«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АЛҒА, БАШҠОРТОСТАН!"
+  - 



18 декабрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Радий Фәрит улы Мөрәжәғәтнамәнең Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына ғына түгел, ә тотош Башҡортостандың 4 миллион халҡына ла төбәлгәнен, үҙ эшенең төп йүнәлеше булған мохтаждарға ярҙам итеү, һәр кеше хаҡында хәстәрлек, тормош кимәлен яҡшыртыу кеүек сараларҙың әлеге документта ла сағылдырыласағын билдәләне. "Мин кешеләр хаҡында һөйләйәсәкмен!" тип иҫкәртте ул башта уҡ. Артабанғы сығышында ул әленән-әле республиканың төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән фиҙаҡәрҙәре миҫалын телгә алды, уларҙы аяғүрә баҫтырып, залдағыларҙан алҡышлатты. Уның: "Бөгөн мин республикала законлы һәм демократик власть алышыныуы традицияларын нығытыу, үҙебеҙҙән алда эшләгән кешеләргә ихтирамлы мөнәсәт хаҡында әйткем килә. Өлкән быуынға айырым хөрмәт хаҡында", - тип, Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ла, Рәстәм Зәки улы Хәмитовҡа ла рәхмәт белдереүе, бөтөн залдың уларҙы аяғүрә баҫып алҡышлауы айырыуса тулҡынландырғыс мәл булды.


Халыҡ тауышын ишет

Эш башлауымдың тәүге көндәрендә үк мин үҙемдең Хакимиәткә инцидент-менеджментҡа ҡушылырға ҡуштым. Был автоматлаштырылған көндәлек система республика халҡы өсөн киҫкен булған меңәрләгән проблемаларҙы асыҡлай. Улар хәл итеү өсөн шунда уҡ минең хеҙмәттәштәргә ебәрелә һәм билдәле ваҡытҡа ҡәтғи контролгә алына. Тармаҡ, биләмәләр үҫеше, кешеләрҙең уңайлы тормошо өсөн яуаплы власть органдары хеҙмәткәрҙәренән айырым һорау буласаҡ. Минең командала битараф һәм утһыҙ күҙҙәр менән ултырған кешеләргә урын юҡ. Тағы ла бер тәү шартым - вайымһыҙ чиновниктарҙы бер ҡасан да яҡламаясаҡмын. Власть үҙ сафтарында коррупция кеүек күренештәрҙең булыуын танырға һәм уға ҡаршы көрәшергә тейешлегенә ныҡ инанғанмын. Бөтөн чиновниктар ҙа закон алдында таҙа тип күрһәтергә маташмаҫҡа. Ғөмүмән, идара итеүсе кадрҙарҙы һайлау һәм күсереп йөрөтөү системаһы граждандарҙа күп һорауҙар тыуҙыра. Беҙҙә бит шулай өйрәнелгән - ҡайһы бер башлыҡтар тиҫтә йылдар буйына урындарында ултыра һәм уны берәй ҙур янъял килеп тыуғас ҡына ташлап китә. Йә булмаһа, быныһы инде бөтөнләй насар: күҙгә бик салынмай ғына, әллә ни эш тә күрһәтмәйенсә, нисек тә булһа урынын һаҡлап ҡалырға маташып, тиҫтәләрсә йылдар ултыралар. "Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы" Ассоциацияһынан ошо мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙы ойоштороуын һорайым.

Башлыҡтар шулай эшләһен

Ҡала һәм район башлыҡтарына килгәндә, һеҙҙе донъялағы иң билдәле һәм уңышлы муниципалитет башлығы Рудольф Джулианиға эйәрергә саҡырам. Уның "ватылған тәҙрәләр теорияһы" менән таныш булғандар белә - теләһәң, иң ҡатмарлы муниципалитетта ла хәлде яҡшыртырға була. Көн һайын ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итеп, һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә алабыҙ. Әммә өйөбөҙҙәге бер генә ярыҡ тәҙрәгә иғтибар итмәйбеҙ икән, тиҙҙән бар тәҙрәләр ҙә ватыҡ буласаҡ. Әйҙәгеҙ, бергәләп төҙөкләндерәйек. Балалар түшәме серегән мәктәптә уҡымаһын. Поликлиникала, МФЦ-ла сиратта, ҡышҡы һыуыҡтарҙа туҡталыштарҙа кешеләр сәғәттәр буйынса тормаһын. XXI быуатта балалар яҡтыртылмаған урамдар буйлап уҡырға йөрөмәһен. Власть йорттарҙа ут һәм йылы булыуын, ваҡытында ремонт үткәрелеүен, урамдарҙың, ихаталарҙың, подъездарҙың таҙа булыуын тәьмин итергә бурыслы. Республикала авария хәлендәге мәктәптәр, балалар баҡсалары булмаҫҡа тейеш. Хөкүмәткә авария хәлендәге мәктәптәр төҙөлөшө, биналарға капиталь ремонт һәм реконструкция үткәреү, уларҙы заманса ҡоролмалар һәм кәрәкле уңайлыҡтар менән тәьмин итеү буйынса программа ҡабул итергә йөкмәтәм.

Балалар баҡсаһы

Әле 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн балалар баҡсаларында ясли төркөмдәре етмәй. 2021 йылға 49 яңы балалар баҡсаһы төҙөргә планлаштырабыҙ. Балалар баҡсалары буйынса тағы бер мәсьәлә. Һүҙ ата-әсәләр түләүен ҡаплау тураһында. Ул закон буйынса һәр ғаилә ағзаһына ике йәшәү минимумынан артыҡ булмаған килемле ғаиләләргә генә ҡағыла. Мин балалары балалар баҡсаһына йөрөгән бар ғаиләләргә лә ярҙам итергә булдым. Хөкүмәткә был маҡсатта саралар бүлеүҙәрен һорайым. Ата-әсәләр йыш ҡына мәктәптә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итә. Был һорауҙы иң яҡшы өлгөләрҙе ҡулланып, муниципалитеттар үҙҙәре хәл итергә тейеш. Быны юлға һалғандан һуң балаларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙә адреслы ярҙам күрһәтеү тураһында уйларбыҙ. Хөкүмәткә киләһе йылдың 1 июленә тиклем был һорауҙарға асыҡлыҡ индереүҙе йөкмәтәм. Хөкүмәткә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләү буйынса тәғәйенләнгән пособие күләмен арттырыу мәсьәләһен дә эшләргә йөкмәтәм. Киләһе йылда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм уларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү саралары күләмен ике тапҡырға арттырасаҡбыҙ.

Сәләмәтлек - өҫтөнлөклө тема

Сәләмәтлек темаһын дауам иткәндә, дауаханаларҙы, поликлиникаларҙы һәм бигерәк тә льгота буйынса хеҙмәтләндерелеүселәрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә тәртип булдырырға кәрәк - заявкаларҙы ваҡытында һәм дөрөҫ тултырырға, конкурс процедуралары үткәрергә, һатып алынған препараттарҙы файҙаланырға. Дарыуҙар һәр сирлегә өҙлөкһөҙ һәм адреслы барып етергә тейеш. Беҙҙә авария хәлендәге, иҫке медицина учреждениелары бик күп. Дауаханаларҙың, поликлиникаларҙың яртыһы тиерлек капиталь ремонт талап итә. Шул иҫәптән - ауыл амбулаториялары, 600-ҙән ашыу фельдшер-акушер пункты. Ҡалаларҙа, бигерәк тә яңы төҙөлгән биҫтәләрҙә поликлиникалар етешмәй. Бында социаль объекттар төҙөү буйынса үҙҙәренең йөкләмәләрен үтәмәгән төҙөлөш компанияларының да ғәйебе бар. Ә яуаплы хеҙмәттәр быға күҙ йома. Бындай күренештәрҙе ҡәтғи туҡтатырға вәғәҙә итәм.

Эскелеккә урын юҡ

Ғөмүмән, минең өсөн сәләмәтлек темаһы, шул иҫәптән алкоголь ҡулланыу һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш тә һәр саҡ өҫтөнлөклө буласаҡ. Кемгәлер был тема теңкәгә тейеп бөткән булып тойолһа ла, ул зыянлы ғәҙәт кенә түгел. Ул ғаиләләрҙе тарҡатыуға, кешеләрҙе ғәрипләүгә, үлтереүсе, суицидҡа, ғаиләлә көс ҡулланыуға алып килеүсе, көнкүреш нигеҙендә үлемгә килтереүсе, янғын сығарыусы, ғүмерҙәрҙе өҙөүсе авариялар тыуҙырыусы ҡот осҡос социаль яуызлыҡ. Республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советына хоҡуҡ һаҡлау һәм контролләүсе органдар менән берлектә балиғ булмаусыларға алкоголь һәм тәмәке, рөхсәте булмаған һәм сертификацияланмаған спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу, сауҙа ойошмаларының тейешле лицензияларын тикшереү буйынса эшмәкәрлекте көсәйтеүҙе йөкмәтәм. Тәү сиратта йәштәр мөхитендә алкоголь һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәште яйға һалырға кәрәк. Был мәсьәләлә участка уполномоченныйҙары, социаль хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар битараф булырға тейеш түгел.

Кадрҙар етешмәй

Медицина кадрҙарының етешмәүе етди проблема булып тора. Бөгөн беҙҙең дауалау учреждениеларына өҫтәмә рәүештә 1300 табип кәрәк. Киләһе йылда райондарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә барыусы 125 табип - тар специальность белгестәре 1 миллион һум ярҙам аласаҡ. Шундай уҡ сумма килешеү төҙөп, "Земство докторы" программаһында ҡатнашҡан, әммә төрлө сәбәптәр буйынса аҡса алмаған 150 белгескә биреләсәк. Был мәсьәлә буйынса муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм: белгестәр етешмәүе проблемаһына һылтанмағыҙ һәм был һеҙҙең вәкәләт икәнен инҡар итмәгеҙ. Беҙ муниципалитеттар башлыҡтары эшен башҡа күрһәткестәр менән бер рәттән, медиктарҙың һәм башҡа белгестәрҙең социаль-көнкүреш урынлашыуы күрһәткестәре буйынса ла баһалаясаҡбыҙ. Хөкүмәткә йәш белгестәргә торлаҡты ҡуртымға биреү һәм уны артабан һатып алыу мөмкинлеге биргән республика программаһын эшләргә йөкмәтәм.

Себер китә ирҙәр

Халыҡ менән ҡайҙа ғына осрашһам да, уларҙы, лайыҡлы эш булмағанлыҡтан, күп ир-аттың республиканан ситкә эшкә китеүе борсой. Нигеҙҙә, улар Себергә юллана һәм унда сәләмәтлеген ҡаҡшата. Бынан тыш, бик йыш ғаиләләр тарҡала. Ә беҙ эшкә һәләтле халыҡты юғалтабыҙ. Был, минеңсә, бөгөн республика өсөн иң мөһим проблема. Халыҡ беҙҙе һәм беҙҙең эшебеҙҙе ошо кире трендты нисек үҙгәртә алыуыбыҙға ҡарап баһалаясаҡ. Бының өсөн беҙгә лайыҡлы эш хаҡы түләнгән яңы эш урындары кәрәк. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итәсәкбеҙ, яңы производство асасаҡбыҙ. Элекке, ҡасандыр халыҡты эш менән тәьмин иткән, һуңынан төрлө сәбәптәр менән банкрот ителгән предприятиеларҙы ҡабаттан тергеҙергә кәрәк. Был өлкәлә ҡәтғи тәртип булдырыу мөһим. Әлегә мин миҫал итеп банкротлыҡ процедураһы аша көрсөктән уңышлы сыҡҡан бер генә предприятиены ла килтерә алмайым. Ҡайҙалыр менеджмент эшләп еткермәгән, ҡайҙалыр был махсус эшләнгән. Беҙ төрлө милек формаһындағы ойошмаларҙы бүлгеләүҙән миллиондарса һум килем алған енәйәти төркөмдәрҙең эшмәкәрлегенә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Һуңғы йылдарҙа Ағиҙел йылға пароходлығы, Ергән МТС-ы һ.б. етди предприятиеларҙы юғалттыҡ. "Башавтотранс", "Башҡортостан" нәшриәтен саҡ юғалтмай ҡалдыҡ. Иҡтисадты һауыҡтырыу мәсьәләләре менән дәүләт шөғөлләнергә тейешлегенә инанам.

Йәштәр ҙә китә

Йәштәрҙең республиканан ситкә китеүе - айырым тема. Мәктәп тамамлаусыларҙың сиреге йыл һайын башҡа төбәктәрҙең вузына уҡырға инә. Уларҙы беҙҙең университеттарҙа кәрәкле специальностарҙың, уҡыу, фән менән шөғөлләнеү, ижад өсөн заманса инфраструктураның булмауы, уңайлы йәшәү һәм эшкә урынлашыу перспективалары юҡлығы ҡәнәғәтләндермәй. Беҙҙең университеттар Рәсәйҙең алдынғы университеттары кимәлендә булырға тейеш. Республика барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла ярҙам итергә әҙер. Хәҙер мәғариф, фән һәм технологиялар төбәктәрҙең үҫеш нөктәһе булып тора. Вуздарға предприятиелар менән берлектә төбәк иҡтисадын иҫәпкә алып, яңы белем биреү программалары эшләү тураһында уйларға кәрәк. Технологик алға китеүҙә вуздарҙың ролен ҡырҡа күтәреү зарур. Университеттарҙың тырышлығын фән һәм инновацион сектор менән берләштереү өсөн Хөкүмәткә киләһе йыл һуңына тиклем Технополис - республика Фән һәм технологиялар йорто төҙөү буйынса эште тамамлауҙы йөкмәтәм. Шуны ла әйтергә кәрәк, заманса супер кампусһыҙ бөгөн уңышлы һәм үҙенә йәлеп итеп торған вузды күҙ алдына ла килтереп булмай. Өҫтәүенә, башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән килгән абитуриенттар һаны ла арта бара. Республика хөкүмәтенә башҡа вуздар һәм Өфө хакимиәте менән берлектә вуз-ара кампус төҙөү буйынса тәҡдимдәр эшләп индереүҙе һорайым. Беҙҙең ҡала илдәге йәштәр мәғарифы баш ҡалаларының береһенә әйләнергә тейеш.

Демография

"Ғаилә йылы" сиктәрендә республикала демографик хәлде яҡшыртыуға, ғаилә сәйәсәтен нығытыуға, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға йүнәлтелгән "Балалар ун йыллыҡтары"ның күп проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөү дауам итә. Киләһе йылда биш һәм унан күберәк балиғ булмаған йәштәге күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн сумманы ике тапҡырға - ярты миллионға тиклем арттырыу күҙаллана. Башҡортостан күп балалы һәм ата-әсәләр яуаплылығы традициялары көслө ғаиләләре менән ғорурлана. Уларҙы билдәләү өсөн "Ата-әсә ҡаһарманлығы" миҙалы булдырылған. Бөгөн был залда ошо миҙалға лайыҡ булған Ғәлиә менән Самат Зәйнуллиндар бар. Улар һоҡланғыс биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Үкенескә күрә, шуларҙың берәүһе - Ринат Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған.

Юлдар хәүефһеҙлеге

Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына ҡыҙыу нөктәләрҙә түгел, ә көндәлек хеҙмәттәрендә лә ысын батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Быйыл 6 ноябрҙә ЮХХДИ инспекторы, полиция капитаны Альберт Талипов - Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған элекке спецназ һалдаты бер үҙе ҡораллы водитель менән һөйләшеү сараһына йөрьәт итә һәм уны ҡоралһыҙландырыуға өлгәшә. Үҙен һәм эргәһендәгеләрҙе шартлатыу менән янаған енәйәтсе инспекторҙың ҡыйыулығы һәм дөрөҫ эш итеүе арҡаһында ҡулға алына. Әйткәндәй, юлдарҙа кешеләрҙең хәүефһеҙлеге тап юл хәрәкәте инспекторҙарына бәйле. Йыл башынан алып 4 мең юл-транспорт бәрелештәрендә 500-ҙән ашыу кеше һәләк булған, 5 мең кеше тән йәрәхәттәре алған. Етди саралар күреү, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы алдан иҫкәртеү, хәүеф-хәтәрҙе бөтөрөү йүнәлешендә эшләргә кәрәк. Трассаларҙың авариялар йыш була торған участкаларында, йәнле хәрәкәт урындарында, кешеләр күп йыйылған ерҙәрҙә даими дежурлыҡ итеүҙе ойошторорға ҡушам. Видеофиксация камераларын арттырырға кәрәк. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына иң ҡатмарлы һәм хәүефле юл участкаларын тәү сиратта ремонтлау өсөн уларҙың исемлеген төҙөргә ҡушам.

Пассажирҙар ташыу

Беҙ пассажирҙар ташыуҙа ла тәртип булдырыуҙы тамамлаясаҡбыҙ. Киләһе йылдың тәүге кварталында уҡ Өфөнөң бөтөн автобус парктары ла заманса һәм уңайлыларына алыштырыласаҡ. Беҙ кешеләрҙең фекерҙәрен туплап, улар өсөн уңайлы транспорт схемаһын яйлаясаҡбыҙ. Бөтөн ташыусылар өсөн дә берҙәм транспорт картаһы индереләсәк, был финанс ағымдарын контролдә тоторға мөмкинлек бирәсәк. Ә иң мөһиме - аныҡ конкурстар процедураһы булдырыу. Элек ҡайҙа криминал һәм коррупция "рулдә" торған, улар менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнәсәк. Пассажирҙар ауырлыҡ кисергән бөтөн проблемаларҙы ла хәл итәсәкбеҙ. Юл инфраструктураларын үҫтереү буйынса эре проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы республика өсөн мөһим аҙым тип иҫәпләйем, уларҙаң күбеһе был осорға федераль үҙәктә яҡлау тапты ла инде. Был тәү сиратта Өфөлә көньяҡ йүнәлештә Ағиҙел аша күпер төҙөлөшө, "Өфө - Ырымбур" юлын дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү. Ҡариҙел ауылы янында Ҡариҙел йылғаһы аша күптән көтөлгән күперҙе төҙөп бөтәсәкбеҙ. Юғары тиҙлектәге "Мәскәү - Ҡаҙан - Екатеринбург" магистраленә Өфөнө индереү буйынса эш алып барабыҙ.

Инвестициялар йәлеп итеү

Теге йәки был проблеманы хәл итеү өсөн саралар кәрәк, тигәндә, шуны аңларға кәрәк: улар беҙгә күктән төшмәй. Беҙ был аҡсаларҙы эшләп алырға, республиканың иҡтисади үҫеше өсөн шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, республика инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәрен ҡулланмай. Шуға ла киләһе йылдан инвестиция потенциалын тормошҡа ашырыу күрһәткестәре буйынса муниципалитеттар рейтингын индерәбеҙ. Республикаға шулай уҡ эске иҡтисади экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү кәрәк. Сит ил инвесторҙарының Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуы көслө. Әммә был реаль проект булып китһен өсөн был өлкәне белгән кешеләр кәрәк. Республикала, унан ситтә бындай белгестәрҙе эҙләйәсәкбеҙ һәм уларға вәкәләт бирәсәкбеҙ.

Ауыл хужалығы

Республиканың үҙенең көслө яҡтары ла бар. Ауыл хужалығы тулы ҡеүәтендә файҙаланылмай. АПК беҙҙең иҡтисад үҫешенең иң перспективалы нөктәләренең береһе. Бер генә һан килтерәм. Республиканың аҙыҡ-түлек баҙары һыйҙырышлығы яҡынса 350 млрд һум. Бөгөн 170 млрд һумға аҙыҡ-түлек етештерәбеҙ. Был әҙер продукттар түгел, башлыса сеймал. Әҙер продукттар етештереү - АПК-лар өсөн тәүге бурыс. "АПК лидеры" тигән программа тормошҡа ашырыласаҡ, унда агробизнес өсөн заманса белгестәр әҙерләнәсәк. Шулай уҡ ауыл хужалығы өсөн эшсе кадрҙар кәрәк. Башта 5-6 эре аграр колледжда малсылыҡ фермалары, тәжрибә быҫыуҙары булдырасаҡбыҙ. Улар өсөн заманса техника һәм ҡоролмалар аласаҡбыҙ. Әгәр ҙә бөгөн беҙ илдә һөт, ит, бал етештереү буйынса лидер иҫәпләнһәк, иртәгә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, биотехнологиялар, аграр өлкәне цифрлаштырыуҙа алдынғы булырға тейешбеҙ. Бында иң мөһиме уңышлы агробизнес һәм табыш алыу түгел. АПК-ның үҫеше ауылдың социаль үҫешенә лә, ауыл халҡының йәшәү сифатына ла эшләй. Республиканың 40 проценты, 1,5 млн кешенең яҙмышы тураһында һүҙ бара. Ауыл халҡының, ауылдарҙың киләсәген хәстәрләүҙе шәхси бурысым итеп ҡабул итәм. Үҙем ауылда тыуҙым. Тап ауыл милли йолаларҙы, ғаилә ҡиммәттәрен, быуындар бәйләнешен һаҡлаусы икәнен дә беләм. Былар барыһы ла халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен тәшкил итә.

Төҙөкләндереү

Район-ҡалалар буйлап йөрөгәндә мин һәр саҡ йәшәү мөхитенә, коммуналь хеҙмәттәрҙең эшенә, ауылдарҙың төҙөклөгөнә һәм экологик хәл-торошҡа иғтибар итәм. Күргәндәрем мине бик йыш күңелһеҙ аптырауға һала. Балалар майҙансыҡтарына ҡарағыҙ. 3 мең самаһы ихата төҙөкләндереүгә мохтаж. Тағы бер ҙур яңы программа - подъездарҙы ремонтлау. Төҙөкләндереү буйынса программаны тормошҡа ашырғанда мотлаҡ йәмәғәт тыңлауҙарында йорттарҙа йәшәүселәр менән фекер алышыу зарур. Һәр ҙур ауылда яҡшы парк булырға тейеш. Был да - кешеләргә сәләмәтлеген нығытыу һәм ял итеү урыны булдырыу мөмкин булмаҫлыҡ эш түгел. Республиканың быға ғына ресурстары етерлек. Авария фондын бөтөрөү буйынса ла артабан эшләргә кәрәк. Әле шул хаҡта һөйләшеүҙәр алып барыла. Коммуналь, бигерәк тә ҡар таҙартыу һәм һыу һиптереү техникаһы наҡыҫлығын хәл итә башланыҡ.

Таҙа һыу һәм һауа

Күп территориялар халҡы имен булмаған экологик хәл-торошҡа, эсәр һыу сифатының насар булыуына, һыу менән тәьмин итеү системаһының эшендәге проблемаларға зарлана. Беҙҙә, ғөмүмән, инженер селтәрҙәре менән проблемалар күп. Райондар һәм ҡалалар тиҙ үҫә, инфраструктура улар артынан үҫеп өлгөрмәй. Хөкүмәттән муниципаль инженер селтәрҙәрен төҙөү буйынса программа әҙерләүҙе һорайым. Тормош һәм сәләмәтлек сифатының тағы бер күрһәткесе - саф һауа. Беҙ артабан да һауаны бысратыусы предприятиелар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәкбеҙ, уларға ҡарата штраф санкцияларын арттырасаҡбыҙ. Бизнестан тәбиғәтте һаҡлау саралары өлкәһендә актив инвестиция сәйәсәтен талап итәсәкбеҙ. Муниципалитеттарҙы атмосфераны бысратыуҙы контролләүсе атоматлаштырылған станциялар менән йыһазландырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Тағы бер мөһим мәсьәлә - киләһе йылдан ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙең яңы системаһына күсәсәкбеҙ. Сүп-сар сығарыу өсөн тарифтарҙың саманан артыҡ ҙур булыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ.
Планыбыҙҙа - киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы рөхсәтһеҙ табыуға ҡаршы көрәш. Беҙ республика ҡануниәтенә ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу һәм лицензия алыу шарттарын ҡәтғиләштерергә планлаштырабыҙ. Ә һуңғы йылдарҙа кемдер беҙҙең байлыҡтарҙа байырға теләп, сеймалды вәхшиҙәрсә тапҡан һәм тәбиғәткә зыян килтергән - улар ҡаты яза аласаҡ. Уларҙы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу инициативаһы менән беҙ федераль кимәлгә сығасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта муниципалитеттар үҙ ихтыяжы, мәҫәлән, юлдарҙы тигеҙләү, ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн үҙ территорияһындағы ваҡ таш, ҡомташ һәм башҡа сеймалды файҙалана алырға тейеш. Хөкүмәткә, Дәүләт Йыйылышына республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итәм.

Йомғаҡлау

Һүҙемде йомғаҡлап, республика халҡына шуны әйтергә теләйем - әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе провинциал итеп тоймайыҡ! Үҙебеҙҙе ихтирам итә, республикабыҙ, уңыштарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Күршеләребеҙ: "Без булдырабыз!" тип дөрөҫ әйтә. Ә мин: "Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!" тип әйтәм. Әгәр ҙә йәшәү кимәле буйынса башҡа төбәктәрҙе ҡыуып етергә теләһәк, беҙҙең башҡа һайлау мөмкинлегебеҙ юҡ. Шул саҡта беҙ илдең алдынғы урынына сығасаҡбыҙ. Әйткәндәй, әйҙә был беҙҙең девизыбыҙ булһын!
Һуңғы ваҡытта беҙҙең республикала ла көндәлек тормошта ғәҙеллек эҙләүҙәр һиҙелә. Мин ғәҙеллекте нисек аңлайым? Кешеләр яҡшы итеп эшләй, бының өсөн лайыҡлы эш хаҡы ала. Дәүләткә үҙ ғүмерен бағышлаған ветерандар үҙен онотолған итеп һиҙмәй. Бизнесҡа дәүләт ярҙамы "үҙебеҙҙеке" һәм "сит"кә бүленмәй. Етәкселәрҙең яратҡандары юҡ. Барыһы ла закондар алдында тигеҙ. Үҫешкән муниципалитеттар артта ҡалғандарға ярҙам итә. Ғөмүмән, көслөләр көсһөҙҙәргә ярҙамға килә - ҡарттарға, балаларға, аҙ тәьмин ителгәндәргә, махсус мохтажлы кешеләргә. Сөнки был - ғәҙел. Ғәҙеллек - ул танышлыҡ һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡтан сығып эш итеүҙәрҙең булмауы. Ауылда йәшәгән һәр егет һәм ҡыҙ, яҡшы уҡыһа, үҙен үҫтерһә, тыуған республикаһында уңыш ҡаҙана аласағын белергә тейеш. Буш вәғәҙәләр биреп, халыҡты алдамайым. Ҡасандыр бер ваҡыт командам тураһында "Был кешеләр вәғәҙәһендә торҙолар!" тип әйтһәләр, мин үҙ ғүмеремде бушҡа үткәрмәгәнмен тип иҫәпләйәсәкмен.
Әйҙәгеҙ, хәҙер үк үҙ көсөңә ышанмауҙан, тәкәбберлектән, кешеләргә ҡарата битарафлыҡтан баш тартайыҡ. Дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙар менән йәшәйек һәм һәр аҙым менән тормошобоҙҙо яҡшыға үҙгәртәйек! Минең стратегиям ошонан ғибәрәт. Алға, Башҡортостан!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.18 | Ҡаралған: 744

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru