Республика көнө алдынан баш ҡаланың Дим районында яңы белем усағы - 161-се лицей асылды. Йыйылыусыларҙы оло ваҡиға айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
- Һеҙ бассейны, спорт залдары булған, иркен класлы, иркен коридорлы һоҡланғыс мәктәпле булдығыҙ. Унда шаярырға, йүгерергә була. Бер һүҙ менән әйткәндә, хөрмәтле уҡыусылар, һеҙ матур бүләк алдығыҙ, - тине төбәк етәксеһе, уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп. - Мәктәп төҙөлөшө - иң изге эш. Вәғәҙәләрендә торған төҙөүселәргә рәхмәт, уларҙың тырышлығы арҡаһында быйыл мәктәп үҙ ишектәрен асты, бик мөһим һәм яҡшы эш башҡарылды.
Һуңғы йылдарҙа Дим районы әүҙем үҫә. "Көмөш шишмә", "Яркий", "Йылы йорт", "Уңайлы" биҫтәләрендә яңы йорттар төҙөлә. Был торлаҡ комплекстарына йәшәргә күсенеүселәрҙең күбәйеүе һөҙөмтәһендә районда йыл һайын мәктәп йәшендәге балалар һаны уртаса 500 кешегә арта. Ә Димдә 1992 йылдан алып яңы мәктәп төҙөлмәгән булған. Яҡын-тирәләге дөйөм белем биреү уҡыу йорттарында кластарҙың тулы булыуына һәм граждандарҙың күпләп мөрәжәғәт итеүенә бәйле, Республика Башлығы "Көмөш шишмә" биҫтәһендә заманса талаптарға тап килгән яңы мәктәп төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Дүрт ҡатлы лицей бинаһы 2016 йылда төҙөлә башлай. Дөйөм майҙаны - 20 мең квадрат метр. Бинала лифттар, бассейн, ике ҙур спорт залы һәм 504 урынлыҡ тамашалар залы бар. Башланғыс синыфтар кластары айырым блокта урынлашҡан. Мәктәп ихатаһында футбол, волейбол, баскетбол майҙандары булған стадиондар урынлашҡан. Лицей директоры Гөлнара Ғимаҙетдинова әйтеүенсә, 5-се синыфтан уҡытыу профилле алып барыласаҡ. Бында төрлө йүнәлештәге: химия-биология, лингвистика, инженер һәм кадет кластары булдырылған. Уҡытыу мәктәп программаһының вариатив өлөшө һәм дәрестән һуң эшмәкәрлек иҫәбенә предметтарҙы тәрәндән өйрәнеүҙе күҙаллай.
Республика Башлығы кластарҙы, уйын һәм интерактив кабинеттарҙы, уҡыу фильмдарын ҡарау өсөн 3D-кино залын, түңәрәктәр өсөн кабинеттарҙы, спорт залын, бассейнды, хеҙмәт бүлмәһен һәм ашхананы ҡараны. Директор әйтеүенсә, мебель һәм ҡорамалдар һайлағанда сәләмәтлекте һаҡлаусы технологиялар ҡулланыу иҫәпкә алына. Күпселек кластар интерактив гаджеттар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Рөстәм Хәмитов уҡыусылар һәм педагогтар менән әңгәмәләште, уҡыу программалары үҙенсәлектәре, дәрестән һуңғы эшмәкәрлек менән ҡыҙыҡһынды, Дим районын артабан үҫтереү һәм территорияны төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
- Дим районы ҙурая. Территорияла ниндәй матур, яҡшы йорттар үҫеүенә шаһитбыҙ. Беҙгә төҙөкләндереү буйынса тағы ла күп эшләргә кәрәк. Балалар майҙансыҡтары, машиналар өсөн туҡталҡалар, магазиндар, ял итеү урындары етешмәй. Бөтә был эште, әлбиттә, эшләргә кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов. - Был Республика көнө алдынан асылған матур лицейҙа 1200 бала белем аласаҡ, шуларҙың 700-ө - башланғыс синыфтар. Беҙҙә йәштәр күп, балалар үҫә һәм был бик ҡыуаныслы.
Мәғариф өлкәһендәге артабанғы пландары менән бүлешеп, Рөстәм Хәмитов алдағы ике-өс йылда яңы биҫтәләрҙә 10-15 мәктәп төҙөү, ә 2025 йылға баш ҡаланың барлыҡ мәктәптәрен бер сменала уҡытыуға күсереү, киләсәктә һәләтле балалар менән эшләүҙе камиллаштырыу, тотош белем биреү процесын модернизациялау кәрәклеген билдәләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА