Рәхмәт! Йыл буйына өйөгөҙгә "Киске Өфө" гәзитенең сираттағы һаны килеүен көтөп алған, уны һәр хәрефен һөҙә-һөҙә уҡып сыҡҡан, мәғлүмәттәрҙе йә һоҡланып, йә күңел үҫтереп, йәиһә төңөлөп китеүҙән телендә тәнҡит һүҙе уралтҡан, әммә битараф ҡалмаған уҡыусыларыбыҙға рәхмәт. Аҡ ҡағыҙ битендә уҡылғанға битараф ҡалыу уны яҙғандар өсөн ифрат ҡурҡыныс икәнен белә ижад кешеһе. "Киске Өфө" лә бына 15 йыл инде битараф ҡалдыра торғандарҙан түгел икәненә инанып, ошо маҡсатты тайпылмай үтәп ижад ителә бит.
Ә уның ошондай йөкмәткеһенә гәзит редакцияһында эшләгән журналистар ғына түгел, авторҙарыбыҙ ҙа булышлыҡ итә икәне лә хәҡиҡәт. Ғөмүмән, гәзит-журналдар редакцияларында элек-электән мотлаҡ үтәлергә тейешле шундай ҡағиҙә йәшәй: авторҙар йәлеп итеү, авторҙар менән эшләү, уларҙың яҙмаларын нәшергә әҙерләү. Беҙҙең "Киске Өфө" гәзите ҡарамағында ла бик тә эшлекле, зыялы, мәртәбәле авторҙар коллективы тупланған. Улар менән беҙҙең ике яҡлы бәйләнеш булдырылған һәм авторҙарыбыҙ гәзитебеҙҙең темаһына, форматына, йүнәлешенә, рухына тап килгән сығыштары менән беҙҙе лә, уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡыуандырып тора. Беҙ уларға ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бына улар, баҫмабыҙға матур йөкмәтке өҫтәгән, тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан, аҫыл һүҙе, алтын фекере менән гәзитебеҙҙе күтәрмәләгән авторҙарыбыҙ: Фәүзиә Яхина-Усманова, Эльза Мөхәмәҙиева, Әнүәрә Хәйбуллина-Монасипова, Таңһылыу Баһаутдинова, Айһылыу Ғарифуллина, Радик Өмөтҡужин, Лена Хәйруллина, Лариса Абдуллина, Мәрйәм Бураҡаева, Зөлфиә Ханнанова, Иҙрис Ноғоманов, Зәкирйән Әминев, Шәһүрә Әхмәҙиева, Урал Мостафин, Нурия Ҡунысбаева, Мөҙәрис Багаев, Фәрзәнә Аҡбулатова, Байгилде Моталлап, Зилә Ниғмәтуллина, Мотал Рәмов, Миңһылыу Абдуллина, Йәмних Ҡашҡаров, Йәдкәр Бәширов, Нәзиә Бикбова, Әлфиә Батталова, Әлфиә Зәбдинова, Әлиә Исмәғилева, Таңһылыу Ҡарамышева, Радик Вахитов, Фәүзиә Йәнтилина, Миләүшә Юлдашбаева, Әхәт Сәлихов, Әмир Әминев, Шамил Иҫәнғолов, Клара Хәмиҙуллина, Гөлсәсәк Саламатова, Фәнил Күзбәков, Бәҙри Әхмәтов, Нурия Ҡунысбаева, Зөбәйҙә Ҡәләмова, Миңнур Ҡасимова, Айгөл Иҙелбаева, Йыһат Солтанов, Миләүшә Әхмәтйәнова-Ғүмәрова, Таңһылыу Вәлиева, Зилдә Хәмиҙуллина һ.б. Ошо исемлектең артабан да дауам итеүен, төрлө тарафтарҙан рухты, сәмде, ғәмде күтәрер фекерҙәр килеп, гәзитебеҙ биттәренә күсеүен теләйбеҙ.
l Йыл авторы тип иғлан итә торған әүҙем ҡәләм тибрәтеүсе - ул, әлбиттә, Хәлил Һөйөндөков. Уның мәҡәләләрен һеҙ һәр һанда тиерлек уҡыйһығыҙ. Отставкалағы хәрби табип булараҡ, ул йә армия тормошондағы мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләй, буласаҡ һалдаттарға кәңәштәр бирә, йә һаулыҡ һаҡлау серҙәре менән уртаҡлаша, йә милли һәм дини тәрбиә ысулдары тураһында фекерен еткерә.
Икенсе йыл авторы - ул яҙыусы, журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Ул үтеп барған йылда барлыҡҡа килгән "Заман башҡорто" рубрикаһын алып барҙы, был әңгәмәләрҙе һәр кемдең күңеленә хуш килтереүгә өлгәште.
Тағы ла бер йыл авторы, ул, әлбиттә, Бөрйән районынан биология фәндәре докторы Әғләм Шәрипов. Ул башҡорт ҡорт балы тураһында бик күп серҙәр белә, тәбиғәт күренештәрен дә китаптарҙан уҡып түгел, үҙ күҙәтеүҙәре аша һүрәтләй. Һәр сығышы беҙҙең өсөн дә, гәзит уҡыусы тарафынан да көтөп алына.
Мәләүездән Лена Абдрахманованы ла йыл авторы тип нарыҡлайбыҙ. Баҫмабыҙ менән күп йылдар хеҙмәттәшлек итеүсе был хәбәрсе иһә кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләп, шул турала һығымталар яһап, "Тормош һабаҡтары", "Аңлағанға - ишара" рубрикаларын тулыландыра.
Гәзитебеҙҙә Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, "Улар автономия яуланы" рубрикаһын алып барыусы тарихсы Азат Ярмуллинды шулай уҡ йыл авторы тип иғлан итәбеҙ.
l Белеүегеҙсә, баҫмабыҙҙа күп йылдар күренекле башҡорт яҙыусыһы, хикәйә оҫтаһы Сәғит Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы бара. Был бәйге барышында күп яңы исемдәр асылды, өмөтлө хикәйәселәр барлыҡҡа килеүенә шаһит булынды. Конкурс киләһе йылда ла дауам итәсәк. Тик шундай теләгебеҙ бар: авторҙар үҙ әҫәрҙәрендә заман һәм заманға ҡулайлашҡан, аҡыллы, көслө, лайыҡлы йәшәгән башҡорт кешеһе образын - бөгөнгө көн геройын һынландырһын ине. Был, әлбиттә, ҡәтғи шарт түгел. Ә шулай ҙа... Сәхнәлә, китаптарҙа, тормошта бөгөнгө көн геройы, лидерҙар күренмәй. Уларҙы беҙ әҙәби әҫәрҙәребеҙҙә булһа ла тыуҙырайыҡ. Ә тормошта беҙ һәр ваҡыт китаптарҙа яҙылған геройҙарға тиңләшергә тырышабыҙ. Шулай итеп, быйылғы лауреат:
- Миләүшә Ҡаһарманова - 16-28-се һандарҙа баҫылған "Бетерә шаршыһы" әҫәре өсөн.
Барлыҡ уҡыусыларыбыҙҙы, авторҙарыбыҙҙы Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Күңелдәрегеҙгә - рух, ҡот, тәнегеҙгә - ныҡлы сәләмәтлек, ижад ҡомары теләйбеҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА