле бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн атаһы Әҙеһәм һәм улы Иҙел менән килгәйне. Улар был конкурста 1-се дәрәжәләге диплом һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Ә балалар араһында үткәрелгән ярышта Учалы районынан Камил Мәхмүтгәрәев, Баймаҡ районынан Ильяс Хәсәнов, Нуриман районынан Юлиә Янова, Ейәнсура районынан Булат Ғәҙелбәковтар билдәләнде. Уларҙың һәр береһенә смартфон бүләк ителде.
Солоҡсолоҡ буйынса республика конкурсында 5 райондан бөтәһе 14 кеше ҡатнашты. Улар 7 команданы тәшкил итте. Солоҡсолар конкурсы шарттары иң ҡатмарлыһы булғандыр, моғайын. Бәйге мәлендә солоҡсолар йыуан бүрәнәләрҙән тумар умарта эшләне. Уларҙың был эшен күҙәтеп тороусылар бик күп булды, сөнки көс тә, таһыллыҡ та, оҫталыҡ та талап иткән был шөғөл әле башҡа күп умартасылар өсөн буй етмәҫ оҫталыҡ үре тип иҫәпләнә. Бүләкләү мәлендә бөтөн солоҡсоларҙы ла сәхнә түренә саҡырып сығарыу ҙа был һөнәргә оло хөрмәт күрһәтеү тип баһаланды. Ә еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: Ишембай районынан Фирғәт Баймөхәмәтов һәм Ишбулды Иҫәнамановтар командаһы - өсөнсө, уларҙың райондаштары - аталы-уллы Ришат Һәм Әнүр Вәхитовтар - икенсе урынға лайыҡ булды. Мәләүез районы биләмәһендәге "Башҡортостан" Милли паркында эшләүсе Бөрйән районы солоҡсолары Хәлил Хәкимов менән Тәлғәт Ҡолдәүләтовтар - беренсе урынға лайыҡ булды.
Бәйге майҙанында байтаҡ солоҡсолар, умартасылар менән танышырға, бер аҙ әңгәмә ҡорорға форсат тейҙе. Мәҫәлән, Белорет районы Исмаҡай ауылынан Тәлғәт ағай Фәтҡуллиндың йүкәнән арҡан һымаҡ бау ишкәнен аптырап күҙәткәндән һуң, уның менән һөйләшеп киттек. Арҡан тип түгел, кирам тип атала имеш был бау. Ул солоҡ ағасын уратып, солоҡсоно биленән тотоп торған билбау икән: "Кирам ағасҡа үрмәләүгә уңайлы. Ағас башына менгәс, яҫы булғас, тәпәлдереккә баҫып торғанда билгә лә көс төшөрмәй", - тине Тәлғәт ағай. Уның ауылдашы Радик Мәхмүтов һырлап эшләнгән ләнгеһенә һуңғы биҙәктәр һала ине. Солоҡсолоҡ буйынса ярыштарҙы ҡалдырмауы, 2012 йылда үткән республика бәйгеһендә 3-сө урын яулауҙары тураһында ла телгә алды.
Ишембай районы Яңы Һәйет ауылы уҙаманы Ришат Вәхитов, конкурста икенсе урын алыусы команда башлығы, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ноғман Мусиндың ҡустыһы булып сыҡты. Ул был конкурсҡа күргәҙмә материал рәүешендә олатаһынан ҡалған, бынан 120-125 йыл элек эшләнгән ләнге алып килгән."Был ләнге ҡайын тамырынан эшләнгән. Һаҡлаһаң, мәңгелек. Уға дегет һеңдерелгән. Быуындан-быуынға күсә килә. Минән - улыма, улымдан - уның улына ҡаласаҡ", - тине Ришат ағай. "Быны әле лә ҡулланаһығыҙмы?" - тип һорауға, Ришат ағай: "Әлбиттә, бының менән быйыл бер 100 солоҡҡа менгәнбеҙҙер әле. Уны һалып ҡуйыуҙан файҙа юҡ, - тип аптыратты. Шунан тағы дауам итте: - Ишембайҙа солоҡ менән элек райондың бик күп ауылдары шөғөлләнгән. Беҙ таулы яҡҡа - Ҡолғана ауыл советына ҡарайбыҙ. Түмәрҙәре менән бергә 200-ҙән артыҡ солоҡто ҡарап торабыҙ. Беҙҙең иҫәп буйынса, Ишембай районында меңләгән солоҡ буш тора. Күбеһе, ҡарап тормағас, серей, йығылып әрәм була. Беҙ уларҙы тәрбиәләйбеҙ һәм йыл һайын үҙебеҙ 10-дан артыҡ солоҡ уябыҙ. Уралда меңйәшәр ҡарағайҙар бар әле. Төбөнә 1811 тип яҙылған бер солоғобоҙ былтыр ауып ҡуйҙы. Дауыл үтеп, әрәм итте. Әле ана шул ике быуат элек эшләнгән солоҡтоң һыҙмаһы буйынса бер солоҡ уябыҙ. Тумарҙан ғына торған 50-ләгән умартабыҙ ҙа бар. Ябай умарта ла тотабыҙ. Беҙҙең бар ғүмер, бар нәҫел ҡортсолоҡ менән бәйле..."
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 21.08.17 | Ҡаралған: 973
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|