«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСАҢ БУЛҺА ФАЙҘАЛЫ ЭШКӘ ЙҮНӘЛТ
+  - 



Бөгөн муниципаль райондарҙа лайыҡлы тормош булдырыуға йүнәлтелгән федераль һәм республика программалары тормошҡа ашырыла, биләмәләрҙең социаль именлеге, иҡтисади үҫеше өсөн инвестициялар йәлеп итеү ҙә һөҙөмтәле алымдарҙың береһе булып һанала. Әммә инвесторҙарға бик үк ышанып етмәү, уларҙы үҙ кеҫәһен генә ҡайғыртыусылар тип иҫәпләү күренеше хөкөм итә әле йәмғиәтебеҙҙә.

Ауылды үҙ итәләрме?

Ә үҙидаралыҡ органдары инвестицияларҙы ниндәй юлдар менән йәлеп итә һуң? Мәҫәлән, инвесторҙар менән эшләү, ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн беҙҙең Белорет районында бөтә шарттар ҙа бар, бының өсөн ер участкалары ла, газ да, электр энергияһы ла, һыу ҙа етерлек, әммә барыһы ла улар менән дөрөҫ файҙалана беләме? Бының өсөн уларҙың мөмкинлектәре бармы? Бөгөн ауыл хакимиәттәренең был йәһәттән әүҙемлек күрһәтергә тырышыуы әллә ни һөҙөмтә бирмәй, уңышлы инвестицион климат булдырыуҙы юғарыраҡ органдар ғына хәл итә тип тә аңлатырға тырышалар. Был, бәлки, ниндәйҙер дәрәжәлә дөрөҫтөр ҙә, сөнки ауыл хакимиәте башлыҡтарына халыҡтың етеш тормошо, һаулығы, белем алыуы, ял итеүе кеүек мәсьәләләр менән бергә, медицина, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларын тотоу, халыҡты ут-һыу, газ менән тәьмин итеү, көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү проблемаларын да ҡайғыртырға тура килә. Ошо социаль баҫым уларға инвестицон сәйәсәт алып барыуҙа ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ла инде, сөнки былар ҙур сығымдар талап иткән мөһим мәсьәләләр. Уны хакимиәт йә үҙ кеҫәһенән сығарырға, йә булмаһа, башҡа ҙурыраҡ проекттарға тотонмайынса, тапҡан инвесторҙарҙы ошо эшкә йәлеп итергә мәжбүр. Бында шуныһы бер аҙ үкенесле: һалынған аҡса булғанды тәртиптә тотоуға ғына китә, ә уны үҫтереүгә, модернизациялауға түгел. Шуның өсөн дә хакимиәттәр башлыса көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән проекттарға ғына инвесторҙар эҙләргә мәжбүр, ә ниндәйҙер йүнәлештә үҫешеү өсөн түгел. Әммә бының өсөн дә башты эшләтергә, кәрәкле кешеләр менән бәйләнеш булырыу өсөн әллә ниндәй сүрәттәргә инергә тура килә. Ғөмүмән, бөгөн инвесторҙар менән бәйләнеш булдырыуҙың ниндәй дәрәжәлә файҙалы булыуы тураһында бәхәстәр күп. Ауыл хакимиәте башлыҡтарының күбеһе инвестициялар менән эшләүҙе килеменә ҡарағанда мәшәҡәте күберәк тип һанай. Бында, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, мотивация булмау ғына сәбәп түгел, тәү сиратта, тәжрибә кәрәк. Шулай уҡ юғары власть һәм төрлө күҙәтеү органдарына аяҡ-ҡулдарҙың бәйле булыуынан да күп нәмә тора. Уңышлы инвестицион мөхит булдырыу өсөн урындағы властарҙың ысынлап та бер ниндәй ҙә көс-ҡөҙрәте юҡмы ни?
"Туҡтауһыҙ ярҙам һорап, кеше ҡурҡытмайыҡ", тигән фекерҙә урындарҙа инвестициялар менән эшләү өлкәһендә етерлек тәжрибәһе булған Сермән ауыл хакимиәтенең элекке башлығы Айытбай Әйүпов:
- Хакимиәттәрҙең кеҫәһе таҡыр булыуы хроник сир кеүек, шуға күрә ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн инвесторҙар йәлеп итеү иң уңышлы юл. Әммә был да барыһының да ҡулынан килерлек түгел, - ти Айытбай Зәбир улы. - Бының өсөн хакимиәт биләмәһенең аныҡ үҫеш планы булырға тейеш, биләмәнең географик урынын, демографик хәлен, тәбиғи-климатик торошон, ресурстар сығанағын да белеү мөһим. Был факторҙарҙы иҫәпкә алмайынса, әллә ни эш ҡырып булмай. Нимәнелер үҙгәртә алған хәлдә лә әллә күпме ваҡыт, сығым талап ителә. Оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләү тәжрибәмдән сығып, халыҡ менән диалог булдыра, уларҙы ҡыҙыҡлы идеялар менән ҡыҙыҡтыра белеүҙең, инициативалы кешеләргә маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеп ебәреүҙең дә мөһим фактор булыуын беләм. Кемдеңдер идеяһын тормошҡа ашырып, үҙеңдең дә ҡайһы бер проблемаларыңды хәл итеп ҡалыу өсөн бер туҡтауһыҙ ярҙам һорап, потенциаль инвесторҙарҙы ҡурҡытырға ярамай. Киреһенсә, уларға ҡыҙыҡһыныу күрһәтергә, улар менән бер һүҙҙән булыу мөһим. Аяғына ныҡлы баҫҡан эшҡыуарҙар менән уртаҡ тел таба белеү ҙә кәрәк. Ауыл яҙмышын ҡайғыртҡанда уларҙы ошо ауылдың хужаһы, уның киләсәге өсөн яуаплы кешеләр итеп күрһәтә белергә кәрәк, ә бер туҡтауһыҙ теләнселәп ултырырға түгел. Етәксе булып эшләү дәүеремдә биләмә халҡына уңышлы шарттар булдырыу өсөн ситтән килгәндәрҙе лә үҙебеҙгә эйәләштерергә тура килде. 2000 йылдар башында Силәбенән мәрмәр карьеры асырға теләгән инвестор менән оҙаҡ ваҡыт бер ниндәй ҙә бәйләнеш булдырырға теләмәнем. Ул ваҡытта Урындағы инициативаларға ярҙам программаһы ла юҡ ине әле. Ауылда халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн скважина быраулауға булған аҡсаны ҡырып-һепереп, халыҡтан аҡса йыйып та эш сығара алмағас, киттем әлеге эшҡыуарға. Ябай ғына башҡорт егете булып сыҡты ул. Баҡтиһәң, әлеңге стереотип, йәғни ситтән килгәндәрҙе ҡабул итмәү, яңылыш фекер тыуҙыра икән. Шулай дуҫлашып, мин уға, ул миңә ярҙамлашып йәшәп алып киттек. Бөгөн унда беҙҙең ауылдан ғына түгел, хатта әбйәлилдәр ҙә вахта ысулы менән эшләй. Сермәндәге спорт инвентарҙары заводы етәксеһенә лә, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән Юлай Татлыбаевҡа ла ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙып, улар аяғына ныҡлап баҫып киткәнсе һоранып йөрөмәнем. Кемгәлер ваҡытында ярҙам итеп кенә ебәрергә кәрәк, аңлаған кеше был яҡшылыҡты барыбер кире ҡайтарасаҡ. Улар эш урындары ғына булдырып ҡалманы, ауыл тормошо ҡаҙанында беҙҙең менән бергәләп ҡайнаны. Бынан тыш, Белореттан, күрше ауыл-райондарҙан да дуҫтар ҙур ярҙам күрһәтте. Ошоға Сермәндәге мәсет төҙөлөшөн дә дәлил итеп килтерергә була.
Үкенескә ҡаршы, хакимиәт башлыҡтары йыш ҡына сүкеш менән һандал араһында йөрөй. Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм, инициатива күрһәтеү гел генә яҡшы түгел, ҡайһы саҡта бының өсөн башҡа ла һуғалар. Һәр һүҙең, эшең өсөн ауылдаштарың алдында яуап тоторға кәрәк. Мәҫәлән, миңә йәш ғаилә башлығын торлаҡҡа мохтаж кеше булараҡ иҫәпкә ҡуя алмауыма ныҡ оят булды. Ул ғаиләһе менән әсәһендә, бер кешегә 12,01 кв. м. майҙан тәшкил иткән өйҙә йәшәй ине. Ә ер биреү өсөн майҙан 12 кв. м.-ҙан артмаҫҡа тейеш. Беҙ бала саҡта тарих дәреслегендә үҙ биләмәһендә бер генә аяғында баҫып торған крәҫтиән төшөрөлгән һүрәт бар ине. 1 кв. дециметрға баҫып та, тороп та булмай ҙа баһа. Был ғаиләгә төҙөлөш башлауға ер участкаһы алыу өсөн икенсе баланы табырға тәҡдим итергә генә ҡалды. Балаһы үҙ мөйөшөн булдырһын өсөн ата-әсәһенең мотлаҡ насар йәшеүе кәрәк булып сыға түгелме? Парадокс, абсурд был. Бындай миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә була. Әгәр хакимиәт башлығы ер мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә алмай икән, халыҡ алдында уның ниндәй абруйы булһын инде. Ауылда йәшәргә теләгән йәш ғаиләләр өсөн махсус рәүештә 5 йыл дауамында Иҙел ауылын ойоштороуға өлгәштем. Ауыл Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән 2012 йылда рәсми теркәлде. Әллә ни иҫ китерлек шарттар булдырып булмаһа ла, сифатлы электр уты менән тәьмин итергә өлгөрҙөк. Минеңсә, ошо ауылда йорт һалыу өсөн ауыл Советы депутаты тарафынан ер тәү сиратта йәштәргә бирелергә тейеш.
"Кеше байытҡансы, эшһеҙ ятам..." тигән ҡараш өҫтөнлөк итә бөгөн ауылдарҙа", - тине Асы ауыл хакимиәте башлығы Венер Йосопов һәм был тема буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе:
- Нимә генә тиһәң дә, ауылдарҙа лайыҡлы тормош булдырыу өсөн инвесторҙар йәлеп итеү иң отошло юл, - тине Венер Ғариф улы.- Әммә йәлеп итеү тип әйтеүе генә анһат, сөнки инвестор ҙа, тәү сиратта, үҙ мәнфәғәтен күҙ уңында тота. Бында өс таған булырға тейеш. Инвестор, хакимиәт һәм халыҡ. Тағандың берәүһе генә ситкә тартылғанда ла, уңышлы хеҙмәттәшлек булдырып булмаясаҡ. Уртаҡ фекер, аныҡ маҡсат һәм килешеп эшләү - бына ошолар уңышлы хеҙмәттәшлек нигеҙе. Биләмәбеҙҙәге Исҡушты ауылында Силәбе өлкәһе кешеһе буш торған иҫке бинаны аукцион аша һатып алып, турбаза асты һәм әҙме-күпме кешегә эш урыны булдырҙы. Ошо уҡ кешенең Мулдаҡайҙа таш сығарыу карьеры ла бар. Тик шуныһы ҡыҙыҡ, ҡыҙғаныс тиеү бәлки, дөрөҫөрәк тә булыр, ҡайһы берәүҙәр, килмешәкте байытмайым, тигән һылтау менән өйҙә ятыуҙы өҫтөн күрә. Шул арҡала күрше райондарҙан килгәндәр эшләп, мулдаҡайҙарға тейешле аҡсаны ала. Ғөмүмән, ауыл халҡы ситтән килгән эш биреүселәргә ҡырын ҡарап яңылыша, шул арҡала кеҫәһенә инәсәк аҡсаны ла юғалта. Бер кемде лә бер ҡайҙа ла ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар. Ғаиләһен ташлап, Себер киткәндәр ҙә тоҡлап аҡса алып ҡайтмай. Әллә ҡайҙа - ер аяғы ер башына китеп, ҡырҡ ата балаһы йыйылған ерҙә, яҡындарыңдан айырылып, йөҙөн дә күрмәгән кешегә тир түккәнсе, ситкә китмәй генә, үҙе ауылыңа килеп эш тәҡдим иткән "килмешәккә" эшләүе күпкә отошлораҡ түгелме ни? Мәҫәлән, Береш ауылында таш сығарыу һәм эшкәртеү менән булышҡан эшҡыуарҙа ла ошо ауылдыҡылар түгел, башлыса ситтән килгән кешеләр эшләй. Бында ла шул бер үк сәбәп: байҙы байытҡансы, өйҙә ятам. Эш биреүселәр менән уртаҡ тел табып, булғанды файҙаланып йәшәргә өйрәнгәндә кеҫәгә лә бер аҙ аҡса инер, ниндәйҙер дөйөм проблемаларҙы ла хәл итеү еңелерәк булыр ине.
Әлеге ваҡытта беҙҙең ҙур хыял - Асыла тау саңғыһы үҙәге асыу. Етди генә инвестор килеп сыҡҡанда, был эште яйға һалып ебәреү артыҡ ҡыйын да булмаҫ ине. Ҡасандыр элек эшләп килгән тау саңғыһын тергеҙеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ауылдың географик урыны ла бына тигән. Бары тик эште башҡарырлыҡ кәрәкле кешенең килеп сығыуы ғына шарт. Бынан тыш, элекке Асы минераль һыуын ҡойоу цехы буш тора. Ниндәйҙер сәбәптәр менән эшҡыуар эшен дауам итә алмай. Хәҙер бит магазиндарҙа ниндәй генә һыу һатмайҙар, ә Асы һыуының шифаһы күптәргә таныш. Цехты яйға һалып ебәргәндә, шифалы һыу ҙа һатырға, эш урындары ла булдырырға булыр ине. Бында бит эш урындарынан тыш, бюджетҡа әҙме-күпме һалым да инәсәк. Былар ниндәйҙер тишек-тошоҡто ямап ҡуйырға ярап ҡалыр ине...

Шулай итеп...
Бизнесты, инвестицияларҙы үҫтерергә, нисек байырға өйрәткән бик күп бестселлерҙар авторҙары Роберт Кийосаки менән Шэрон Лектер үҙ хеҙмәттәрендә, инвестиция өлкәһендә иң мөһиме - ябайлыҡ, өйөр артынан эйәрмәү, эмоцияларға бирелмәй генә ҡарар ҡабул итә белеү, тип яҙа һәм көнө-төнө эшләгән, аҡса йыйған кешеләрҙән дәүләт өсөн күберәк һалым түләттерергә кәрәк, тип тә билдәләй. Әгәр байырға уйлайһың икән, баш күтәрмәй тир түгеп аҡса йыйыу ғына әҙ, уны дөрөҫ итеп тотона белеү ҙә мөһим, ти улар. Ғөмүмән, ниндәйҙер эштә уңышҡа өлгәшергә теләһәң, башҡаларҙың нимә эшләүенә күҙ һал һәм улар эшләгәндең нәҡ киреһен эшлә, тигән кәңәш тә бирә улар. Ошоларҙан сығып фекер йөрөткәндә кеҫәләре ҡалындар менән бәйләнеш булдырып, ниндәйҙер ҙурыраҡ проекттарға тотонорға ла, кемделер байытыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә лә кәрәктер. Ауылдарҙың киләсәге инвесторҙарға ла бәйле булыуын яҡшы аңлағандарға һис шикһеҙ уңыш йылмаясаҡ.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.18 | Ҡаралған: 758

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru