«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ОСРАШЫУ - ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕР
+  - 



Милләттең рухиәт һағында торған вайымлы ағинәйҙәребеҙ халыҡ күңеленә ятмалы, үҙенсәлекле саралар үткәреп кенә тора. Был юлы ундай күркәм йыйынды Учалы районы Сораман ауылы ағинәйҙәре ойошторҙо һәм унда райондың башҡа ауылдарынан, шулай уҡ Әбйәлил районынан, Межгорье ҡалаһынан да ағинәйҙәр ҡатнашты. Тын, һәүетемсә генә донъя көтөп ятҡан кешене һиҫкәндереп, дәртләндереп, күңеленә ғәм өҫтәп ебәрер сара булып сыҡты сорамандар йыйыны.

Башҡорт халҡының "Яратып эшләнгән эш арытмай, ихлас әйтелгән һүҙ ялҡытмай", тигән мәҡәле бөгөн бигерәк актуаль яңғыраған кеүек. Арымай-талмай милләт һағында торған ағинәйҙәрҙең һәр эште яратып башҡарыуына, күңел талабы итеп һанап, көс-дәртен ауылдаштары менән уртаҡлашып йәшәүенә күп тапҡырҙар инанырға тура килде. Был юлы ла Сораман ауылы ағинәйҙәре сараға бөтә күңел йылыһын һалып әҙерләнгәйне. Ҡунаҡтар Сораман ауылының башланғыс мәктәбе ҡапҡаһын асып уҙғас та, уҡ-һаҙаҡлы малайҙарҙың сәпкә атып уйын ҡороуына шаһит булдыҡ. Малайҙар уҡ-һаҙаҡты үҙҙәре эшләп алған һәм "Мәргән уҡсы" хәрәкәтенә ҡушылып, таһыллыҡ күрһәтмәкселәр. Әлегә уҡытыусылары өйрәткән ысын башҡорт егете нимә эшләй белергә тейешлеге тураһындағы төп ҡағиҙәләрҙе ҡабатлай-ҡабатлай, мәктәп ихатаһында мәргәнлектә көс һынашалар. Сослоҡта малайҙарҙан Сораман ауылының ҡыҙҙары ла ҡалышмай булып сыҡты, ҡунаҡтар уларҙың бура һуғыу уйынының иң ҡыҙыу мәленә тура килде.
Алыҫ араларҙы яҡынайтып килеүсе ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп, сәләмләү йырына кәсәләрҙә күпереп торған буҙа ҡойоп ҡаршы алғас, йыйындың хужабикәләре мәктәптең спорт залында байрам тантанаһын башлап ебәрҙе. Сораман ауылының "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһе Зөбәйҙә Ҡәләмова дилбегәне тәүҙә ир-егеттәргә тотторҙо: ауыл мәсетенең имамы Фәнүр хәҙрәт үҙ фатихаһын биргәндән һуң, матур кисә башланып китте. Зөбәйҙә Ҡәләмова тәүҙә йыйынға килгән Мәҫкәү, Көсөк, Ғәлиәхмәр, Межгорье, Уральск, Иманғол, Озерный, Ҡунаҡбай, Миндәк, Һарт, Иҫтанғол, Мансур, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылдары ағинәйҙәре менән айырым таныштырып сыҡты. Унан һуң һәр кемгә ҡыҙыҡлы булған Сораман ауылы тарихы, унда йәшәгән халыҡ, уларҙың көнкүреше һәм эштәре тураһында тулы йөкмәткеле мәғлүмәттәр еткерҙе. Ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн дә, бында тыңлап ултырған ауылдаштар, бер яҡта теҙелешеп, оло илтифат менән тыңлап торған балалар өсөн дә Сораман ауылының күренекле шәхестәре, тәбиғәт ҡомартҡылары, иҫтәлектәре тураһында тыңлауы ҡыҙыҡ булды. Баҡтиһәң, ҡасандыр Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтың шәкерте булған Шәрәфетдин Мотаһаров Сораман ауылынан булған, әлеге көндә Зәйнулла ишандың шәкертенә иҫтәлеккә биргән еҙ тасы, таяғы ауыл музейында һәм мәсетендә һаҡлана икән. Ә быйыл Шәрәфетдин мәзиндең йортон боҙған саҡта уның вариҫтары боронғо китаптар һәм мәзингә бирелгән танытманы табып алған. Өйҙөң башында тупраҡ араһынан килеп сыҡҡан был ҡиммәтле ҡомартҡыларҙы Фәйзулла Шәрәфетдиновтың ҡатыны Суфия Ҡәләмова һаҡлай. "Тағы ла борондан ҡалған Ҡөрьән Кәрим, теүәл фәндәр буйынса ғәрәпсә әсбаптар ҙа бар беҙҙә. Бик уҡымышлы кешеләр булған ата-бабаларыбыҙ, яңы табылған китаптар ҙа ябайҙан түгел, бик хикмәтлегә оҡшай, тикшертергә ниәтебеҙ бар", - ти ул.
Ауыл кешеһенә балаларын уҡытыу өсөн мәктәп, мәҙәни саралар үткәреү өсөн клуб һәм күңел тыныслығы табыу өсөн мәсет булыуы шарт. Былар барыһы ла Сораман ауылында бар, мәсетте ауылдаштары Юлай Моратов төҙөшкән. Халыҡ үҙе лә буш ятмай, йәштәр эшләп мал таба, ололар киләсәк быуындың тәрбиәһен, рухиәтен ҡайғыртып йәшәй. Ағинәйҙәр сәләмәт тормош алып барыу, иманлы булыу, тыуған төйәгеңә һөйөү, тарихыңды белеү, йолаларҙы тотоп йәшәү тураһында ҡоро һүҙ һөйләп кенә түгел, эштәре менән дә өлгө күрһәтеп йәшәй. Зөбәйҙә Ҡәләмова, Сәғиҙә Ҡотоева, Шәүрә Шәкирйәнова, Суфия Ҡәләмова, Рәмилә Ямалова "Киске Өфө" гәзитендә баҫылып сыҡҡан Тибет гимнастикаһы буйынса көн дә күнегеүҙәр эшләп, сәләмәтлектәре һиҙелеп яҡшырыуы тураһында һөйләне. Улар Тибет күнегеүҙәрен эшләгәндә Аллаһы Тәғәләнең исемдәрен дә әйтеүҙе ғәҙәт итеп алған һәм ошо ла ныҡ ярҙам итәлер, тигән фекерҙәләр.
Сораман ауылының ағинәйҙәре тәжрибә уртаҡлашҡанда бер бик хуп күренешкә һоҡланып ултырҙыҡ: улар һәр эшкә балаларҙы, мәктәп уҡыусыларын йәлеп итә икән. Был юлы унлаған ҡыҙ ҡурсаҡтарын күтәреп, алғыш әйтергә сыҡты: "Олоно "оло" тип әйт, кесене "кесе" тип әйт, атайҙы "атай" тип әйт, инәйҙе "инәй" тип әйт, ағайҙы "ағай" тип әйт, апайҙы "апай" тип әйт, ҡәйнәне "ҡәйнә" тип әйт, ҡайныны "ҡайны" тип әйт, - тип һамаҡлап алғас, - "Бәпес-бәпес-бәпестүк, бәләкәй генә бәпестүк, һикереп тороп китәр ул, йүгерә-атлай уйнар ул, хәрәкәттә бәрәкәт, йүгерә-атлай уйнар ул. Ҡыҙым-ҡыҙым ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешенең араһынан алып китер бер кеше. Улым-улым ул кеше, атҡа менәр ир кеше, атҡа менәр ир кеше, илде һаҡлар ир кеше", - тип ҡурсаҡтарын уйнатҡан ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарап ултырған һәр ағинәйҙең күңеленә бер генә уй килде: үҙҙәре һамаҡлаған һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып, тиҫтерҙәренә лә өйрәтеп, тәрбиәле һәм тәүфиҡлы булып буй еткерһендәр берүк. Ағинәйҙәр тәбиғәт телен белеү ауыл кешеһе өсөн бик мөһим тип иҫәпләй. Шуға күрә улар ошо төбәктә һаҡланған, ололар белгән бик күп йолалаларҙы тергеҙеү, йәштәргә өйрәтеү юҫығында ла әүҙем эшләй. Улар йыйында "Йолоҡ туйы" тигән фольклор күренеше сәхнәләштерҙе: яҙ еткәс өйҙө, бында йәшәгән кешеләрҙе, кәртә-ҡураны, малды дауалы үләндәрҙең төтөнө менән ыҫлап, таҙарыныу була был. Боронғо йола менән танышып, әллә күпме файҙалы мәғлүмәттәр тыңлағандан һуң, ағинәйҙәргә, балаларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Осрашыуҙың тантаналы өлөшө тамамланғас, ҡунаҡсыл Сораман ағинәйҙәре барыһын да байрам табынына саҡырып, махсус рәүештә салынған ҡорбан итенән бешерелгән тәмле аш, милли аш-һыу менән һыйланы. Мөнәжәттәр йырлап, "Салауат" әйткәндән һуң, йыйындың ҡунағы - Башҡортостан телевидениеһының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы Морат Лоҡманов һүҙ алды. Ул һөйләгән тәрән мәғәнәле вәғәздәр һәр кемдең күңеленә ятырлыҡ, уйландырырлыҡ һәм хикмәтле яңғыраны: "Әйтмәгән менән әйткән бер түгел, тип динебеҙҙә ҡаты итеп киҫәтелде. Әйтеп тороғоҙ, тәрбиәләгеҙ, рухландырығыҙ, тиелә унда. Һеҙҙең был тырышлығығыҙ, әлеге көндәге эш йүнәлешегеҙ юҡҡа сыҡмаясаҡ, ул шул ҡәҙәре кәрәкле бер эш булыр, - тип юғары баһаланы Морат Лоҡманов был сараны.
Шунан дауам итте: - Иван Грозный: "Төркиҙәрҙе еңеп булмай, иң тәүҙә уларҙың ҡатындарын аҙҙырығыҙ, юҡҡа сығарығыҙ, шунан ғына беҙ был халыҡты еңәсәкбеҙ", - тип әйткән тиҙәр бит. Беҙҙең йәмғиәттә лә шулай: хәҙер һеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, донъя дилбегәһен үҙ ҡулығыҙға алһағыҙ, аҙаҡтан көслө ирҙәрҙе күрәсәкһегеҙ. Ир кешенең күренгән һәм күренмәгән кәүҙәһе бар, шул күренмәгән кәүҙәһе төҙ булһа, уның күләгәһе - ҡатыны ла төҙ була. Ир ҡатынды былай ғына төҙәтә алмай, тип Бәйғәмбәр ҙә киҫәтә. Ә ошо күренмәгән кәүҙәңде төҙ итеп ҡуйһаң, ҡатының менән көрәшеп йәшәргә лә кәрәкмәҫ. Ир кешенең беренсе сифаты - яуаплылыҡ һәм ҡарар ҡабул итә белеү. Ирҙәрҙе шуға әҙерләргә кәрәк, ә бөгөн уларҙың яуаплылыҡ та алғыһы килмәй, ҡарар ҙа ҡабул итә белмәйҙәр. Шуға, ағинәйҙәр, һеҙҙең эштәрегеҙ бик таман булды. Малайҙарығыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләһәгеҙ, киләсәктә үҙегеҙ ҙә яҡшы тормошта йәшәрһегеҙ". Йыйынға килгән халыҡ ауыл мәсетенә, музейына барып, хөрмәт күрһәткәндән һуң, Ташморон ҡаяһына юлланды. Быға үҙенсәлекле сәбәп тә бар: был ҡаяның таштарында төрлө һындар, ғәрәпсә яҙылған яҙыуҙар күрергә була. Барған һайын үҙгәреп, икенсе төрлөгә әйләнеп тора икән улар. Был юлы таш һындарҙа бүре, эт, ҡатын-ҡыҙ һындары күренде, рус шағиры Александр Пушкиндың да йөҙө һыҙатланғандай булды. Был ҡыҙыҡлы феноменға биология уҡытыусыһы Лариса Ишморатова төрлө ғалимдарҙың фекерҙәренә таянып, Йыһан аңында йыйылған мәғлүмәт сағыла уларҙа, тип аңлатма бирҙе.

Шулай итеп...
Осрашыуҙан ҡунаҡтар фәһем алһа, ойоштороусылар аралашыу, күрешеү мөмкинлеге тыуҙыра алыуҙарынан ҡәнәғәт ҡалды. "Беҙҙең һөйләгән һүҙҙәр ағинәйҙәрҙең күңеленә ятһа, маҡсатыбыҙға ирештек. Күрһәтелгән йолалар береһен дә битараф ҡалдырмағандыр, ә Ташморон менән танышыу һәр кем үҙ төбәгендә ер-һыу атамаһы менән ҡыҙыҡһынып, тарихын тергеҙһен, тигәнгә ишаралау булды", - тип, осрашыуға йомғаҡ яһаны Сораман ағинәйе Зөбәйҙә Ҡәләмова.

Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.18 | Ҡаралған: 864

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru