Ҡала халҡы Ағиҙел аша һалынған иҫке күперҙе ябыу темаһы буйынса әүҙем фекер алыша. Автомобиль хужалары бигерәк асыулы, улар юлдағы тығындарҙа оҙағыраҡ тотҡарлана башлаған. Социаль селтәрҙәрҙә, йәнәһе лә, властар хәл-ваҡиғаларҙың бындай боролошона әҙер булмаған, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй.
Ҡалаға туранан-тура ҡатнашлығы булған кеше булараҡ, мәғлүмәткә башҡаларҙан алдараҡ эйәмен һәм уның менән бүлешә алам. Шуны әйтер инем: социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларындағы күпселек хәбәр тамырынан дөрөҫ түгел. Ҡаланы яҡлауым да түгел, ә төрлө сығанаҡтарҙан тупланған мәғлүмәт йомғаҡтары буйынса шәхси фекерем генә. Ә һығымталарым түбәндәгесә.
Ҡала бындай хәл-торошҡа, ғәмәлдә, әҙер ине, күпер тураһында күптән белдек, уның туҙыу мәсьәләһе тураһындағы һөйләшеүҙәрҙе ҡаланың бик күп хеҙмәттәре менән бер нисә йыл алып барҙыҡ. Төрлө факторҙарҙы иҫәпкә алып әҙерләндек. Ләкин асыҡтан-асыҡ әйтмәнек (минеңсә, ҡала халҡын бер өс йыл алдан әҙерләргә кәрәк булған), әммә был ҡала хеҙмәттәренең мәңгелек проблемаһы. Күп эшләйҙәр, ә беҙ, ҡала халҡы, был турала белмәйбеҙ ҙә. Шуға ла уларҙы йыш тәнҡитләйбеҙ. Был ҡулсаны бары тик ҡала халҡын проблемаларға мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеп кенә өҙөп булалыр, минеңсә.
Беренсенән, хәл-торош күп йылдар, тиҫтә йылдан ашыу, тикшерелде. Мониторинг үткәрелеп кенә ҡалманы, күпер ябылғансы, стратегик һәм тактик ҡарарҙар ҡабул ителде. Мәҫәлән, алдан уҡ Ағиҙел күперен реконструкциялау буйынса техник проект эшләнде. Ҡала бюджетының дефицитына ҡарамаҫтан, алдан уҡ проект-тикшереү эштәренә 110 миллион һум аҡса бүленде һәм проект эшләнеп, заказсыға тапшырылды. Реконструкцияны финанслау өсөн барыһы ла әҙерләнде. Был һуңғы бер нисә йыл дауамында барҙы һәм бер кем дә күперҙең ҡасан ябылырын күҙаллай ҙа алмаған ваҡытта, мониторинг процесы барышында тормошҡа ашырылды. Бында, үкенескә күрә, был эштәрҙе финанслауға федераль үҙәктән аҡса алыу төбәк өсөн дә, ҡала хакимиәте өсөн дә бик ауыр булды. Бында тағы шуны ла оноторға ярамай: ошо осорҙа Пугачев урамындағы һәм һуңғы өс йылда яңы Затон күпере төҙөлөштәре финансланды. Барыһы ла өс йыл эсендә бер юлы ике күпер өсөн бюджет алыуы реаль түгел икәнлеген аңлайҙыр. Беҙ Рәсәй Федерацияһында бер генә ҡала түгел.
Икенсенән, күп йылдар элек киләсәктә иҫке Ағиҙел күпере менән ауырлыҡтар тыуыу ихтималлығы асыҡланғас, көньяҡтан инеү юлы ябылған осраҡта көсөргәнештең бер өлөшө ошо Затон һәм Пугачев күперҙәренә күсеп, тотороҡло транспорт ағымын тәьмин итеү өсөн ҡала бөтөн көстө яңы күперҙәр төҙөүгә йүнәлтте. Әйткәндәй, М5 трассаһы аша Пугачев күперенән ҡалаға инеү, минеңсә, араны ни бары 5-7 километрға ғына оҙайта. Мәҫәлән, Чесноковка халҡы өсөн. Әлбиттә, был тормошто бер аҙ ауырлаштыра, әммә глобаль кимәлдә түгел. Шаҡша аша йөрөргә түгел бит. Тимәк, паника өсөн сәбәп юҡ. Ҡаланың хатта пик сәғәттәрендә лә транспорт ағымын ҡабул итер мөмкинлеге бар.
Өсөнсөнән, ҡала һәм автоинспекция хеҙмәттәре көн һайын яңы Ағиҙел күперендәге хәрәкәтте тикшерә һәм яҡшырта. Ҡала хакимиәте башлығы ла, уның ошо йүнәлеш өсөн яуаплы урынбаҫарҙары ла хәрәкәттең реверс системаһын көн дә контролләй. Һәр идея һәм яҡшыртыу буйынса фекер алышына.
Дүртенсенән, күперҙең яртыһын ябыу ул тиклем оҙаҡҡа ла түгел. Ҡала профиль институты менән күперҙең ябылған өлөшөн реновациялау буйынса саралар әҙерләгән. Уны быйыл йәйгә үк асыу сараһы ла бар. Эшкә йылы миҙгел башланыу менән тотонасаҡтар. Был сараларҙан һуң күпер реконструкцияға тиклем тағы ла өс йыл торасаҡ әле.
Бишенсенән, иң төп һығымта - нимәлә-нимәлә, ә күпер мәсьәләһендә ҡала властары һаҡ эшләне. Хәҙер төп бурыс - финанс алыу. Ҡала бюджеты менән күпер проблемаһын хәл итеп булмай. Бөгөн беҙҙең ҡала башлығына төп наказыбыҙ ошо. Барыбыҙҙың дә уңайлылығы хаҡына уға был мәсьәләне хәл итеүҙә Хоҙай ярҙам итһен.
Был минең шәхси һығымтам. Үкенескә күрә, ғәҙәттәгесә, инфраструктураны финанслау бәкәлгә һуҡты. Бында республика ла, ҡала ла ғәйепле түгел. Икенсе һығымта - глобаль хәүефле бер нәмә лә булманы. Бер нисә айҙан ремонтларҙар һәм ҡабат асырҙар. Тағы бер һығымта - бәлки, күперҙе бөгөн хәстәрләү яҡшыраҡтыр ҙа? Бер нисә йылдан ошо урында яңы үткәреү ҡеүәтенә эйә өс күпер буласаҡ. Ә былай тағы биш йылдан бөтөнләй тығындарҙа ултырыр инек.
Кирилл БАДИКОВ,
Өфө ҡала округы Советы депутаты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА