Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсәлекле. Ҡышын, мәҫәлән, рәхәтләнеп ҡарҙа аунарға, боҙҙан йәки ҡарҙан хыялыңда йөрөгән матур һарай төҙөргә, сана-саңғы шыуырға, сәкән һуғырға мөмкин. Бигерәк тә ауыл балаларына был йәһәттән хөрриәт - иркенлек, киңлек! Хатта хоккей ҡумтаһы юҡ тип аптырарға ла түгел - йылға өҫтөн ҡарҙан көрәп, һепереп таҙарттыңмы, бына тигән һырғалаҡ була ла ҡуя... Ине...
Эйе, шулай була торғайны, хәҙер иһә ауыл булһынмы, ҡаламы - балалар, ҡасан ололар тау өйә, хоккей ҡумтаһы эшләп ҡуя, тип көтә лә йөрөй. Өҫтәүенә, торлаҡты хеҙмәтләндереү йәки коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре уларҙы даими рәүештә таҙа һәм ҡулланыуға яраҡлы рәүештә тоторға тейеш. Сираттағы оператив кәңәшмәлә мәғлүм булыуынса, бөгөн ҡала райондарының Торлаҡ-хужалыҡ идаралыҡтары тарафынан 41 хоккей ҡумтаһы эшләнгән, шуларҙың 15-е - заманса. 37-һенә һыу һибеп, боҙ туңдырылған, 4-һе ҡарҙа спорт уйындары уйнау өсөн йыһазландырылған. Шулай уҡ ихаталарҙа 15 һырғалаҡ эшләнгән. Хоккей ҡумталары йыл әйләнәһенә файҙаланыла. Йәйгеһен балалар унда йәйге спорт уйындарын уйнай. Һәм был уңайлыҡтың барыһын да улар өсөн идара итеү компаниялары булдыра - майҙандарҙы таҙарта, борттар, ҡапҡалар ремонтлана һәм буятыла, яҡтыртыу системаһы ремонтлана. Үкенескә күрә, әҙерҙең бер ваҡытта ла ҡәҙере юҡ: үҫмерҙәр үҙҙәре үк ошо объекттарҙы ҡыйрата, вата, емерә. Был иһә өҫтәмә финанс сығымдарына килтерә. Хоккей ҡумталары дөйөм йорт милкенә ҡарамағанлыҡтан, уларҙы тотоу сығымдары тулыһынса идара итеү ойошмалары елкәһенә ята. Тимәк, баш ҡалала йәш граждандарға бәләкәйҙән үк ҡала милкен "минеке" тигән төшөнсәне һеңдереп тәрбиәләү зарурлығы актуаль булып ҡала. Сөнки был майҙансыҡтар балалар, үҫмерҙәр өсөн генә түгел, уларҙы теләге булған ололар ҙа саф һауала сәләмәтлеген нығытыу, үҙен формала тотоу өсөн файҙалана ала. Тап улар йәштәрҙә һаҡсыллыҡ тойғоһон тәрбиәләргә тейеш тә инде.
Ҡыш - яҙ-йәй-көҙҙән айырмалы, донъяңды онотоп уйнар мәл генә түгел, ә йылды йомғаҡлап, уға йомғаҡ яһар һәм бисмиллалап яңы йылды башлар мәл дә. Яңы тормошто үҙең теләгән йәки ихтыяр көсөң еткән теләһә ҡайһы көндән башларға мөмкин булһа ла, күптәр ни өсөндөр тап Яңы йылды көтә. Әйтерһең дә, шаулап-гөрләп байрам иткән, шарт та шорт фейерверктар аттырған сағыу байрамдан һуң тормош ҡапыл үҙгәреп китә. Фейерверк тигәндән, улар инде күпләп сауҙаға сыға башланы. Өфөлә генә пиротехника һатыу рөхсәт ителгән 26 махсус урын бар. Улар шәхси эшҡыуарҙар йәки предприятиелар. Сауҙа менән бер рәттән, пиротехника һатыусыларҙың эше лә етди контроль аҫтына алына, сөнки сертификацияланмаған тауар алыуҙың сәләмәтлек өсөн зыянлы булыуы ла ихтимал. Шуға күрә төрлө контроль, шул иҫәптән янғынға ҡаршы ойошмалар белгестәре пиротехник изделиеларҙы һатып алғанда һатыусы мотлаҡ тауарҙың талаптарға тап килеүен раҫлаусы документтарҙы, талаптарға ярашлы сертификатты күрһәтергә йәки улар менән таныштырырға бурыслы, тип белдерә. Һәм ҡулланыусы үҙенең хоҡуҡтарын белергә һәм ошо документтарҙы талап итергә тейеш, юҡһа, ажиотаж мәлендә күптәр рөхсәт ителмәгән тауар менән сауҙа итергә лә тартынмай. Һөҙөмтәлә, белгестәр әйтеүенсә, 31 декабрҙән Раштыуа байрамдары тамамланғанға тиклем янғындар - ике, уларҙа һәләк булыусылар һаны 3 тапҡырға арта икән. Бында, әлбиттә, пиротехника ғына түгел, башҡа сәбәптәр ҙә етерлек. Нисек кенә булмаһын - хаҡ кеше ғүмерҙәре менән түләнә. Шуға күрә, йыл һайын байрам алдынан профилактика эштәре алып барыла, байрам көндәрендә янғын хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. 100-ҙән ашыу объект, бигерәк тә мәктәптәр, балалар ижады йорттары, мәҙәниәт йорттары, сиркәүҙәр һәм ҡорамдар, парктар, скверҙар айырым иғтибар үҙәгендә тора.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип әйтһәләр ҙә, байрам мәлендә уйламағанда йәрәхәт алырға, бешергә йәки туңырға мөмкин. Өфө ҡала хакимиәте халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге начальнигы Рәдиф Сабиров белдереүенсә, травмпункттар ғәҙәти режимда эшләйәсәк. Әгәр инде ҡапыл сирләп китһәгеҙ, 31 декабрҙә поликлиникалар шәмбе графигы буйынса төшкә тиклем эшләй, ә 1 ғинуарҙан (көндөң беренсе яртыһында) - дежур терапевт ҡабул итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, 22 декабрҙән иртәнге 9-ҙан, 9 ғинуарҙа иртәнге 9-ға тиклем министрлыҡтың һәм медицина ойошмаларының етәксе органдары тәүлек әйләнәһенә дежурҙа буласаҡ.
Медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса амбулатория, поликлиникалар байрам көндәре графигы буйынса иртәнге 8-ҙән киске 4-кә, ә инде саҡырыуҙар булғанда, 3-кә тиклем эшләйәсәк. Шулай уҡ дауаханалар ҙа ауырыуҙарҙы ҡабул итәсәк. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығының ошо көндәрҙә генә тәғәйенләнгән яңы урынбаҫары Алина Сөләймәнова Өфөнөң төп майҙандарында ҡалҡҡан боҙ һарайҙарындағы, майҙансыҡтарҙағы хәүефһеҙлек рейды һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. 10 майҙандағы ҡаласыҡтарҙы биҙәгән боҙ һындар балаларға ғына түгел, ололарға ла зыян килтермәһен өсөн ентекле тикшерелгән. Бер нисә етешһеҙлек асыҡланған, улар тиҙ арала бөтөрөләсәк, ә дөйөм алғанда, майҙансыҡтар хәүефһеҙлек нормаларына тура килә. Артабан да был майҙансыҡтар ҡала хеҙмәте белгестәренең күҙ уңында буласаҡ.
Нисек кенә булмаһын, байрам көндәрен сир-сырхауһыҙ, сәләмәтлеккә зыянһыҙ үткәреүҙән дә яҡшыһы юҡ! Шуға күрә иң мөһиме - үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА