"Кем ул уңышлы кеше? Уңышлы кешегә ниндәй сифаттар хас? Заман башҡорто ниндәй булырға тейеш?" тигән һорауҙарҙы үҙебеҙҙең башҡорт йәштәренә йыш бирәбеҙ. Ниндәй өлкәлә эшләүенә ҡарап һәр кем үҙенсә яуап ҡайтара, әммә бер нәмәлә улар фекерҙәш: уңышлы башҡорт туған халҡына хеҙмәт итергә тейеш. Өфөләге "Президент отель" бинаһының иркен залында тап шулай уйлаған йәштәр "Bashkort 2.0" китабының исем туйында киң аудитория менән осрашты.
"Bashkort 2.0" китабы республика, Рәсәй һәм башҡа сит илдәрҙә уңыш ҡаҙанған, алдынғы ҡарашлы, рухлы башҡорт йәштәре менән ойошторолған әңгәмәләр йыйынтығы. Китапты "Аманат" башҡорт йәштәре берлеге етәксеһе, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы урынбаҫары Эльвира Моталова баҫтырып сығарған. Йыйынтыҡҡа ошондай уҡ атамалы сайтта 2014 йылдан алып төрлө ваҡытта, төрлө авторҙар тарафынан әҙерләнгән интервью формаһындағы 33 мәҡәлә һәм 13 ҡыҫҡа яуаптар индерелгән.
Тәү ҡарамаҡҡа, баҫылған китап менән танышыу кисәһе ниндәйҙер ҙур сара ла түгел кеүек. Ғәҙәттә, бындай сараларҙа автор, яңы китаптағы әҫәрҙәр тураһында баһалама һүҙҙәр, ижади уңыштар, маҡтаулы теләктәр ишетергә күнеккәнбеҙ. Ә бына "Bashkort 2.0" китабы презентацияһында йыйылған халыҡ менән осрашыуға уның геройҙары үҙҙәре килде һәм һәр береһе тәжрибәһе, фекерҙәре, маҡсаттары менән уртаҡлашты. Хатта төрлө һөнәрҙә камиллыҡҡа өлгәшеү серҙәре буйынса ике сәғәтлек оҫталыҡ дәресенә әүерелде ул. Үҙебеҙҙең башҡорт йәштәре башланғысында ойошторолған сараның үҙенсәлекле яңы форматы ғына түгел, унда ҡатнашҡан уҡыусылар һәм студенттарға өлгө алырлыҡ шәхестәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ ҡолаҡтары менән уларҙың фекерҙәрен ишетеп ҡайтыу мөмкинлеге бирелеүе лә ҡыуандырҙы.
Бөгөн беҙ республиканан ғына түгел, Рәсәйҙән дә аҡыллы һәм алдынғы йәш белгестәрҙең ситкә китеп аҡса эшләүен, кадрҙарға ҡытлыҡ булыуын беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта уңыш ҡаҙанған йәштәрҙең күбеһе "Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул" тигән халыҡ мәҡәленә таянып, тыуған ерендә үҙ урынын табып йәшәүҙе хуп күрә. Мәҫәлән, әлеге китап геройы режиссер Айнур Асҡаров ҙур исемдәр артынан ҡыуып, ситкә китеүгә ҡарағанда, тыуған ерендә ижад итеү мөмкинлеге менән ҡуллана. Әлеге көндә Өфөлә, төрлө район үҙәктәрендә күҙлектәр менән һатыу итеү нөктәләре асып, бик әүҙем эшләп йөрөгән "Мастер Зрения" оптика селтәре хужаһы Динар Шаһиев эшҡыуарлыҡ итә башлау өсөн әллә ниндәй яңылыҡ уйлап табырға кәрәк түгел, тип иҫәпләй. Ул үҙ эшен асырға ниәтләгән йәштәргә тәүге уңышһыҙлыҡтан һуң танау төшөрөп ултырмаҫҡа, моратҡа ирешкәнсе тырышырға кәңәш итә. Ә бына 19 йәшендә миллионер булған билдәле бизнес-продюсер Азат Вәлиев бөгөн үҙ бизнесын асырға теләгән кешегә бер нәмә лә ҡамасау итмәй, интернет селтәре булыуы, киреһенсә, һәр кемдең мөмкинлектәрен тигеҙләне, ти. Уҡымышлы башҡорт йәштәренең береһе Азамат Лоҡманов һәр кемдең тормош маҡсаты үҙенең тыуған иленә, халҡына файҙа килтереү булырға тейеш, һәм бының өсөн тәү сиратта үҙең юғары уңышҡа өлгәшергә кәрәк, тигән фекерен еткерҙе осрашыуҙа. Төҙөлөш өлкәһендә "Город Свай" төҙөлөш компанияһын булдырыусы Руслан Хәлимов әйтеүенсә, яңы идеяғыҙ булһа, уны тормошҡа ашырыу өсөн ситтән ярҙам эҙләргә кәрәкмәй, башта үҙ көсөң менән эште яйға һалып, килемле булыуын тикшереп ҡарарға кәрәк. Юғиһә, уңышһыҙлыҡ кисергән осраҡта башҡа берәүҙең аҡсаһын ғына түгел, ышанысын да юғалтыуығыҙ бар. Англия, Уэльс һәм Рәсәй территорияһында эшләй алған адвокат статусына эйә Лилиә Аҡкөсөкова китаптың исем туйына алыҫ Лондондан ҡайтып еткән. Ул үҫешкә илткән юлда төп сифат - тырышлыҡ, тип иҫәпләй һәм маҡсатлы йәштәргә "Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан" тигән мәҡәлде һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәңәш итә. "Baskort 2.0" китабы геройҙарының бына ошондай эшлекле, рухлы, донъяуи һәм фәһемле сығыштарын зал йотлоғоп тыңланы. Әйткәндәй, ойоштороусылар быйыл тәүге тапҡыр "Baskort 2.0" тип аталған премия булдырҙы, уға быйыл "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов лайыҡ булды.
- Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ балалар баҡсаһы, мәктәп йәшендәге балаларға йыр-моңобоҙ, билдәле шәхестәребеҙ миҫалында рухи һәм патриотик тәрбиә биреү, - тине Ринат Рамазанов сығышы барышында. - Был маҡсатта Башҡортостандың төрлө райондарындағы ауылдарға концерттар менән күп йөрөйбөҙ. Концерт барышында балалар менән әңгәмәләшергә, фәһемле һүҙ ҡатырға ла онотмайбыҙ. Әлеге ваҡытта этно-туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итеү ниәтендә "Арғымаҡ" этно-төркөмөнөң музыкаль автобусын йыһазландырып, әҙерләп ятабыҙ. Бөгөн бик күп фәһемле сығыштарҙы тыңланыҡ, һәр беребеҙ үҙ өлкәһендә башҡорт халҡының мәнфәғәте өсөн ҡулынан килгән эште атҡара, киләсәген уйлай. Хәҙер беҙгә ошо эште системаға һалыу өсөн берләшергә генә ҡалды, был өлкәлә бөтәгеҙҙән дә ярҙам һорайым...
Әйткәндәй, Эльвира Моталованың "Baskort 2.0" проекты маҡсаттарының береһе тап шул ине лә инде: башҡорт йәштәре бер-береһен күрергә, ишетергә өйрәнһен һәм фекерҙәштәр тапһын.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Baskort 2.0" китабына арналған сара бына шулай көтөлмәгән һөҙөмтәгә килтерҙе: автор, герой һәм уҡыусының осрашыуы шәхес булараҡ үҫешкә йүнәлтелгән форумға әүерелде. Ойоштороусылар бындай маҡсатты күҙаллағанмы-юҡмы, әммә яңы башланғыс, һис шикһеҙ, уңышлы килеп сыҡты. Иң мөһиме, башҡорт йәштәренең хеҙмәтен халҡының, бөтә донъяның баһалауына шаһит булынды, киләсәгебеҙгә өмөт менән бағырға тағы бер сәбәп сыҡты.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА