Йыл һуңында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов федераль, республика һәм ҡала киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашып, йыл дауамында иң көнүҙәк булған темалар буйынса фекер алышты һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Гәзит уҡыусылар иғтибарына Ирек Ишмөхәмәт улының ҡайһы бер һорауҙарға яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа ҡала күҙгә күренеп үҙгәрә, матурлана, граждандарға уңайлы шарттар булдырыу йүнәлешендәге эшмәкәрлек маҡтауға лайыҡ. Әммә кеше һәр саҡ зарланырға һәм ғәйепләргә сәбәп таба. Юҡҡа ғына, әгәр кем өсөндөр ҡапыл насарға әүерелһәгеҙ, тимәк, уның өсөн бик күп яҡшылыҡ эшләгәнһегеҙ, тимәйҙәр. Һеҙҙе лә даими тәнҡит утында тоталар, тәнҡиткә нисек ҡарайһығыҙ?
- Мин - ҡаланы үҫтереү маҡсатында ҡала Советы депутаттары эшкә алған юғары кимәлдәге менеджер. Үпкәләү йәки үпкәләмәү критерийҙарын уҙған быуаттың 80-се йылдарында, төрлө тикшереүҙәр, халыҡ контроле көслө булғанда, хаталарҙы теркәргә әҙер тороусы гәзиттәр сығарылғанда үттем. Ул ваҡытта, ысынлап та, тәнҡит көслө була торғайны. Хатта партия һәм дәүләт аппараты эсендә лә тәнҡит булды, мин тап ошо мәктәпте үттем дә инде.
Эшмәкәрлегем буйынса бик йыш ғәҙәти булмаған саралар күрергә мәжбүрмен һәм был ҡала халҡының ниндәйҙер бер өлөшө тарафынан ҡабул ителмәй. Әммә бындай ҡарарҙар булмаһа, ҡала үҫеше алға бармаясаҡ. Мәҫәлән, Татарстан менән бер үк ваҡытта Берҙәм иҫәп-касса үҙәге булдырҙыҡ. Унда барлыҡ идара итеү компанияларының мәғлүмәттәре туплана һәм хеҙмәтләндерелә ине. Бының өсөн башта енәйәти эҙәрлекләүҙәр ҙә булды, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң Рәсәй кимәлендә был система ҡабул ителде һәм ҡулланыуға индерелде. Йәки Берҙәм капиталь ремонт фондын алайыҡ. Уны беҙ илдә беренселәрҙән булып 2007 йылда булдырҙыҡ. Бөгөн бөтөн ил буйынса төбәк операторҙары эшләй. Һәм башҡа бик күп яңылыҡтар. Бындай саралар тәүҙә хуплау һәм аңлау тапмаһа ла, йылдар үткәс, үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Ҡайһы бер эштәр хатта Европаның айырым дәүләттәренең уҙған быуаттың 60-70-се йылдары тәжрибәһенән сығып эшләнде.
Ә ҡала халҡының һөйөүен яулайым тиһәм, миңә бөгөн уларға оҡшаған, әммә бер нисә йылдан ҡаланы иҡтисади көрсөккә терәйәсәк эштәрҙе башҡарырға кәрәк. Ҡала - ул ер өҫтө генә, юлдар һәм парктар ғына түгел. Ер аҫты ҡалаһы һәләкәт торошонда. Шуға күрә һуңғы 5-6 йылда төҙөкләндереү менән бер рәттән, ер аҫты ҡалаһын үҫтереү - инженер инфраструктураһын ремонтлау һәм үҫтереүгә етди иғтибар бирҙек. Әлбиттә, был эш ябай халыҡҡа күренмәй, уға бөгөн подъезд, йорт ихатаһы таҙа, юлдар яҡшы булһын. Шуға күрә, минең эшемде депутаттар баһалаһын. Әйткәндәй, ошо вазифаға өсөнсө тапҡыр һайланыуым уларҙың баһаһы сағылышы түгелме ни?
Өфө - "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР Законын теүәл үтәүсе, йәғни географик объекттар һәм юл күрһәткестәре, алтаҡталарҙың икенсе дәүләт телендә яҙылыуы 100 процентҡа үтәлгән ҡалаларҙың береһе. Уҡыу йылы башында башҡорт телен уҡытыу буйынса килеп тыуған сетерекле мәсьәләне лә үҙегеҙсә хәл итергә тырыштығыҙ...
- Тәүҙә эшҡыуарҙарға ни өсөн ике дәүләт телендә яҙылған алтаҡталар булырға тейешлеген аңлатыу ауырыраҡ булһа, улар был эште өҫтәмә ҡатмарлылыҡ кеүек ҡабул итһә, хәҙер аңлашыуға өлгәштек, тиергә мөмкин. Бындай талап бер кемдең дә хоҡуғын боҙмай. Был мәсьәләне сәйәсиләштермәҫ һәм уға артыҡ иғтибар йүнәлтмәҫ инем. Ә бына телдәрҙе өйрәнеүгә килгәндә - был, ысынлап та, бик ҡатмарлы мәсьәлә. Беҙ уны хәл итеүҙе саҡ ҡына икенсе юҫыҡта башланыҡ: ҡала халҡының теге йәки был өлөшө мәсьәләне нисек ҡабул итә тип ҡараманыҡ, ә эшләп йөрөгән, үҙ бурысын профессиональ кимәлдә башҡарған педагогтарҙы яҡланыҡ. Бында беҙҙе ишеттеләр һәм республика, федераль кимәлдә лә хупланылар. Туған тел уҡытыусылары зыян күрергә тейеш түгел, әгәр уларҙың уҡытыу сәғәттәре кәмей икән, уларға икенсе өҫтәмә дәрес бирелә. Ҡағиҙә булараҡ, барлыҡ педагогтар - ситтән килгән кешеләр. Кемдер ипотекаға фатир һатып алған, кемдер ҡуртымға алған фатирҙа йәшәй. Күптәренең ике-өс балаһы бар. Эш юғалтыу улар өсөн ысын мәғәнәһендә фажиғә. Шуға күрә мәсьәләне ғәмәли яғынан ҡарап хәл итергә тырыштыҡ.
Башҡортостан Республикаһы Финанстар министрлығы менән ҡала округы хакимиәте ниндәй мөнәсәбәттә, сөнки төрлө һүҙҙәр ишетелә...
- Бюджет формалаштырғанда юғары профессионаллек талап ителә. Был йәһәттән иң юғары компетенциялы кешеләр республиканың Финанстар министрлығында һәм Өфө ҡалаһының Финанс идаралығында эшләй, тиер инем, сөнки бюджет - бик ҡатмарлы өлкә. Уның нисек булыуына һәм балансына миллионлы ҡаланың йәшәйеше бәйләнгән. Иң мөһиме - беҙҙе республиканың Финанстар министрлығында ишеттеләр һәм тәҡдимдәребеҙҙе ҡабул итә башланылар. Мәҫәлән, ҡышҡы осор ҡаланы ҡарау һәм таҙартыу. Бының өсөн 2018 йылға өҫтәмә рәүештә федерацияға һәм республикаға ҡараған территорияларҙы хеҙмәтләндереү өсөн 176 миллион һум һалына. Шундай хәлде күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ шәхси йортта йәшәйһегеҙ һәм һеҙгә күршегеҙҙең ихатаһын бушлай таҙартыуҙы йөкмәтәләр. Мин ошо вазифала эшләгән осорҙа ғына беҙҙең ҡарамаҡта булмаған объекттар өсөн беҙ күпме аҡса юғалттыҡ! Бының өсөн 176 миллионды алтыға ҡабатлағыҙ. Ә быны берәүҙең дә ишеткеһе килмәй, ишетергә лә теләмәйҙәр. Әлеге ваҡытта федераль кимәлдә өсөнсө уҡыуҙа ошо турала закон ҡарала, ул ҡабул ителһә, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә һәм ҡалаларына ҡағиҙәләр төшөрөләсәк, уның нигеҙендә беҙ төбәктең ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә үҙ ҡағиҙәләребеҙҙе булдырыу хоҡуғын биргән вәкәләткә эйә буласаҡбыҙ. 2004 йылда ҡала буйынса бөтөн нәмә билдәле ине, һуңынан прокуратура вәкәләттәребеҙҙе киҫте һәм бөгөн беҙ, закон буйынса, бер нәмә лә эшләй, хатта ҡала урмандарында ла тәртип урынлаштыра алмайбыҙ. Айыҡ аҡылға һыймаған бындай ҡапма-ҡаршылыҡтар бик күп. РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар үткәндән һуң ҡыуанысымдың сиге булманы, сөнки парламентҡа беренсе тапҡыр 51 муниципалитет етәксеһе - профессионал үтте. Улар - етди көс һәм беҙ улар аша эшләйбеҙ. Ил кимәлендә беҙҙең тауышты ишеттеләр, РФ Президенты ҡарамағында Урындағы үҙидаралыҡ буйынса совет ойошторолдо. Ул 16 ағзанан тора, яртыһы - федералдар, ҡалғаны - муниципалитет етәкселәре. Мин унда президиум ағзаһы. Федераль кимәлдә норматив-хоҡуҡи акттарҙы үткәреүгә күп ваҡыт китә. Әммә муниципалитеттарға хужалыҡ итеүҙән башлап хоҡуҡи аспекттарға тиклем күберәк вәкәләттәр бирмәй тороп, Рәсәйҙә бер нәмә лә эшләү мөмкин түгел.
Өфөлә йәмәғәт транспорты хәрәкәтен ойоштороу һәм үҫтереү буйынса ҡатмарлыҡтар бар икәнен беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта меңәрләгән маршрут автобусы өҫтөнлөк итә. Баш ҡалала ҡасан транспорт хәрәкәтендә тәртип булыр икән?
- Республикала йыл һайын йәмәғәт транспортына субсидиялар, субвенциялар рәүешендә ярты миллиард һум аҡса бүленә. 2000 йылдарҙа был сумма электр транспортына (Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө) һәм республиканың ҙур операторы булған "Башавтотранс"ҡа тигеҙ бирелһә, 2010 йылдан башлап бөтөн аҡсаны "Башавтотранс" ҡына ала. Шулай итеп, баш ҡаланың муниципаль электр транспорты элек алған аҡсанан мәхрүм ҡалды. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡала 30 мең самаһы кешене - федераль һәм республика льготаһына эйә граждандарҙы бушҡа йөрөтә. Улар өсөн федераль һәм республика бюджетынан аҡса күсергә тейеш, ләкин ул аҡса юҡ. Бер йылы РФ Финанстар министрлығы менән судлашып, аҡса алғайныҡ, әле барлыҡ судтарҙан дәғүәләрҙе кире алырға ҡушылды.
Әгәр ошо мәсьәләне глобаль күҙаллағанда, уны хәл итергә мөмкин. Мин был фекергә илдең һәм яҡындағы сит илдәрҙең эре ҡалалары эше менән танышҡандан һуң килдем. Мәҫәлән, Минск менән Ҡаҙан бер-береһенә оҡшаш һәм бер юлдан китеп, бер генә супер-ташыусы булдырған. Минскиҙа уға пассажирҙар ташыуҙың 97 проценты тура килә. Был ойошмаға трамвай ҙа, троллейбус та, метробус та, хатта әлегә тиклем метро менән автобус та ингән. Бөтөн был эштәрҙе МинскТранс дәүләт компанияһы башҡара. Халҡы ике миллион самаһы булған ҡаланы ни бары 400 автобус хеҙмәтләндерә. Ҡаҙанда ла ла бынан 7-8 йыл элек хәлдәр беҙҙәге кеүек ине. Унда республика етәкселеге бер ташыусы ҡалдырырға ҡарар итә һәм метроны, трамвай, троллейбус, автобусты бер ойошмаға берләштерә. Рөхсәтһеҙ спектр иҡтисади һәм административ ысулдар ярҙамында ҡыҫырыҡлана. Беҙ йыл һайын "Башавтотранс"тың Өфөнө хеҙмәтләндергән өлөшө һәм МУЭТ-ты берләштереү тәҡдиме менән сығабыҙ. Ул республика ҡарамағында буламы, муниципаль кимәлдәме, әллә акционер йәмғиәтеме - мөһим түгел. Бында берҙәм ташыусы ойошма булдырыу һәм уға пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуҙың барлыҡ функцияларын тапшырыу мөһимерәк.
Ә Өфөлә хәл-торош нисек? Быға тиклем ҡалала пассажирҙар ташыу менән 56 компания шөғөлләнде. Бөгөн уларҙың һаны 15-кә ҡалды, йәғни эрелетеү бара. Тағы 10 йылдан 3-4 компания ғына ҡаласаҡ. Әммә беҙ ун йыл көтә алмайбыҙ, шуға күрә хәҙер ҡеүәтле компания төҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Әле МУЭТ менән "Башавтотранс" икеһе бергә пассажирҙарҙың ни бары 15 процентын ғына ташый. Бынан ун йыл элек был нисбәт 50 процент ине. Бынан өс йыл элек беҙҙән муниципаль-ара маршруттарға конкурс үткәреү хоҡуғын тартып алдылар, ҡала буйынса ла бары тик конкурс ҡына үткәрәбеҙ, ә контролләү функцияһына эйә түгелбеҙ. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тигәндәй, республика властары менән берлектә 5-6 йыл эсендә ҡеүәтле йәмәғәт транспорты системаһын һәм ҡеүәтле транспорт компанияһын булдырырбыҙ, тигән өмөттәмен.
Үҙегеҙ эшләгән осорҙа ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирҙегеҙ?
- Уҙған алты йылда ер аҫтындағы ҡала иғтибар үҙәгендә булды. ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләндек, граждандарға йәшәү һәм ял итеү өсөн уңайлы мөхит булдырырға тырыштыҡ. Шул уҡ ваҡытта көтөлмәгән сығымдарға дусар булдыҡ. Элек предприятиелар ҡарамағында булған РТИ, Синтезспирт, Химиктар мәҙәниәт һарайҙары, Пионерҙар йорто ҡала балансына күсте. Бер мәҙәниәт һарайын тотоу ҡала бюджетына 20-30 миллион һумға барып баҫа, етмәһә, Дим районындағы "Орион" клубынан алып, ауылдарҙағы 10 клуб беҙҙең ҡарамаҡҡа күсте. Биналарҙың бер-нисәһен республика әһәмиәтендәге объекттар итеп алырға, мәҫәлән, Балалар филармонияһы, Республика Балалар һарайы һ.б. тәҡдим иттек, әммә улар бер кемгә лә кәрәкмәй.
Һуңғы тиҫтә йылда ҡаланан сығыу юлдары эшләнде һәм улар икенсе муниципалитеттар территорияһынан үтә. Мәҫәлән, Өфө - Аэропорт юлының 60 проценты Өфө районына ҡараһа ла, был юлды тотоу ҡалаға йылына 80 миллион һумға барып баҫа. Миҫал өсөн Мәскәүҙе алғанда, ҡала территорияһынан сығыу менән юлдар йә өлкә, йә автодор ҡарамағында. Был йәһәттән республика Хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ һәм юлдар федераль өлөшкә һәм Башкиравтодор ҡарамағына күсерелер, тип ышанабыҙ. Ул саҡта иғтибарҙы икенсе өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бүлергә мөмкин буласаҡ.
Мәҫәлән, ҡала хакимиәтенең "Парктағы ҡала" концепцияһы буйынса аныҡ күҙаллауы бар. Хәҙер Черниковкала - Нефтехимиктар паркында, Машина эшләүселәр мәҙәниәт һарайы артындағы паркта, Инорста эш алып барасаҡбыҙ. Шулай уҡ "Аҡбуҙат" ипподромынан "Президент-отелгә" тиклем (Менделеев, Кувыкин, Аврора урамдары буйлап) тулыһынса рекрацион зона буласаҡ. Сығымдарҙың яртыһын - бюджет, ҡалғанын инвесторҙар иҫәбенә ҡаплау планлаштырыла.
Бөгөн баш ҡалала 800 мәҙәни мираҫ объекты бар. Уларға ниндәй ҡараш дөрөҫ тип һанайһығыҙ?
- Иң дөрөҫ вариант - реставрация үткәреү. Әммә уның нимә икәнен һәм хаҡын беләһегеҙ. Мәҫәлән, Цурюпа урамындағы Сыуаш йәкшәмбе мәктәбенең квадрат метрын реставрациялау 154 мең һумға барып баҫты. Унда шәхси инвестор эшләне. Бинаны емереп, яңынан төҙөү күпкә арзаныраҡ. Америка миҫалын ҡараһаҡ, улар бер көн, бер быуын һәм Америка хыялы менән генә йәшәй. Уларға мәҙәни мираҫ кәрәкмәй. Мәҙәни һәйкәлдәргә иң һаҡсыл мөнәсәбәт, моғайын, Европалалыр. Унда һәр нәмәне һаҡларға тырышалар. Әммә уларҙа объекттар ныҡлы нигеҙҙә ултыра һәм тағы ла меңәр йыл ултырасаҡ. Ә беҙҙә фундаменттар төртһәң, ҡойолорға тора. Шуға күрә беҙ объекттарҙың күсермәләрен тергеҙергә тырышабыҙ, сөнки йорттарҙың үҙҙәрен һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел, улар нигеҙ кеүек үк түбән сифатлы итеп һалынған. Шул күҙлектән ҡарағанда, һәр объектты айырым баһалап, ул йә реставрацияланасаҡ, йә реконструкцияланасаҡ, йә күсермәһе эшләнәсәк.
Айырым кешеләр эшләгән арт-объекттарҙың, бәләкәй архитектура формаларының Өфө урамдарында, парктарында, скверҙарында урынлаштырылыуы аңлашылмай. Өйрәнсектәрҙең эшен һөнәрселәрҙекенә алмаштырып булмаймы?
- Мин коллегаларыма Якутов паркында һәм ҡала территорияһында ҡуйылған пластик фигураларҙың авторы кем икәнен сер итеп һаҡларға ҡуштым. Уның кем икәнен белеү мөһим түгел. Иң мөһиме - кеше эшләне һәм маҡсатына өлгәште - йәмәғәт инициативаларын ҡуҙғытты. Әгәр яҡшыраҡ эшләргә теләйһегеҙ икән, рәхим итегеҙ, эшләгеҙ ҙә, ул һындарҙы алыштырығыҙ. Тәжрибәмдән сығып әйтәм, икенсе арт-объекттар художестволылыҡ йәһәтенән яҡшыраҡ буласаҡ. Сөнки барыһы ла нимәнән башланды? Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙ инициативалары менән шундай фигуралар эшләне лә ултыртты. Ә шул уҡ ваҡытта ҡалала бай 10 мең компания иҫәпләнә. Уларҙың берәйһе ҡала өсөн берәй нәмә эшләнеме? Эшләгәндәре лә бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Һәйкәлдәр хаҡында шуны ла әйтер инем: Еңеү паркындағы ике генералдың бюсы, Тыл хеҙмәткәрҙәренә һәйкәл, Мостай Кәрим һәйкәле юғары кимәлдә башҡарылһа ла, уларҙы ла тәнҡитләүселәр табыла. Йәки бына Матросов паркындағы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәленең урынлашыуы оҡшаймы? Ә бит ул йәмәғәтселек фекеренә таянып урынлаштырылды. Минеңсә, Протазановтың фильмында Салауат Юлаев ролен башҡарған бөйөк артист һәйкәле туристик маршруттың бер туҡталышы булырға тейеш ине. Әле уның ҡайҙалығын күптәр белмәй ҙә, күрмәй ҙә...
2017 йылда сығымдар буйынса ҡала бюджеты 25,5 млрд һум тәшкил итте, шул иҫәптән 6,5 млрд һум республика бюджетынан субсидия рәүешендә бирелде. Ә ҡала бер ниндәй көрсөкһөҙ, нормаль йәшәһен өсөн күпме аҡса кәрәк?
- Ҡала бюджеты төбәк хакимиәте билдәләгән нормативтар нигеҙендә формалаштырыла. Был тотош Рәсәй өсөн ҡабул ителгән дөйөм система. Ҡала етәксеһенең бурысы нимәнән ғибәрәт: ҡайһы бер нормативтарҙы ҡайтанан ҡарауға өлгәшеү. Әлеге ваҡытта беҙ 2018 йылға физик шәхестәрҙең килеменә һалымға ике процент өҫтәтеүгә өлгәштек, йәғни НДФЛ-дан йыйылған һалым өлөшөнән былтырғыға ҡарағанда ике процентҡа күберәк сумма ҡала бюджетында ҡаласаҡ. Был яҡынса 500-600 миллион һум. Ә инде бюджет ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға килгәндә, мин шул мәсьәләне өйрәнеү буйынса Ҡытай Халыҡ Республикаһына барып ҡайттым. Әгәр ҡытайҙар кеүек үҫешергә теләйбеҙ икән, әйҙәгеҙ, ундағы моделде ҡулланайыҡ. Улар килемде өстән бер өлөш буйынса бүлә. Мәҫәлән, федераль бюджетҡа - 1/3, төбәк бюджетына - 1/3, ҡала бюджетына - 1/3 өлөш. Бөгөн Өфөлә 200 миллиард һумдан ашыу һалым йыйыла, һалым булмаған йыйымдар менән бергә дөйөм сумма 240 миллиард һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ҡаланың былтырғы бюджет күләме барығыҙға ла мәғлүм.
Йәки майҙаны һәм халыҡ һаны буйынса бер иш, хатта 100 мең кешегә кәмерәк булған Астананы - Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһын алайыҡ. Уның бюджеты 100 млрд һум, шул уҡ ваҡытта глобаль кимәлдәге инфраструктура проекттарының күпселеге ил бюджетынан туранан-тура финанслана. Бында мине дөрөҫ аңлауығыҙҙы һорайым - был баш ҡаланың йәки Өфө менән Республика Хөкүмәтенең мөнәсәбәттәре проблемаһы түгел, ә Рәсәй Федерацияһында ҡабул ителгән һәм ҡулланылған норматив һөҙөмтәһе.
Шулай итеп...
Әлбиттә, бер әңгәмәлә генә барлыҡ һорауҙарға яуап табырға һәм борсоған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерергә мөмкин түгел. Шулай ҙа күптәр үҙҙәре өсөн кәрәкле мәғлүмәт алғандыр, моғайын. Ә инде осрашыуҙа ҡатнашҡан киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәре белдереүенсә, бөгөн Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов журналистар өсөн иң асыҡ етәкселәрҙең береһе.
КИРЕ СЫҒЫРҒА