«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРАЙЫҠ, ЮЛЛАЙЫҠ
+  - 

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал,
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.

Беҙ, һуғыш йылдары балалары, мәктәптә уҡыуҙы ошо йыр менән башланыҡ һәм ғүмер буйы сәхнәләрҙә лә, мәжлестәрҙә лә, походтарҙа ла ошоно йырлап үттек һәм тыуған илебеҙгә тоғро ҡалып, үҙебеҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла патриотик рухта тәрбиәләнек.
Тик мине, мине генә түгел, меңәрләгән башҡорт халҡын, бер ғәҙелһеҙлек - йәғни, үҙ илен һаҡлап, Өфөнән Берлинға тиклем барып еткән легендар кавалерия дивизияһының командиры - генерал Шайморатовҡа ошоғаса (үлгәндән һуң булһа ла) Советтар Союзы Геройы тигән юғары награданың бирелмәүе борсой. Әйткәндәй, уның дивизияһында ҡатнашҡан 78 һуғышсының был юғары исемгә лайыҡ булыуы башҡа бер хәрби ғәскәргә лә тәтемәгән.
Миңлеғәли Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә уны күрә алмаусы хәрби командирҙың күрәләтә үлемгә барырға биргән бойороғон үтәп, немецтарҙың төп көсөн үҙ яғына ылыҡтырып, меңәрләгән һалдат һәм офицерҙы ҡотҡарған. Тик уның шәхси документтарына "Хәбәрһеҙ юғалды" тип яҙыла. Ә бит хәбәрһеҙ юғалғандың сәбәбе көн кеүек асыҡ бындай хәлдә, үлемесле яра алғас, дошманға үҙенең үле кәүҙәһен дә бирмәҫ өсөн йә үҙен-үҙе яндырған, йә һыуға батҡан, шулайтып ҡына фаразларға мөмкин. Ул бит пленға эләкмәгән. Бер башһыҙ әҙәмдең "Хәбәрһеҙ юғалды" тип яҙыуына таянып, уның күрһәткән батырлыҡтары юйылырға тейешме ни?
Ошо мәсьәлә буйынса тәҡдим, тип әйтәйемме, фекер, типме, борон башҡорт зыялылары сетерекле хәлдәрҙе яйға һалыу өсөн батшаға барғандар һәм уртаҡ тел табып, хәл итеүгә өлгәшкәндәр. Әле лә республикабыҙҙың абруйлы кешеләренән делегация төҙөп, Владимир Путинға барырға кәрәктер, тигән үҙемдең фекеремде еткерәм һәм делегация составына үҙем белгән кешеләрҙең исемлеген тәҡдим итәм: Әмир Ишемғолов - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе; Илдар Марат улы Юлбарисов - "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы идараһы рәйесе; Йомабикә Ильясова - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары; Ноғман Мусин - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы һәм башҡалар. Әлбиттә, был бер ҡартластың фекере генә. Әгәр кемдер ошондай мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алһа, улар үҙҙәре белә. Бәлки, республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан, Башҡортостан халҡының күпселек тауышын яулаған Президентыбыҙ В. Путин был мәсьәләне хәл итеп тә ҡуйыр. Сәбәп ҡылғанға теләктәрен үтәрмен, тигән бит Аллаһы Тәғәлә.

Сәләх ӘХМӘТОВ.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.18 | Ҡаралған: 674

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru