Һуңғы йылдарҙағы рухи күтәрелеш осоронда йәштәребеҙ спортҡа ла йөҙ борҙо. Бығаса ят булған спорт төрҙәре буйынса алдынғылыҡ яулаған милләттәштәребеҙ хаҡында интернеттан һәм башҡа мәғлүмәт сараларынан уҡып-күреп-белеп торабыҙ. Ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Һәм был башы ғыналыр, тип уйлайбыҙ. Ә шулай ҙа нимә беләбеҙ беҙ спорт һәм спортсылар тормошо хаҡында? Спорт төрҙәренең файҙаһы һәм зыяны хаҡында? Милләттәргә хас спорт төрҙәре тураһында, мәҫәлән? Ошолар хаҡында республикабыҙ һәм Рәсәй кимәлендә билдәле булған спортсылар (шулай уҡ тәжрибәле педагогтар) - Башҡорт дәүләт аграр университетының физик тәрбиә кафедраһы мөдире Руслан БИКЕМБӘТОВ һәм баш ҡалабыҙҙың олимпия резервындағы "Өфөлө" спорт мәктәбе директоры Фуат ДӘМИНДАРОВ менән һөйләштек.
Бына һеҙҙең, ябай ауыл малайҙарының, спортҡа мөнәсәбәтегеҙ, бөгөнгө ҙур күрһәткестәргә алып килгән спортсы юлығыҙ ниндәй шарттарҙа башланды?
Ф. Дәминдаров: Әбйәлил районының Әбйәлил ҡасабаһында тыуып үҫтем. Атайым спорт менән шөғөлләнгән кеше һәм мин бәләкәй генә көйөнсә уға эйәреп йөрөп, уның шөғөлдәрен күреп, уны ҡабатлап, уға оҡшарға тырыштым. Волейбол, футбол уйнайҙармы, ололар араһында буталып йөрөйөм, ҡарап ултырам, туп ситкә осһа, йүгереп барып алып киләм. Ҡайһы саҡ шул туп ҡаты ғына итеп башҡа ла килеп эләгә торғайны. Бәләкәй саҡта хатта бер тапҡыр ҡолата ла һуҡҡан. Ололар ҡурҡышып йүгерешеп килһә, мин тырышып-тырмашып тороп, туп артынан йүгереп маташам, ти.
Бына ошо атайҙан, эргәләге ағайҙарҙан күреп башланды ла барыһы ла. Атанан күргән - уҡ юнған, тиелә бит халыҡта ла. Ары уҡырға Магнитогорск университетына спорт буйынса менеджмент һөнәренә уҡырға юлландым. Был шундай яңы специальность булып, ике сығарылыштан һуң ябылып та ҡуйҙы. Бында спорт үҙәктәренә, спорт командаларына етәкселәр әҙерләйҙәр ине. Бында ла университеттың йыйылма командаһында булдым.
Р. Бикембәтов: Ейәнсура районының Абҙан ауылынанмын. Шулай уҡ бала саҡтан әрһеҙ ауыл малайҙары булып, атай ҡулы аҫтында эшкә лә, спортҡа ла өйрәнеп үҫтем. Һәр ваҡыт хәрәкәтсән уйындарҙа ҡатнаштым, ҡырҙа, тауҙарҙа йөрөнөм, йәйҙәрен һыуҙан сыҡманым. Мәктәпкә инде беҙ сыныҡҡан, тос балалар булып килдек. Класыбыҙҙағы ун өс малай һәр ваҡыт спорт уйындарында, ярыштарҙа ҡатнашып йөрөнөк. Физкультура уҡытыусыларыбыҙ Булат Рәшит улы Арыҫланбаев һәм Әнисә Ғаяз ҡыҙы Хөсәйеновалар ҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергәндәрҙер, тием. Ошо башланғысҡа хыянат итмәй, мәктәптән һуң Сибай институтының физкультура һәм биология факултетына уҡырға барҙым. Институтта волейбол, баскетбол һәм лапта менән шөғөлләндем. Ятаҡта Ейәнсура районының көрәшселәр ауылы булған Муйнаҡ егеттәре менән бергә тура килеп, улар шауҡымында яңынан көрәшкә әүрәп киттем. Көрәш буйынса Рәсәй чемпионатына тиклем барып етеп, юғары ғына күрһәткестәргә өлгәшелде.
Һеҙ икегеҙ ҙә матур балалар тәрбиәләнгән башҡорт ғаиләһе башлыҡтары. Балаларығыҙҙы спортҡа ылыҡтырҙығыҙмы? Һеҙҙең уйығыҙса, спорт балаларға һәр ваҡыт файҙа килтерә аламы? Баланы 4-5 йәшенән спортҡа тапшырып, хата яһап ҡуйырға мөмкинме?
Р. Бикембәтов: Улымды биш йәшенән гимнастикаға бирҙем. Был иң иртә башлана торған спорт төрҙәренең береһе. Артабан үҙе һайлай белгәнсәгә тиклем физик һәм рухи әҙерлек алһын, тип уйланым. Бөгөн бит балалар беҙҙең бала саҡтағы кеүек ауылда иркен сабышып йөрөп, иртә ҡул аҫтына инеп бешекмәй. Балалар баҡсаһында ла өйҙә үтә көндәре. Шунлыҡтан, гимнастика улыма спортҡа башланғыс булыр тинем. Күпмелер ваҡыт гимнастикала йөрөнө лә, Бөрйәнгә барып, үҙенән саҡ ҡына ҙурыраҡ малайҙарҙың боҙҙа елдерешеп йөрөүен күреп, ҡуша уйнап ҡайтҡандан һуң, "Хоккейға барам" тине. Бығаса хоккей ҡарарға йөрөтә инем, әммә уның менән шөғөлләнеү, уйнау бит бөтөнләй икенсе нәмә. Ултыртып, хоккейҙың ни икәнен аңлаттым. Әммә ул бит әле бөтөнләй бәләкәй бала, етди анализлай белмәй. Хатта аңлап та етмәйҙер әле. Был тәңгәлдә ата-әсәгә балаһының мөмкинлектәренә, сәләмәтлегенә ҡарап, ул шөғөлләнәсәк спорт төрөн дөрөҫ һайлай белеү кәрәк. Улымдың хоккей менән үтә ныҡ мауыҡҡанын күреп, күндем. Бына дүрт йыл инде ул хоккейҙа шөғөлләнә. Эйе, ауыр. Әммә беҙ әсәһе менән шулай һөйләшкәнбеҙ: үҙенә һиҙҙереп йәлләмәйбеҙ, яҡлашмайбыҙ, уның өсөн йүгермәйбеҙ. Уңыштарын күреп маҡтайбыҙ, ауыр сағында йылы һүҙ, кәңәш биреп күтәрмәләйбеҙ, уйындарына йөрөйбөҙ һәм башҡалар.
Балаға спорт бер нисек тә зыян килтерә алмай. Был, иң беренсе, уның сәләмәтлеге. Икенсенән, эске тәртибе. Өсөнсөнән, ныҡлы рухы. Бына ошо өс күрһәткес үҫешкәндә, кеше тормоштағы әллә күпме ауырлыҡтарҙы еңеп, ҙур уңыштарға өлгәшә аласаҡ. Шәхес булып формалашыуына ла был яҡшы йоғонто яһаясаҡ.
Ф. Дәминдаров: Беҙҙең мәктәпкә балалар 9-10 йәштән йөрөй башлай. Әйтеп үтергә кәрәк, спорт мәктәбенә балалар күп килә, кластар тулы. Хатта тағы ла күберәк итеп алырға ла булыр ине, матди базабыҙ наҡыҫ. Үкенескә күрә, беҙҙә балалар спортына, балалар спорт мәктәптәренә, клубтарына иғтибар етешмәй. Был бигерәк тә икенсе төбәктәр менән сағыштырғанда һиҙелә.
Баланы бәләкәй сағынан ниндәйҙер спорт түңәрәгенә йөрөтөү мотлаҡтыр, тип уйлайым. Үҙебеҙ ҡыҙыбыҙҙы бәләкәйҙән художесто гимнастикаһында шөғөлләндерәбеҙ. Спорт ул, беренсенән, матурлыҡ, икенсенән - сәләмәтлек, өсөнсөнән - характер тәрбиәләү. Балаға профессиональ спортсы булыу талаптары юҡ, әммә башлаған эште аҙағына еткереү тигән принцип бар. Бөгөн сәләмәт тормош алып барыу, һомғол кәүҙәле булыу, әүҙемлек модала, тип тә ҡыҙыҡтырырға була уларҙы. Бала сағынан спорт менән шөғөлләнгән кеше хеҙмәт итеү дәүерендә лә ныҡлыраҡ, тырышыраҡ, стрестарға бирешмәүсәнерәк була ул. Хатта бына үҙебеҙҙең йәштәгеләрҙе алып ҡарағанда ла, кемдеңдер юғары уңыштарға өлгәшеүен, характер күрһәтеп, еңеп сығыу өлгөләрен күҙәткәндә лә, асылда, ул кеше бала саҡтан ниндәйҙер спорт төрө менән шөғөлләнгән булып сыға. Ундай шәхестәр шулай көрәшсе булып формалаша ла.
Спорт донъяһы балалар өсөн артыҡ ҡаты түгелме икән? Таҫыллыҡ, көс, ғәйрәт талап итеп, бала күңелен йәнһеҙләндереп ташламайҙармы? Ниндәй осраҡтарҙа баланы йәлләргә мөмкин?
Р. Бикембәтов: Был тәңгәлдә ата-әсә иң башта уҡ балаһын ҡайҙа һәм ниндәй шарттарға алып барыуын аңлай белергә тейеш. Әгәр һин уны етди спортҡа алып килдең икән - йәлләмә. Йәлләмәү ул ҡанһыҙ булыуҙы аңлатмай. Мин дә, мәҫәлән, улымды йәлләйем, әммә уны уға илке-һалҡылыҡ юҫығында күрһәтмәйем. Тренер нимәләр талап итә, шуларҙы өйҙә лә талап итәм. Ниндәйҙер сикләүҙәр, тейеш нәмәләр, мотлаҡ булған тәртиптәр барыһы ла теүәл үтәлә. Баштараҡ хоккейсы балалар араһында ла кескәй генә малайҙар танауҙарын мыш-мыш тартып илап, ҡараштары менән ата-әсәләрен күҙләп ултыра торғайны. Кемдәрҙе йәлләйҙәр, шулар төшөп ҡалып та бөттө. Бөгөн иһә улар араһынан иң сыҙамлылары, иң көслөләре генә ҡалып шөғөлләнә. Спорт донъяһы ул шундай - ул көслөләр һәм сыҙамлылар, тырыштар һәм ҡыйыуҙар майҙаны. Бында мәмәйҙәргә урын юҡ.
Баланың спорт өлкәһендәге тәрбиәһендә тренер ниндәй роль уйнай ала? Республика ауылдарында тренерҙар бармы ул?
Р. Бикембәтов: Тренер - ул ҙур көс. Тренер - профессионал. Үҙемдең спорт өлкәһендә белемем дә, тәжрибәм дә булғанда ла, улымды тулыһынса хоккей буйынса тренер тәрбиәһенә тапшырғанмын. Тренер бит ул спортсы ғына түгел, ул балалар менән эшләй белеүсе педагог, психолог, авторитет та. Күп балалар аталарын тыңламаҫҡа ла мөмкин, ә тренерҙарының күҙенә генә ҡарап торалар. Быны мин үҙем дә күҙәткәнем булды. Тренер булараҡ, тәрбиәләнеүсем ата-әсәһенә ыжлап бармай, ә мин әйткәнгә күнә ине. Шул тәңгәлдә ҡайһы бер ата-әсәләр тренерҙарҙы балаларының дөйөм тәрбиәһендә лә файҙалана. Мәҫәлән, тренерҙарҙың үҙ тәрбиәләнеүселәре менән уҡыуҙа өлгәшеү, ниндәйҙер фәнгә иғтибар биреү йәки өйҙә әсәйгә ярҙам итеү кәрәклеге тураһында ла һөйләшкәнен ишеткәнем бар.
Балалар тренерҙары бик аҙ. Башҡорт телле тренерҙар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Улай ғына ла түгел, спорт өлкәһендә милләттәш етәкселәребеҙ ҙә юҡ кимәлендә.
Ф. Дәминдаров: Ата-әсәләрҙең үҙҙәренең һәм, әлбиттә, балаларының да спортҡа килергә психологик яҡтан әҙер булмауы арҡаһында йыш ҡына аңлашылмаусалыҡтар ҙа тыуып тора. Мәҫәлән, әсә улын тхэквандоға алып килә лә, уның бер ерен дә ауырттырмауҙарын талап итә. Тәнендә саҡ ҡына күк күрһә лә, тренерға бәлә һала. Балаһы ла ҡайта ла ошаҡлай, ҡайта ла ошаҡлай. Унан һуң, баланы бер көн күнекмәгә йөрөттөләр ҙә, икенсе көн йәлләп алып ҡалдылар, өсөнсө көн йоҡоһо туймай, дүртенсе көн ауырый һәм бишенсе көн тағы ла алып киләләр. Сөскөрһә лә, кәйефе булмаһа ла уны аяй һалалар. Бындай мөнәсәбәттән берәүгә лә файҙа булмаясаҡ. Тренерҙың ваҡыты алына - шул ғына. Бындай мөнәсәбәт спортта ғына түгел, тормоштағы башҡа төрлө мәсьәләләрҙә лә уңышһыҙлыҡҡа юл ул.
Спорт мәктәбе етәксеһе булараҡ, мин балалар менән эшләүсе тренерҙарға ни тиклем сабыр һәм аҡыллы булырға тура килгәнен беләм. Ә бит шул уҡ ваҡытта уларға хеҙмәт емештәре лә кәрәк. Ул баланы ниндәйҙер үрҙәргә әйҙәүгә, күрһәткестәр биреүгә өмөтләнә. Унда көрәшсе, еңеүсе характеры тәрбиәләргә тырыша. Тәүге йылдарында тренер бала менән бер рәттән, ата-әсәне лә тәрбиәләй. Баланан спортсы, ә ата-әсәнән спортсы ата-әсәһе яһай. Шулай ҙа була.
Ә райондарҙа, ауылдарҙа ысынлап та тренерҙар юҡ тиерлек. Бер үк физкультура уҡытыусыһы иртәнсәк уҡытыусы, кистәрен тренер булып йөрөй. Ул спортҡа һөйөү уята ала, әммә һәр спорт төрөнөң үҙ тәртиптәре бар. Уларҙы ябай уҡытыусы белеп етә лә алмай. Был тәңгәлдә спорт федерациялары райондарға йөрөп, спортта көслө балаларҙы табып, ҡалаларҙағы спорт мәктәптәренә, интернаттарға урынлаштырырға тейештер, тип уйлайым. Таҫыллы балаларҙың тәжрибәле тренерҙар ҡулына килеп эләгеүен төрлө яҡлап тәьмин итергә ине.
Спорт төрҙәрен милли һыҙаттарға ҡарап айырып буламы? Мәҫәлән, башҡорт балаларына ғына хас спорт төрҙәре бармы ул? Һәм башҡорт балалары спортты үҙ итәме?
Ф. Дәминдаров: Минең аралашҡан кешеләр, йәғни башҡорттар араһында балаларын төрлө спорт төрҙәрендә шөғөлләндергәндәр бик күп. Әммә башҡа милләттәр менән сағыштырып ҡарағанда, милләттәштәребеҙ балалар спортында күпкә артта ҡала. Ни өсөндөр беҙҙең ата-әсәләр балаларын еңелерәк, артыҡ талаптар булмаған, сығымдар талап ителмәгәнерәк өлкәләргә бирергә тырыша. Мәктәптә былай ҙа тынсыу бүлмәләрҙә ултырып сыҡҡан баланы һаман шундай уҡ бүлмәгә алып барып индерәләр. Сәләмәт, шуҡ малайҙы, мәҫәлән, һүрәт төшөрөүгә ултырталар ҙа, тыйып ала алмайҙар. Йәки һимереүгә китеп барған ҡыҙыҡайҙы һаман ниндәйҙер хәрәкәтһеҙ түңәрәктәргә йөрөтәләр. Йәнәһе, фортепиано йә бейеү спортҡа ҡарағанда файҙалыраҡ та, ҡурҡынысһыҙыраҡ та инде. Яңылышлыҡ был.
Беҙҙең мәктәптә спорт төрҙәре улай милләткә ҡарап бүленмәй. Һәм мин балалар алдында, бигерәк тә башҡорт балалары алдында, бындай бүлем яһамаҫ та инем. "Был беҙҙең халыҡҡа хас түгел, был беҙҙең менталитетҡа бармай", тигән барьер ҡуйырға ярамай. Киреһенсә, "Һин быны булдыраһың" тип көс бирергә кәрәк. Спорт - ул көрәш, яу алымдары. Ә яу яланында бөтә төр алымдарҙы ла файҙаланырға мөмкин. Спортсыла яугир рухы, һәм ул майҙанға еңеү өсөн сыға.
Р. Бикембәтов: Беҙ ҡалаға уҡырға килгәнбеҙ. Ошонда тороп ҡалғанбыҙ, торлаҡ булдырғанбыҙ һәм йәшәп ятабыҙ. Ә тамырҙарыбыҙ беҙҙең ауылда, өләсәй-олатайҙарыбыҙ ҙа ауылда. Бына, күҙ алдына килтерегеҙ, беҙҙең ғаиләлә атай-әсәй эшләй, ә баланы биш йәшенән ҡайҙалыр йөрөтөргә кеше юҡ. Балалар, теләйһеңме-юҡмы, икенсе планға күсә лә ҡуя. Ата-әсә ипотека, аҡса, донъя тип саба ла саба. Баланы түңәрәккә, секцияға йөрөтөү өсөн айырым аҡса түләп, кемделер ялларға ғына ҡала. Ошо проблема ауыл сығышлы булған һәр башҡорт ғаиләһендә бар. Мин, ярай, маҡсатлы рәүештә быны хәл итергә тырышам, төрлө юлдар эҙләйем. Ә бит күптәр ошо тәңгәлдә ҡул һелтәй ҙә ҡуя. Кемде был һылтау менән эштән сығарып ебәрәләр? Ябай ғына һылтау кеүек, ә ысынында был бик етди мәсьәлә ул.
Икенсе проблема - беҙҙең милләттәштәр балаларына аҡса сығарып өйрәнмәгән. Урыҫса итеп әйткәндә, балаларға "вложение" эшләргә ынтылып бармай, етди ҡарамай был эшкә. Ә спортта аҡса сығармай булмай. Костюмдар, ҡоралдар, уйын кәрәк-яраҡтары, атрибуттар һәм башҡалар арзан тормай. Әммә бында ла хәл итеү юлдары юҡ түгел. Беҙ, мәҫәлән, бәләкәй балаларға бындай әйберҙәрҙе ҡулдан алдыҡ. Олораҡ балалар үҙҙәренең әйберҙәрен осһоҙ хаҡҡа һата, уларҙы бәләкәсерәктәр алып кейеп тора. Саңғыларҙы ла, конькиҙарҙы ла, бокс бирсәткәләрен дә, хоккей ҡорамалдарын да шулай итеп йөрөтәбеҙ. Теләк булғанда, юлдарын табырға була.
Башҡорттарҙың ҙур спортта аҙ булыуҙарының тағы ла бер сәбәбе: өҫтә әйтелгән һәм башҡа сәбәптәр арҡылы бала саҡтан спортҡа килмәү. Ә бит профессиональ спорт ул йылына бер сығып айҡаша торған һабантуй көрәше йәки йүгереше түгел. Беҙҙең аңда һаман да спортты ана шул һабантуй батыры образында ғына күреү һаҡлана. Бөгөнгө спорт - ул бала саҡтан һалына торған өҙлөкһөҙ хеҙмәт күрһәткесе.
Һорауға ҡайтҡанда, эйе, беҙҙең көрәш, уҡ атыу, ат сабышы кеүегерәк милли спорт төрҙәребеҙ бар, әммә мин дә быларға баҫым яһамайым. Милли уйындарыбыҙҙы бутамай, үҙ тәртиптәрендә һаҡлау һәм шөғөлләнеү зарур, тик улар сигендә генә ҡалыу мотлаҡ түгел. Беҙҙең милли спорт төрҙәрен белгәндә, шул нигеҙҙә көс һәм таҫыллыҡ туплағанда, башҡа бөтә төр уйындарҙа ла алдырырға була.
Спортсы бала көслө була, уныһы бәхәсһеҙ. Был осраҡта хатта уның физик яғы яҡшыраҡ үҫешәлер. Был ваҡытта уның рухи яғы аҡһамаймы? Бары тик физик көсөн генә алға ҡуйған "машина" тәрбиәләмәү өсөн ниндәй алымдар ҡулланырға?
Р. Бикембәтов: Аңы камил булған баланың, физик яҡтан үҫешһә, рухи яғы ла үҫешә ул. Ә инде аң кимәле генетик яҡтан йәки башҡа сәбәптәрҙән түбәнерәк булғанда, бында уның физик тәрбиәһе сәбәпсе була алмай.
Спорт өлкәһендә, теләһә ниндәй спортта ла, педагогик белемле тренерҙар иң беренсе сиратта спорттың емергес көс булырға тейеш түгеллеген аңлата. Был хаҡта бала бәләкәйҙән хәбәрҙар булып, ниндәйҙер мәрхәмәтлек, абруйлыҡ, ғорурлыҡ тойғоларын һеңдереп үҫә. Бындай уҡыусы бер ваҡытта ла урамға сығып, кеше туҡмап, ҡыйырһытып йөрөмәйәсәк. Спорт бит иң беренсе эмоцияларҙы контролдә тоторға өйрәтә.
Нимә генә тигәндә лә, көслө һәм сәләмәт кешеләрҙе хөрмәт итәләр. Көслө кешеләргә көсһөҙөрәктәр, мәҫәлән, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар арҡалана, шулай бит? Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә, эпостарында күпме батырҙарыбыҙ бар. Уларҙың бала сағын һүрәтләгәндәрен иҫләйек әле. Батыр егет өс йәшендә нисәлер ботлоҡ ташты атҡан, ете йәшендә ҡолондо күтәргән һәм башҡалар, тип яҙылған уларҙа. Һәм шул батырҙар халҡына, еренә күпме изгелектәр яһай. Былар беҙгә миҫал түгелме ни!
Ф. Дәминдаров: Спорт мәктәптәре спорт менән шөғөлләндереүҙән тыш, педагогик тәрбиә усағы ла булып тора. Үрҙә лә әйттем, беҙҙә тренерҙар педагогик белемле, тәжрибәле уҡытыусылар. Параллель рәүештә психологтар ҙа эшләй беҙҙә. Тәрбиәләнеүсенең холҡонда, ғәҙәтендә ниндәйҙер тайпылыштар һиҙелә икән, улар шунда уҡ был баланы иғтибар үҙәгенә ала, күҙәтә, ата-әсәһе менән һөйләшә һәм дөрөҫ һығымталар яһай, проблеманы хәл итә. Тренерҙың да ролен һөйләп киттек. Уның абруйы ла ҙур роль уйнай, тинек. Тренерҙың маҡсаты - тәрбиәләнеүсеһенән ысын спортсы сығарыу. Ә бер яҡлы ғына үҫешкән кешенән профессионал сыҡмаҫын ул яҡшы белә. Еңеүҙәр яулайһы спортсы - ул көслө генә түгел, аҡыллы ла, хәйләкәр ҙә, сос та, осҡор ҙа булырға тейеш. Ул тиҙ уйлай, йәһәт хәл итә, дөрөҫ юлдар һайлай, уйлы аҙымдар яһай белергә бурыслы. Бына шундай балаларҙы тәрбиәләйбеҙ ҙә инде беҙ спорт мәктәптәрендә.
Шулай итеп...
Был һөйләшеүҙә балалар спорт донъяһына күҙәтеү яһаныҡ. Әңгәмәселәребеҙ яуаптарҙы тура һәм аныҡ ҡына итеп әйтеп бирҙе. Ошоларҙан сығып, балаларын спортҡа бирергә йыйыныусы ата-әсәләр һығымталар яһаһын ине. Һәм улар ниндәй генә спорт төрөндә үҫешкәндә лә милли һыҙаттарын һаҡлап ҡалһын, башҡорт балаһы булып дан ҡаҙанһын һәм профессионалдар майҙанында ла Башҡортостан спортсыһы булып сығыш яһаһын.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА