Зөлфиә Ханнанованың "Мин - башҡорт, тип танышығыҙ" тип аталған китабының донъя күргәнен ишетеп бер шатланһам, был йәмле китапты күреп, тағы бер ҡыуандым. Ысынлап, һыбайлы төшөп, йәйәүле туҡтап ҡарарлыҡ ижад емеше был баҫма. Эсендәге байлығын баһалап бөтөп булмаһа, тышлыҡтағы милли кейемдәге авторҙың һүрәтен дә, китаптың шундай оран кеүек яңғыраған атамаһын да юғары, бик юғары баһалар инем. Яңы баҫма хаҡында авторҙың үҙе менән дә һөйләштек.
Зөлфиә апай, һеҙҙең һуңғы китабығыҙ менән быныһы араһында арыуыҡ йылдар айырмаһы бар, ахыры?
- Ун дүрт йыл ята араларында. Был күптән көтөлгән китап. Ниндәйҙер тышҡы сәбәптәр арҡаһында түгел, ә бары үҙемдең хөкүмәт эшенә бирелеп, ижадты икенсе планға күсереп йөрөгәндән оҙаҡлаған баҫма ул. Исемен дә артыҡ аҙапланып эҙләмәнем, үҙемдең бер шиғыр атамаһын алдым. Китапҡа ошо йылдар арауығында йыйылған шиғырҙарым инде, ниндәйҙер элеккерәк яҙмалар ҙа бар. Яҙыусылар ҡулында ҡалын китап күрһәм, минең бындай ҡалын китабым булмаҫ инде ул, тип уйлай инем. Аллаға шөкөр, бына мин дә ҡалын ялтыр баҫмамды ҡулыма алдым.
Был һеҙгә, моғайын, ҙур стимул. Киләсәктәге ижадта ниндәйҙер үҙгәрештәр булырмы? Һәр хәлдә, донъяға ҡарашығыҙ ҙа сағылыш табалыр бит ижадығыҙҙа?
- Әлбиттә, минең һәр шиғырымда донъяға ҡарашым, был донъяға ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡарауым, уны нисек ҡабул итеүем ярылып ята.
Киләсәктәге ижадымда тап поэзияла ғына эшләрмен, тип әйтә алмайым. Бәлки, үҙгәрештәр ҙә булыр, бында башҡа жанр күҙ уңында тотола. Әлеге ваҡытта ауылымдың тарихы буйынса баҫма әҙерләйем. Әсәйемдең Дыуан районының Үрге Хәлил ауылы буйынса 13-сө быуаттан алып йыйылған мәғлүмәттәре, яҙмалары, шәжәрәләре бар. Шуларҙы йыйнап, туплап, тәртипкә һалыу өҫтөндәмен.
Китабығыҙҙың тышында һеҙ милли кейемдә. Был рекламаның бер алымымы, әллә башҡа мәғәнә лә бармы?
- Баҫманың атамаһына ярашлы рәүештә үҙемдең милли кейемдәге һүрәтте ҡуйырға ҡарар иттем. Реклама итеп түгел, ә рух күрһәткесе итеп. Бында баҫымды минең һүрәткә түгел, ә милли кейемгә - ҡашмауға яһарға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта китап авторының башҡорт ҡатын-ҡыҙы икәнлеге лә күҙгә ташлана. Бының бер ғәйебе лә юҡ, минеңсә.
Шиғырҙарығыҙ үтә хисле лә, шул уҡ ваҡытта ул хистәр эсендә ҡыйыулыҡ, саялыҡ та тойола. Был тойғоларҙың ҡайһыныһы көслөрәк һеҙҙә?
- Икеһе лә бар. Ваҡыты-ваҡыты менән уларҙың йә береһе, йә икенсеһе ҡалҡып сыға. Ҡоро хистән генә торған шиғырҙарҙың "тәмен" тоймайым, шул уҡ ваҡытта саялыҡтың хисһеҙ булыуы ла бары тупаҫлыҡ ҡына булыр ине. Был ике тойғо бер-береһен тулыландырып килә. Шиғырҙарымды ла, үҙемдең булмышты ла.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА