Башҡорт театрҙарында эшләгән актерҙар араһында ғаилә парҙары ла байтаҡ. Тормошта ла, ижадта ла - бергә, тиҙәр, ғәҙәттә, ундайҙар хаҡында. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙары Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтар ҙа шундайҙар рәтенән. Төрлө спектаклдәрҙә, "Күңелле йәшәйбеҙ" телевизион проектында ирле-ҡатынлы булып уйнаған Хәлиловтар тормошта ниндәй, актерҙар өсөн бергә эшләүҙең ыңғай яҡтары бармы? Ошо һорауҙарға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә ХӘЛИЛОВА яуап бирә.
"Күңелле йәшәйбеҙ" проекты - Стәрлетамаҡ театры актерҙарын тамашасыларға тағы ла яҡынайта төшкән аҙым булды. Һеҙҙе республиканың төп театрында уйнаған ҡайһы бер артистарға ҡарағанда ла яҡшыраҡ танып-беләләр. Уйын менән тормошто бутап, Хәлиловтар ғаиләһен тап телевизорҙағы кеүек күҙ алдына килтереүселәр барлыҡҡа килер, тип хәүефләнмәйһегеҙме?
- "Күңелле йәшәйбеҙ"ҙең сюжетында төрлө ҡыҙыҡ ваҡиғалар, көләмәстәр ята. Ошо ваҡиғаларҙа сағылған тема тәьҫирлерәк булһын өсөн ошондай образдар - уҫал, хәйләкәр ҡатын, үтә шаян ир һ.б. уйлап табылған. Ә тормошта беҙ бөтөнләй икенсе, холоҡтарыбыҙ ул образдарға оҡшамаған. Туғандар, дуҫтар, таныштар беҙҙе башҡа итеп белә. Мин ир-егеттәрҙә юморҙы аңлай белеү, тормошҡа юмор аша ҡарай белеү сифатын хуплайым былай. Азамат холҡо менән бик алсаҡ, шаяртырға әүәҫ. Спектаклдәрҙә лә ҡайһы саҡта шундай итеп уйнап ташлай, ярамаһа ла, сәхнәлә үҙемдең көлкөм килеп китә. Ә тормошта ул бик етди кеше. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр ҙә башҡа. Көнкүрештә бар нәмәне лә ҡатмарлаштырып ебәрә торған ғаилә түгелбеҙ, хатта тауыш күтәреп әрләшкәнебеҙ ҙә юҡ. Һәр хәлдә, мин уның машинаһын, ул минең аш-һыуымды тикшереп, ниңә улай, нишләп былай түгел, тип ултырмайбыҙ.
Был проектта ғына түгел, сәхнәлә лә лә партнер булып, ирле-ҡатынлы булып уйнаған спектаклдәр байтаҡ булды. Яңы ғына "Ҡатын түгел - аждаһа" тигән комедияны сығарҙыҡ, халыҡ бик ыңғай ҡабул итте уны.
Ни өсөн спектакль "Ҡатын түгел - аждаһа" тип атала? Башҡорт халҡында, ғөмүмән, ҡатын кешене ундай һүҙҙәр менән атау күренеше юҡ бит?
- Исеме менән баштан уҡ килешмәгәйнек тә, хәҙер шул көйө китте инде. Исмаһам, "Ҡатыным - алтыным" тип атайыҡ, тип тәҡдим иткәйнек, режиссер ҙа килешкәйне. Сюжеты буйынса ла исеме тура килмәй, унда "аждаһа" ҡатын-ҡыҙ тураһында һүҙ бармай, ә хәйлә менән ирен аҡылға ултыртҡан ҡатын тураһында спектакль. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ театры 26-28 февралдә Өфөгә гастролдәр менән бара. Яңы, матур спектаклдәр алып ки-ләсәкбеҙ, "Ҡатын түгел - аждаһа!"ны ла күрә аласаҡһығыҙ.
Һеҙ бер нисә тапҡыр иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле тигән номинацияларға лайыҡ булған актриса. Ҡатын-ҡыҙ характерҙарының иң гүзәлдәрен һынландырған кеше булараҡ, тормошта ҡатын-ҡыҙға иң кәрәкле тәүге сифат, тип нимәне билдәләр инегеҙ?
- Актриса булараҡ, ниндәйҙер ролде биргәндәр икән, һин уны тулыһынса өйрәнергә, асырға һәм, кәрәк саҡта, аҡларға ла тейешһең. Һәр актер үҙ геройының адвокаты, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, кире герой тиһәләр ҙә, уны ла бит ошо хәлгә ниндәй сәбәптәр, ваҡиғалар этәргән. Геройыңды аңлау өсөн кешенең психологияһын белергә кәрәк. Минең бөтөн ролдәрем дә тамашасының күңеленә юлын тапҡан, тип әйтә лә алмаҫмын, әммә төптән уйлап, орлоғона төшөп асһаң, уны тамашасы ла ярата. Өйҙә лә һөйләшәбеҙ роль тураһында, кешеләрҙең холҡон да өйрәнәм. Ир ҡатыны, әсәй булараҡ та кеше психологияһын белеү, аңларға тырышыу ярҙам итә.
Ғаилә парҙарының театрҙа бергә эшләүенең ыңғай яҡтары күпме?
- Стәрлетамаҡта театр асылғас та, уҡытыусыбыҙ Илшат Йомағоловтоң саҡырыуы һәм фатихаһы менән килгәйнек. Ижад итер, балалар үҫтерер өсөн бик уңайлы ҡала булып сыҡты Стәрлетамаҡ. Азамат Баш-ҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп йөрөгән еренән килде бында. Хәҙер 27 йыл сәхнәләбеҙ. Шуға инанғанмын - иң бәхетле актер ғаиләләре генә бергә эшләй. Мин үҙебеҙҙе шундайҙар рәтенә индерәм. Актер өсөн бергә эшләү ныҡ отошло. Илшат ағай Йомағолов та гел әйтә ине, яратыу яратыу менән, әммә ғаиләлә ир менән ҡатынды тормошҡа бер төрлө ҡараш бәйләй. Был һүҙҙәр менән дә килешәм. Рәхәтләнеп эшләп, бергәләп ҡайтып инәһең, өйҙә лә шул бер эште һөйләйһең. Әгәр ҙә ирем театрҙы яратмаһа, минең һөнәремде аңламаһа йәки мин актер иремдең ҡыҙыҡһыныуҙарын тоя алмаһам, йәшәүе ауыр булыр ине. Өлкән ҡыҙыбыҙ Зилиәнең актриса булып китеүендә лә беҙҙең бергә эшләүҙең эҙемтәһе барҙыр. Бер хәлде йыш ҡына иҫләп алам. Театр асылған ғына мәл, рус театры менән бер бинала, бергәләшеп эшләп йөрөгән ваҡыт. Спектакль артынан спектакль ҡуябыҙ. Зилиәгә 3 йәш, уны йышыраҡ күршеләргә ҡалдырып китәбеҙ. Бер көн һуңлап ҡына ҡайтып индек тә, балаға тейешле иғтибар ҙа бүлмәйенсә, кухняла ашарға бешерәбеҙ, хисләнеп һаман да эште һөйләшәбеҙҙер инде. Ҡараһаҡ, ишек төбөндә илап тора был. Ул замандарҙа бөгөнгө кеүек пакеттар юҡ, целлофан ҡыптырға кейемдәрен һалып алған булған. "Эш һөйләйһегеҙ ҙә, эш һөйләйһегеҙ, китәм", - ти. Саҡ яҙып алдым балабыҙҙы. Әммә театрға йөрөргә яратты бәләкәй сағынан, әсәй, эшкә барабыҙмы, тип кенә тора ине. Шул тиклем баланы театр менән "ағыулағанбыҙ". Мәктәптә имтихандарын һәйбәт бирҙе, тик сәхнә тураһында хыялланғас, башҡа уҡыу йорттарына документтар тапшырып та торманы. Айһылыу башҡараҡ, әле 9-сы класта уҡый. Геолог булам, ти, шулай ҙа ҡайһы берҙә: "Әсәй, мин бит барыбер ижади кеше", - тип ҡайта мәктәптән. Һәләте бар, үҙенең теләге булмаһа, бармаҫ артислыҡҡа. Кейәүебеҙҙең дә актер булыуына, икеһенең бер театрҙа эшләүенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Өләсәй ҙә булдым, шөкөр. Скайптан һөйләшһәк, ейәнебеҙ ҡулын болғап беҙҙе саҡырып илай. Ундай мәлдәрҙә үҙебеҙ ҙә илай яҙып, Азамат менән ҡалтырап ултырабыҙ бер-беребеҙгә йәбешеп. Беҙҙе таный башлағас, бигерәк һағындыра ейәнебеҙ.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА