«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНӘЙӘЛЕ ИШАРАМЫ, ӘЛЛӘ ЯБАЙ ҺҮРӘТМЕ?
+  - 

"Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә", тигәндәй, йөрөп ятһаң, мотлаҡ берәй ҡыҙыҡлы хәлгә йәиһә сетерекле осраҡҡа тап булаһың бит ул. Хәлдәрҙең ундайҙары ғәҙәттә ер-һыу, урман-ҡырҙар менән бәйле була.

Шулай йәйге матур көндәрҙең береһендә 10 һәм 8 йәшлек ейәнсәрҙәремдең - Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 5-се, 3-сө синыф уҡыусылары Ләйлә менән Лизаның - үтә ныҡышмалы үтенеүҙәренә ҡаршы тора алмайынса, үҙебеҙсә сәйәхәткә сығып киттек. Унан алда ла йә Ирәндеккә, йә Уралтау һыртына йөрөштөргөләй инек. Был юлы ҡыҙҙарыма легендар Һаңғала (Ханҡала) тауын, ундағы Ҡараһаҡал батыр мәмерйәһен күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Төрлө мажараларға әүәҫ ҡыҙҙарға саф йәшмәнән торған оло тау бик оҡшаны. Ә бына уларҙың "Ни өсөн ул төрлө төҫтәге (ҡыҙыл, йәшел, күк, ҡара) йәшмәләрҙән тора?" тигән һорауына аныҡ ҡына яуап таба алманым. Ысынлап та, тауҙарҙың яҡын-тирәләгеләре ябай таштан, ә Һаңғала бер үҙе йәшмәләрҙән хасил. Әлеге феноменды нисек аңлатырға?
Риүәйәттәр буйынса, ошо тау битләсендә илбаҫар Сыңғыҙ хан ғәскәрен ял иттереп киткән, үҙебеҙҙең Ҡараһаҡал батырыбыҙ төйәкләп, көс йыйып торған. Миңә ҡалһа, риүәйәттәр ысынбарлыҡҡа тап киләлер. Ни өсөн тигәндә, тау тирәһендәге бик күп ҡорғандар ошоноң тере шаһиттары. Боронғо ҡорғандар бар икән, тимәк, ул урында ҡораллы яу, ҡан ҡойош булған. Башҡорт ғәскәренең башлығы Ҡараһаҡалға яугирҙәре йәшмәне соҡоп, ышыҡ урын да эшләгәндәр. Мәмерйә тигәндәре тап кеше ҡулы, кеше көсө менән яһалған ҡыуышҡа оҡшай. Унда еңел генә күтәреләм, анһат ҡына баҫып алам тимә. Таш ҡыуыш шул ҡәҙәре йәтеш, уңайлы урында, уға кеше күҙенә салынмайынса, һиҙҙермәйенсә яҡынлашыуы мөмкин түгел. Әйтергә кәрәк, Сыңғыҙ ҙа, Ҡараһаҡал да ифрат уңайлы урынды һайлаған. Тауҙа ҙур ғәскәргә һәр төрлө хәүеф-хәтәрҙән, ел-ямғырҙан ышыҡланыр урын етерлек.
Әллә ҡайҙарҙан күҙгә ташланып, һерәйеп торған мөһабәт тауҙың иң бейек нөктәһендә кемдеңдер ҡәберлеге бар. Бәғзе бер олораҡтар, унда ниндәйҙер батыр ерләнгән, ти торғайны. Мәгәр шулай икән, уның аҡтарылып ташлап, урынында тәрән соҡор өңөрәйеп ҡалыуы үтә йәмһеҙ күренеш. Ерем-һыуым, ватаным, тип баш һалған батырҙарыбыҙға ҡарата ундай мөнәсәбәт булырға тейеш түгел. Ныҡ төпсөнөп һорашҡан ейәнсәрҙәремә: "Был соҡор квартал сигенең билдәләнеше", - тип аңлатҡан булдым инде. Алдаштым, ул сик арыраҡ ине.
Ҡыҙҙарҙы ғәжәпкә ҡалдырғаны емештәре ҡыҙарып бешкән бер метр ғына бейеклектәге мышар (миләш) ағастары булды. Ул ағастың әрһеҙлегенә үҙем дә аптыраным. Диңгеҙ кимәленән 700-800 метр таш бейеклектә, туҡтауһыҙ ыжғыр ел, ҡышын һыуыҡ, йәйен томра аҫтында емеш биреп ултыр әле. Бында ҡарға бутҡаһының иҫәбе-һаны юҡ, йыуаһының тәме үҙенә бер башҡа. Тимерлеккә күмер әҙерләү маҡсатында йығып алынған йыуан ҡарағас төпһәләре күп. Шауҙырҙап емерелгән ҡаяһынан аҫҡа ҡараһаң, башың әйләнә. Ә ҡыҙҙарыма ҡыуаныс, улар бөгөн ун бер, ун ике быуын олатайҙарының изге төйәген күрҙеләр, олатайҙарының эҙен һаҡлаған һуҡмаҡтар буйлап үттеләр. Ҡыҫҡаһы, тарих менән аралаштылар.
Шулай йәшмә тауҙың бер осонан икенсеһенә барып сыҡтыҡ. Ошонда һәләк булып баш һалған батырҙар рухына бағышлап, намаҙ уҡыныҡ, доға ҡылдыҡ. Улар риза булып ҡалғандарҙыр, тигән өмөттәмен.
Тауҙың төньяҡ битләүенән һутлы бөрлөгән, ҡурай еләге сүпләй-сүпләй төшөп барғанда ташҡа баҫылған сәйер генә һүрәткә тап булдыҡ. Һүрәттән ҡамсат бүрек кейгән башҡорт яугиры ҡарап тора төҫлө. Үҙе көлөмһөрәп йылмайғандай ҙа һымаҡ. Йәшмә таштағы төҫлө рәсем ҙур түгел, усҡа һыймалы. Мин уны яҫы таш менән ҡаплап киттем. Таш булһа ла, ел-ямғыр теймәһен. Хәйер, ул ысынлап та һүрәтме, әллә тәбиғәт-әсәбеҙ тыуҙырған сираттағы мөғжизәме? Бәлки, ошо ерҙә азатлыҡ хаҡына ҡан ҡойған башҡорт батырҙарының рухы тыныслыҡ тапҡан, уны һаҡлағыҙ, тигәнерәк юғарынан төшкән ишаралыр? Уныһын ҡапыл ғына әйтеп булмай. Ә бына ошо мөғжизәне ошоғаса бер кемдең дә күргәне булмағанлығына иманыбыҙ камил.
Әлбиттә, ҡайтышлай, юл буйынса ҡыҙҙарым мине теге серле һынға ҡағылышлы һорауҙар менән күмде. Килә торғас хатта, ул Ҡараһаҡал батыр һүрәте булырға тейеш, тигән ҡарарға килделәр. "Ә, бәлки, кем белә..." тип уйлап ҡуйҙым үҙем дә. Тәүтормош рәссамы дөм-ҡараңғы Ташөй мәмерйәһендә (Шүлгәнташ) һәр төрлө хайуандар һынын мәңгеләштереп ҡалдыра алғанды, ниңә батыр йөрәкле сардарыбыҙ һүрәтен төшөрмәҫкә, ти? Был, әлбиттә, бары тик фараз ғына. Шулай ҙа кем белә, бәлки... Һәммәбеҙгә мәғлүм: ысынбарлыҡ фараздарҙан тыуа...

Иҙрис НОҒОМАНОВ.
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.18 | Ҡаралған: 1127

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru