Затыбыҙҙа бер кейәүебеҙ көньяҡ егете һәм шул кейәү ҡунаҡҡа килһә, күпләп емеш-еләк алып килә лә, ҡоротло һурпа, майлы ит булған табындан һуң емеш-еләген батмуслап өҫтәлгә ҡуйып, үҙ ҡулдары менән таҙалап тоттороп, һыйлап аптырата ине. Беҙ бының ҡулын рәнйетмәйбеҙ тип, берәр генә алып ҡабабыҙ ҙа, сәйгә күсәбеҙ. Ул - беҙҙең емеш ашамауыбыҙға, иткә иҫебеҙ китеүгә, беҙ иһә уның аштан һуң шул емештәрҙе һыпырып һалыуына аптырайбыҙ...
Минең, мәҫәлән, ауырығанда ла, былай ҙа емеш-еләккә күңел ятмай. Ауырығанда ҡорот иҙеп йәки әскелт ҡымыҙ, һауыға башлағанда һурпа эске, мундирлы картуф ашағы килә. Әфлисун, лимон, гранат, ҡара емеш кеүектәр иҫкә төшөп тә сыҡмай. Уларҙы беҙ ҡунаҡ-фәлән йыйғанда өҫтәлгә ҡуйырға ғына булмаһа, пакет-пакет итеп һатып та алмайбыҙ. Ниңә улай? Бына ошо хаҡта уйланғанығыҙ булдымы һеҙҙең? Шул ҡыҙыҡ күренештең асылын яңыраҡ ҡына аңлап алдым. Баҡһаң, һәр ерлектең, халыҡтың, климаттың үҙ аҙығы була икән. Йылы яҡтыҡыларҙың шул емеш-еләк, ҡайһыларҙың - йәшелсә, беҙҙеке итле ризыҡтар һ.б. Бер климаттың ризығын икенсе климат кешеләре ашарға тейеш тә түгел. Ашағанда ла ул ризыҡтар быларға файҙа килтермәй. Киреһенсә, организмды ыҙанынан сығарып, хәлһеҙләндерә, көйһөҙләндерә генә. Сит яҡ аҙығы менән бергә тәнгә сит, кәрәкмәгән мәғлүмәттәр инә. Мәҫәлән, көньяҡтан килгән емеш-еләктең, шулай уҡ сит яҡтан алып киленгән иттәрҙең, ҡайҙандыр иртә өлгөртөп килтерелгән йылы яҡ картуфының, йәшелсәләренең дә беҙҙең организмға бер файҙаһы ла юҡ. Был хаҡта халыҡ борон-борондан уҡ белгән икән. Иван Грозный әле 1580 йылда уҡ: "Илде баҫып алам тиһәң - сит ризыҡ индер, унан халыҡ ауырыуға һабыша һәм уларҙы ҡулға алыу ҙа ауыр булмаҫ", - ти. Сит яҡ ризығын ашаған хәлдә лә 10 проценттан арттырмаҫҡа кәрәк, уның шунда ғына артыҡ зыяны булмаҫҡа мөмкин. Тимәк, ҡыш көндәре, "витамин" тип, ситтән килгән йөҙөм-алмалар алып ашауыбыҙ елгә аҡса осороу һәм экологик ярашыу законын боҙоу ғына...
Бөгөн сәләмәт тормош алып барыу модаға инде, әммә уның нигеҙендәге сәләмәтлектең бар халыҡҡа ла бер төрлө тәьҫир итмәүен генә уйлаған әҙәм юҡ. Ит ашау зыянлы, тип яҙалар. Ә бит беҙҙең кеүек һалҡын ҡыш йылдың яртыһынан күберәген биләгән климатлы ерҙә йәшәгәндәргә иттең зыянлы түгел, ә, киреһенсә, файҙалы ризыҡ икәнен Америка йәки Мәскәү диетологтарына аңлатыу урынһыҙ. Беҙҙең малдарыбыҙ күберәген һалҡында үҫкән үлән менән туҡлана, уларҙа витаминдар йылы яҡта үҫкән үләндәр менән сағыштырғанда 20-30 тапҡырға күберәк. Улар биргән һөт тә, ит тә тап беҙҙең организмға яраҡлашҡан, беҙ бер-беребеҙҙе туйҙырыусы һәм туҡланыусы булараҡ, быға тиклем йөҙҙәрсә йылдар тулыландырып, йәшәтеп килгәнбеҙ. Ит ашағандан берәүҙең дә ғүмере ҡыҫҡармаған, көсө бөтмәгән, сәләмәтлегенә зыян килмәгән. Бөгөн килеп, ит зарарлы, имеш. Сит ит зарарлы, ят яҡтарҙан, илдәрҙән килтерелгәне ала көстө лә, хәлде лә, ә үҙебеҙҙеке түгел.
Балды ла беҙ ҡайҙан килгәнен булһа ла тота ла алабыҙ. Баҡтиһәң, ул да тик үҙ ерлеге кешеләренә генә хеҙмәт итә торған нәмә икән. Йыш ҡына тау яҡтарынан килгән, Ҡытайҙан алынған, Украина болондарында йыйылған бал һатыла. Улар осһоҙораҡ та. Тик был бал беҙҙең халыҡ организмында бөтөнләй эшкәртелмәй, шунлыҡтан, ят мәғлүмәт ҡалдырыуҙан башҡа шифаһы ла булмай, тиелә. Мәҫәлән, мин үҙем Бөрйән балынан башҡа балды ауыҙыма ла ала алмайым - шундуҡ аллергия бирә. Хәйбулла, Архангел райондарынан алынған бына тигән хуш еҫле, ыуыҙ балдарҙы ашағандан аяҡ һуҙа яҙғаным булды. Ә тыуған яғымдың балын тайыштабан ише шапылдатҡанда ла була. Был да үрҙә әйтелгәндәргә тере миҫал.
Диетаға ултырыусылар күп хәҙер. Бигерәк тә яҙ-йәй ябығыусылар, организмдарын таҙартыусылар һаны арта. Һәр кем ниндәйҙер һөҙөмтәле һәм тиҙ ярҙам итеүсе ысулдар эҙләй. Унан китә әллә ниндәй тибет медицинаһы, япон диеталары, диңгеҙ минералдары һәм башҡалар. Ә был ысулдарҙың береһе лә беҙҙең төбәк халҡына килешмәгәнлеген, килешмәү генә түгел, иммунитетҡа үтә лә зыян килтереүен, нервыларҙы ҡаҡшатыуын, төрлө ағзаларҙы зарарлауын белгәндәр бик аҙ. Бөтөнләй сит ерҙә үҫкән үләндәрҙән ыуылған порошоктар, беҙҙең яҡта булмаған диңгеҙ үҫемлектәренән яһалған коктейлдәр, ят ризыҡтарҙан төҙөлгән менюлар, әлбиттә, сит климат кешеһенең (йәғни, беҙҙең) организмын шок хәленә индерә һәм ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп ауырлығын юғалта, ябыға, кибә. Организм был хәлдә икешәр йыл һуҙымында йөрөргә лә мөмкин икән, әммә ул яйлап был торошонан ысҡына һәм ҡапыл ҡартая, йәки төрлө ағзалар эшлектән сыға, нервы ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Һәр хәлдә, был диеталарҙың аҙағы хәйерле булмай. Был тәңгәлдә лә бары тик үҙ ерлегебеҙ ризыҡтарынан төҙөлгән менюлар, диеталар, аҙыҡтар булыуы зарур.
Ҡасандыр Себергә эшкә барған беҙҙең яҡ халҡы цинга ауырыуына дусар булған. Ә бит был сир менән себерҙекеләр интекмәгән, улар ашаған болан итендә С витамины етерлек булған, ә ул витаминды боландары бер айлыҡ ҡына йәйҙәрендә йыйып өлгөргән. Хәҙер инде төрлө тарафтарҙан йыйылған халыҡтар Себерҙә лә үҙ иммунитеттарын барлыҡҡа килтерҙе. Әммә һәр яҡтан килтерелгән аҙыҡ, яһалма һөт һәм башҡа тәғәмдәр был кешеләрҙең организмын бөтөнләй башҡа төрлөгә әйләндергән инде. Ундағыларҙың тәнендә лә, аңында ла ерлек хәтере юйылғандыр, күрәһең. Был күренештең эҙемтәләре иһә икенсе, ҙур һәм шулай уҡ артыҡ хәйерле булмаған мәсьәлә.
Арғаяш районында теплицалар төҙөп, эшләп, йәшәп ятҡан ҡытайҙар күп. Шулар яҙ башынан ҡара көҙгә тиклем тиклем үлән-маҙарҙы тамыры менән ҡырып йыйып ала икән. Беҙҙең тапап йөрөгән йәшеллекте. Ағас араларындағы ҡаҙаяҡ үләнен тоҡлап-тоҡлап йыйып киптерәләр, тип аптырап һөйләй таныштар. Ысынында беҙ был ағас аралары тулып ултырған үлән хаҡында исеменән башҡа бер нәмә лә белмәйбеҙ. Хәтерегеҙҙәме, ботаника дәресендә шул ҡаҙаяҡтың нисек үҫкәнен, ҡасан аталанғанын, төҙөлөшөн өйрәнеп ултырҙыҡ. Ә файҙаһы тураһында, уны ниндәй ваҡытта йыйып, нимәгә ҡулланырға икәнлеген өйрәткән фән булманы. Бына Токио халҡы йылына 300 тонна ҡаҙаяҡ үләнен ашай һәм 25-30 йылға оҙағыраҡ йәшәй ҙә.
Ерҙә иң беренсе булып үҫемлектәр яралған һәм уларҙың үҙ энергияһы, улар ерҙе лә, күкте лә, ҡояш йылыһын да, ысыҡ һалҡынын да, миҙгелдәр үҙгәрешен дә беҙҙән күпкә нескәрәк тоя. Улар беҙҙән күпкә көслөрәк һәм йәшәмешерәк тә, аҡыллыраҡ һәм аңлыраҡ та. Улар беҙҙе йәшәтеүсе һәм һауыҡтырыусы. Тик беҙ генә быны аңламайбыҙ, үләнде мал аҙығы, һис юғы, тәбиғәт матурлығы итеп кенә беләбеҙ.
Тән йәш һәм матур һаҡланһын өсөн көнөнә икешәр литр һыу эсергә кәрәк, тигәнде йыш уҡырға була. Эсеп ҡарағанығыҙ бармы сәй һәм башҡа шыйыҡлыҡтарҙан башҡа икешәр литр һыу? Организм быны ҡабул да итмәй. Сөнки был уны көсләү. Һыуҙы йәнең күпме һорай, шулай эсергә кәрәк. Артығы, көсләп ҡойолғаны ул һине ҡоро сайҙырып, файҙалы матдәләреңде йыуҙырып алып ҡына үтәсәк. Артыҡ һыу үҙе үк ағыу була ала. Быны ла белергә кәрәк.
Тағы ла кешенең булмышын иң тарҡатыусы нәмәләр - дарыуҙар. Аптекаларҙа һатылған химик препараттар. Был система үҙе бер иҡтисад донъяһы, уны бик әүҙем рекламалайҙар, унан милларлаған суммала килем алалар һәм, әлбиттә, дарыуҙарҙан баш тартыуға саҡырған мәғлүмәтте нисек тә өҫкә сығармау өсөн йәнтәсмән көрәшәсәктәр ҙә. Һәм кеше үҙе лә ана шул препараттар менән һәлкәүерәк, моңһоҙораҡҡа әйләнә бара. Яйлап тәбиғәт менән бәйләнешен онота, һиҙгерлеге юйыла, тойоу күҙәнәктәре тоноҡлана.
Хәҙер медицина университеттарында табип булып сығасаҡ студенттарға үлән дауалары дәрестәре инмәй ҙә икән. 1938 йылдарҙа әле һәр практика үтеүсе доктор иң башта үлән гербарийҙары буйынса һынау тотҡан. Үләндәрҙе белһә, дауалауға рөхсәт иткәндәр, белмәһә - юҡ. Ә үләндәрҙе әҙәмдәр меңәр йылдар дәүерендә үҙҙәрендә һынап белгән. Дарыуҙар кеүек, сысҡан-ҡомаҡтарҙа ғына һыналмаған улар.
Яҙ етһә, беҙ хәҙер витаминдар эсә башлайбыҙ. Йәнәһе, ҡыштан һуң, йәнәһе, ауырлы ҡатындарға, йәнәһе, балаларға... Яһалма витаминдар улар япраҡ йә еләк түгел, улар - синтетика. Беҙҙең организм уларға ҡаршы тора ла, һаҡлана ла алмай. 1 грамм С витамины ғына ла беҙгә кәрәкле дозанан 25 тапҡырға артыҡ. Был осраҡта бер төймә витаминды 1 литр һыу менән эсергә кәрәк. Был хаҡта, әлбиттә, беҙгә бер табип та әйтмәй. Синтетик витаминдар организмыбыҙға көсләп индерелеп, бары тик һәләкәт кенә яһай. Ә үләндәр аша ингән витаминдар организмға "һөжүм" итмәй, уны "яулап алмай", уларҙың кәрәклеһе генә һеңә, ә ҡалғаны үҙ юлы менән сығарыла ла.
Шуның кеүек, зыянлы аҙыҡ һәм дауалау ысулдары күп ул беҙҙә. Мәҫәлән, йодлы тоҙ алабыҙ. Ә ул йодтың тоҙ һауытын асҡас уҡ осоп бөткәнен белмәйбеҙ. Икенсе көн был тоҙобоҙҙа йод әҫәре ҡалмай. Был осраҡта, йодлы тоҙ ҡулланғы килгәндә, аптеканан һоп-һоро диңгеҙ тоҙон алығыҙ. Таҙартылмаған, тәм-том, еҫле майҙар ҡушылмағанын, иң осһоҙон. Был тоҙҙо ябай тоҙ кеүек ашҡа ҡулланырға мөмкин.
Йодтың иһә кешегә файҙаһы ҙур. Рус армияһында һалдаттарҙың рухын күтәреү өсөн араҡы бирелһә, борондан Һиндостан, Египет армияларына йодлы иҙелмәләр таратылған. Быны Наполеон да армияһында ҡулланған. Йод етешмәү аң кимәле түбәйәнеүгә килтерә. Йод ул интеллект дарыуы. Уны бигерәк тә мәктәптә уҡыған балаларға бирергә кәрәк. Баланың хәле бөтә, йоҡоһо туймай, хәтере насарая, башы ауырта, гемоглобины төшә икән - уға йод етешмәй. Рәсәйҙә 35 процент халыҡ, үҙе лә белмәйенсә, йод етешмәүҙән ауырый һәм кәрәкмәгән дауалар ала.
Традицион медицина, тигән термин алда йөрөй бөгөн. Традицион медицина - ул беҙҙең медицина түгел, ул рәсми медицина. Ул донъя кимәленән күҙәтеү ул. Ә беҙҙең медицина - халыҡ медицинаһы. Беҙҙең медицина ул гирудотерапия, йәғни һөлөк һалыу, массаждар, мануаль терапия, йәғни табиптың һөйәкте, быуындарҙы, эске ағзаларҙы ҡул ярҙамында дауалауы (һылауҙар, быуын ултыртыу, һөйәкте төҙәйтеү һ.б.). Ә иң беренсе сираттағыһы - үҙ ерлегебеҙҙә үҫкән үләндәр, емеш-еләк, ағас ҡабығы, үҫемлектәр менән дауаланыу. Ә ауырымауҙың, сәләмәт булыуҙың иң тура юлы - үҙ ерлегеңдәге ризыҡтар менән туҡланыу.
Бөгөн беҙҙең медицина донъя буйынса 130-сы урынды биләй. Батша заманында ул 8-се, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 15-селә була. Япон медицинаһы алдынғылар сафында, сөнки унда табиптарҙың 50 процентына ғына дарыу ҡулланыу рөхсәт ителә, ҡалған яртыһы бары тик үләндәр менән генә дауалау хоҡуғына эйә. Уларҙа файҙалы үҫемлектәрҙең 160 төрө генә бар, ә беҙҙә? Ошларҙан сығып, аңлы булайыҡсы...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА