Йәнәшәбеҙҙә ҡыҙыҡлы кешеләр бик күп. Уларҙы беҙ көн һайын күреп йөрөгәнлектән, хатта артыҡ иғтибар ҙа итмәйбеҙ, шулай тейеш тип ҡабул итәбеҙ. Ә инде бәғзеләр тормошобоҙға ҡапыл килеп инә лә, уға яңы сағыу төҫтәр өҫтәп, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итә, үҙенең фекерҙәре менән байытып, уйландыра. Рубрикабыҙҙың сираттағы ҡунағы - баш ҡалала эшләп килгән АртКлуб етәксеһе, беренсе белеме буйынса инглиз теле уҡытыусыһы, тәржемәсе, икенсе вуз дипломы буйынса - юрист, шулай уҡ идара менеджменты буйынса белем камиллаштырыу курстарын тамамлаған Айгөл РӘШИТОВА.
Һуңғы ваҡытта ҡала башҡорттары, ауыл башҡорттары тигән терминды бик йыш ҡулланабыҙ. Бер танышым быға ҡарата: минең өсөн ҡала, ауыл башҡорттары юҡ, улар барыһы ла башҡорттар, тигәйне. Улар нимә менән айырыла һәм һеҙ ҙә башҡорттарҙы ҡаланыҡына, ауылдыҡына айыраһығыҙмы?
- Минеңсә, хәҙерге ваҡытта башҡорттарҙы ниндәйҙер принцип буйынса бүлгеләү ваҡыты түгел. Киреһенсә, үҙен башҡорт тип иҫәпләгәндәрҙең барыһын бергә берләштерергә кәрәк. Әгәр үҙлегебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һәм телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәк, ваҡ-төйәк ығы-зығыны ситкә ҡуйып тороп, һәр кем башҡорттоң һәм уға ҡағылған бөтөн нәмәнең ыңғай образын тыуҙырыу өсөн нимәлер эшләргә тейеш. Шунһыҙ, балаларыбыҙға башҡортлоҡтоң әһәмиәтен аңлата, уларға милләт тойғоһон тапшыра алмаясаҡбыҙ. Бының өсөн, әйтеп үтеүемсә, башҡорттарҙы ғына түгел, ә кем башҡорт халҡын, уның мәҙәниәтен, тарихын ярата, баһалай - шуларҙың барыһын бергә тупларға кәрәк. Бөгөн етеҙ урбанизация заманында йәшәйбеҙ. Башҡорттарға ғына түгел, барлыҡ этностарға глобалләшеү, интернет, мәҙәниәттәрҙең һәм телдәрҙең ассимиляциялашыуы ҙур баҫым яһай. Шуға күрә, булған ҡиммәттәребеҙ, мәҙәни, тарихи байлығыбыҙ балаларыбыҙға, йәштәребеҙгә ҡыҙыҡлы булһын өсөн, уларҙы һаҡлап ҡалыу һәм заманса ҡорамалдар ярҙамында үҫтереү буйынса аңлы аҙымдар эшләргә тейешбеҙ.
Баш ҡалала совет йылдарында туған телдә белем алыу ҙур проблема булып торҙо. Был мәсьәлә һеҙгә лә ҡағылғандыр, моғайын. Бөгөн дә дәүләт телен өйрәнеү һәм туған телдә уҡыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Һеҙҙең өсөн ата-әсәләр теле нимә ул?
- Бик күп милләттәштәрем кеүек, мин дә ябай совет мәктәбендә уҡыным. Үкенескә күрә, Өфөлә башҡорт телен өйрәнеү мәктәбе берәү генә ине, ата-әсәләрҙең балаларҙы ошо мәктәпкә йөрөтөү мөмкинлеге лә бик булманы. Мин башҡорт телен йәйгеһен Салауат районына олатайым һәм өләсәйем янына ҡайтҡанда өйрәндем. Башҡорт телендә һөйләшеү шул тиклем оҡшаны. Бер айҙан инде башҡортса аралаша, аңлай башланым. Һөнәрем буйынса лингвист булараҡ, башҡорт телен лингвистика күҙлегенән сығып баһалай алам: башҡорт телендә үҙенсәлекле, башҡа телдәрҙә булмаған һүрәтләү саралары бар һәм улар һинд-европа телдәрендәгеләргә оҡшамаған.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү, әлбиттә, республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә индерелергә тейеш. Башҡортостандың һәр кешеһе башҡорт телен аралашыу кимәлендә булһа ла белергә тейеш, был уның мәҙәниәт күрһәткесе лә булып тора.
Һеҙ - АртКлубта башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн курстар ойоштороусыларҙың береһе. Сер булмаһа, белем алыу процесы нисек барҙы һәм ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәштегеҙ?
- Мине был аҙымға башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыу-уҡытмауға бәйле хәл-торош һәм социаль селтәрҙәрҙә алып барылған ғауғалы фекер алышыу этәрҙе. Сөнки башҡорт теле һәм мәҙәниәте һаҡланып ҡала һәм үҫешә алырлыҡ берҙән-бер урын - ул Башҡортостан. Һәм уларҙы һаҡлап ҡалыу - атай-олатайҙарыбыҙ, киләсәгебеҙ, ғөмүмән, бөтөн кешелек алдындағы бурысыбыҙ. Ниндәй генә тел булмаһын - ул ҙур ҡиммәт, тормошҡа икенсе төрлө ҡарау, башҡа менталитеттарҙы аңлау мөмкинлеге. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн эмоциональ һәм рациональ сәбәптәр бар.
Курстар ойошторғанда минең өсөн башҡорт телен өйрәнергә, шул телдә һөйләшергә, аңлашырға теләгән ололарҙы йыйыу һәм ҡалала ундайҙарҙың барлығын һәм уларҙың аҙ түгеллеген күрһәтеү төп маҡсат булды. Уҡыу барышында ике төрлө программа буйынса эшләнек. Беренсеһе башҡорт телендә һөйләшкән, уны аңлаған, әммә тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә теләгән башҡорттар һәм татарҙар өсөн булһа, икенсеһе телде бөтөнләй белмәгән кешеләрҙән тупланды.
АртКлубтағы курстар менән бер рәттән, уҡытыусыларыбыҙҙың береһе Гөлназ Йосопова үҙе уҡытҡан 94-се гимназияла ла шундай уҡ курстар ойошторҙо. Был инициатива менән гимназия директоры, рус милләтле ханым үҙе сыҡты. Унда беҙҙең курстарға эләгә алмағандар барҙы. Сөнки һөҙөмтә юғарыраҡ булһын өсөн курстарҙы бәләкәй төркөмдәр менән үткәреү яҡшыраҡ һәм беҙ барыһын да ҡабул итә алманыҡ. Әммә теләүселәр, шылтыратыусылар күп.
Клубығыҙҙа башҡорт ырыуҙары тураһындағы китаптарҙан тотош китапхана тупланған. Ә үҙегеҙ ырыуығыҙҙы беләһегеҙме?
- Был китаптар килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, китаптан ҡарай, эҙләй, туғандарына шылтыратып, белешә, мәғлүмәт ала башлайҙар. Үҙемә килгәндә, сығышым менән мырҙалар ырыуынан.
Ҡалала иң яратҡан өс урынығыҙ? Әгәр шундай мөмкинлек бирһәләр, архитектурала һәм дизайнда нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?
- Иң яратҡан урыным - Салауат Юлаев паркына алып барған аллея һәм парк үҙе. Уның оҙон ағас баҫҡыслы, матур скульптуралы һәм беседкалы урыны бигерәк тә күңелемдә һаҡлана. Минең бала сағым шунда үтте, һәр ял ата-әсәйем һәм ағайым менән шунда йөрөй инек. Хәҙер парктың элекке матурлығы ҡалмаған һымаҡ.
Икенсеһе - Комсомол һәм Новостройка урамдары араһындағы урман. Ул урманда беҙ атайым менән саңғыла йөрөй инек. Ғаилә менән прогулкаға сыға, һуңынан умырзаялар сәскә атҡанда тиҫтерҙәребеҙ менән шунда осраша торғайныҡ. Таныш, шул уҡ ваҡытта хәүефле булмаған урман, ҡала эсендә ҡырағай тәбиғәттең бер өлөшө һәр кемгә кәрәктер ул.
Өфөнсө яратҡан урыным - АртКлуб, Өфөлә минең өсөн иң ҡыҙыҡлы ваҡиғалар: үҙенсәлекле кешеләр менән осрашыу, төрлө рәссамдар менән берлектәге ижад, эксперттар менән көнүҙәк темалар буйынса фекер алышыу, башҡорт телен өйрәнеү һәм башҡорт телендә һөйләшеү үткән минең оҫтаханам. Бында мин һәр саҡ битараф булмаған, күҙҙәре янып торған, ҡаланың һәм республиканың тормошон ҡыҙыҡлыраҡ, мәғәнәлерәк итергә тырышҡан кешеләр араһында. Миңә төрлө ҡыҙыҡлы кешеләргә һәм проекттарға үҙ фекерҙәрен белдерергә урын бирә алыуым оҡшай, был майҙанда кешеләр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашыра.
Бөгөн ҡала мәҙәниәтендә башҡорт колориты тойоламы һәм ул етерлек кимәлдәме?
- Минеңсә, беҙ республика этникаһының ҡеүәтен тулыһынса файҙаланмайбыҙ. Башҡорттарҙың мәҙәниәте ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, үҙлекле һәм тәрән. Бары тик ул үҙенең асылыуын көтә. Мин йәштәрҙең башҡорттарҙың үҙенсәлеген заманса ҡыйыу итеп асырына өмөтләнәм.
Земфира ХӘБИРОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА