Шөкөр, һуңғы йылдарҙа милләттәштәр үҙ тамырын, үҙ ҡәүемен, үҙ ырыуын, йәғни үҙенең башланмышын юллай, эҙләнә, ҡыҙыҡһына. Кемдәр үҙ ырыуы тарихын ошолай, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле ғалим Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов кеүек тасуирлай ала, яҙып ебәрегеҙ беҙгә. "Минең ырыуым" рубрикаһы һеҙҙең өсөн. Шулай итеп, һүҙ Ғайса ХӨСӘЙЕНОВҡа:
Балиғ булғас, йәнә бер хәҡиҡәткә төшөндөм: донъяла халыҡ хәтере тигән тос төшөнсә бар икән. Айырым кешеләр, шәхестәр, айырата аҡhаҡалдар хәтеренән йыйылып хасил була икән ул. Ата-бабалары хаҡында, ауылы, ырыуҙарындағы, ил-йорттағы мөhим хәл-ваҡиғалар тураhында ата - улға, улы үҙ улына, ҡыҙына hөйләп ҡалдырыр, улары яңынан-яңы быуындарға тапшырыр булған - шул ғәҙәт-йолаға әүерелгән. Башҡорттарҙа, мәҫәлән, ете быуын ата-бабаңды белеү, ырыу шәжәрәhен hаҡлау, халыҡтың тарихы менән таныш булыу фарыз hаналған. Ул үҙенсә аманат рәүешен алған.
Мин үҙем табын ырыуы башҡортомон. Мәғлүм булыуынса, табын - башҡорттарҙың иң эре ырыуҙарының береhе. Ул үҙе генә лә әллә нисәмә ырыу-түбә тармаҡлы: барын табын, ҡара табын, иҙел табын, туҡсоран табын, ыҡ-сөн табын, ҡыуаҡан табын, теләү табын. Улар географик-территориаль яҡтан көнбайыштан Ыҡ йылғаhы буйҙарынан көнсығышта Тубыл йылғаhынаса, көньяҡтан Туҡ-Соран, Ырғыҙ-Кәмәлек буйҙарынан төньяҡҡа Танып, Кама йылғаларынаса тармаҡланып, Көньяҡ Уралды, Яйыҡ буйҙарын иңләп йәйелеп ята. Урал тауҙары шикелле армыт-армыт, Ағиҙел шикелле тармаҡ-тармаҡ улар. Был тармаҡ-тармаҡ, аймаҡ-аймаҡ ете табын ырыуының күпселегендә үҙенең тулы шәжәрәләре hаҡланған, арала ырыу яҙмалары киҫәк-ҡоcаҡ ҡына булғаны, йә өҙөлөп ҡалғаны, иң аянысы, бөтөнләй юғалғаны ла юҡ түгел.
Бәхетебеҙгә күрә, беҙҙең иҙел табын ырыуының иң тулы шәжәрәhе арҙаҡлы ырыуҙашыбыҙ, ғалим hәм әҙип Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың хәстәрлеге арҡаhында "Йәдкәр" китабында ташҡа баҫылып тарихҡа уҡ ингән. Һүҙемде ырыуымдан башлағас, халыҡ хәтере ебен тарихтан хәҙергегә табан, үҙемдең хәтирәләр осон төпкөлдән бөгөнгөгә ҡарай тәбиғи ағышында hуҙырға тырышырмын.
Шуныhы ғәжәп, ете башҡорт ырыуынан табын үҙе лә ете ырыу тармаҡлы, шуның бер тармағы беҙҙең иҙел табын да ете аймаҡлы: кесе табын, кәлсер табын, йомран табын, ҡумырыҡ табын, дыуан табын, төкөн табын, бишул табын. Ете hанын, ғөмүмән, ғәжәйеп тылсымлы hанға hанайҙар. Ете башҡорт ырыуы, ете табын тармағы, ете табын аймағы үҙенсә ишле, ырыҫлы, күрәhең. Минең дыуан табын аймағымдың йәнә Күрпәс исеменә бәйле ишле ҡуштары бар: дыуан-күрпәс табын, йомран- күрпәс табын, ҡумырыҡ-күрпәс табын, бишул-күрпәс табын, кенәзләр-күрпәс табын. Йәғни, минең ырыуым - Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың йомран-күрпәстәргә иң яҡын туған ырыуҙаш. Дауыт Юлтый ҙа шул йомран-күрпәстән. Мәжит Ғафури кәлсер табындан - атаҡлы туған ырыуҙаштар.
Иҙел табын шәжәрәhен бик борондан Төмән бейҙән башлайҙар. Тарихсылар Төмән бейҙе легендар Ашин хандың ейәне - тарихи шәхес, тип раҫлай. Боронғо Ҡытай документтарында ул Түмән хан, орхон-йәнәсәй ташъяҙмаларында Тумын ҡаған исемендә осрай. Төмәндең улы - Майҡы бей. Легендаларҙа ҡаҙаҡ, башҡорт, ҡарағалпаҡ, табын ырыуҙарының башлығы Майҡы бей Сыңғыҙ хан заманында йәшәгән hәм хандан бейлек дәрәжәhен алған шәхес булып күренә.
XIV быуаттағы атаҡлы фарсы тарихсыhы Рәшитетдиндең "Жәмиғ әл-тауарих" китабында Майҡы бей - Сыңғыҙ хандың яу башлыҡтарының береhе, тип яҙылған. М. Өмөтбаев "Кесе табын халҡының бабалары..." тарихи яҙмаhында быны артабан былай бәйән ҡыла: "...Төмән бей, унан тыумыш Майҡы. Ул Ҡара диңгеҙ тамағынан был яҡҡа сығып, үҙе бәйғәт (ант) биргән. Әммә ата йорто Ҡырым hәм Кубань тарафын ҡалдырып, унан үргә буйлап, Яйыҡ башынан Тубыл (Тобол) hыуынан Иртышҡаса тиклем барып, ер биләп, үҙенә тәбиғ (буйhондорған) халыҡтар менән ҙур хан булып торған. Тағы шул ҡәҙәреhе мәғлүмдер: был Майҡы бей мәшhүр hәм мәғрүф (күренекле) булған. Сыңғыҙ арайы Тимер Таймучин хандың иң ҙур бейҙәренән булып, ҡағиҙә hәм ғәләмәттәр алған. Йәғни Сыңғыҙ хан Майҡы бейгә тамғаларҙан - ҡабырға тамға, ағастарҙан - ҡарағас, ҡоштарҙан - ҡарағош, оран өсөн "салауат" тигән hүҙҙе биргән".
Ғәлиулла бабайым: "Беҙҙең дыуан табындары, ата-бабаларыбыҙ, бик йыраҡтан, Ябыҡҡарағайҡапҡа яғынан күсеп килгән", - тип, көнсығышты, Урал тауҙары тарафын ҡулдары менән ишаралап hөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Мин әле ул саҡта йәш башым менән был hүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәй, Урал буйынан йә Урал тауҙары аръяғынан күсеп килгәндәрҙер, тип уйлай торғайным. Аҙаҡ ғилем эше менән шөғөлләнгән йылдарымда был Ябыҡҡарағайҡапҡа тигән ерҙең Себерҙә Иртыш буйында, хәҙерге Тайга тигән кескәй ҡала янындағы урын булғанлығын белеп хайран иттем.
Легендаларҙан ишетеүемсә, уларҙың бында Байсығүр тигән батыр башлыҡтары ла булған. Улар бик борон төп ватандары - Алтай тауҙарынан сыҡҡан. М. Өмөтбаев шәжәрә тарихын былай дауам итә: "Майҡы бейҙән тыумыш Солтан бей, унан тыумыш Әсәди бей, унан тыумыш Күрпәс бей. Әсәди бей менән Шәкәрле бей Себер йортонда Ибаҡ, Шибаҡ тигән Сыңғыҙ нәcеленән булған ике ханға тәбиғ булып торған заманда, был хандар барса бейҙәрҙе үлтермәгә ҡасд ҡылған (теләгән). Быны ханға яҡын бер кеше ике бейҙе иҫкәртеп: "Башығыҙҙы алып ҡасығыҙ, юҡhа, hәләк булырhығыҙ!" - тигән. Әсәди бей менән Шәкәрле бей аттарына менеп ҡасҡан. Хан кешеләре ҡыуып таба алмаған. Ҡатай халҡы ер бирмәгәс, унан үтеп, Инйәр даръяhын буйлап килеп, Ағиҙелгә еткәндәр. Ағиҙелде буйлап, түбән Өфө иҙеле менән ике арала, Ҡарлуғ исемле бер күл атауында бер аҙ әҙәмдәргә юлығып, хәл-әхүәл hорашҡандар. Был кешеләр әйткән: "Ун бер ырыулыҡбыҙ, мең йәнлебеҙ". Мең ырыуы исемләнгәндәр. Ҡайhыларҙың бейҙәренән Ағиҙелдән Йыуалыкүл тамағынан Ҡыуғанаҡ тамағына саҡлы биләмәк ер hорағандар. Иҙелгә аҡҡан hыуҙары менән ер алғандар. Ҡайhы мең ырыуында мал-хайуанын, йәғни йылҡы, hыйырҙарын ҡалдырмай, ҡалмыҡтар алып киткән икән. Әммә Әсәди менән Шәкәрле бей мал биргән hәм олуғ мең ырыуынан ефетләнеп (өйләнешеп), был Табын иләүенә баш булып ғүмер иткән". Бынан, Әсәди бейҙең Себерҙә Ибаҡ (Ибраhим) менән Шибаҡ (Шайбани) хандар ҡул аҫтында булғанынан күренеүенсә, ул шайбаниҙар династияhындағы хандар осоронда, йәғни XV быуаттың икенсе яртыhында йәшәгәнлеге hәм шул хандар менән тыныша алмай, Уралға, Ағиҙел буйҙарына ҡасып киткәнлектәре - табындарҙың Себерҙән Ағиҙел буйына күсенеү тарихы асыҡлана.
Әсәди бейҙең улы - Күрпәс бей. Был - минең тыуған Үтәгән ауылым да инер дыуан-күрпәс табын аймағын нигеҙләгән бей. Күрпәс бей, М. Өмөтбаев әлеге шәжәрәhендә яҙыуынса, Иван Грозный Ҡаҙанды яулап алғас, уға үҙ ихтыяры менән барып, батшаға тоғро хеҙмәт итергә ант биргән hәм үҙ ырыу ерҙәрен биләргә, ергә, бейлегенә ярлыҡ-грамота алып ҡайтҡан. Ул ерҙәр Ағиҙелдең ике яғын киң иңләп, Инйәр йылғаhы тарафынан көньяҡҡа Ҡыуғанаҡ, Ташлы йылғалары тамағына саҡлы йәйелеп ятҡан, буғай. Улар Дыуан-Күрпәс биләмәләре тип аталыр булған. Шулар эсендә Үтәгән тоҡомдары ла ерләшеп йәшәгән. Шуға күрә, Үтәгән бабамдың ата-бабаларының ергә урыҫ батшалары ярлығы менән хужа булып, ауыл ҡороп йәшәгән бер башы XVI быуат уртаhына ҡарай. Тимәк, әүәл-әүәлге Үтәгәндең тәү нигеҙ ҡаҙығы 1557-1560 йылдарҙа уҡ ҡағылыуы ихтимал. Бынан 440 йылдар әүәл. Был - Күрпәс бей бабабыҙ дәүере. Күрпәс бейҙең улы - Дәүләткилде бей. Уның улы - Байтирәк бей. Байтирәктең бер улы - Аҡбирҙе бей. Беҙҙең дыуан-күрпәс табындарҙың бер шәжәрә осо шунда өҙөлөп ҡалғандай итә.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА