Уҡыу йорттарында тағы ла шаулап-гөрләп имтихандар осоро үтте. Кемдәрҙер уңыштары менән һөйөндө, кемдәрҙер бик үк ҡәнәғәт ҡалманы. Нисек булғанда ла ошо мәл һынау тотҡан һәр йәш кешенең тормошона бер һынылыш булып инде. Улар был тормоштан беренсе стресс, хатта шокотерапия алып ҡалды. Ә темаға ярашлы фекеребеҙҙе дауам итеп, имтихандар темаһын ҡуҙғатҡанда, күптәр балаларға ҡарата "һәләтле" тигән һүҙҙе ҡулланырға күнеккән. Йәғни, ҡайһылыр балалар "һәләтле" һәм ҡайһыларылыр "бик үк һәләтле түгел". Ә асылда, фәнни күҙлектән сығып анализлағанда, балаларҙы һәләтле һәм һәләтһеҙгә бүлеп ҡарап буламы икән? Был хаҡта үҙе лә мәктәп йылдарында "һәләтле" мөһөрө аҫтында булған һәм бөгөн шундай уҡ уҡыусылар әҙерләгән белгес - Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Мансур улы ҒҮмӘров менән һөйләштек.
Һеҙҙең һәләтле бала булыуығыҙ нисә йәштә асыҡланды йәки һеҙ үҙегеҙҙең башҡаларға тәтемәгән белем инешенә эйә булыуығыҙҙы аңлап, белеп үҫтегеҙме?
- Был тәңгәлдә мин, моғайын, һеҙҙең ҡабарынҡы фекерҙәрегеҙҙе бер аҙ таратып ебәрермен. Мин ябай бала булдым, ябай ауыл малайы. Уҡыу миңә баштан уҡ ауыр бирелмәне. Сәләмәт булған һәм сәләмәт ғаиләлә тәрбиәләнгән, иркенлектә йүгереп уйнап үҫкән, баҫылмаған, ололар иғтибарынан боҙолмаған һәр әүҙем уҡыусы кеүек өлгәштем. Лицейға Хәйбулла районынан отличник булып килдем. Ауыл мәктәбендә шулай шәп булып килгәйнем дә, бында бер аҙ түбән төшөп кителде. Сөнки ауыл мәктәбенең талаптары менән баш ҡала мәктәбен сағыштырырлыҡ түгел ине. Ҡапылда "3"кә тиклем тәгәрәгән мәлдәр ҙә булды. Унан барлыҡ тырышлыҡты йыйып, уҡыуға тотондом һәм иң яҡшылар рәтенә баҫыуға өлгәштем. Дөйөм алып әйткәндә, класта малайҙарҙың барыһы ла көслө, математик фекерләүгә көйләнгән, белемле, яуаплы балалар ине. Уҡытыусыбыҙ Лиза Ҡыяметдин ҡыҙы ла: "Һәләтһеҙ булған бала юҡ был мәктәптә", - тип, һәр беребеҙҙе дәртләндереп, көс биреп торҙо.
Уҡыу барышында мин фән буйынса үҙемдең нимәләрҙе белгәнемде һәм төшөнгәнемде яҡшы аңланым һәм баһаланым. Сөнки теүәл фәндәр менән эш иткәндә шулай, һин йә беләһең, йә белмәйһең. Унда яҡынса, яртылаш, сама менән тигән төшөнсәләр юҡ.
Һәләтле бала булып тыуырға кәрәкме, әллә балала бындай мөмкинлектәрҙе үҫтереп тә алып буламы? Ошо хаҡта һеҙ ниндәй фекерҙә?
- "Һәләтле бала" тигән термин булдырғанбыҙ, ә һәләтле һәм артыҡ һәләтле булмаған бала араһындағы айырманы кем аңлата ала? Бында артыҡ айырма юҡтыр ҙа тип уйлайым мин. Сөнки теләк булғанда, һәр баланы ла өйрәтергә, белемен үҫтерергә була. Был күп осраҡта тәрбиә һәм ата-әсәнең балаға иғтибарынан торалыр. Сөнки бары тәбиғи һәләт кенә артыҡ эш ҡыра алмай.
Күп ата-әсә һәләтле балаларға барыһы ла еңел биреләлер, уларҙың башы шәп эшләйҙер һ.б. тип уйлай. Асылда, һәр һәләтле баланың да артында ауыр хеҙмәт ята ул. Әгәр бала үҙе белемгә ынтылмаһа, ныҡышып ултырып шөғөлләнмәһә, ҡыҙыҡһынмаһа, белергә тырышмаһа, уның башы шәп эшләүе генә еңеүҙәр килтермәйәсәк. Мәҫәлән, баланың хәтере яҡшы икән - ярай, ә математика-логиканы өйрәнмәгән осраҡта ул был һәләтен аса алмаҫҡа ла мөмкин. Бөгөн балаларҙың уртаса кимәлдәгеһе лә сағыштырмаса аҡыллы, ә уларҙың иң көслөләре араһында һынау тотоу өсөн әҙерлек һәм әҙерлек кенә кәрәк. Үҙебеҙҙең тиҫтерҙәрҙе миҫалға алып әйткәндә, беҙ, ауыл мәктәптәренән килгән малайҙар, эҙмә-эҙлекле шөғөлләнеү арҡаһында республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ла яҡшы уңыштарға өлгәшә алдыҡ. Шулай итеп, һәләт бөтә балаларҙа ла бар, уны дөрөҫ үҫтерә белергә генә кәрәк.
Уҡыусыны теге йәки был фән өлкәһендә үҫтереүгә һәм уны профессиональ кимәлгә еткереүгә уҡытыусы ни тиклем булышлыҡ итә ала?
- Уҡытыусы үҙенең бар белемен уҡыусыһына бирә ала. Шунлыҡтан, уҡытыусы үҙе белемле, белемле генә лә түгел, ә аҡыллы һәм тәжрибәле лә булырға тейеш, тип иҫәпләйем мин. Бында тәжрибәгә уның донъяға ҡарашы ла, тормош позицияһы ла, балаға мөнәсәбәте лә, уҡыусыһының шәхесенә хөрмәте лә һәм башҡалар ҙа инә. Бер фәнде ятлап алған робот тәрбиәләмәһен ул, ә уҡыусыһын шул фән киңлегендә йәшәргә өйрәтһен. Бына минең уҡытыусым, Башҡортостандағы берҙән-бер Рәсәй кимәлендәге халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыяметдин ҡыҙы Әһәҙуллина шундай мөғәллимәләрҙең береһе булды. Үрҙә әйткәнемсә, ул беҙҙән, ябай ауыл малайҙарынан, фән белгестәре генә түгел, ә камил аңлы, көслө рухлы шәхестәр ҙә формалаштырҙы. Әлеге һорауығыҙға яуап шундай: уҡытыусы балсыҡ әүәләүсе оҫта ул, уҡыусыһы уның хеҙмәт емеше.
Белеме менән билдәлелек яулаусы балаларҙы, күҙәтеүебеҙсә, башлыса интернат-мәктәптәр (лицейҙар, гимназиялар) әҙерләй. Бының сәбәбе нимәлә?
- Ауыл мәктәптәрен кәмһетергә теләмәйем, әммә ауыл мәктәбендәге уҡытыу кимәле менән интернат-мәктәптәрҙәге (ҡала мәктәбе тип әйтмәйем) белем күпкә айырыла. Бында бик күп факторҙар сәбәпсе булып килә. Бер генә сәбәбе: интернатҡа шул ауылдарҙан иң көслөләр килә һәм бында ана шул көслөләр араһында конкурентлыҡ башлана. Мин был миҫалды ысынлап уҡыған һәм фәнгә ылыҡҡан балалар хаҡында әйтәм.
Темабыҙға ярашлы, һәләтле балалар темаһына ҡағылғанда, баштан уҡ был һәләттең ниндәй профилдә сағылыш табыуын асыҡлап китергә кәрәктер. Бала төрлө йүнәлештә үҫешкән булырға мөмкин. Бында музыка ла, спорт та, фәнни һәм шул фәндең төрлө предметтар буйынса булыуы ла бар. Йәғни, һәләтлелек (одаренность) ул тәбиғи һәләт, генетик бирелгәнлек һәм тырышлыҡтың ҡушылмаһы ул.
Беҙҙең лицейҙың йүнәлеше лә - фән, һәм шуға ярашлы уҡыусыларыбыҙ етди рәүештә техник фәндәрҙе үҙләштерә. Рәсәй кимәлендә тип күрһәтерлек алтынға бәрәбәр балаларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Ә ул балалар, йәғни үҙ шөғөлө менән етди ҡыҙыҡһынған балалар, шундай уҡ үҙ һөнәренең фанаты булған уҡытыусыларҙың хеҙмәт емештәре ул. Ни өсөн мин урайым да үҙ уҡытыусымды миҫалға килтерәм? Сөнки халыҡ уҡытыусыһы булыу - ул шул халыҡҡа, ана шул эргәңдәге бәләкәй халыҡҡа бирелгәнлек бит. Лиза Ҡыяметдин ҡыҙы оҙаҡ йылдар республикабыҙҙа һәләтле ауыл балалары өсөн интернат-мәктәп булдырыу мәсьәләһе менән янды. Бөгөн күп региондар шундай уҡыу йорттары күрһәткестәре менән балҡый ҙа инде, үкенескә күрә, беҙҙә ул юҡ. Әлбиттә, республикала беҙҙең лицей, башҡа гимназиялар кеүек белемле балаларҙы туплаған интернаттар бар. Тик бөгөн уларҙа төрлө кимәлдәге балалар белем ала һәм һәләттәре яҡшы үҫешкән уҡыусыларҙа ла шул ағымға ултырырға тура килә. Махсус мәктәп булһа, унда уҡытыусылар ҙа һайланған һәм уҡытыу программаһы ла икенсе төрлөрәк булыр ине. Йәғни, фән менән шөғөлләнеүсе балаларға мөмкинлектәр күберәк булыр ине.
Заманында Лиза Ҡыяметдин ҡыҙы уҡыусыларын шөғөлләндереү өсөн юғары уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөп, уларҙың лабораторияларына үтеп инеү юлдарын эҙләп табып, ниндәйҙер яңылыҡтарҙы ҡулланыу өсөн, тураһын әйткәндә, йән аямай көрәшеп йөрөнө. Бәхетемә күрә, мин уның шундай янып торған сағында белем алдым. Бөгөн бөтә ил буйынса һәләтле балаларға иғтибар арта, уларҙы бөртөкләп сүпләп алып үҫтерергә тырышалар. Беҙҙә һәләтле балалар аҙ түгел, тик уларҙың үҫешенә иғтибар ғына етмәй. Был маҡсат итеп ҡуйылмаған, үкенескә күрә.
Бөгөн уҡыусы интернет аша ла шөғөлләнә ала, белемен үҫтерә ала, тиҙәр. Хатта юғары уҡыу йорттарын интернет аша тамамларға була, имеш. Ысынлап та шулай мөмкинме?
- Уртаса белем алыу тураһында һүҙ барһа - була. Интернет аша тегергә, ашарға бешерергә, берәй һөнәргә өйрәнергә мөмкин. Ә ысын фәнни белем алыу тураһында һөйләшкәндә, был юл бөтөнләй бармай. Ниндәйҙер уникаль китаптар, индивидуаль алымдар һәм төплө белем бары тик айырым оҫталарҙа ғына була. Миңә, мәҫәлән, Лиза Ҡыяметдин ҡыҙы барлыҡ китапханаһын аманат итеп тапшырып китте. Беҙ уларҙы ҡәҙерләп кенә ҡулланабыҙ, сөнки уларҙы табыуы бик ауыр. Мине, уҡыусыһын, үҙенең урынына әҙерләп ҡалдырҙы ул һәм әле лә һәр төрлө ярҙам итеүҙән туҡтамай. Сөнки ул үҙ фәненә бирелгән, башҡорт балаларын белемле итеп үҫтереү, юғары кимәлгә сығарыу маҡсаттары менән арбалған кеше. Бөгөн мин утыҙ йәшлек ир, уҡытыусы, ғаилә башлығы булһам да, ҡайһы бер мәсьәләләрҙә 75 йәшлек уҡытыусым менән кәңәшләшеүҙән баш тартмайым. Ул бөгөнгө уҡытыу системаһы, программалар яңылыҡтары, йәштәрҙең психологик торошо һәм башҡа һорауҙарҙа ла авангардта бара. Һәм нисек итеп шундай уҡытыусының мәктәбен интернет белеме менән сағыштырып була!
Һеҙҙең белем менән, мөмкинлектәр менән икенсе төрлө юлдар ҙа асыҡ булыр ине, шулай бит? Мәҫәлән, фән өлкәһендә, юғары уҡыу йорттарында эшләй алыр инегеҙ. Хатта репетитор булып та дан ҡаҙана алаһығыҙ бит. Ә ни өсөн лицейҙа белем биреүҙе һайланығыҙ?
- Был һорауҙы миңә лицейға килгәс тә бирҙеләр һәм йыш ҡына уҡыусыларым да бирә. Яуап бик ябай: мин уҡытыусы. Мин ғалим да, һынаусы-химик та, лекция уҡыусы ла түгел, мин - балаларҙы тәрбиәләүсе уҡытыусы. Әсәйем дә уҡытыусы булды, үрнәк алырҙай уҡытыусыларым булды. Әгәр бөгөн мин уҡыусымда химия фәнен яҡшы белеүсене генә тәрбиәләһәм, мин унан маңҡорт яһаясаҡмын. Хатта йәмғиәткә ҡурҡынысы булған оҫтаны үҫтерәсәкмен, сөнки химия бит ул үҙенә күрә ҡорал. Ә мин ошо белемем һәм үҙемә һалынған тәрбиә ярҙамында шул ҡорал менән ҡуллана, халҡына яҡшылыҡтар килтерә алған быуын үҫтерергә бурыслымын. Уҡыусы күңеленә иң беренсе тәрбиә һәм әҙәплелекте һеңдерергә һәм бары тик шул нигеҙҙә генә фәнни белем һалырға кәрәк. Башта әйтелгән төшөнсәләрһеҙ бер белем дә кешеләргә файҙа килтерә алмай. Бөгөнгө уҡытыусыларҙа бына ошоно аңлау һәм ошо системала эш итеү һиҙелмәй, аңғарылмай. Күптәр мәктәпкә йән аҫырау өсөн генә йөрөй. Мин үҙемә уҡытыусым тарафынан һалынған байлыҡты баһалайым, беләм һәм шул белем байлығының юҡ-барға тәләфләнмәүен, ә тап үҙебеҙҙең милләт балаларына тапшырылыуын теләйем. Мин дә үҙемдең белемемде тапшырып ҡалдырырлыҡ һәм ул уны уҡыусыларына еткерерлек алмаш әҙерләп ҡалдырыуҙы бурыс итеп алғанмын.
Бына бер миҫал һөйләп үтәм. 2017 йылда 8 синыфта уҡыған уҡыусым Тимур Дәүләтбаев Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе булып, Халыҡ-ара олимпиадаға кандидатлыҡ хоҡуғын алғас, документтарын алды ла, ҡапыл ғына Саранск ҡалаһына күсте лә китте. Был хаҡта мине иҫкәртеүҙе тейешле тип тә тапманы. Ә бит уға мин, тағы ла бер уҡытыусы Мазһар Солтан улы Йәһүҙин һәм Лиза Ҡыяметдин ҡыҙы әллә күпме көс һәм хеҙмәт һалдыҡ. Ошо хәлдән һуң мин бер аҙ шаңҡып ҡалдым. Ниңә улай булды һуң? Бында хата миндә булды, тип уйланым аҙаҡ. Сөнки мин уҡытыусы булараҡ балаға илһөйәрлек, үҙ яғыңа, үҙ кешеләреңә бирелгәнлек, тоғролоҡ тойғоларын һала алмағанмын. Үҫеш осорон кисереүсе уҡыусының яҡшыраҡ урын һәм мөмкинлектәр эҙләп китеүен аҡлап була ла кеүек. Шунлыҡтан, уҡытыусы менән уҡыусы бер-береһенең тормошонда осраҡлы ғына кешеләр булып ҡалмаһын ул. Һәр икеһе үҙ-ара тоғро һәм рәхмәтле була белһен.
Һәр баланан һәләтле бала яһарға була, тинек. Шулай ҙа һөнәрле, һәләтле, шауҡымлы булыуы менән билдәле балалар башҡа балаларҙан айырыла. Уларҙы хатта тышҡы төҫөнән дә танырға була. Нисек эш итәһегеҙ ундайҙар менән?
- Бындай балаларға айырым психологик климат тыуҙырыу мотлаҡ. Бая әйткәйнем бит, Лиза Ҡыяметдин ҡыҙы һәләтле балаларға айырым мәктәп булдырырға теләне, тип. Бында тап бына ошолар күҙ уңында тотола ине. Шауҡымлы, нимәлер менән онотолоп шөғөлләнгән бала, мәҫәлән, тышҡы ҡиәфәтенә артыҡ иғтибар итмәҫкә лә мөмкин. 15 йәшлек үҫмер егет бик ыҫпай йөрөүҙе, модалы булыуҙы алға ҡуйһа, шул уҡ йәштәге "одаренный" бала көҙгөгә күтәрелеп ҡарауҙы кәрәк тип тә тапмаҫ. Сөнки уның башы икенсе нәмә менән тулған. Ундай балалар бик тә нескә күңелле булалар, оялалар. Күп осраҡта тиҫтерҙәре йәмғиәтендә ситкә тибеләләр һәм башҡалар. Бөтөн был тышҡы тәьҫирҙәр уның фәнгә йәки үҙ шөғөлөнә булған иғтибарын ситкә йүнәлтә, уға ҡамасаулай.
Әлеге мәл лицейҙа уҡытҡан ҡайһы бер балалар артынан беҙгә лә күҙ-ҡолаҡ булып ҡына торорға тура килә. Беҙ уларҙы фәндән тыш кәрәкмәгән тышҡы факторҙарҙан ҡурсаларға тырышабыҙ. Сөнки барыһы ла аңламай уларҙы, хатта уҡытыусылар ҙа. Йыш ҡына теге йәки был баланы аңлауҙы һорап, ҡайһы бер коллегаларыма мөрәжәғәт итергә тура килә. Һәм ҡайһылары: "Ә ниңә һеҙ уны ҡурсалайһығыҙ? Ул "особенныймы" әллә?"- тип ҡуя. Шул саҡ әйтәм: "Эйе, ул - "особенный". Әммә уларҙың барыһы ла яҡлауға мохтаж түгел, күптәре физик яҡтан яҡшы үҫешкән, спортсылар, әүҙемдәр, ҡыйыуҙар.
Ауыл балаларының баҫалҡыраҡ, баҫылғаныраҡ, ҡыйыуһыҙыраҡ булыуы уҡыуҙа ҡамасауламаймы? Бына һеҙ көслө уҡыусыларығыҙ араһынан ниндәйерәктәрҙе һайлап алаһығыҙ күберәк осраҡта?
- Бер ваҡытта ла баланы ҡыйыу, йәки бының холҡо менән алғараҡ китеп була, тип һайламайым. Һәм ысын уҡытыусыларҙың береһе лә улай итмәйҙер. Бөгөн әҙәплелек һәм баҫалҡылыҡ модала түгел, тиһәләр ҙә, кеше менән яҡыныраҡ мөғәмәлә ҡорғанда, һин уның тап шул сифаттарын баһалайһың, шул сифаттары арҡаһында уны үҙеңә яҡынлатаһың. Уҡыусы ла ул шул уҡ кеше, әлегә бәләкәйерәк, әммә шундай уҡ холоҡ сифаттары һәм хис-тойғоға эйә кеше. Уҡыусы әҙәпкә эйә түгел икән, уның эске донъяһында тәртип юҡ икән, уға фән ҡанундарын һалыу ҙа ҡоро хилаф эш кенә буласаҡ. Амбицияларға артыҡ бирелгән, дан-шөһрәт артынан ҡыуғандар улар төплө белемде маҡсат итеп тә ҡуймай.
Ауыл балаларының холоҡтары, тәрбиәләре белем алыуҙа ҡамасауламай ул, киреһенсә, был уларҙың артабан яҡшы кешеләр булыуына нигеҙ булып тора. Бары тик ауыл халҡының балаларын тәртипле һәм әҙәпле итеүҙән тыш, тағы ла белемле лә итергә тырышыуҙарын теләйем.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Бына ошондай дан уҡытыусы менән һөйләшеү булды. Бындай уҡытыусылар күп, тип әйтеүселәр ҙә булыр. Булһын, тағы ла күберәк булһындар. Ә тик беҙҙең ошондай "особенный" уҡытыусыларҙы, шауҡымлы, һәләтле остаздарҙы бары тик маҡтаулы исем алыуына тиклем, йәғни Путин ҡулын ҡыҫып, Халыҡ уҡытыусыһы исеме биреүенәсә күҙгә элә, ҡәҙерләй һәм баһалай белмәүебеҙ генә йәл. Бигерәк тә бөгөнгө мәктәп системаһындағы бармаҡ менән генә һанарлыҡ башҡорт ир-егет уҡытыусыларын. Бына ошондай, Айнур Мансур улы кеүектәрҙе.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА