Бөгөн беҙ Урал шырлыҡтарын велосипедта үтеп буламы, юҡмы икәнен тикшереп ҡараясаҡбыҙ. Дөрөҫөрәге - быны тикшереп ҡараған Артур исемле егеттең сәйәхәтнамәһен тыңлаясаҡбыҙ. Ошо йылдың сентябрендә һәүәҫкәр велосипедсы, "Киске Өфө" гәзитенең алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре Артур Батыршин үҙенең дуҫы, эшҡыуар, сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев менән Урал армыттарында 100 саҡрымғаса һуҙылған велосипедлы сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Был походҡа егеттәр нисек әҙерләнгән, тәбиғәт уларҙы ниндәй һынауҙар алдына ҡуйған - барыһы тураһында ла Артурҙың һөйләгәндәренән белербеҙ.
Берәүҙән - икәү яҡшы!
Мин 5-се йыл инде велосипедтан "төшмәйем". Ҡаланың бер осонан икенсе осона тиклем елдәй елдереп барып етергә "ике тәгәрмәсле атым" ныҡ ярҙам итә. Тағы бер ҡыҙыҡһыныуым бар минең. Йәйәүләп урман-тауҙар ҡыҙырырға яратам. Бер мәл, ҡаланан ситкә велосипедта сәфәргә сығып килергә кәрәк ине, тигән уй башыма килде. Тик ундай сәфәр етди әҙерлек талап итеүен аңлағанға күрә, уны кисектерә килдем. Әҙерлек тә кәрәк, ышаныслы юлдаш та. Әлеге ниәтемде сәйәхәтсе Денис Өмөтбаевҡа һөйләгәйнем, ҡыуанып китте: ул да, минең кеүек, велосипедлы сәфәр тураһында хыялланған, бының өсөн ышаныслы юлдаш эҙләгән икән. Берәүҙән - икәү яҡшы, тип, хыялдарҙа ғына йөрөткән сәфәребеҙгә икәүләп әҙерләнә башланыҡ.
Денис Өмөтбаевтың маршруты
Маршрутты Денис тәҡдим итте. Уның планы былай ине: билдәләнгән көндә таң менән Өфөнән Силәбе өлкәһе Әшә ҡалаһына тиклем велосипедтар, сумкалар менән электричкаға ултырабыҙ ҙа, артабан картала күрһәтелгән юл буйлап, Белорет районы Бриштамаҡ ауылына тиклем барабыҙ. Бриштамаҡта йәнә электр поезына ултырып, Өфөгә ҡайтабыҙ. Юлдың велосипедта үтелә торған өлөшө яҡынса 100 саҡрым булғанға күрә, 60-сы саҡрымдағы Беҙәреш ауылында (Силәбе өлкәһе) ҡунаҡханала бер төн ҡунабыҙ. Артабан сәфәребеҙҙең икенсе көнөнә 40 саҡрым ғына ҡала, уны яңы көс менән еңел генә үтеп, электричкаға ултырабыҙ. Шуға күрә, үҙебеҙ менән палатка ла, йоҡлау тоҡтары ла алып тормайбыҙ. Шулай планлаштырып, сәфәр көнөндә таңғы 5-се яртыла арҡаларға 30-ар килолыҡ рюкзактар артмаҡланыҡ та, Өфөнөң тимер юл вокзалына юлландыҡ. Ярай ҙа электричкала велосипедтар өсөн өҫтәмә хаҡ түләтелмәй икән, хатта уларҙы бер урынға (бының өсөн тәғәйенләнмәгән булһа ла) беркетергә лә була...
Урман үҙенекен итә
Әшә ҡалаһынан Беҙәреш ауылына ҡарай хәрәкәт иткәндә, асфальт юл да, таш-ҡырсынлы юл да, квадроциклдар юлы ла, кеше һуҡмағы ла, мышы һуҡмағы ла осраны. Һуңғыһы, бәлки, башҡа хайуандыҡы булғандыр, беҙ уны кешенеке икән, тип уйлап, аҙаша яҙҙыҡ. Телефондарыбыҙҙағы юлдаш карталары ярҙамға килде. Күкрәккә етмәле ҡаҙаяҡ, йылан теле, күрән, башҡа һаҙ үләндәре үҫкән бер урында әлеге һуҡмаҡтарҙан йөрөй-йөрөй, байтаҡ ваҡыт һәм көс сарыф иттек.
Бер заман күктә ямғыр болоттары ҡуйырып китте. Тиҙҙән ямғыр башланасағын иҫкәртә ине улар. Ә беҙ ҡунаҡханаға барып етмәгәнбеҙ - беҙҙән алдараҡ был ерҙән үткән туристар "Вьетнам" тип нарыҡлаған "джунгли"ҙарҙа - Беҙәрештән 20 саҡрым алыҫта икәнебеҙҙе аңлап ҡалдыҡ. Артабан юлды дауам итмәҫкә, ошо урында ҡыуыш ҡороп, төндө урманда уҙғарырға ҡарар иттек. Тиҙ генә эштәрҙе бүлешеп алдыҡ: мин усаҡ яғам, Денис ҡыуыш эшләй. Икебеҙ ҙә арығанбыҙ. Беребеҙ бер нәмә өндәшмәнек, әйтерһең, мейене "һүндереп" торҙоҡ. Шуға, тиҙ һәм һөҙөмтәле эшләнек, ямғыр яуа башлағанда, беҙ уға әҙер инек инде. Ямғырҙан бигерәк, кеше бейеклегендәге үлән йырып йөрөй торғас, лысма һыу булдыҡ. Алмаш кейем юҡ. Ярай, "термобельё" тип аталған йылы эске кейемдәр алғайныҡ - шуларҙы кейеп, йылынғандай булдыҡ. Булған ғына ҡоро кейемдәребеҙҙе кейеп, ямғыр яумаҫ элек йолҡоп, ҡыуыш эсенә түшәгән үләнгә ултырып, сәй эстек, ныҡ итеп ашап алдыҡ. Тамаҡты туйҙырырға тырыштыҡ. Тамаҡ туҡ булһа, өшөмәйһең бит. Ашағас, өҫкә еңел курткалар ябынып, үлән өҫтөндә йоҡларға яттыҡ. Алай ҙа төн ныҡ һыуыҡ булманы. Ул тиклем өшөтмәне. Ямғыр һибәләп торғас, мин таңғы 7-лә үк уяндым. Яҡтырғас, утын эҙләүе лә еңелерәк ине. Утын йыйып алдым да, усаҡ яҡтым. Болоттар таралды, ҡояш ҡалҡты, 9-ға тиклем ҡәҙимге генә кибенеп алдыҡ. Абайлабыраҡ ҡараһаҡ, беҙҙән 10 метр арала ғына ағастар үҫкән иҫке юл ята икән. Кисә ошо юл эргәһендә өйөрөлөп йөрөгәнбеҙ ҙә йөрөгәнбеҙ. Йылы эс кейемдәребеҙҙе сисеп торманыҡ, һыу кейемдәребеҙ барыбер һыуланыр, тип, шул килеш кейеп алдыҡ та, артабан киттек. Ҡатмарлы юлдарҙан 40 минут барғайныҡ, ҡәҙимге юлға килеп сыҡтыҡ. Ямғыр ныҡ яуған, үлән - һыу, юл - һыу. Батҡаҡ, бысраҡ. Өҫтөбөҙ лыс һыу булғас, күләүек-маҙарға иғтибар итеп торманыҡ - кисеп үттек тә киттек. Беҙгә тәгәрмәстәрҙән бысраҡ һыу сәсрәй, ә беҙ - алға еләбеҙ. Шунда йылы эс кейеменең файҙаһы тейҙе. Уны кейгәндән һуң һыу сикәнес түгел. Ҡыуыш эргәһенән унынсы ярты тирәһендә сыҡҡайныҡ, Беҙәреш ауылына 12-лә генә барып еттек. Беҙәрештә электричкаға өлгөрмәү ҡурҡынысы барлығын аңлап ҡалдыҡ...
Беҙәрештә
Әллә Бриштамаҡтағы тимер юл станцияһына машина яллап ҡына барайыҡмы, тигән уй ҙа булманы түгел. Шулай ҙа велопоход исемен боҙмаҫҡа булдыҡ. Арыһаҡ та, өлгөрөргә тырышырға кәрәк, тинек. Беҙәреш ауылында беҙҙең менән ҡыҙыҡ ҡына бер хәл булды. Шундағы ҡоҙоҡтан һыу алып тора инек, эргәбеҙгә бер ағай килде. Һүҙгә-һүҙ ялғанып, уның менән һөйләшеп киттек. Ул беҙҙе үҙ йортона алып китте. Донъяһын күрҙек, хужа ағай беҙгә һөт эсерҙе. Беҙәрештәрҙе яҡшы йәшәйҙәр, тип әйтеп булмай. Ни өсөн тигәндә, ауыл бөтөп бара, ярты ауылда йорттар буш тора. Эш юҡ. Ҡарттан беҙҙең юлда осраясаҡ киләһе тораҡ нөктә - Белорет районы Мулдаҡай ауылы тураһында һорашабыҙ. "Ул ауыл бармы, әллә картала ғына күрһәтелгәнме?" - тибеҙ. Ҡарт: "Әлбиттә, ауыл йәшәй, был бит Башҡортостан!" - ти. Ныҡ һоҡланып, ихтирам менән, Башҡортостанда ауылдар ныҡ һәйбәт йәшәп ята, унда юл да бар, тип һөйләне ул. Ысынлап та, Беҙәрештән сыҡҡас, 7 километр юл үткәйнек, Мулдаҡай ауылына барып еттек. Беҙәреште ҡый үләне баҫҡан булһа, Мулдаҡай ауылы эргәһе сабылған, йәп-йәшел булып ҡурпы үҫкән. Күбәләр, кәбәндәр ултыра. Ауыл халҡының гөрләтеп донъя көтөүе күренеп тора. Яҡынлай башлағайныҡ, һыйырҙар, йылҡы малы күренде. Бынамын тигән мәктәптәре лә бар икән. Өйҙәр төҙөк, балалар уҡыуҙан ҡайтып бара. Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан ауылдары араһында был тиклем үк айырманы көтмәгәйнек. Мулдаҡайҙа ағып ятҡан бер йылғала кейемдәребеҙҙе, велосипедтарыбыҙҙы, ҡапсыҡтарҙы йыуып-һөртөштөрөп алдыҡ. Бүтән сара юҡ ине. Шоссе юлы буйлап киттек. Бер ике биләнде менеү ҡыйыныраҡ булды. Тауҙы үткәс, һарҡыуға төшөү - оҙон һөҙәк юл башланды. Көс түкмәйһең, ял итеп бараһың. Бриш ауылына "һә" тигәнсә килеп еттек. Бриштә ла бер апайҙарға инеп, тағы һөт эстек. Бриштамаҡ станцияһына планлаштырған ваҡыттан алдараҡ килеп еттек, поезд килгәнсе Инйәрҙә һыу инергә лә өлгөрҙөк хатта.
Бына шулай, алдан күҙалланмаған ауырлыҡтар осрағас, башҡа: "Мин ниңә бында килдем икән? Нимәгә кәрәк был миңә?" - тигән уй килгәйне. Ә инде һөҙәк юлдарҙа велосипедың өҫтөндә ял итеп, алға елгәндә, матур-матур ауылдар аша үткәндә, бөтмәҫ ләззәт кисерелде. Бына шундай сәфәр булды был.
Нимәне яңылыш эшләгәнбеҙ?
Сәфәргә әҙерләнгәндә, нимәне дөрөҫ эшләмәгәнбеҙ? Беренсенән, палатканан баш тартҡанбыҙ. Мин хатта ямғырҙа бер тапҡыр кейә торған "дождевик" япмамды ла онотҡанмын. Икенсенән, интернетта һауа торошо ҡояшлы, матур була, тип вәғәҙә ителә ине. Шул мәғлүмәткә ышаныу ҙа ярамаған. Ямғыр яуыр ҙа, беҙ аҙашырбыҙ, тигәнде башыбыҙға ла килтермәгәйнек. Белгән булһаҡ, палатка, йоҡо тоғо, һыу үткәрмәй торған гетралар алыр инек. Уларҙы мин бөтә походтарға ла алып йөрөтә торғайным да бит, әммә был юлы, йөк ауыр булыр, тип, ҡалдырып киткәйнем. Походта үҙеңә ышанырға кәрәк, әлбиттә, шулай ҙа төрлө хәлдәргә әҙер булыу ҙа мөһим.
Нимәне дөрөҫ эшләгәнбеҙ?
Беҙ нимәне дөрөҫ эшләгәнбеҙ, нимәне - юҡ? GPS-карталы телефондарыбыҙ булыуы юлдан тайпылмаҫҡа ярҙам итте. Береһе бер нөктәнән икенсеһенә тиклем араны күрһәтте, икенсеһе беҙҙең ҡайҙа барыуыбыҙҙы асыҡланы. Беҙ ул карталарҙы быға тиклем походта йөрөгән кешеләрҙең кәңәштәре буйынса алғайныҡ. Картаһыҙ аҙашыр инек.
Был юлдан беҙгә тиклем үк үткән кешеләрҙең юлъяҙмаларын уҡыу алда нимәләр көтөүен күҙалларға ярҙам итте. Тағы, йылы эске кейем алыуыбыҙ яҡшы булды. Тағы, рюкзактарҙы велосипедҡа беркетмәүебеҙ ярҙам итте. Тау-таш араһында рюкзакты арҡаға артмаҡлап йөрөү күпкә уңайлыраҡ икән. Ахырҙа, "тимер аттар" һынатманы, алюминий рамлы велосипедтарыбыҙ үҙҙәрен бары яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Алыҫ юлдарға сыҡҡанда, велосипедың ныҡ ышаныслы булырға тейеш...
Шулай итеп...
Бына ошондай тәжрибә алған беҙҙең егеттәр - Артур Батыршин менән Денис Өмөтбаев. Артурҙың кәңәштәре велосипедлы сәфәргә сығырға теләүселәргә ярҙам итер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Шулай ҙа уларҙың методик ҡулланма булыуға дәғүә итмәүен дә хәтерҙән сығармау кәрәктер.
Иҙел РӘХИМОВ яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА