«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАРИКОЗДЫ ЛА ИРТӘРӘК ДАУАЛАҺАҢ, ЯҠШЫРАҠ
+  - 



Варикоз - веналарҙың варикоз киңәйеүен халыҡ шулай тип йөрөтә. Сеймәләгән йомғаҡ шикелле ул. Ҡара ҡан тамыры төйөндәрен нисек "һүтергә"? Бик мәкерле һәм хәүефле был сирҙән нисек һаҡланырға? Уны дауалауҙа ниндәй ысулдар ысынлап та эшләй, ә ҡайһылары юҡ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға ҡан тамырҙары хирургы, "Заманса флебология клиникаһы" табибы Илдар ӘХМӘТЙӘНОВ менән яуап эҙләйбеҙ.

Ни өсөн тап һуңғы осорҙа варикоз ауырыуына иғтибар көсәйҙе?

- Веналарҙың варикоз киңәйеүе - нәҫел ауырыуы. Шуға ла уға бөгөн генә килеп сыҡҡан сир тип ҡарарға кәрәкмәй. Ер шарында йәшәгән халыҡтың 40 проценты ҡара ҡан тамырҙарының тейешле эшләмәүенең теге йәки был стадияһы менән яфалана. Был, тәү сиратта, веналарҙың варикоз киңәйеүенә килтерә. Бөгөн бөтөн сирҙәргә лә иғтибар артты, сөнки хәҙер кешеләр үҙенең сәләмәтлеген күберәк ҡайғырта. Пластик хирургия, косметология үҫеше лә ошоноң менән бәйле, сәләмәт, матур булғылары килә. Элек веналарҙың варикоз киңәйеүен Европала ғына дауалайҙар, тип уйлай инек. Дөрөҫөн әйткәндә, Европала беҙҙәге кеүек был сирҙең аҙған формалары осрамай ҙа. Сөнки медицина шулай ҡоролған, сирҙе башланғыс осоронда асыҡлап, дауалап та ҡуялар. Бөгөн беҙҙең клиника тәҡдим иткән лазер ярҙамындағы операцияларҙы унда ғәҙәти дауаханаларҙа ла яһайҙар.
Нимә ул нәҫел ауырыуы? Әгәр ҙә әсәйегеҙ, атайығыҙ, өләсәйегеҙ, олатайығыҙҙа веналарҙың варикоз киңәйеүе булһа, һеҙҙә лә ул 50-60 процент осраҡта буласаҡ. Бының өсөн ошо сирҙе уятыусы фактор булырға тейеш. Әйтәйек, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда 3 тапҡыр күберәк ауырый, сөнки улар бала таба. Ауырлы булыу ошо сирҙе ҡуҙғытыусы фактор булып тора. Һөнәр ҙә сирҙе "уятып" ебәрә, мәҫәлән, уҡытыусылар, парикмахерҙар, ғөмүмән, кемдең эше оҙайлы ваҡыт бер урында тик тороу, йәки тик ултырыу менән бәйле. Тик уларҙың араһында ла нәҫелдәрендә ошо сир булғандар хәүеф төркөмөнә эләгә. Ауыр эш, физик күнекмәләр ҙә ошо факторҙарға инә. Йәш ҡыҙҙар араһында штанга күтәреү модала хәҙер. Ниндәй генә фитнес клубҡа барып инһәң дә, штангаларға ҡыҙҙар сиратҡа баҫҡанын күрәбеҙ.
Һәм шуныһы - веналарҙың варикоз киңәйеүе барлыҡҡа килгән икән, ул йылдан-йыл көсәйәсәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, варикоз бер ҡасан да үҙенән-үҙе бөтмәй. Беҙҙең бер профессорҙың бик хаҡлы һүҙҙәре бар: варикозды майҙар, таблеткалар, үләндәр менән дауаларға тырышыу ҡулдағы артыҡ алтынсы бармаҡты ошо ысулдар менән алып ташларға ынтылыу менән бер.

Телевизорҙан тәүлек әйләнәһенә ошондай майҙар һәм таблеткаларҙы рекламалайҙар бит? Тимәк, ошо дарыуҙарҙы етештереүсе һәм һатыусылар халыҡтың аңын бутау менән генә шөғөлләнә?

- Был флеботоник таблеткалар, әйтәйек, ҡан тамырҙары өсөн витамин. Улар ҡан тамырының стенаһын нығыта. Майҙар иһә тынысландырыусы тәьҫиргә эйә. Тимәк, улар веналарҙың варикоз киңәйеүен дауалай алмай, хәлде еңелләштерә генә. Ҡағиҙә булараҡ, дарыуҙарҙы оҙайлы ваҡыт эсергә кәрәк һәм улар бик ҡиммәт тора. Мөмкинлегегеҙ бар икән, эсегеҙ. Үҙемдең пациенттарыма ла кәңәш итәм уларҙы. Тик ниндәйҙер мөғжизә көтөргә кәрәкмәй.
Веналарҙың варикоз киңәйеүен профилактикалауҙың иң уңышлы ысулы - компрессион трикотаж. Шулай уҡ ҡан тамырҙарығыҙ ҡалҡып сыҡҡан һәм һеҙ ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында операция яһатырға теләмәйһегеҙ икән, компрессион трикотаж кейегеҙ. Аңлауығыҙса, варикоз - ул өҫтә урынлашҡан ҡара ҡан тамыры ауырыуы. Ни өсөн ул күберәк аяҡтарҙа була? Ҡан ҡара ҡан тамыры буйлап йөрәккә бара. Уға тартыу көсөн еңеп, аяҡтан йөрәккә тиклем күтәрелер өсөн "ярҙамсы"лар кәрәк. Аяҡ балтыры мускулдары бында насос ролен үтәй, атлаған саҡта мускул епсәләре ҡыҫҡара һәм ҡанды йөрәккә ҡыуалай. Был мускулдан тыш, ҡара ҡан тамыры эсендә урынлашҡан клапандар әһәмиәткә эйә, улар ҡанға кире аҫҡа ағырға бирмәй. Веналарҙың варикоз киңәйеүе - ошо үҙенең функцияһы үтәүҙән туҡтаған клапандар ауырыуы. Клапандарҙың эшлектән сығыуына алда әйтеп үткән факторҙар булышлыҡ итә лә инде. Компрессион трикотаж кейгәндә уларға көсөргәнеш төшмәй, сөнки трикотаж баҫым яһап, веналарҙы тотоп тора.
Профилактика тигәс, бындай трикотажды өйҙә, кистәрен кейергә тип уйлағандар хаталана. Кемдәр генетик йәһәттән варикоз ауырыуына бирешә ала, уларға физик эш эшләгәндә, эштә, ауырлы саҡта, хатта спорт менән шөғөлләнгәндә кейергә. Хәҙер компрессион трикотаждың төрлөһө бар, ғәҙәти капрон колготкиҙарҙан айырылмағаны ла, төҫлөләре лә, Сваровски таштары менән биҙәлгәндәре лә, спорт өсөн тәғәйенләнгәндәре лә. Компрессион трикотаж ул медицина трикотажы, шуға ла уны беренсе осраған дарыухананан һатып алырға кәрәкмәй. Уны сираҡты, ботто, шулай уҡ аяҡтың оҙонлоғон үлсәп, флеболог һайларға тейеш. Дөрөҫ һайланған компрессион трикотажды көнө-төнө кейергә була, ул бер ерҙе лә ҡыҫмаясаҡ. Мотлаҡ рәүештә сертификация үткән фирмаларҙан алырға кәрәк.

Был сир тирәләй мифтар ҙа күп. Кемдер бейек үксәле аяҡ кейеме кейеү ҙә веналарҙың варикоз киңәйеүенә килтерә, тип иҫәпләй.

- Был уйҙырма түгел. Баяғы балтыр мускулдары насос ролен үтәп, ҡанды хәрәкәт иттерә, тигәйнек. Бейек үксәле аяҡ кейеме кейеп йөрөгән кешенең балтырҙары гел көсөргәнештә һәм мускул епсәләре ҡыҫҡарған рәүештә була. Шуға ла был да варикозды уятыусы факторҙарға инә. Бигерәк тә ул хәрәкәт булмаған эштә эшләһә. Әлбиттә, гүзәл затты матур булырға тырышыуҙан тыйып булмай. Уларға бейек үксәлә йөрөгәндә компрессион трикотаж кейергә тәҡдим итәм.

Эштә гел ултырырға мәжбүр булғандарға нишләргә?

- Тик ултырмаҫҡа, тороп йөрөп алырға. Был осраҡта эшләнә торған махсус күнегеүҙәр бар. Уларҙың иң ябайы - ултырған көйөнә аяҡтарҙы алға һуҙып, иҙәндән саҡ ҡына күтәреп, мускулдар эшләһен өсөн аяҡ осон бер өҫкә күтәрәһең, бер аҫҡа төшөрәһең. Ҡан тик тормаһын, йөрөһөн өсөн балтыр эшләргә тейеш.
Спортҡа килгәндә, уның иң һәйбәт төрө - йөҙөү. Ҡан тамырҙарына, быуындарға, умыртҡа бағанаһына көсөргәнеш юҡ, бөтөн мускул төркөмдәре рәхәтләнеп эшләй. Йүгереү, саңғыла йөрөү ҙә файҙалы.

Ни тиклем иртәрәк табипҡа мөрәжәғәт итһәң, шул тиклем яҡшыраҡ тигән принцип веналарҙың варикоз киңәйеүе сиренә лә ҡағыламы?

- Әлбиттә. Тамырҙар йондоҙсоҡтар яһап, күренә башлаһа, веналар ҡалҡып сыҡһа, аяҡтар кискә табан арыһа, шешһә, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ. Ауырлы саҡта ла флеболог консультацияһы кәрәк. Сирҙең 6 стадияһы була. Рәсәй Федерацияһында ҡулланылған стандарттар буйынса, 2-се стадияла уҡ операция тәҡдим ителә. Әммә варикоз аппендицит түгел, хәҙер генә операция талап ителмәй. Шуға пациентҡа аңлатабыҙ, венаның варикоз киңәйеүе артабан үҫешәсәк кенә, операция талап ителә, тибеҙ. Кемдер ҡапыл операция эшләтмәй, йылына 1-2 тапҡыр килеп тикшерелеп йөрөй. Әммә операцияны иртәрәк яһау ҡулайлыраҡ, табипҡа ла, ауырыуға ла. Беҙ уны хатта операция тип тә атамайбыҙ, процедура тибеҙ. Сөнки ҡырҡылған урын юҡ, наркоз юҡ, кеше килә лә, шул көндө үк ҡайтып та китә. Табип лазер ярҙамында ҡара ҡан тамырын эстән йәбештереп ҡуя. Ә хирургик операцияла зарарланған ҡара ҡан тамырын алып ташлайҙар. Унан һуң бер ай буйына йүнәлә кеше. Әйткәндәй, варикоз мәлендә һөлөк һалырға ярамай.

Беҙҙең халыҡтың шундай ғәҙәте бар, улар табипҡа мөрәғәжәғәт итеүҙе аҙаҡҡаса һуҙа. Һеҙҙең тәжрибәлә бындай хәл йыш осраймы?

- Мин былай тиер инем: кемдә веналарҙың варикоз киңәйеүе бар, улар иртәме, һуңмы барыбер табипҡа мөрәжәғәт итәсәк. Айырма шунда ғына - йә үҙең атлап киләһең, йә тромбофлебит, тромбоз булып, ашығыс рәүештә алып киләсәктәр. Ул шундай ауырыу - киңәйгән ҡан тамырҙары үҙе ауыртмай. Ҡатын-ҡыҙҙар ни өсөн табипҡа мөрәжәғәт итә, уларға аяҡтарындағы тамырҙарҙың шешеп тороуы оҡшамай. Йәғни, ауырыуҙың эстетик яғына иғтибар итәләр. Веналарҙың варикоз киңәйеүе 20-30 йыл буйына 6-сы стадияға етеп, сейле яра барлыҡҡа килеп, йәшәргә ҡамасаулай башлағас килгәндәр ҙә бар. Ҡапыл аяҡтарҙың береһе шешеп, ауырта башлаһа, киңәйгән веналар тығыҙайып, ҡыҙарып торһа, былар тромбоз билдәләре. Был мәлдә инде уны аппендицитҡа тиңләһәң дә була, тиҙ арала операция талап ителә. Был осраҡта матурлыҡ ҡайғыһы булмай, яҡындағы дауахананың хирургия бүлегенә, йәки тиҙ ярҙамға мөрәжәғәт итергә.
Бөгөн сирен ошо кимәлгә еткәнсе аҙҙырыусылар йыш осрамай. Ауылдарҙан да киләләр дауаланырға, бер-береһенән ишетеп мөрәжәғәт итәләр. Нишләптер күптәр веналарҙың варикоз киңәйеүен хирургик операция менән генә дауалайҙар тип уйлай. Был дөрөҫ түгел. Ысынында иһә 98 процент осраҡта лазер менән операция эшләп була. Шуға ҡурҡмағыҙ, килегеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең һөҙөмтәләргә генә таянып эшләмәйбеҙ, ә тотош Рәсәй флебологтары менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Кемдә ниндәй осраҡтар булған, һөйләшәбеҙ, аралашабыҙ. Тәжрибәлә 3 сантиметрҙан киңерәк ҡара ҡан тамырын дауалағаныбыҙ булды. Бер юлы бер нисә ҡара ҡан тамырына эшләп тә, ике аяҡҡа ла бер юлы яһап та була. Кемдәр операция яһатҡан, улар бер йыл буйына табипҡа килеп, күҙәтелеп йөрөй. Күптән түгел кисерелгән инсульт, инфаркт, яман шеш ваҡытында операция тыйылған. Бала табырға планлаштыраһығыҙ икән, операцияны ауырға ҡалғанға тиклем эшләү ҡулайлыраҡ. Был бәпәй көткәндә тромбофлебит кеүек күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн кәрәк. Ауырыуҙың тәүге стадияһында, мәҫәлән, косметик сара ғына ҡына кәрәк: укол ҡаҙала.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.18 | Ҡаралған: 1057

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru