«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРАЛАШЫУ САРАҺЫ ҒЫНАМЫ, ӘЛЛӘ РУХИ БАЙЛЫҠ СЫҒАНАҒЫМЫ?
+  - 



Бала шәхесе үҫеше өсөн туған телде генә түгел, ә башҡа телдәрҙе өйрәнеүҙең ни тиклем мөһим икәнен иҫкә алырға теләүем төп һөнәрем буйынса балалар психологы булыуым менән бәйле. Был осраҡта, үҙемдең шәхси педагогик тәжрибәмдән (шул иҫәптән, дүрт бала атаһы булараҡ та) һәм күп һанлы махсус ғилми сығанаҡтарҙы өйрәнеүемдән генә сығып фекер йөрөтөү менән сикләнергә теләмәй, башҡалар тәжрибәһенә лә мөрәжәғәт итмәксемен.

Мәҫәлән, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында совет балалар психологияһы фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ донъя кимәлендә танылыу тапҡан Лев Семенович Выготскийҙың балалыҡ осоронда күп теллелектең шәхес үҫеше өсөн бик әһәмиәтле фактор булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған фекерҙәре бөгөн өр-яңынан баһалауға лайыҡ. Рәсәйҙә милли аҙсылыҡты тәшкил иткән халыҡтар күптән инде ике теллелеккә эйә, һәм күп милләтле Рәсәйҙә күп теллелекте үҫтереү өсөн донъяның башҡа илдәрендә күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ ыңғай шарттар бар. Уларҙы ҡулланмау, хатта махсус ҡаршылыҡ күрһәтеү иң элек берҙән-бер рус теле менән генә хушһынған ҡәүемдәр өсөн уғата зыянлы. Ғөмүмән, рус халҡының бер телле генә булып ҡалыуы ошо оло һәм бөйөк ҡәүемдең илаһи-ижади потенциалының тулыраҡ һәм киңерәк асылыуына аяуһыҙ тотҡарлыҡ итә. Бөйөк рус ғалимдары, яҙыусылары, сәнғәт эшмәкәрҙәренең бер нисә донъя телдәрен бала саҡтан уҡ өйрәнеүен онотоп барабыҙ түгелме һуң? XIX быуатҡа ҡараған рус әҙәбиәте әҫәрҙәренән рус дворяндары ғаиләләрендә балаларға француз йәки немец телдәрен өйрәтеү өсөн махсус гувернерҙар тотолоуын, ә лицей һәм гимназияларҙың уҡыу пландарынан рус теленән башҡа, грек, латин, немец йәиһә француз телдәренең мотлаҡ уҡытыла торған предметтар булыуын беләбеҙ. Ҡасандыр күп теллелек өҫтөнлөк иткән гимназиялар классик рус мәғарифының нигеҙен тәшкил итһә, бөгөнгө Рәсәй мәғарифы йөҙөндә беҙ ошо тарихи традицияның бөтөнләйгә юҡҡа сығып барыуына шаһитбыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ телдәрҙе бары аралашыу сараһы ғына, тип ҡарай башланыҡ, ә һәр халыҡ теле төбөндә ятҡан бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи байлыҡтарҙы барлау хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ. XIX быуатта йәшәгән һәм ижад иткән күренекле рус мәғрифәтсеһе, педагогик һәм психологик әҫәрҙәре менән бар донъяға билдәле булған К. Д. Ушинскийҙың ошо хаҡта әйткәне образлы ла, фәһемле лә: "Халыҡ теле - уның рухи тормошоноң иң гүзәл, бер ҡасан да шиңмәй торған, мәңге яңынан сәскә атыусы гөлө". Әлбиттә, баҡсаны төрлө матур гөл-сәскәләр биҙәгән кеүек, Рәсәйҙең рухи донъяһын да йөҙәрләгән халыҡ телдәре байытып тора. Ошо телдәрҙе ҡоротоуға булышлыҡ итеү бер гүзәл гөлләмәләй донъябыҙҙы йәмләп торған халыҡтар гөлләмәһенең рухи тамырҙарын ҡоротоу түгелме ни?
Башҡорт теленең оппоненттары, рус, сыуаш, татар һәм башҡа милләт балаларына башҡорт телен өйрәнеүҙән бер фәтеүә лә юҡ, тип ҡырт киҫә. Ысынбарлыҡ улар фаразлағансамы һуң? Юҡ, әлбиттә. Психологтар белдереүенсә, кеше мейеһенең мөмкинлектәре икһеҙ-сикһеҙ, әммә беҙ уның бик аҙ ғына өлөшөн файҙаланабыҙ. Беҙҙең тәбиғи ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙан яҙыуыбыҙ, донъя серҙәренә битараф булыуыбыҙ, башлыса, ғүмеребеҙ буйына матди байлыҡ артынан ҡыуыбыуыҙ, башҡа халыҡтарға өҫтәнерәк ҡарауыбыҙ, бөгөн төрлө милләттәргә айырылышҡан булыуыбыҙ арҡаһында боронғо ҡан-ҡәрҙәшлегебеҙҙе танырға теләмәүебеҙ, һуңғы сиктә ялҡаулығыбыҙ рухи йәшәйештең яңынан-яңы асыш-ҡыуаныстарынан мәхрүм итә. Был асыштарға тиҙерәк юлығайым, тиһәң, телдәрҙе күберәк өйрәнеү һәм белеү фарыз. Ошо һүҙҙәремә дәлил рәүешендә төрлө замандарҙа йәшәгән бер нисә аҡыл эйәһенең фекерҙәрен килтереү урынлы булыр.
"Телде өйрәнеү өсөн ирекле ҡыҙыҡһыныу ҡурҡыныс зарурлыҡтан күпкә мөһимерәк", тип яҙа христиан философы Аврелий Августин (354-430 й.й.). XVIII быуатта үҙенең азат һәм ҡыйыу фекерләүе менән бар донъяға билдәле булған француз философ-мәғрифәтсеһе, яҙыусы һәм тарихсы Вольтер күп теллелекте донъяны танып белеү асҡысына тиңләй: "Күп телдәрҙе белеү - бер үк йоҙаҡ өсөн күп асҡыстарың булыу". 1813 йылда Германияла Наполеон ғәскәрҙәрен эҙәрлекләп барғандарында яугир башҡорттарҙы күреп һоҡланған бөйөк шағир Иоганн Вольфганг Гете ла башҡа телдәрҙе белеүҙе хуп күргән: "Кем сит телдәрҙе белмәй, шул кеше үҙ теле хаҡында ла бер ни ҙә белмәй".
Беҙҙең зыялыларыбыҙ әлегә тейешлесә баһалап еткермәгән румын яҙыусыһы, донъя диндәре тарихын өйрәнеүсе, мифология белгесе, Чикаго университеты профессоры Мирча Элиаде ла (1907-1986 й.й.) күп телдәрҙе белеүе арҡаһында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән: "Яңы эш ҡоралына эйә булыр өсөн мин һәр саҡта ла яңы тел өйрәнергә башлай инем",- тип яҙа ул һуңынан. 30-ҙан ашыу ғилми, әҙәби һәм философик хеҙмәте 18 донъя телендә баҫылып сыҡҡан ошо зыялы зат үҙе 8 телде - румын, француз, немец, итальян, инглиз, иврит, фарсы һәм санскрит телдәрен бик яҡшы белгән.
Балаларҙы мәктәпкәсә йәштән шашка һәм шахмат уйнарға өйрәтһәң, уларҙың фекерләү ҡеүәһенең тиҙерек үҫешеүе хаҡында белмәгән кеше юҡтыр. Был осраҡта бала мейеһендә ошо уйын логикаһы менән бәйле нейрон бәйләнештәр системаһы барлыҡҡа килә, уны өр-яңы код-символдар эшмәкәрлеге тәьмин итә. Һәр яңы телде өйрәнеү ғәмәлдә ошондай уҡ тел коды, тел символдары системаһын барлыҡҡа килтерә. Яңы телде аңлап һәм теләп өйрәнеүсе уҡыусының интеллектуаль кимәле лә бермә-бер юғарыраҡ буласаҡ. Кем ошо психологик хәҡиҡәтте аңларға теләмәй, шул кеше балаһының шәхес булараҡ үҫеш юлындағы яңы мөмкинлектән үҙ теләге менән ваз кисә, тигән һүҙ был.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.18 | Ҡаралған: 649

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru