«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕҢДЕ БЕЛМӘҮЕ ОЯТ – КҮП ЙӘШТӘРҘЕҢ ОШОНО АҢЛАУЫ ҠЫУАНДЫРА
+  - 



Киләсәк - йәштәр ҡулында икән, тимәк улар алдына юғары талаптар ҡуйыла, улар иңенә оло яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Ошо талаптарына яуап биреү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк һуң? "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш Гвардия"сылар ойошмаһы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Өфө дәүләт нефть техник университетының иҡтисад һәм сервис институты йәштәр сәйәсәте буйынса директор урынбаҫары Люциә ЮЛЫЕВА менән бергәләп ошо һәм башҡа актуаль һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.

Люциә, һеҙҙе әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, йәштәр өсөн төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыусы лидер тип беләбеҙ. Юл башы нисек башланды?

- Баштан уҡ бер ниндәй ҙә пландар ҡорманым, үҙенән-үҙе ошолай килеп сыҡты. Сығышым менән мин Ырымбур өлкәһенән. Гимназияны алтын миҙалға тамамланым, унда уҡыған йылдарҙа Ырымбурҙағы "Лидер" тигән мәктәптә ситтән тороп шөғөлләндем һәм унан да ҡыҙыл диплом алып сыҡтым. Артабан принципиаль рәүештә дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ йүнәлеше буйынса юғары белем алырға ниәтләндем. Сөнки ул саҡта уй-ниәттәр башҡасараҡ ине, йәғни үҙемдең тыуған яғымда - Ырымбур өлкәһенең Александровский районына ҡайтып эшләйәсәкмен, тип хыялландым. Әммә тормошта бер аҙ икенсерәк килеп сыҡты. Ул ваҡытта Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы бик әүҙем эшләне, Башҡортостан вуздарына уҡырға йүнәлтмә бирә торғайнылар. Миңә бер нисә уҡыу йортона бер нисә төр йүнәлеш буйынса уҡырға инергә тәҡдим иттеләр, мин дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ йүнәше буйынса белем алырға теләп, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын һайланым. Беренсе курста дәрестәр менән бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар булмай бит инде, буш ваҡыт күп. Староста бер ваҡыт ниндәйҙер ойошма үткәргән сараға саҡырҙы, унда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн архитектур мөхиттең уңайлығы тураһында һүҙ барҙы. Йәштәр ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә, төрлө административ учреждениеларҙа, фатирҙарҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йөрөй алһын өсөн махсус уңайлыҡтар барлығы-юҡлығын тикшереп, доклад яһаны. Шулай осраҡлы рәүештә "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш Гвардия" ойошмаһының эше менән таныштым һәм үҙем дә ошо костюм-галстукта килгән матур йәштәр рәтенә инеп киттем. Ике йыл ярым ойошманың мәрхәмәтлек эштәрен алып барҙым, беҙ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, етем балалар, мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәренә төрлөсә ярҙам күрһәтә, сараларға бушлай билеттар тарата торғайныҡ. Ярты йылдан "Йәш Гвардия" район ойошмаһының идара етәксеһе урынбаҫары итеп һайландым, һуңынан Киров районы бүлексәһен етәкләй башланым. 2012 йылда "Йәш Гвардия" Волга буйы округы аппараты етәксеһе булырға тәҡдим иттеләр. Ризалыҡ бирер алдынан бик оҙаҡ уйланым, сөнки студент кешегә ун дүрт өлкә менән идаралыҡ итеүе ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Волга буйы округы аппараты етәксеһе булып эшләү минең өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе булды, киң фекерләргә, төрлө кешеләр менән уртаҡ тел табып эшләргә өйрәндем һәм хатта иң яҡшы етәксе булараҡ наградландым. Вузда уҡыған саҡта студенттар советы ойошторҙоҡ, уҡыу йортоноң телевидениеһын астыҡ, тәүге фекер алышыу клубтарын булдырҙыҡ, бихисап саралар ойоштороп, бында белем алған йәштәрҙең үҫешенә йоғонто яһарлыҡ үҙгәрештәр индерҙек.
2013 йылда һөнәр алып сыҡҡас, миңә вуздың студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр профкомын етәкләргә һәм ошонда эшкә ҡалырға тәҡдим иттеләр. Әйтергә кәрәк, профсоюз эшен ойошторғанда студенттар менән эшләүе күпкә еңелерәк ине, сөнки йәштәр өсөн ниҙер эшләһәң, улар һиңә ыңғай тәьҫораттарын әйтә, ихласлыҡҡа ихласлыҡ менән яуап бирә. Эшләй башлағас та 300 кеше араһында һорау алыу үткәрҙек, тәүге баһалар кире булды, сөнки быға тиклем профсоюз биш йыл эшләмәгән булған. Күптәр, беҙҙең өсөн ишектәр ябыҡ, ярҙам юҡ, тип яҙғайны. Бөтә фекерҙәрҙе иҫәпкә алып, эш башланым һәм 2016 йылға тиклем профсоюзды етәкләгән осорҙа студенттар араһында күрһәткестәр 18-ҙән 56 процентҡа тиклем, хеҙмәткәрҙәр араһында 22 проценттан 70-кә тиклем күтәрелде. Бер юлы бер нисә йүнәлештә эшләүемдең файҙаһы тейҙе, профсоюзға мөрәжәғәт итеүселәргә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы булараҡ та, "Йәш Гвардия" ойошмаһы аша ла ярҙам итә алдым. 2014-2015 йылдарҙа ректорҙың йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе вазифаһын башҡарҙым, 2015-2015 йылдарҙа "Йәш Гвардия"ның төбәк штабы етәксеһе урынбаҫары булып эшләнем. Бына шулай, "Йәш Гвардия" ойошмаһына әүҙем йәш кешеләрҙең береһе булараҡ ҡына килеп индем һәм 2016 йылдан үҙем төбәк штабының рәйесе итеп һайландым. Ысынын әйткәндә, ошолай уңыштарға өлгәшермен тип уйламағайным да...

Совет заманындағы пионер, комсомол ойошмалары йәш быуынды илһөйәр, яуаплы гражданин итеп тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя ине. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш Гвардия" ойошмаһы ағзалары уларҙың эшен дауам итеүсеме, әллә һеҙҙең маҡсаттар башҡасараҡмы?

- Беҙ үҙебеҙҙе элек эшләгән үҫмерҙәр һәм йәштәр ойошмаларының эшен дауам итеүселәр, тип һанай алабыҙ. Сөнки беҙ ҙә шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһы ҡанаты аҫтында эшләйбеҙ һәм партия идеологияһын алға һөрәбеҙ. Бик күп аспекттар буйынса "Йәш Гвардия" ойошмаһының эш йүнәлештәре пионер һәм комсомол ойошмалары эшмәкәрлеге менән тап килә. Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, граждандар итеп үҫтереү, йәмғиәттәге процестарҙа әүҙем ҡатнаштырыу йүнәлешендә эшләгәс, беҙ ҙә шул уҡ тәрбиә мәктәбе, тип иҫәпләй алабыҙҙыр үҙебеҙҙе. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш Гвардия" төбәк штабы эшләй башлауына быйыл ун ике йыл тулды. Беҙ үҙ заманында комсомол лидерҙары булған оло йәштәге кешеләр менән аралашып торабыҙ, бер йүнәлештә эшләүебеҙҙе аңлайбыҙ. Граждандар йәмғиәтен тәрбиәләү, йәштәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, илһөйәрлек, рухи һәм әхлаҡи тәрбиә биреү, мәҙәнилеккә өйрәтеү, аң-белем таратыу йүнәлештәре ойошма барлыҡҡа килгәндән бирле төп бурыстар итеп билдәләнгән. Заман үҙгәрештәре халыҡ-ара сәйәсәт, мәғлүмәти мөхиттә эшләү, тыйылған контентҡа ҡаршы көрәш кеүек яңы йүнәлештәр һәм бурыстар билдәләнгән.
"Йәш гвардия" ойошмаһы илгә кәрәкле кадрҙар әҙерләүгә лә булышлыҡ итә, әммә был активист булған өсөн генә ниндәйҙер өлкәлә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итәсәкбеҙ, тигәнде аңлатмай. Ҡайһы саҡта амбициялы йәштәр, нисә йылдан депутат йә министр кимәленә күтәрелә алам, тигән һорау бирә. Карьера төҙөүҙе тәүмаҡсат итеп килгән йәштәргә беҙ һәр ваҡыт бер төрлө яуап бирәбеҙ: ундай юғарылыҡҡа күтәрелеү тураһында уйларҙан алда, республика мәнфәғәтендә һәм йәштәр сәйәсәтендә ниндәй файҙалы эштәр атҡарыуың тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Сөнки ун йыл буйы "Йәш гвардия" ағзаһы булып йөрөргә һәм бер нисек тә алға китмәҫкә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр беҙҙең сафҡа алыныу менән йәмғиәткә файҙалы проекттар тәҡдим итеп, эште ҙур яуаплылыҡ менән атҡарып, республика һәм федераль кимәлдә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрә. Беҙҙең коллегалар Мәскәүҙәге "Йәш гвардия" штабында эшләй, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, РФ Дәүләт Думаһына депутат булып һайланғандары ла бар. Мин дә ябай активист булараҡ эш башланым, "Йәш гвардия" - ул ни бары ҡорал, уны нисек файҙаланыу һәр кемдең үҙенән тора.

"Йәш Гвардия" ойошмаһының төбәк штабы рәйесе булараҡ, ойошманы ниндәй юҫыҡта үҫтерәһегеҙ?

- Мине "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш Гвардия" ойошмаһының төбәк штабында тәүге етәксе ҡыҙ, тәүге башҡорт кадры тип тә билдәләйҙәр. "Йәш Гвардия" эшләй башлағас, мин ойошманың иғтибарын тәүге тапҡыр милли сәйәсәткә йүнәлттем. Яңы команда йыйылғас, 250 делегат йыйып, форсайт-сессия үткәрҙек һәм яңы йүнәлеш буйынса эш башланыҡ, ике йылға план төҙөп алдыҡ. Былтыр өс проектты тормошҡа ашыра алыуыбыҙ менән ғорурланам: беренсеһе - Йәштәр субкультураһы фестивале, икенсеһе - "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумы, өсөнсөһө - "Башҡорт телендә республика дебат уйындары". Йәштәр субкультураһы фестивалендә косплей, кей-поп, футбол фристайлы, роллерспорт, лонгборд, төрлө музыкаль ағымдар менән мауыҡҡан йәштәр бер майҙанға йыйылды. Ун бишкә яҡын майҙансыҡта һәр кем үҙенең шөғөлө буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, һөнәрҙәрен күрһәтте. Һәр береһе үҙенсәлекле булған бөтөнләй икенсе төрлө йәштәр менән таныштыҡ, хатта ундай шөғөлдәр барлығын белмәгәнбеҙ ҙә алдан. "Ватан" паркында өс меңгә яҡын кеше йыйылды, Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенә ял итергә килгән халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡарарға килде.
Йәштәр субкультураһы фестиваленән һуң бер ай үткәс, "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумын уҙғарҙыҡ. Был форум 250 ҡатнашыусыға иҫәпләнгәйне, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү, пропагандалау, башҡорт телен күтәрмәләү, йәштәрҙе башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан таныштырыу маҡсатында ойошторҙоҡ уны. Бөтә сара башҡортса барҙы, спикерҙар Башҡортостандың тарихы, яҡын киләсәктә иҡтисади-социаль үҫеше тураһында һөйләне. Интерактив майҙансыҡтарҙа милли аш-һыу, музыка ҡоралдары, бейеү, йолалар, кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Быйыл да ошондай мәғариф форумы үткәрергә уйлайбыҙ, тағы ла күберәк темалар буйынса лекциялар үткәрергә, федераль кимәлдәге спикерҙарҙы ла саҡырырға иҫәп тотабыҙ. Сөнки үткәнен белмәгән халыҡ киләсәген дә күҙаллай алмай. "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумы тап шул үткәндәрҙе һәм киләсәкте ялғарға булышлыҡ иткән сара ул...
Бөгөн башҡорт телен балалар үҙ теләге менән уҡыһын, үҫмерҙәр башҡортса һөйләшһен өсөн инициативалы йәштәр тормошҡа ашырған проекттар күбәйә бара. Беҙ ҙә башҡорт телен популярлаштырыуға, йәштәргә рәсми һүҙҙәрҙе өйрәнергә этәргес булһын тип, "Башҡорт телендә республика дебат уйындары" тигән сара үткәрә башланыҡ. Тәүҙә уны Өфө йәштәре араһында үткәрҙек, унан Башҡортостандың район, ҡалаларында ойошторҙоҡ һәм 30 йәшкә тиклемге бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша алды. Бөтәһе 156 команда ярышты, йәштәр һүҙҙәрҙе һайлап ҡына саф башҡортса һөйләште. Сөнки фекер алышыу темалары иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт, мәғариф, социаль мәсьәләләргә арналды һәм төрлө терминдарҙы башҡортса әйтергә кәрәк ине. "Башҡорт телендә республика дебат уйындары" телде яҡшыраҡ өйрәнеү өсөн генә түгел, белем даирәһен киңәйтеүгә лә булышлыҡ иткән сара булып сыҡты. Бына ошондай саралар туған телде өйрәнеүҙең мөһимлеген аңларға ярҙам итә лә инде. Былтыр "Башҡорт телендә республика дебат уйындары" проектын тулыһынса йәштәрҙең теләгенә, фиҙаҡәрлегенә таянып тормошҡа ашырһаҡ, быйыл "Рәсәй йәштәре" ойошмаһының грантын оттоҡ һәм уны тағы ла ҙурыраҡ аудитория йыйып үткәрергә иҫәп тотабыҙ.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш гвардия" ойошмаһының төбәк штабы етәксеһе булған осорҙа тормошҡа ашырған проекттар араһында тағы береһе өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Ул да булһа, "Кескәй геройҙар форумы". Батыр йөрәкле кескәйҙәрҙең барыһының да тарихтарын райондарға шылтыратып, интернет селтәренән эҙләп, хаттар яҙып йыйып алдыҡ һәм Өфөгә тантаналы сараға саҡырҙыҡ. Бында йыйылған бәләкәй балалар һәр береһе маҡтауға лайыҡ, улар хатта ололар ҙа юғалып ҡалырға мөмкин булған ауыр ситуацияларҙа үҙҙәрен ҡыйыу тотҡан, яҡындарын һәм дуҫтарын ҡотҡарған. Мәҫәлән, Иглин районынан ете йәшлек Максим Бархатов ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта йорттарында янғын сығып киткәс, 6 йәшлек ҡустыһын тәҙрәнән тышҡа төртөп сығара ла, үҙе 3 йәшлек һеңлеһен күтәреп сыға. "Кескәй геройҙар форумы" тамамланғас, бик күп башҡа йәмәғәт ойошмалары ла киләһе йыл бергә үткәреү тәҡдиме менән сыҡты. Ҡайһы саҡта минән: "Ошондай сара үткәреү һиңә нимә өсөн кәрәк?" - тип һорайҙар. Тәү ҡарамаҡҡа артыҡ әһәмиәтле лә булмаған кеүек күренһә лә, илһөйәр, рухлы, батыр һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған йәш быуынды тәрбиәләп үҫтереү йәһәтендә бик әһәмиәтле эш. Был балалар тураһында ауылдаштары, бик һирәк осраҡта райондаштары белә. Ә улар тураһында бөтә ил белергә һәм ғорурланырға тейеш, сөнки ошонда килгән балалар яҡын кешеһен яҡлау, һаҡлау өсөн ҡайһы бер ололарҙан да күберәк эшләгән. Беҙгә ситтән бик күп инициативалы йәштәр тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итә, беҙ дәүләт органы түгел, шуға йәш быуын өсөн ысынлап та мөһим булған идеялар ғына хуплау таба һәм йыш ҡына проекттарҙы башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә тормошҡа ашырабыҙ. Шундай проекттарҙың береһе - 2014 йылдан башланған "Башҡортостан Республикаһының сәйәси лидерлыҡ мәктәбе" тигән проект. Унда республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған утыҙ кеше бер аҙна эсендә, белемдәрен камиллаштырып, артабан үҙ проектын төҙөп, еренә еткереп эшләп, бер айҙан проекттарын яҡлап сыға. Былтыр Сәйәси лидерлыҡ мәктәбе медиа-мәктәп формаһында үтте, йәштәр "Молодежь. Идеи. Развитие" тигән мәғлүмәти медиа-портал эшләне. Бында яҙышҡан, ижади фекерләгән, мәғлүмәт саралары менән ҡыҙыҡһынған йәштәр йыйылды. Быйыл ул апрель айында үҙ эшен башланы.
Йәштәр араһында лидер булам тиһәң, иң мөһиме, һәр ваҡыт үҙгәрергә, уҡырға һәм яңы йүнәлештәрҙә белемеңде камиллаштырып торорға, заман менән бергә атларға кәрәк. Әгәр ҙә беҙ үҫеүҙән туҡтаһаҡ, йәштәрҙең талаптарына яуап биреүҙән туҡтайбыҙ, уларға беҙҙең менән ҡыҙыҡ булмай башлай. Шуға күрә, ваҡытында уртаҡ эшкә үҙ өлөшөңдө индереп ҡалырға һәм артыңдан килгән йәштәргә үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға, бүтәнсә эшләргә, үҙ сәйәсәтен алып барырға мөмкинлек бирергә кәрәк.

Ғәҙәттә, бер-ике иң әүҙем йәш кеше йәмәғәт эштәрендә даими рәүештә ҡатнаша, башҡаларҙы саҡыра, әйҙәй, саралар ойоштора. Бөгөнгө йәштәр араһында энтузиастар, бушҡа эшләргә әҙер кешеләр күпме?

- Беҙҙең йәштәштәр, замандаштар илдә үҙгәртеп ҡороуҙар барған осорҙа тыуған балалар. Мин үҙем дә 1990 йылғы. Элек бер генә партия булған, уға ҡараған ойошмаларҙа эштәр тәртипкә тотолған. Хәҙер партиялар ҙа күп, йәмәғәт ойошмаларының төрлөлөгө тураһында әйтеп тораһы ла түгел, республикала 5 меңдән ашыу коммерция булмаған ойошма бар. Улар араһында йәштәрҙе йәлеп иткән дә, эшкә ололарҙы ҡушҡандары ла бихисап. Йәштәрҙе ойошма эшенә йәлеп итеү өсөн беҙ алып барған эшмәкәрлек ҡайһылыр яғы менән уларҙы ылыҡтырып торорға тейеш. Сөнки һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөлдө һайлай, күңеленә хуш килгән йүнәлештә проекттарын тормошҡа ашыра, үҙ юлын табыу хоҡуғына эйә. Энтузиастар бар, ләкин бөтәһен дә ойошма эшенә ылыҡтырыуы ауыр, улар башҡа ойошмаларҙа ла үҙҙәрен таба ала.
Элекке һәм хәҙерге быуынды сағыштырып, күп кенә осраҡта, элек йәштәр тырышыраҡ, энтузиастар, илһөйәрерәк булған, тип әйтеүселәр бар. Ысынында, бөгөн дә беҙ шундай уҡ илһөйәр, аҡыллы, әүҙем йәштәр барлығын беләбеҙ. Бары тик был сифаттар һәр быуын кешеһендә төрлөсә сағыла. Быйыл бөтә Рәсәй буйлап йәштәрҙең йәшәйеш ҡиммәттәрен асыҡлау буйынса тикшереүҙәр үткәрелде. Уның һөҙөмтәһе буйынса, йәштәр беренсе урынға ғаиләне ҡуя - уны улар ныҡлы терәк итеп күрә, унан һуң инде тормошта уңышлы кеше булыуҙы мөһим тип һанай. Демократия институты үҫешә алған, власть һәм бик күп йәмғиәт процестарына асыҡлыҡ индерелгән мәлдә йәшәйбеҙ һәм айырым ижтимағи-сәйәси ситуацияларҙа һәр кем үҙ ҡарашын асыҡ әйтә, үҙе һәм эштәре тураһында публикаға белдерә ала. Хәҙер форматтар башҡаса, йәш быуындың патриотлығы ветерандарға ярҙам итеүҙәрендә, йә башҡа изге эштәрҙә генә түгел, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылышында ла сағыла. Бөгөнгө йәштәр араһында эсергә яратыусылар һаны кәмегәнен күҙәтергә була. Был ғына ла түгел, тормошҡа ҡараштары дөрөҫ, китап уҡыйҙар, шәхес булырға ынтылалар, рухи яҡтан да, физик яҡтан да камиллыҡҡа ынтылалар һәм иң ҡыуаныслыһы, башҡаларҙы үҙ араһына яҡшы, файҙалы эштәре, уңыштары менән ылыҡтырырға тырышалар.

Былтыр Сочи ҡалаһында үткән XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә һеҙ ҙә ҡатнашҡайнығыҙ. Йәштәр өсөн ошондай саралар нимәһе менән әһәмиәтле?

- Сочи ҡалаһында уҙғарылған был фестивалгә Башҡортостан Республикаһынан иң ҙур делегацияларҙың береһе барҙы. Рәсәйгә донъяның төрлө илдәренән 30 меңгә яҡын йәш кеше йыйылды, улар өсөн был сара танышыу, аралашыу һәм фекерҙәштәр табыу өсөн бигерәк тә әһәмиәтле булды. Унда йәштәр Рәсәй, Франция, Италия, Германия, Австралия һәм башҡа илдәрҙән килгән билдәле шәхестәрҙең һөйләгәнен ишетеү өсөн, тамаҡ та ялғамай, өсәр сәғәт сиратта торҙо. Сығыш яһаусылар араһында сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, актерҙар һәм башҡа төрлө өлкә белгестәре бар ине. Бихисап майҙансыҡтарҙа Рәсәй өлкәләренең күргәҙмәләре ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының күргәҙмәһе бик уңайлы урында урынлашҡайны, килеп ингәс тә күҙгә ташлана, милли кейемдәрҙәге һылыу башҡорт ҡыҙҙары баллы бауырһаҡ тәҡдим итеп тора, теләһәң, балдан яһалған "фонтан"дан ауыҙ ит. Күргәҙмәләрҙә Рәсәйҙең күп милләтле ил булыуын ғына түгел, заманса техника һәм технологиялар өлкәһендә лә артта ҡалмауын сағылдырған майҙансыҡтар эшләне. Сколково һәм Иннополис йәштәре робот техникаһын килтергәйне. Улар эшләгән робот һорауҙарға ғына яуап биреп ҡалмай, кешегә ҡарап хатта маҡтау һүҙҙәре лә әйтә ала ине. Көн дә төрлө илдәрҙең делегацияһы ҡыҙыҡлы интерактивтар ойошторҙо, улар менән милли көйҙәр тыңлап, бейеп, аралашып алырға мөмкинлек булды. Һәр кем үҙ илен күрһәтһә лә, фестивалдең төп маҡсаты йәштәргә бер-беребеҙ менән тығыҙ бәйләнештә булырға, хеҙмәттәшлек итергә, белемдәребеҙ менән бүлешергә, уртаҡ идеяларҙы тормошҡа ашырырға, мәҙәниле, илдәр араһында низағтар килеп сыҡмаһын өсөн берҙәм булырға өйрәтеү ине. Йәштәр дуҫ булырға тейеш, сөнки киләсәк улар ҡулында. Шуға ла йәштәрҙе ойоштороу, илһөйәр итеп тәрбиәләү, эшмәкәр итеп үҫтереү мөһим. Бөтә донъя йәштәре һәм студенттары фестивале тап шул йәһәттән бик кәрәкле сара булды, шунда башҡорт йәштәре лә ҡатнаша алыуы айырыуса әһәмиәтле.

Бөгөнгө заманда йәш кеше өсөн иң мөһиме нимә?

- Ниндәй генә заман булмаһын, кеше өсөн ҡайһы бер төшөнсәләр һәр ваҡыт мөһим булып ҡалырға тейеш. Минең өсөн был төшөнсәләр - намыҫ, ғәҙеллек, әҙәплелек. Хатта йыш ҡына миңә "Һин СССР заманында тыуғанһың, бөгөн кешелек ҡиммәттәре бөтөнләй үҙгәргән", тиһәләр ҙә, кеше үҙенең ныҡлы фекеренә таянып, теге йәки был ситуацияла дөрөҫ юл һайларға тейеш. Берәй эште дөрөҫ эшләһәм, шунда уҡ булмаһа ла, һәр ваҡыт һөҙөмтәгә өлгәшәм. Дөрөҫ һайлауҙың нигеҙендә дөрөҫ маҡсаттар, донъяға дөрөҫ ҡараш ята һәм башҡалар ҙа шуны күрә. Бөтә нәмә лә кире үҙеңә әйләнеп ҡайта: яҡшылыҡ өсөн дә, яманлыҡ өсөн дә үҙеңә яуап бирергә тура киләсәк. Шуға, ошо минутта һинең һайлауың бер кем тарафынан да яҡлау тапмаған хәлдә лә, дөрөҫ принциптарға таянып, тоғро юлдан барырға кәрәк. Дөрөҫ юлдан барыуҙы аңлау кешегә тормошта йәшәү көсө, рухи ныҡлыҡ бирә.

Ә һеҙ берәй ваҡыт дөрөҫ эшләмәгән өсөн оялыу тойғоһо кисергәнегеҙ булдымы?

- Бик һирәк кенә була ундай осраҡтар, сөнки үҙемде һәр ваҡыт дөрөҫ, әхлаҡлы һәм ғәҙел тотам. Әммә ошо һуңғы йыл эсендә ике тапҡыр үҙем өсөн оялдым. Борай районында үткәрелгән башҡорт телендәге КВН-ға барғанда бик ныҡ оят булды, сөнки унда миңә саҡырылған ҡунаҡ булараҡ һүҙ биргәйнеләр, башҡортса сәләмләй генә алдым. Икенсе тапҡыр Өфөлә Конгресс-холда үткән шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсында туған телемде белмәүемә үкендем. Телем башҡортса асылһа ла, артабан русса ғына һөйләшеп, русса уҡып, рус мөхитендә тәрбиәләнеп үҫкәс, башҡортса йүнләп һөйләшә белмәйем. Мәктәптә лә башҡорт теле буйынса бер ниндәй ҙә өҫтәмә түңәрәктәр булманы. Ниһайәт, быйыл "Башҡорт телен өйрәнәм" проектында ҡатнаштым һәм яйлап ҡына туған телемде өйрәнә башланым. Сөнки туған телеңде белмәүе оят, күп йәштәрҙең ошоно аңлауы ҡыуандыра.

Йәштәштәргә әйтер теләктәрегеҙ?

- Ярҙам итерлек кешең бармы-юҡмы - мөһим түгел. Һәр кемгә мөмкинлектәр асыҡ, теләгән кеше үҫешә, юғары маҡсаттарына өлгәшә ала. Бер кеше яугир түгел, тип уйламағыҙ: һин яңғыҙың артыңдан фекерҙәштәреңде эйәртә һәм туплай алаһың. Шуға ла һәр ваҡыт үҙ көсөңә ышанырға, өлгәшкәндәрҙә туҡталып ҡалмай, артабан атларға, йәштәр өсөн лидер булырға кәрәк. Эшең яҡшылыҡҡа йүнәлтелгән булһа, ярҙамы ла, хеҙмәттәшлек итергә теләүселәре лә табыла.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Киләсәгеңде уйлаһаң - орлоҡ сәс, тигәндәр. Люциә Юлыева менән әңгәмәләшкәндән һуң, уның кеүек аҡыллы, маҡсатлы, үҙ эшен намыҫ менән башҡарған йәштәребеҙ булыуы халҡыбыҙҙың киләсәген тәьмин итә лә инде, тигән уй ҡалды. Сөнки тап ошондай шәхестәр ҡасан, ҡайҙа, ниндәй орлоҡ сәсеү һәм йәш үҫентеләрҙе нисек тәрбиәләп үҫтереү тураһында яҡшы белә.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.18 | Ҡаралған: 796

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru